Башҡортостанға Украинаның һуғыш барған өлкәләренән ҡасаҡтар килеүен дауам итә. Дәүләт етәкселегенең ҡарарына ярашлы, Башҡортостан 5000 ҡасаҡты һыйындырырға әҙер. Украинала килеп тыуған хәл-торошҡа тамырҙары Мәләүез районының Аптыраҡ ауылынан булған яҡташыбыҙ, "Украина башҡорттары ҡоролтайы" йәмғиәте рәйесе Дамир Солтанғоловтан баһа биреүен үтендек.
- Шулай килеп сыҡты - ярты ғүмеремде Чукоткала үткәрергә тура килде. Чернобыль фажиғәһенән һуң Киевҡа барып төпләндек. Элек Украинала тотороҡлолоҡ бар ине. Ул СССР тарҡалғанға тиклем дауам итте. Һуңынан ил етәкселеге бығаса барған юлынан тайпылып, икенсе юлдан китте. Күрше туғандаш Рәсәй халҡы менән яҡынлашыу урынына Европаға йөҙ борҙо. Һәм был иң ҙур хата булды ла инде. Элек хатта Башҡортостан менән Украина предприятиелары тығыҙ бәйләнештә эшләһә, бындай мөнәсәбәттәр юҡҡа сыҡты, һөҙөмтәлә ҡайһы бер заводтар ябылды, күптәре банкротҡа әйләнде.
Барыһы ла беренсе президент Леонид Кравчуктан башланды. Кучма ла күп нәмә вәғәҙә итте, әммә бер нәмә лә эшләмәне. Артабанғы президенттар ҙа уларҙың юлын дауам итеп, буш вәғәҙәләр менән һыйланы. Һөҙөмтәне үҙегеҙ күреп тораһығыҙ - туған-туғанды үлтергән граждандар һуғышы башланды. Бер ғәйепһеҙ кешеләр һәләк була. Уны, әлбиттә, яңы президент Петр Порошенко туҡтата ала, ләкин бөгөн ул да күршеләр менән түгел, ә американдар менән кәңәшләшә. Улар уға үҙҙәренең сәйәсәтен көсләп таға. Дөрөҫөн әйткәндә, Порошенко - ул марионетка ғына. Шуға күрә, тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөү урынына ғәскәр индереп, йәш егеттәрҙе ҡыра.
Украинала башҡорттар, яҡташтар бар һәм улар менән даими бәйләнештә торабыҙ. Уларҙың барыһы ла һуғышҡа ҡаршы. Ҡайһы берҙәре тарихи тыуған иленә - Башҡортостанына ҡайтырға ла риза, әммә ғүмер буйы йыйған донъяһын, туғандарын, балаларын, ейәндәрен ҡалдырып киткеләре килмәй. Минеңсә, Луганск өлкәһендә йәшәүселәр фекерҙәрен үҙгәртер, тип уйлайым. Сөнки йорт эргәңдә генә шартлауҙар яңғырағанда, көн һайын өйөңдөң эргәһенән танкылар йөрөгәндә, ҡасан пуля килеп тейер икән, тип, һәр саҡ хәүеф аҫтында йәшәп булмай. Күптәр Донецктан Ҡырымға күсенеп килде. Быға тиклем дә Ҡырымға бик күп ҡасаҡ килгәйне. Барыбыҙ ҙа бик ҡайғырабыҙ, артабан нисек булыр икән тип көйәләнәбеҙ, ләкин һаман да яҡшыға өмөтләнәбеҙ.
Төрлө матбуғат саралары мәғлүмәттәрен тыңлаһаң, уларҙан бары тик Рәсәй каналдарының ғына ысынбарлыҡты яҡтыртырға тырышыуына инанаһың. Европа каналдары тулыһынса алдаҡҡа ҡоролған. Украина каналдарына килгәндә инде, улар үлеүселәрҙең аныҡ һанын кәметә. Әгәр меңләгән кеше үлеп, улар тиҫтәләгән һалдат үлде, ти икән, был, әлбиттә, ғәҙел түгел. Хатта һалдаттарға ҡарата ла ғәҙел түгел. Шәхсән үҙемә улын эҙләргә барған бер кеше уны соҡор эсенән табып алыуын һөйләне. Үлеүселәрҙе хатта күмеп тә тормайҙар, соҡорҙарға ташлайҙар ҙа ҡуялар. Туғандар ҡәберлеге эшләйҙәр. Беҙҙең заманда бындай башбаштаҡлыҡ һәм тәртипһеҙлек - бик ҡурҡыныс һәм хәүефле.
Порошенконы ла нимәләлер ғәйепләп булмай, ул бит һуғыштар башланғас ҡына президент итеп һайланды. Әгәр ул дөрөҫ ҡарар ҡабул итһә, барыһы ла яҡшы буласағына өмөт бар. Сөнки ул - эшҡыуар, Рәсәйҙә уның бизнесы - шоколад фабрикалары бар, шунан сығып булһа ла, ул күршеләр менән тыныс йәшәргә кәрәклеген аңларға тейеш. Шуға ла һуғышты туҡтатыр, тигән өмөт бар.
Дөрөҫөн әйткәндә, был ваҡиғалар бер бөгөн генә килеп тыуманы, ул Ющенко ваҡытында уҡ тамырланғайны инде. Ҡәнәғәтһеҙлек, сигенә етеп, бөгөн шеш кеүек һытылды. Сөнки Донецк, Луганск өлкәләрендә, нигеҙҙә, рус телле халыҡ йәшәй. Унда Башҡортостандан да шахтерҙар ғаиләләре бик күп. Әммә Украина дәүләте рус һәм башҡа милләттәрҙең матди мохтажлыҡтары менән дә, милли талаптары менән дә иҫәпләшергә теләмәй. Был йәштәр араһында хушкүңеллелеккә, хатта үҙ милләтен танымауға килтерә. Мәҫәлән, тамырҙары башҡорт булғандар ҙа үҙҙәрен украин тип әйтергә мөмкин. Нигеҙҙә, бындай күренештәр киң таралған.
Ғөмүмән, ниндәй илдә йәшәүгә ҡарамаҫтан балаларҙа тыуған илеңә, тамырҙарыңа һөйөү тәрбиәләргә кәрәк. Сөнки Аллаһы Тәғәлә барыбыҙҙы ла бер тиң итеп яралтҡан һәм барыбыҙҙы ла бер тиң итеп ярата. Әҙәм балаһына ошо хәҡиҡәтте оноторға ярамай: башҡаларға түҙемле булыу өсөн, тәүҙә үҙеңде яратырға өйрәнергә кәрәк. Кире осраҡта ниндәй эҙемтәләр килеп тыуыуын Украиналағы хәл-ваҡиғалар яҡшы күрһәтте. Аҡыллыға ишара был.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА