Евросоюздың төрлө санкцияларына яуап итеп, Рәсәйҙең ҡайһы бер сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереүҙе тыйыуы беҙҙе ас-яланғас ҡалдырыу урынына, киреһенсә, үҙебеҙҙә етештереү ҡеүәттәрен арттырып, яҡшы эштәргә генә юл асылыуға өмөт уята. Сөнки, шағир әйтмешләй, Рәсәйҙе аҡыл менән аңлап булмағандай, уның халҡы һәр осорҙа ла үҙенсә тормошҡа яраҡлашып, үҙенең стандарттары менән йәшәй. Аслыҡ, һуғыш афәттәре йылдарында ла ҡырылып бөтмәгән һәм артабан йәшәргә көс тапҡан халыҡ, бигерәк тә ауыл халҡы, был юлы ла аптырап ҡалмаясаҡ. Үҙебеҙҙә етештерелгән тәбиғи аҙыҡ менән туҡланыуын ул әле лә онотмаған һәм ташламаған, ә инде яңы технологиялар булдырыуға килгәндә, аҡыллы баштар беҙҙә лә етерлек.
"Российская газета"ға биргән интервьюһында БР Президенты вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Хәмитов был темаға ентекле туҡталды. "Импортты алмаштырыу ауырыраҡ барасаҡ сәнәғәт өлкәләренең береһе - машиналар эшләү, - тине ул. - Ләкин ғалимдарыбыҙҙың машиналар эшләүҙә иғтибарға лайыҡ яңылыҡтары ла юҡ түгел. Әммә уларҙы ҡулланылышҡа индереү өсөн заманса технологиялар кәрәк. Ә һуңғы йылдарҙа фәнгә аҡса аҙ бүленде, ҡайһы бер предприятиеларҙа фәнни-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнеүсе бүлектәр юҡҡа сыҡты. Киләсәктә был хатаны төҙәтеп, һуңғы 15-20 йылда илебеҙ сумған импорт бәйлелегенә төшөргә ярамай. Был һәр яҡтан да хәүефле.
Идеаллаштырып ҡарағанда, беҙ барлыҡ тармаҡтарҙа ла үҙ аллы эшләй алабыҙ. Мәҫәлән, элемтә тармағында бөгөн сит ил тауарҙары яҡынса 95 процент тәшкил итә икән, Өфө предприятиелары был бәйлелекте 50 процентҡа кәметә ала. Ләкин был тармаҡ сит ил, шул иҫәптән Америка компаниялары тарафынан монополизацияланған. Беҙ үҙебеҙҙең элемтә ҡорамалдары баҙарында бөтөнләй юҡбыҙ тиерлек. Быға юл ҡуйырға ярамай.
Химия өлкәһендә лә шундай уҡ хәл. Бөгөн ил химия сәнәғәте өсөн сеймал запасының 20 процентына эйә, әммә химия продукцияһының донъя кимәлендәге күләмендә ни бары бер процентты алып тора. Сит илгә йөҙҙәрсә мең тонна беренсел эшкәртелгән продукция оҙатабыҙ, ә уларҙан медицина аппараттарының һәм көнкүреш техникаһының корпустарын, автомобиль тышлыҡтарын, ауыл хужалығы техникаһының комплектлаусы деталдәрен һ.б. алабыҙ. Ғәмәлдә, был импортты яртылаш ҡыҫҡартыу мөмкинлеге бар".
Әлеге ваҡытта Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ошо мәсьәләне үҙенең күҙәтеүе аҫтына алды. "Башинформ" агентлығында үткән бәхәс ҡоронда улар был мәсьәләнең дәүләт власы органдарына һәм бизнесҡа ғына ҡағылмауын, ә үҙҙәренең тәҡдимдәрен йәмәғәт ойошмалары ла индерергә тейешлеген билдәләне. Икенсе мөһим мәсьәлә - Башҡортостанда производство торошоноң мониторингы буйынса эш башланған һәм ул халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү мөмкинлеген асыҡларға тейеш. Шулай уҡ аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың ҡапыл артыуына ла юл ҡуйырға ярамай.
БР Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко белдереүенсә, республика күпселек аҙыҡ-түлек төрө буйынса үҙ-үҙен тәьмин итә ала. "Сит ил аҙыҡ-түлеген индереүҙе тыйыуҙы беҙ аҙыҡ-түлек етештереү күләмен арттырыу һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә сығыу мөмкинлеге тип ҡарайбыҙ", - ти ул. Бөгөнгө хәл-тороштан сығып фекер йөрөткәндә, ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр сусҡа ите, һарыҡ ите, йылҡы ите, шулай уҡ һөт, һөт ризыҡтары, йәшелсә менән баҙарҙы тултырыу мөмкинлегенә эйә. Тиҙҙән магазин кәштәләре үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек менән тулыланасаҡ. Ләкин уларҙың сифаты юғары булып ҡаласаҡ. Сөнки етештереүселәр урындағы сеймалдан премиум-класс сифатына тап килгән аҙыҡ-түлек сығарасаҡ. Мәҫәлән, Бәләбәйҙә "Бельфор", "Бельстер" ҡаты сырҙарын сығарыуҙы үҙләштергәндәр ҙә инде. Әйткәндәй, милексеһе сит ил инвесторы булған предприятиелар республикала эшләүен артабан да дауам итәсәк. Сөнки эмбарго бары тик продукцияға ғына ҡағыла, ә предприятиеларға түгел. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда малсылыҡ буйынса эре инвестпроекттар тормошҡа ашырыла. Килеп тыуған хәл-торош инвесторҙарҙан эште тиҙерәк тамамлауҙы талап итә. Шундай төҙөлөштәрҙән Бүздәк районындағы "Дамате" агросәнәғәт холдингын һәм Ишембай районыныдағы "Асдор" компанияһы төҙөгән комплексты миҫал итеп килтерергә мөмкин. Улар йылына 48-50 мең тонна һөт эшкәртеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Шулай уҡ республикала "500 ферма" республика программаһы ла тормошҡа ашырыла. Унда 178 ферма ҡатнаша, йыл һуңына тиклем был һан 230-ға етеүе мөмкин. Тулыр-тулмаҫ өс йылда 103 ферма заманса йыһазландырылып, уларҙа һөт етештереү - 8, һыйырҙарҙың продуктлылығы 9 процентҡа артҡан. Модернизациялауға тиклем ауыл хужалығы предприятиелары уртаса 9 процент юғары сифатлы һөт алһа, бөгөнгә был күрһәткес 46 процент тәшкил итә.
Ҡошсолоҡҡа килгәндә, әлегә тиклем ҡаҙ һәм өйрәк ите Франциянан, Чехиянан һәм Венгриянан индерелһә, бөгөн "Благовар" тоҡомло ҡошсолоҡ заводы яңы ҡош-ҡорт һуйыу цехы төҙөй. Ул бер сменала 1,5 миллион, ике сменала 2,5 миллион ҡош-ҡорт эшкәртеү мөмкинлеге бирәсәк. Тимәк, фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар менән берләшкәндә, Башҡортостан был өлкәлә сит ил продукцияһын үҙенекенә уңышлы алмаштыра аласаҡ. Шулай уҡ республиканың алдағы 2-3 йылда ҡош итен сит өлкәләргә сығарыу мөмкинлеге лә бар. Сөнки М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы быйыл күркә ите етештереүҙе тағы ла 10 мең тоннаға арттырып, 30 мең тоннаға еткермәксе. Бройлер тауыҡтарының итен етештереү күләмен Урал-Волга буйы агросәнәғәт төркөмөнә ингән предприятиеларҙың, шулай уҡ Әлшәй районындағы "Башҡорт бройлеры" проекты сиктәрендә арттырыу көтөлә. Республиканың бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшләүселәре лә был йүнәлештең үҫешенә ҙур өлөш индерә.
Сусҡасылыҡ өлкәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу республикала өҫтәмә рәүештә 70 мең тонна ит етештереү мөмкинлеген бирәсәк. Әлеге ваҡытта "Башҡортостан ит компанияһы" яуаплылығы сикләнгән ширҡәте заманса сусҡа комплекстарын төҙөү буйынса проектты тормошҡа ашыра. Быйыл предприятие 5 мең тонна ит етештерһә, беренсе сираттың проект ҡеүәтенә сығыуы менән етештереү күләме 42 мең тоннаға етәсәк. Икенсе сират ҡеүәтте тағы ла 28 мең тоннаға арттырасаҡ. Бынан тыш, "Рощинский" совхозының, "Максимовский" агросәнәғәт комплексының етештереү ҡеүәтен арттырыу мөмкинлеге ҡарала. Ә инде Благовар районындағы селекция-генетика үҙәге сусҡасылыҡ предприятиеларын юғары сифатлы нәҫел хайуандары менән тәьмин итеү мөмкинлеге бирәсәк.
Һыйыр малы итенә килгәндә инде, республика был йәһәттән тулыһынса тәьмин ителгән. Бөгөн Башҡортостанда ит мәсьәләһе тоҡомло малсылыҡты үҫтереү буйынса программа менән тормошҡа ашырыла, эре ауыл хужалығы предприятиелары менән бер рәттән, фермер хужалыҡтарына ла дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Йыл һайын республикала 230 мең тонна ит етештерелә.
Шулай итеп...
Ашау өсөн йәшәмәйем, йәшәү өсөн ашайым, тигән берәү. Элегерәк иһә, икмәк булһа, йыр ҙа була, ти торғайнылар. Шуның кеүек, тамағың туҡ булһа, башҡа яңы, матур фекерҙәр ҙә килә. Тимәк, иң мөһиме - халҡыбыҙ ас булмаһа, яңы технологиялар ҙа уйланылыр, заманса ҡоролмалар ҙа эшләнер. Юҡһа, ярымфабрикат ризыҡтар ашап, ярым һәм тулыавтомат техникаһы менән эш итеп, бигерәк ялҡаулана башлағайныҡ, шикелле. Ә ялҡаулыҡ, мәғлүм булыуынса, прогресты алға этәрә. Күрәһең, шул ваҡыт етте...
Земфира ХӘБИРОВА әҙерләне.
КИРЕ СЫҒЫРҒА