"Кеше - ғорур яңғырай". Совет осоронда Максим Горькийҙың әҫәренән алынған ошо юлдар ҡанатлы һүҙҙәргә әйләнгәйне. Бәлки, ул ваҡытта кешенең, ысынлап та, ҡәҙере лә, баһаһы ла юғары булғандыр. Бөгөн, ололар фекеренсә, кешене себен урынына ла күрмәйҙәр. Юҡ, һүҙем һуғыш-хәтәр түгел, ә йәмғиәттә, дәүләттең иң мөһим ячейкаһы булған ғаиләлә һәр айырым кешегә - индивидуумға, шәхескә әҙәмсә иғтибар һәм ихтирам булмауы, бәғзеләрҙең үҙҙәренең ошо бәләкәй генә дәүләттәрендә йәберләнеүе, ҡыйырһытылыуы, көс ҡулланыу ҡорбаны булыуы тураһында. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә МЫРҘАБАЕВА менән уның инициативаһы менән тәҡдим ителгән һәм бер нисә йыл дауамында әҙерләнгән "Ғаилә-көнкүрештә көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү һәм профилактикалау тураһында" федераль закон проектына бәйләп, бөгөн көнүҙәк булып торған мәсьәлә буйынса әңгәмә ҡорҙоҡ.
Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы, ниһайәт, боҙ бер аҙ ҡуҙғалды һәм парламент атап үтелгән закон проектын ҡабул итергә әҙер кеүек. Әммә һорау тыуа: илебеҙҙә кешенең тейелгеһеҙлеген гарантиялаусы закондар бар икән, яңы ҡанунды ҡабул итеү зарурлығы уларҙың эшләмәүенән килеп сығамы һәм ул да саң йыйып ятмаҫмы?
- Ысынлап та, Рәсәйҙә ғаиләлә көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү тураһында айырым закон булмаһа ла, ғәмәлдәге ҡануниәт базаһы граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙың төрлө аспекттарына эйә. РФ Конституцияһына ярашлы, бер кем дә икенсе берәүгә ҡарата көс ҡулланыуға, башҡа ҡаты мөғәмәләгә йәки кешелек намыҫына ҡағылған мөнәсәбәткә дусар ителергә тейеш түгел, һәр кемгә уның хоҡуҡтарын һәм азатлығын суд яҡлауы, шулай уҡ квалификациялы юридик ярҙам алыу гарантиялана. РФ-ның Енәйәт кодексында ғүмергә, сәләмәтлеккә һәм енси тейелгеһеҙлеккә ҡаршы уйланылған енәйәт ҡылған өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Был хоҡуҡи актта шулай уҡ ғаиләлә көс ҡулланылғанда ҡылынған енәйәти ғәмәлдәрҙе тулыһынса сағылдырған "Ғазаплау" тигән статья бар. Әммә ул ғаиләлә көс ҡулланыуға бәйле ғаризаларҙы ҡарағанда бөтөнләй тиерлек ҡулланылмай. Рәсәй ысынбарлығы күрһәтеүенсә, был ғәмәл күпселек осраҡта туҡмау йәки сәләмәтлеккә еңелсә зыян килтереү тип ҡарала. Бындай енәйәт өсөн яуаплылыҡ - 40 мең һум йәки 480 сәғәтлек йөкләмәле эшкә йәлеп итеү, йәиһә бер йылға холоҡ төҙәтеү эштәре, дүрт айға тиклем иректән мәхрүм итеү кеүек саралар менән баһалана. Был язаны бирҙертеү ҙә еңел түгел, сөнки бындай төр енәйәт буйынса шәхси ғәйепләү процедураһы ҡаралған. Йәғни енәйәт эше бары тик зыян күргән яҡтың билдәләнгән формала биргән ғаризаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Шул уҡ ваҡытта зыян күреүсенең үҙенә үк шәхси ғәйепләүсе бурысы йөкмәтелә, ул үҙ аллы ғәйепләүҙе хупларға, раҫлаусы документтар тупларға һәм күрһәтергә, тикшеренеүҙәрҙә ҡатнашырға, үтенес ҡағыҙҙары алырға тейеш. Зыян күреүсе был эштәрҙе атҡарып сыға алмай. Сөнки күп осраҡта ғаиләлә көс ҡулланыу "ябыҡ ишектәр артында", шаһиттар булмағанда башҡарыла. Бик йыш ғәйепләнеүсе менән зыян күреүсе бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәй һәм бындай шарттарҙа ғариза яҙыу, дәлилдәр йыйыу хәүефһеҙ түгел. Өҫтәүенә, зыян күреүсенең дәлилдәр йыйыуы етди процессуаль ҡатмарлыҡтар менән бәйле - улар РФ-ның Енәйәт кодексына ярашлы булырға тейеш, ә юридик белеме булмаған кеше өсөн быны эшләү бик ҡатмарлы. Бынан тыш, ғәйепләнеүсенән айырмалы, шәхси ғәйепләүсегә бушлай адвокат бирелмәй, ә түләүле адвокат хеҙмәтен файҙаланырға күптәрҙең кеҫәһе йоҡа. Ҡайһы бер осраҡтарҙа шәхси ғәйепләүсенең эше ике яҡтың килешеүе менән тамамлана, әммә көс ҡулланыусы яғынан зыян күреүсегә баҫым яһау хәүефе янай башлай, сөнки улар барыбер ҙә бер фатирға, өйгә ҡайта. Һөҙөмтәлә күптәр бөтөнләй судҡа мөрәжәғәт итмәй, иткән хәлдә лә төрлө ҡатмарлыҡтар арҡаһында артабан көрәшеүҙән баш тарта.
Килтерелгән зыянды түләтеү Гражданлыҡ кодексында билдәләнгән. Ҡатын-ҡыҙҙың һәм балаларҙың хоҡуҡтарын РФ-ның Ғаилә кодексы яҡлай һәм ул уҡ ир менән ҡатындың хоҡуҡтарын, бурыстарын билдәләй. Балаға ҡаты мөнәсәбәттә булыу ата-әсәне яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн нигеҙ булып тора. Көнкүрештә көс ҡулланыуға дусар ителеүселәргә юридик ярҙам күрһәткәндә РФ-ның Граждандар кодексы нормалары ҡулланыла, унда кешенең ғүмеренә һәм сәләмәтлегенә, милкенә килтерелгән зыянды түләү, шулай уҡ рухи зыянды компенсациялау ҡаралған. Торлаҡ кодексында иһә фатирҙы мәжбүри бүлдереү нормалары билдәләнә. Әгәр фатир хужаһы менән бергә йәшәүсе ғаилә ағзалары араһында алмашыу тураһында килешеүгә өлгәшенмәһә, уларҙың теләһә кеме суд аша торлаҡты мәжбүри бүлдереүҙе талап итә ала. Әммә ғәмәлдә ғаиләлә көс ҡулланыу осрағында был норма бик һирәк ҡулланыла.
РФ-ның Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексында ғаилә именлеген боҙоусыларҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырыу нормалары билдәләнмәгәнме ни?
- Юҡ, билдәләнмәгән. Мәҫәлән, полиция хеҙмәткәрҙәре ғаиләһендә даими рәүештә тауыш ҡуптарыусыларға, ул көс ҡулланғанға тиклем, бер нимә лә эшләй алмай. Уны ҡулға алыу, полиция участкаһына алып килеү, ваҡ хулиганлыҡ өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу ярамай, сөнки яуаплылыҡ билдәләү өсөн бындай ҡылыҡтар йәмәғәт урынында ҡылынырға тейеш. Ә өй, фатир - йәмәғәт урыны түгел, шәхси территория. Йәғни дәүләт шәхси тормошҡа көс ҡулланыу факты булмай тороп, уға ҡыҫыла алмай, ә закондың каратель функциялары ғаиләлә именлек тәьмин итмәй. Әммә Калуга өлкәһе миҫалы бындай хәл-торошто үҙгәртеү мөмкинлеген раҫлай. Йәғни унда субъекттың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына "Ғаиләлә йәшәү шарттарын боҙоу" тигән статья индерелгән һәм ул ғаилә тыныслығын боҙоусыға, һүгенеүсегә, ғаилә ағзаларына ихтирамһыҙлыҡ күрһәтеүсегә, милекте ҡыйратыусыға административ яуаплылыҡ (15 тәүлеккә ябып ҡуйыу) билдәләй. Был статья унда уңышлы ҡулланыла һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә тауыш-ғауға тыуҙырыусылар менән көрәшеү мөмкинлеген бирә.
Белгестәр фекеренсә, Рәсәйҙең административ, енәйәти һәм енәйәти-процессуаль ҡануниәте, нигеҙҙә, яуаплылыҡ билдәләүгә һәм ғәйеплеләргә яза биреүгә йүнәлтелгән һәм уларҙы иҫкәртеү, потенциаль хоҡуҡ боҙоусылар менән профилактика эштәре алып барыуҙы күҙалламай. Зыян күреүселәр өсөн һаҡланыу саралары ҡаралмаған (һаҡ ҡуйыу, психологик һәм юридик кәңәш, ваҡытлыса һыйыныу урыны, реабилитация үҙәктәре һ.б.). Бик йыш ғәйепле кеше административ штраф формаһында язаға тарттырыла, ә был инде ғаиләне иҡтисади яҡтан язалау һымаҡ килеп сыға, сөнки штраф түләү ғаилә бюджетын йоҡарта. Икенсе яҡтан, ғаиләләге көс ҡулланыу башҡа матди сығымдарға ла йоғонто яһамай ҡалмай. Зыян күреүсене дауалауға, ярҙам күрһәтеүгә, ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыуға ҙур сығымдар китһә, уның эшен юғалтыуы йәки эш һөҙөмтәлелеге кәмеү ихтималлығын да инҡар итеп булмай. Мәҫәлән, Европа илдәрендә үткәрелгән тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, Голландияла ҡатын-ҡыҙға ҡарата көс ҡулланыу һөҙөмтәһендә йыллыҡ матди юғалтыу 200 миллион евронан күберәк, Швейцарияла - 400 миллион швейцар франкы тәшкил итә. Канаданың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы баһалауы буйынса, 2002 йылда ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыу һөҙөмтәһендә медицина сығымдары 1,1 миллиард Канада доллары менән иҫәпләнгән. Туғандарға ҡарата ҡылынған енәйәт буйынса яуаплылыҡ тураһында Рәсәйҙә бер генә статья ла, шулай уҡ ғаиләлә көс ҡулланыу һөҙөмтәһендә зыян күреүселәрҙе яҡлаусы, көс ҡулланыуҙы иҫкәртеүсе айырым закон да юҡ.
Был өлкәлә төбәк законы ҡабул ителгән Рәсәйҙәге берҙән-бер субъект - ул Ставрополье крайы. Башҡортостан парламентарийҙары тарафынан да "Ғаиләлә көс ҡулланыуҙы профилактикалау тураһында" һәм "Ғаиләлә көс ҡулланыуға дусар булған кешеләргә социаль-психологик ярҙам тураһында" закон проекттары эшләнеп, ул хатта БМО-ның "БМО- Ҡатын-ҡыҙҙар" структураһында экспертиза ла үтте. Быны нимә өсөн әйтәм, сөнки Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарының РФ Дәүләт Думаһына закон проекттары инициативаһы менән сығыуы бер бөгөн түгел. Заманында профессор Венер Сәхәүетдиновтың тәмәке тартыуға ҡаршы законы башта республика парламентында ҡабул ителеп, һуңынан федераль кимәлдә ҡанун булдырыуға этәргес биргәйне. Тимәк, Башҡортостан депутаттарының был йәһәттән дә өлгө күрһәтеү мөмкинлеге бар.
Күрәһең, тәбиғәт бушлыҡты яратмай, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Хатта ҡануниәттә лә саҡ ҡына бушлыҡ, йәғни аныҡланмаған йәки ике төрлө мәғәнә биргән статья барлыҡҡа килгәндә, һөҙөмтә бөтөнләй икенсе булыуы мөмкин. Яңы закон ҡануниәттәге ниндәй бушлыҡтарҙы тултырырға тейеш инде?
- Закон проекты дәүләттең ғаилә-көнкүреш өлкәһендә көс ҡулланыуға ҡаршы көрәшендә иҡтисади, социаль һәм сәйәси сараларҙы ҡулланыуын тормошҡа ашырыуҙың хоҡуҡи механизмын булдырыуға йүнәлтелгән. Бында тәүгә ғаилә-көнкүреш тәртибен боҙоусы, ғаилә-көнкүреш, физик, психологик, енси һәм иҡтисади көс ҡулланыу тигән аңлатмалар индерелә, ғаилә көнкүрешендә көс ҡулланыу һөҙөмтәһендә зыян күреүселәрҙең хоҡуҡтары, шул иҫәптән бушлай юридик ярҙам алыуҙы ла индереп, билдәләнә.
Ғаилә-көнкүрештә көс ҡулланыуҙы профилактикалау өлкәһендә Рәсәй субъекттарының федераль власть органдары һәм дәүләт власы органдарының вәкәләттәре, ошо эшмәкәрлектә социаль хеҙмәтләндереү предприятиеларының, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф ойошмаларының, урындағы үҙидара органдарының һәм йәмәғәт ойошмаларының ниндәй формала ҡатнашыуы билдәләнә.
Тәү тапҡыр ғаиләлә көс ҡулланыуҙы ваҡытында асыҡлау, тиҙ арала ярҙам итеү, шул иҫәптән медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса ведомство-ара хеҙмәттәшлек механизмы эшләнгән.
Суд һәм судтан башҡа яҡлау күрһәтмәләрен үтәү; ғаилә именлеген боҙоусыға махсуслашҡан психологик программаларҙа ҡатнашыу бурысын йөкмәтеү; хоҡуҡ боҙоусыға айырым талаптар ҡуйыу буйынса ғаилә-көнкүрешендә көс ҡулланыуҙы индивидуаль профилактикалау саралары тәҡдим ителә. Йәғни бығаса ниндәйҙер ғаиләлә уның ағзаһына ҡарата көс ҡулланыу, ҡыйырһытыу факты асыҡланһа ла, хоҡуҡ һаҡсылары килә лә китә ине, хәҙер иһә, ғәйепленең психологик үҙәктәргә йүнәлтелеүе, дауаланыу алыуы, шулай уҡ махсус профилактика үтеүе мөмкин буласаҡ.
РФ субъекттарында дәүләт власының вәкәләтле органдарына зыян күреүсе үтенесе буйынса уны махсуслашҡан социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһына ваҡытлыса йәшәү хоҡуғы менән индереүҙе йөкмәтһә, зыян күреүсе йәки көс ҡулланыу ҡорбаны ғаиләһендә ҡалмай, ә ваҡытлыса асылған урындарҙа йәшәп тора аласаҡ. Был инде артабан уның ғүмерен хәүефтән аралау тигән һүҙ. Сөнки бик йыш ғаилә ағзалары енәйәтсе менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәүен дауам итеп, ахырҙа бындай тормоштоң аҙағы үлем менән тамамланған осраҡтар ҙа юҡ түгел.
Дөйөм алғанда, закон проекты ғәмәлдә булған закондарҙы камиллаштырыуҙы дауам итеүҙе күҙаллай.
Закондың атамаһынан сығып фекер йөрөткәндә, унда ғаиләлә көс ҡулланыу хаҡында һүҙ бара. Әммә, мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, көс ҡулланыу законлы ғаиләләрҙә һирәк күренеш, ә бына бөгөн гражданлыҡ никахы тигән билдәләмәгә ышыҡланып, өйҙәш булып йәшәүселәрҙе ғаилә тип атап булмай, һәм, нигеҙҙә, көс ҡулланыу тап ошондай бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәүселәр берлегендә күберәк күҙәтелә.
- Әлбиттә, ғаилә тигәндә, беҙ йәмғиәттең камил ячейкаһын күҙаллайбыҙ. Әммә был - беҙ күрергә теләгән осраҡ, ләкин хәҙер күпселек никахҡа инмәй генә йәшәүҙе хуп күрә. Ләкин, нисек кенә булмаһын, никахлы ғаиләме ул, бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәүселәр союзымы - бер кемгә лә икенсе кешегә ҡарата көс ҡулланыу, ҡыйырһытыу, мыҫҡыллау, көсләү хоҡуғы бирелмәгән. Тимәк, әгәр йәмғиәттә күҙәтелгән гражданлыҡ никахы тигән күренеште ҡабул иткәнбеҙ һәм уны бер нисек тә үҙгәртеп булмай икән, уларҙа кешенең гарантияланған хоҡуҡтары боҙолоуға ла юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ. Башты ҡомға тығыу менән генә бит проблема юҡҡа сыҡмай. Бына, мәҫәлән, БМО мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын донъяла 3,8 миллион кеше, шул иҫәптән 1,8 миллион ҡатын-ҡыҙ ғаиләлә көс ҡулланыу ҡорбаны була. Көнкүреш низағтарының өстән ике өлөшө үлем менән тамамлана. Көс ҡулланыу ҡорбаны булып көсһөҙҙәр - балалар, ҡатын-ҡыҙҙар, ололар, хатта ир-аттар ҙа тора. Социологик һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, Рәсәйҙә һәр дүртенсе ғаиләлә теге йәки был формала көс ҡулланыу күҙәтелә. Барлыҡ ауыр енәйәттәрҙең 40 проценты ғаиләлә яһала. Ирҙәренең йәки башҡа яҡын кешеләренең ҡулынан йыл һайын 14 мең ҡатын-ҡыҙ һәләк була, 26 меңе енәйәти ҡул һуҙыу ҡорбанына әүерелә. Шуларҙың ике мең самаһы үлә, һигеҙ меңе тән йәрәхәттәре ала, ике мең бала һәм үҫмер, ата-әсәһенең ҡанһыҙ мөнәсәбәтенән ҡотолоу юлын тапмайынса, үҙ-үҙенә ҡул һала.
Репродуктив сәләмәтлек буйынса дөйөм милли тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе асыҡлауынса, ғүмер дауамында Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарының 38 проценты - психик (вербаль), 20 проценты - физик, 4 проценты сексуаль көсләүгә дусар ителә. Гүзәл заттарҙың ни бары 12 проценты ғына полиция органдарына йәки юридик хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә, 26 проценты булған хәл тураһында бер кемгә лә, хатта иң яҡын туғандарына ла һөйләмәй, сөнки быны файҙаһыҙ тип һанай, ояла, айырылышыуҙан йәиһә тағы ла көслөрәк баҫымға дусар булыуынан шөрләй. Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, үҙҙәренең партнерҙары яғынан физик көс ҡулланыуға дусар булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың 55 проценттан 95 процентҡа тиклеме бер ваҡытта ла ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәй.
Әлеге ваҡытта донъяның 89 илендә көнкүрештә көс ҡулланыу тураһында закон акттары бар, шуларҙың 60-ы - ғаиләлә көс ҡулланыуға ҡаршы, 7-һе ҡатын-ҡыҙға ҡарата көс ҡулланыуға ҡаршы махсус закон. Элекке Советтар союзына ингән дәүләттәрҙән Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Молдовала, Грузияла, Әзербайжанда, Украинала бындай закондар эшләй. Практика күрһәтеүенсә, был илдәрҙә ғаиләлә көс ҡулланыу осраҡтары 20 - 30 процентҡа кәмегән.
Тимәк, йәмғиәттә ғаилә культын үҫтереү, ике енес вәкиленең бер-береһе алдындағы яуаплылығын рәсми теркәү мотлаҡ кәрәк...
- Мотлаҡ ҡына түгел, был шулай булырға тейеш тә. Ғаилә культы, ғаилә өҫтөнлөгө, ғаилә баһаһы балаға үҙенең үҫкән ғаиләһендә һалынырға, балалар тулы ғаиләләрҙә тәрбиәләнергә, йәғни тәрбиә ғаиләнән башланырға тейеш. Ә беҙҙә нисек? Күпселек тәрбиә мәсьәләһен мәктәпкә генә ҡайтарып ҡалдырып, үҙҙәренән яуаплылыҡты алып ташларға теләй. Ә мәктәп - ул, тәү сиратта, белем бирә.
Дөрөҫөн әйткәндә, ҡыҙҙарҙы - ҡатын, буласаҡ әсә, малайҙарҙы - ир, атай, ғаилә башлығы итеп тәрбиәләү ғаиләлә һалынырға, улар үҙенең ата-әсәһе өлгөһөндә нисек булырға кәрәклекте күреп үҫергә тейеш. Ғәмәлдә иһә, бөгөн яңғыҙ бала тәрбиәләүсе ҡатындар бик күп. Улар ҡыҙ балаларҙы ғына түгел, малайҙарҙы ла тәрбиәләй. Һөҙөмтәлә, әсәһе, өләсәһе тәрбиәһен алған, ир-ат тәрбиәһе алмаған малай нисек ысын мәғәнәһендә ир-ат булып үҫешһен? Хатта күп кенә әсәйҙәр, улым ҡыҙҙар кеүек, тип маҡтанырға ярата. Улар өсөн улының ҡыҙҙар кеүек булыуы, бәлки, яҡшылыр ҙа, әммә малайҙың, буласаҡ ир-егеттең, ир-азаматтың үҙе өсөн был яҡшымы икән? Ә бер ҡыйыҡ аҫтында өйҙәш булып йәшәүселәр араһында бер ниндәй яуаплылыҡ та юҡ, шуға күрә унда бөгөн әсәй йәки атай бар, иртәгә булмауы ла ихтимал. Шуға һәр тулы ғаиләлә әсә кеше ҡыҙына ғүмерлек юлдашын, мөхәббәт, яратам, тигән күҙлектән түгел, ә буласаҡ балаларымдың атаһы, ә атайҙар ир балаларға ҡыҙҙарҙы, буласаҡ балаларымдың әсәһе, тип һайларға өйрәтергә тейеш.
Дәүләт тарафынан иһә күптән түгел генә "2025 йылға тиклем РФ-ның дәүләт ғаилә сәйәсәте концепцияһы" әҙерләнде. Ул, дөйөмләштереп әйткәндә, күп балалы ғаиләләрҙе яҡлау буйынса сараларҙы, ғаилә именлеген стимуллау, балалары булған ғаиләләрҙең матди хәлен яҡшыртыу, йәш ғаиләләрҙе сифатлы һәм һатып алыу мөмкин булған фатирҙар, йорттар менән тәьмин итеү, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына балаларҙы урынлаштырыу дефицитын бөтөрөү, балалы ғаиләләр өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу һ.б. мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыуҙы күҙаллай.
Ғаиләлә көс ҡулланыу тигәндән, ниңәлер гел генә ҡыйырһытылыусы ролендә ҡатын-ҡыҙҙы күрәбеҙ һәм уларҙы яҡларға тырышабыҙ. Ә бит уйлап ҡараһаң, ғаиләлә ҡыйырһытылып, йылы һүҙ, йылы ҡараш, йылы аш күрмәгән ир-ат та бихисап. Шулай уҡ килен эргәһенә, хатта үҙ балаһына һыймаған ҡәйнә-ҡайныларҙы, ата-әсәләрҙе лә юҡ тип булмай...
- Әйтеп үтеүемсә, был закон ғаиләлә кемгә ҡарата көс ҡулланыла йәки кем ҡыйырһытыла - шуны яҡлауҙы күҙаллай. Бында инде ҡатын-ҡыҙ ғына түгел, балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә, ир-ат та ҡорбан ролендә булыуы мөмкин. Сөнки әлеге ваҡытта яңғыҙ әсәһенең йәки атаһының пенсияһына ҡарап ултырыусылар, пенсия аҡсаһын эсергә талап тигәндәй алыусы балалар ҙа бар. Закон ҡабул ителә ҡалһа, ул тап ошо ҡыйырһытылыусыларҙы яҡлаясаҡ.
Ысынлап та, көслө зат булырға тейешле ир-аттарыбыҙ ҙа һуңғы ваҡытта үҙ бәҫен бик төшөрҙө, позицияларын бирҙе, тиергә мөмкин. Уның ҡарауы, ҡатын-ҡыҙҙар тормошта ла, йәмғиәттә лә уларҙы мөйөшкә ҡыҫырыҡлай. Ижтимағи тормошта ла, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә, дәүләт хеҙмәтендә лә гүзәл заттар өҫтөнлөк ала бара. Был күренеш ғаиләләргә лә ят түгел. Әммә нисек кенә булмаһын, тиң хоҡуҡлылыҡ менән ғаилә принциптарын, ролдәрҙе бутарға ярамай. Ҡатын-ҡыҙ, ниндәй генә вазифа биләмәһен, тәү сиратта - ул ҡатын, әсә, ғаилә усағын һаҡлаусы. Уңышлы эшҡыуарҙар үҙҙәренең уңышының 80 проценты ҡатын-ҡыҙға бәйле тип белдерә икән, ғаилә ныҡлығының, именлегенең күпселек өлөшө лә гүзәл заттан тора.
Ғаиләгә генә түгел, тотош йәмғиәткә ҡағылышлы тағы бер проблеманы урап үтеү мөмкин түгел - ул да булһа эскелек. Белгестәр, тикшеренеүселәр анализлауынса, бөгөн күпселек үлем, үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙар, юл-транспорт фажиғәләре, айырылышыуҙар, ғаиләләр тарҡалыу һәм башҡа кире күренештәрҙең сәбәбе шуға барып тоташа. Бәлки, ниндәйҙер закондар сығарыуға ҡарағанда, тәү сиратта, ошо афәттән ҡотолоу мөһимерәктер?
- "Айыҡ Башҡортостан" хәрәкәте был йәһәттән ҙур эшмәкәрлек алып бара һәм был эш башланып ҡына торған мәлдә РФ Дәүләт Думаһы депутаттарынан бер нисә кеше егеттәребеҙгә ярҙам күрһәткәйнек. Бөгөн был хәрәкәт киң ҡолас алды һәм шуныһы ҡыуаныслы - инициатива халыҡтың үҙенән сыға. Башҡортостан парламентарийҙарының күптән түгел ҡабул иткән законы ла был йүнәлештә ныҡлы терәк булыр, моғайын. Сөнки уға ярашлы, ауылда алкоголь һатыуҙы сикләү йәки тулыһынса тыйыуҙы халыҡ сходҡа йыйылып, үҙе хәл итә аласаҡ. Әммә был бер бөгөн генә тормошҡа аша торған проект түгел, уның һөҙөмтәһе лә йылдар үткәс күренәсәк. Ләкин шуныһы ҡыуаныслы, хәҙер байрам табындарында ла элекке кеүек эсеүселәр юҡ, күптәр машина йөрөтөү сәбәпле, бәғзеләр башҡа сәбәп менән эсмәй һәм уларҙы ҡыҫтамайҙар ҙа. Мин үҙем, ғөмүмән, эш урындарында корпоратив кисәләр үткәреүгә ҡаршымын. Хеҙмәткәрҙәреңде ҡыуандырғың килә икән, әйҙә, аҡсалата бүләклә лә, ул иһә уны үҙе нисек тотонғоһо килә, шулай хәл итер.
Әммә законды кәрәкмәй тип булмай, сөнки ғаилә именлеген боҙоусы, көнкүрештә низағ тыуҙырыусы һәм йәберләүсе мотлаҡ эскән кеше тиеү ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Йәмғиәттә - зыялы, өйөндә тиран булыусылар ҙа юҡ түгел. Шулай уҡ кеше араһында теленән бал тамып, ғаилә ағзаларын һүҙ менән ҡыйырһытыусылар ҙа бар. Ҡайһы берҙә ғаилә ағзаларынан, балаларҙан, ололарҙан, "шундай әшәке һүҙҙәр менән битәрләгәнсе, бер һуҡһа, исмаһам, ауыртыр ҙа бөтөр ине", тигәндәрен ишетергә тура килә. Шуға күрә лә закон йәберләүҙең төрлө аспекттарын, зыян күреүселәрҙең барлыҡ категорияларын да күҙ уңында тотоп, көн талабынан сығып тәҡдим ителде лә инде.
Шулай итеп...
Аллаһы Тәғәлә үҙе булдырған һәр нәмәне һәм һәр йән эйәһен тиң күреп ярата. Ә инде төрлө касталарға, синыфтарға, категорияларға бүлеү - ул кешенең нәфсеһенең, уның кимәленең, үҙен башҡаларҙан юғары ҡуйыуының йәки, киреһенсә, түбән үҙбаһалы булыуының һөҙөмтәһе генә. Шуға ла иң мөһиме - һәр кемгә үҙенең баһаһын белеү, был Ергә кеше булып тыуғанһың икән, кеше сүрәтендә, кеше рәүешле, лайыҡлы йәшәү зарур. Ә кеше тигән атама - ул ғорур яңғырай...
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА