Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
РЕСПУБЛИКАБЫҘҘЫҢ ҮҘ ПРЕЗИДЕНТЫ, ГЕРБЫ, ФЛАГЫ, ГИМНЫ БАР
|
Бөгөн, 11 октябрҙә, Республика көнөн байрам итәбеҙ. Был байрам тураһында һин нимә беләһең, уҡыусым? Иҫкә төшөрәйек.
Башҡортостан Республикаһы - I Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы (1917, июль) тарафынан һайланған Башҡорт мәркәз шураһы 1917 йылдың 15 ноябрендә Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар губерналарындағы башҡорт территорияларын Рәсәй Республикаһының автономиялы өлөшө тип иғлан итә. Шураның ҡарары III Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы тарафынан раҫлана (1917, 8 декабрь). 1919 йылдың 23 мартында Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһындағы Килешеү нигеҙендә Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаhы иғлан ителә. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан Совет Социалистик Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә. 1992 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы тип йөрөтөлә башлай.
Башҡортостан Республикаһы Президенты - Башҡортостан Республикаһының иң юғары вазифалы етәксеһе.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рәсәй Федерацияһы Президенты, Федерация Советы һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, башҡа федераль дәүләт власы органдары, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары, Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт берләшмәләре, башҡа ойошмалар һәм вазифалы кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙә, шул иҫәптән халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр алып барғанда, Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһай. Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты - Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы, 1993 йылдың 12 декабренән 2010 йылдың 15 июленә тиклем юғары вазифа башҡара. Башҡортостан Республикаһының ғәмәлдәге Президенты - Хәмитов Рөстәм Зәки улы, 2010 йылдың 19 июленән юғары вазифала.
Башҡортостан Республикаһының символдары
Башҡортостан Республикаһының дәүләт гербы 1993 йылдың 12 октябрендә раҫлана. Авторы - рәссам Фазлетдин Ислахов. Герб милли биҙәк менән уратып алынған түңәрәк эсендәге Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтенән тора. Һәйкәлде сығып килгән ҡояш нурҙары балҡыта. Һәйкәлдең аҫтында - ҡурай сәскәһе, флаг төҫтәренә буялған таҫма, уның аҡ төҫлөһөнә "Башҡортостан" тип яҙылған.
Башҡортостан Республикаһы флагы. Башҡортостан флагы тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа.
XIX быуат. Даими хәрби хеҙмәттә булған башҡорт халҡының милли символы итеп иҫәпләнгән байраҡ тураһында тулы булмаған мәғлүмәт билдәле. Ул саҡтағы байраҡ ике башлы сәмреғош һәм уның тирәләй һибелгән алты мөйөшлө йондоҙҙар өҫтөндә Ҡөрьән аяты яҙылған булған.
1918 йыл. Башҡортостан дәүләт флагы тарихы 1918 йылдың 20 август көнөнән башлана. Башҡорт хөкүмәте фарманы менән был көндө башҡорт милли флагы раҫлана. Башҡорт милли флагы төҙөлөшө буйынса 1918 йылға тиклем булған Рәсәй Дәүләт флагын ҡабатлай, төҫтәр айырмалығы менән үҙенсәлекле була. Башҡорт милли флагы зәңгәр, йәшел һәм аҡ төҫтәге өс буй һыҙаттан тора. Флагтың өҫкө һыҙаты күк төҫтә булып, башҡорттарҙың төрки халыҡтарға ҡарауын, урталағы йәшел төҫлө һыҙат - башҡорт халҡының Ислам дине ҡанундарына буйһоноуын, аҫтағы аҡ буй төҫлө һыҙат - Башҡортостан халыҡтарының элек-электән тыныслыҡҡа, именлеккә һәм бәхеткә ынтылыуын аңлата.
1924 йыл. Башҡорт Совет Автономияһы төҙөлөү сәбәпле, 1918 йылда Башҡорт хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән милли флаг ғәмәлдән сығарыла. Башҡортостандың Үҙәк башҡарма комитеты ҡарары менән 1924 йылдың 11 октябрендә дәүләт флагы раҫлана. Дәүләт флагы итеп ҡыҙыл төҫтәге туҡыма алына, уның өҫкө мөйөшөндә, флаг һабы эргәһендә алтын ураҡ һәм сүкеш, улар аҫтында алтын ҡайма менән уратылған ҡыҙыл йондоҙ һүрәтләнә.
1938 йылдың февралендә Башҡорт АССР-ы дәүләт флагына үҙгәреш индерелә. Уның өҫкө һул мөйөшөнә, флаг һабы эргәһендә, "РСФСР" һәм бәләкәйерәк хәрефле "Башкирская АССР" яҙыуҙары өҫтәлә.
1954 йыл. РСФСР Дәүләт флагы үҙгәреү сәбәпле, Башҡорт АССР-ы дәүләт флагы ла үҙгәртелә. Флаг һабы яны буйлап флагтың бөтә иңенә асыҡ зәңгәр төҫтәге һыҙат өҫтәлә. Шул килеш флаг 90-сы йылдарға тиклем ҡулланыла.
1992 йыл. Рәсәй һәм Башҡортостан дәүләтселеге яңыртылыуы сәбәпле, дәүләт символдары ла үҙгәртелә. 1990 йылдың 11 октябрендә Юғары Совет тарафынан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә. 1990 йылдың 26 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Министрҙар Кабинеты "Башҡортостан Республикаһының флагы, гербы һәм гимнына иң яҡшы проектҡа конкурс үткәреү тураһында" 211-се ҡарарын ҡабул итә. Конкурс комиссияһында ижади берләшмәләре, профессиональ рәссамдар, композиторҙар, уҡытыусылар, вуз студенттары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре тәҡдим иткән ҡырҡҡа яҡын дәүләт атрибуттары проекты ҡарала. Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагы итеп рәссамдар Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабина тәҡдим икән флаг һайлана һәм Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы 1992 йылдың 25 февралендә республиканың яңы дәүләт флагын раҫлай. Дәүләт флагында зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫөндәге горизонталь тигеҙ буйлы һыҙаттар, уртаһында һары түңәрәк эсендә һары төҫтәге ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Зәңгәр төҫ күк йөҙөн, ғәҙеллекте һәм уй-ниәттәренең сафлығын аңлата. Аҡ төҫ - республика халыҡтарының тыныслыҡты һәм татыулыҡты һөйөүен белдерә. Йәшел төҫ - азатлыҡ һәм тормоштоң мәңгелеген билдәләй. Ҡурай сәскәһе - дуҫлыҡ символы.
Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны
Рауил Бикбаев, Рәшит Шәкүр һүҙҙәре.
Фәрит Иҙрисов музыкаһы.
Башҡортостан, һин һөйөклө ғәзиз ер,
Халҡыбыҙҙың изге Ватаны.
Сал Уралдан ҡалҡа бар тарафҡа
Тыуған илдең тыныс ал таңы.
Ҡушымта:
Дан һиңә, Башҡортостан!
Илен һөйгән азат халҡыма дан!
Рәсәй менән бөйөк берҙәмлектә
Сәскә ат, Башҡортостан!
Башҡортостан, һин хөрмәтле данлы ил,
Еңеү яулап алға барабыҙ.
Киләсәккә яҡты нур-моң сәсә
Һинең ғорур рухлы байрағың.
Республикам, йондоҙ булып балҡы һин,
Күкрәп йәшә, гүзәл илебеҙ.
Тыуған ерҙә һүнмәҫ усағыбыҙ,
Туған телдә тынмаҫ йырыбыҙ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 14.10.14 | Ҡаралған: 4452
|
|
Киске Өфө
|
|
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.
(Ф. Достоевский).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|