«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГЕЛ ЯҠШЫ УЙҘА БУЛ - СӘЛӘМӘТЛЕК НИГЕҘЕ ШУЛ
+  - 

Бар халыҡтар ҙа борон-борондан йәндең, күңел торошоноң тәнгә туранан-тура йоғонтоһо барлығын яҡшы белгән. Физик тәндә барлыҡҡа килгән һәр ауырыуҙың үҙенең психологик сәбәбе була. Психосоматика тип йөрөтөлгән йүнәлеш тап йән менән тәндең гармонияһы боҙолоуын өйрәнә лә инде. Ошолар тураһында даими авторыбыҙ, психоаналитик, Башҡорт дәүләт университетының өлкән уҡытыусыһы Әлфиә БАЙРАМҒОЛОВА менән әңгәмәләшәбеҙ.

- Медицина һәм психологияның психосоматика тип аталған йүнәлешенең эшмәкәрлегенә артыҡ туҡталмайынса, шуны әйтергә була: ысынлап та, билдәле бер психологик факторҙар теге йәки был ауырыуҙы барлыҡҡа килтереүҙә үҙенсә роль уйнай. Һин организмыңа ниндәй мөнәсәбәттәһең, ул да һиңә шуның менән яуап бирә, тип бушҡа әйтмәйҙәр бит. Шуға ла сәләмәтлегегеҙ менән проблемалар килеп тыуа икән, уны тәүҙә психикала, йәғни, нескә пландағы тәндәрҙә эҙләргә кәрәк.
Әлбиттә, мин әйткән нәмәләр - абсолют дөрөҫлөк, тип, гәзит уҡыусыларҙы ышандырырға йыйынмайым, шулай ҙа был өлкәлә булған тәжрибәм был тема буйынса уйланырға мәжбүр итә. Мәҫәлән, профессиональ спорт менән шөғөлләнгән сағында тубығын йәрәхәтләгән бер танышым бар ине. Ҙур спорттан китеп, байтаҡ ваҡыт үткәс, уның ошо йәрәхәте тағы аҙып, операция яһанылар. Психосоматика буйынса, тубыҡ ауырыуҙары - ғаиләләге мөнәсәбәттәр, үҙеңдең киләсәгең өсөн хәүефләнеү менән бәйле. Әгәр ҙә һул тубыҡ ауырта икән, ғаиләгеҙҙәге ҡатын-ҡыҙҙар менән мөнәсәбәттәрегеҙ тураһында уйланырға ваҡыт еткән. Был танышым да әсәһе менән бергә йәшәне, ә унан сығып китеү хаҡында уйлана башлағас, ауырыуы тағы көсәйгән булып сыҡты.
Тубыҡ ауырыуҙары күберәк үҙ һүҙле кешеләрҙә осрай. Был тормошта һығылмалы булыу күп күңелһеҙлектәрҙән ҡотҡара, шуға ла үҙегеҙ менән булған, буласаҡ ваҡиғаларҙы контролдә тоторға тырышмағыҙ. Ҡайһы саҡта үҙ фекерегеҙҙе үҙгәртергә лә ярай. Бауыр - асыу, агрессия, үпкәләүҙәрҙе үҙендә туплай, дарыуҙар менән дауаланыуҙан тыш, ҡылыҡтарығыҙҙы һәм тормошҡа ҡарашығыҙҙы яңынан ҡарап сығығыҙ. Һөйәк системаһы сирҙәре барлыҡҡа килгән икән, үҙегеҙгә ышана башларға ваҡыт еткән. Һеҙ үҙегеҙ уйлағандан күпкә көслөрәк, үҙегеҙгә оҡшаған эштәр менән шөғөлләнегеҙ һәм, иң мөһиме, үҙегеҙҙе яратырға өйрәнегеҙ, зинһар! Артрит - нескә планда үҙ-үҙең менән булған конфликтты күрһәтә. Был ауырыу менән, ғәҙәттә, үҙҙәренә ныҡ талапсан кешеләр сирләй. Башҡаларҙан ярҙам һорауҙан тартынмағыҙ, хистәрҙе, хаттар улар кире булғанда ла, үҙегеҙҙә тотмағыҙ. Артроз менән яфаланыусылар башҡаларҙы аңларға өйрәнергә бурыслы.
Бөйөрҙәрҙең төҙөлөшө бик ҡатмарлы, шуға ла улар төрлө характерҙағы проблемалар менән бәйле. Бөйөрҙәр эшмәкәрлеге боҙолоуы үҙ-үҙеңә ышанмауҙы, хис-тойғоларҙың тигеҙлеге юғалыуын белдерә. Ҡағиҙә булараҡ, был кеше үҙенә ҡарағанда башҡалар тураһында күберәк уйлай, сөнки ул булған бар ваҡиғаларҙы ла, кешеләрҙе идеаллаштырыу һәләтенә эйә. Бөйөр йәлләү тойғоһо менән бәйле. Әммә халыҡта башҡаларҙы йәлләп тик йөрөгән кешене ни өсөндөр бауырмал, тип әйтәләр. Йәлләү - яҡшы тойғо түгел. Урамдағы ҡарт ҡына ҡарсыҡты йәлләп, үҙегеҙ ҙә һиҙмәйенсә, үҙегеҙҙе унан өҫтөн ҡуяһығыҙ, тимәк, уны түбәнһетәһегеҙ. Йәлләп түгел, ә уның хәленә инеп, ярҙам итәһегеҙ икән, был дөрөҫ була. Хоҙай Тәғәлә бер кемгә лә үҙе күтәрә алмаған һынау бирмәй. Кеше өсөн кешенең яҙмышын йәшәп тә, уны еңеләйтеп тә булмай. Шуға ла йәлләү тойғоһонан мотлаҡ арынырға кәрәк.
Шешенһәгеҙ, организмда артыҡ һыу йыйылһа, хис-тойғоларығыҙға сығырға ирек бирмәйһегеҙ. Тамағығыҙҙа ниндәйҙер төйөр торамы? Тимәк, унда рәнйеүҙәр, үпкәләүҙәр йәшәй. Хистәрегеҙҙе белдерә алмайһығыҙ икән, уларҙы ҡағыҙға яҙығыҙ ҙа, яндырығыҙ. Тире ауырыуҙары тышҡы донъя менән эске донъя араһындағы конфликт тураһында һөйләй. Башҡалар һеҙҙең турала нимә уйлар, нимә һөйләр тип борсолоуығыҙ урынһыҙ, дөрөҫөн әйткәндә, бөгөнгө заманда бер кемдең дә бер кемдә лә эше юҡ. Артыҡ ауырлыҡ менән яфаланыусыларҙың күбеһе бала саҡта көслө кәмһетеү кисергән була. Улар, ғәҙәттә, "юҡ", тип әйтә белмәй, артыҡ ауырлығы менән ул үҙен шундай кешеләрҙән һаҡларға ынтыла. Ундайҙар өсөн үҙҙәренең бәхетенә ҡарағанда, башҡаларҙың шатлығы мөһимерәк.

Шулай итеп...
Һәр ауырыу иң тәүҙә психик планда барлыҡҡа килеүен хәҙер бер кем дә инҡар итмәй. Күңел һыҙлауы физик ауырыуға күсә, насар уйҙар сәләмәтлекте ҡаҡшата. Йәнегеҙ тиҙ көйөп барһа, кәйефегеҙ тиҙ үҙгәреп торһа, оҙаҡ үпкәләһәгеҙ, эргә-тиргеҙҙәге кешеләргә ышанмаһағыҙ, уларҙы барлыҡ бәләләрегеҙҙә ғәйепләһәгеҙ, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ. - Бер ҡасан да күңелһеҙлектәрҙе оноторға тырышмағыҙ. Ул саҡта психологик һаҡ барлыҡҡа килә лә, баш мейеһе был хәүефле мәғлүмәтте юйырға тырышып, уны аңдан физик тәнгә этеп сығара. Шуға ла һәр кис көнө буйы кисергән тойғоларығыҙҙа анализларға өйрәнегеҙ.
- Үҙегеҙҙе лә, башҡаларҙы ла нисек бар, шулай яратығыҙ, шул саҡта кире тойғоларҙан ҡотолоуы еңелләшә.
- Ауыр саҡта илағыҙ, был саҡта тыйылып ҡалған күҙ йәштәре организмды эстән ашап, иммунитетты ҡаҡшата.
- Шулай ҙа психосоматиканың төп ҡағиҙәһе: сәләмәт булғығыҙ килһә, бөтөн нәмә тураһында ла яҡшы уйҙа булығыҙ. Иртән эшкә сығыуығыҙға ҡар урынына ямғыр яуып тора, берәй сәбәбен табып, шатланығыҙ ҙа ҡуйығыҙ. Ыңғай уйҙар гормондар бүленеп сығыуға булышлыҡ итә, шул саҡта үҙегеҙҙе гел бәхетле итеп тойорһоғоҙ.

Ләйсән ДАЯНОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.11.14 | Ҡаралған: 1503

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru