Ҡурған тигәндә, иң элек был төбәктәге башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының үҙенсәлекле милли кейемдәре һәм әлегәсә ҡулланылған француз яулыҡтары (ҡушъяулыҡтар) менән бер рәттән, Сафакүл районының Аҙналы ауылы дөйөм белем биреү мәктәбендә урынлашҡан бай экспонатлы крайҙы өйрәнеү музейы күҙ алдына баҫа. Шуға ла "Башҡортостанда - Ҡурған өлкәһе башҡорттарының мәҙәниәт көндәре" сараһына килгән делегация составында Аҙналы ауылы музейын һаҡлаусы Наил Ғилемйәновты күргәс, иң тәүҙә бөгөнгө оптималләштереү заманында үткәнде бөгөнгөгә бәйләп торған тарихи ҡомартҡылар яҙмышы менән ҡыҙыҡһындым.
- Бөтә Рәсәй буйынса күҙәтелгән хәл, әлбиттә, беҙҙең өлкәгә лә, беҙҙең ауылға ла ҡағылмай ҡалманы. Йәштәр ситкә, ҙурыраҡ ауылдарға, район үҙәгенә күсенә, ауылда мәктәп, мәҙәниәт усағы ябылды, ҡарт-ҡоро ғына ҡалды. Ниндәй генә саралар ойошторолһа ла, экспозициябыҙ менән ҡатнашабыҙ, халыҡҡа тарихыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Элек уҡыусылар беҙҙең мәктәпкә музей менән танышырға экскурсияға килһә, хәҙер музей үҙе мәктәптәргә сыға. Мәктәп ябылғас, ул, әлбиттә, йылытылмай. Экспонаттар махсус температурала һаҡланырға тейеш, әлбиттә, ләкин ундай шарттар юҡ хәҙер. Өфөлә шул тема буйынса ла һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ. Кисекмәҫтән мәсьәләне хәл итергә, йә музейҙы икенсе урынға күсерергә, йә булмаһа Башҡортостанға килтерергә кәрәк, тигән һығымта яһалды...
Наил Фаил улының әсенеүҙәрен Аҙналы ауылы музейы менән таныш һәм үҙ тарихына битараф булмаған кеше генә аңлауы мөмкин. Ә инде Ҡурған өлкәһе тарих, фольклор һәм этнография менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн - үҙе бер хазина. Сөнки бында һәр һандыҡ төбөндә тарих һаҡлана. Ысынлап та, ғалимдар билдәләүенсә, Ҡурған өлкәһе - ҡатын-ҡыҙ милли кейемдәренең төп нөсхәһендә һаҡланған төбәктәрҙең береһе. Был хаҡта сара барышында уҙғарылған "Ҡурған башҡорттары: рухи үҫеш тарихы, бөгөнгөһө һәм киләсәге" темаһына арналған түңәрәк ҡорҙа сығыш яһаусылар ҙа билдәләп үтте. Филология фәндәре докторы Әхмәт Сөләймәнов әйтеүенсә, ялан-ҡатай башҡорттары эргәһенә беренсе фольклор экспедицияһы Кирәй Мәргән тарафынан 1959 йылда ойошторола һәм уның барышында ҡыҙыҡлы материалдар табыла - тап ошо экспедиция барышында 50-гә яҡын башҡорт халыҡ йыры төрлө варианттарҙа яҙып алына. Һәм ошо йырҙарҙы күңел төпкөлөндә һаҡлаған Ҡурған башҡорттарының үҙенсәлеге шунда күҙәтелә: улар тәүҙә йырҙың тарихын һөйләй, шунан ғына уны башҡара.
Кирәй Мәргән экспедицияһынан һуң тағы ла бер нисә фольклор, этнографик экспедициялар ойошторола, һәм йылдан-йыл ауыҙ-тел байлығының ярлыланыуы, материалдарҙың кәмеүе күҙәтелә. Йәғни халыҡ хәтерендә һаҡланған рухи, әҙәби байлығыбыҙ оло быуын кәмегән һайын юғала бара. Шуға ҡарамаҫтан, Ҡурған өлкәһе башҡорттары милли фольклор үҫешенә ҙур өлөш индерә. Мәҫәлән, иртәк жанры тап ялан-ҡатай башҡорттарында һаҡланып ҡалған була һәм Кирәй Мәргән уны ҡабаттан тергеҙә. Бөгөн инде иртәк жанры дәреслектәрҙә лә ҡулланыла, әҙәби һүҙлектәрҙә лә лайыҡлы урын алған.
Шулай уҡ фольклор экспедициялары барышында Ҡурған башҡорттары араһында киң таралған сүлҡурай тигән атама тураһында ла иҫкә алмай китеү яҙыҡ булыр. Заманында бында туйҙарҙа тиҫтәнән ашыу ҡурайсы ҡатнашҡан. Әммә милләттәштәребеҙҙең был милли уйын ҡоралы беҙ күреп өйрәнгән ҡурайҙан бер ни тиклем айырылған. Ул бәләкәйерәк, йоҡараҡ. Тиҙ ярылмаһын өсөн, киптергәндә һарыҡтың сей эсәген кейҙерәләр һәм эсенә ҡом тултырып, күләгәлә киптерәләр. Һуңынан уны шымарталар. Шундай ҡурай сүлҡурай тип аталған. Уның моңо ла үҙенсәлекле булған (бында "Таштуғай" йырының һүҙҙәренә иғтибар итеү кәрәктер: "Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды, сүлҡурайҡай итеп тартайым" (еҙ ҡурайҡай түгел!).
Әхмәт Мөхәмәтвәли улы үҙенең сығышында тағы ла бер етди мәлгә иғтибар йүнәлтте: Ҡурған башҡорттары бөгөн мәҙәни саралар өсөн сәхнә костюмдары һорай икән, бәлки, уларҙың был үтенесен ҡәнәғәтләндермәҫкә кәрәктер. Сөнки, ғалим фекеренсә, бөгөн сәхнә өсөн стилләштереп тегелгән костюмдар халҡыбыҙҙың борондан ҡалған һәм бик һирәк кенә беҙҙең көндәргә килеп еткән кейем өлгөләрен ҡулланылыштан бөтөнләй ҡыҫырыҡлап сығарып бара. Әйтеп китеүебеҙсә, Ҡурған өлкәһе башҡорттарҙың милли кейемдәре бөгөнгәсә һаҡланып килгән төбәктәрҙең береһе. "Күптән түгел генә булып үткән "Ашҡаҙар таңдары" фольклор байрамында Ҡурғандан килеп, лауреат исеменә лайыҡ булған фольклор ансамбле шул төбәк башҡорттарының милли кейемдәрендә сығыш яһап, байрамдың үҙенсәлекле бер биҙәгенә әүерелде. Улар, йырлар алдынан йырҙың тарихын һөйләгән кеүек, ҡатын-ҡыҙ күлдәктәрендәге һәр һырҙың, һәр биҙәктең, һәр нағыштың нимә аңлатҡанын белә, уларҙың тарихын һөйләй. Был күлдәктәрҙә - кеше ғүмере, уның үткән юлы, күңел торошо тыуғандан алып үлгәнгә тиклем асыҡ яҙылған", - тип билдәләне ул. Тимәк, Ҡурған башҡорттарының үҙҙәренең иҫ киткес бай костюмдарын тиражларға кәрәк. Бында, әлбиттә, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы яғынан ярҙам булыуы мотлаҡ.
Ғөмүмән, Ҡурған өлкәһенең үҙенсәлекле төбәк булыуын ҡабат-ҡабат билдәләргә мөмкин. Әлеге ваҡытта гүзәл заттарыбыҙҙың көрәш, ауыр атлетика менән шөғөлләнгәнен күреү, нисектер, ҡалыпҡа һыймаған кеүек. Әммә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының элек-электән ирҙәре менән бергә яу сапҡанын иҫәпкә алһаң, тимәк, тәбиғи көс уларға ла бирелгән. Шулай булмаһа, улар йылдар буйы ирҙәрен хәрби хеҙмәттән көтөп, донъяһын ҡарап, батыр улдар үҫтерә алыр инеме икән? Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тәбиғи көсөн, таһыллығын раҫлауҙы тап Ҡурған башҡорттары һабантуйында күрергә мөмкин дә инде. Унда ир-ат ҡына түгел, ҡатын-ҡыҙ көрәше лә бар. Хәҙер, әлбиттә, ул күргәҙмә сығыш ҡына булып ҡалған, әммә утһыҙ төтөн булмай бит.
Гуманитар тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин билдәләүенсә, Ҡурған өлкәһе башҡорттарының тағы бер үҙенсәлеге - ул башҡа бер ерҙә лә осрамаған ҡалмаҡ ырыуының тап уларҙа ғына һаҡланып ҡалыуы. Мәғлүм булыуынса, милләтебеҙҙең 40-тан ашыу ырыуы бар, һәм әлеге ваҡытта ғалимдар уларҙың һәр береһе тураһында мәғлүмәт туплап, һәр бер ырыуға айырым том бағышлай. Бөгөнгә өс том донъя күргән, икеһе нәшриәттә ята, башҡалары буйынса эшмәкәрлек дауам итә.
Иғтибар итһәгеҙ, сығыш яһаусыларҙы һәр ваҡытта ла ике төркөмгә бүлергә мөмкин: бөтөн нәмәне яҡшы итеп күрһәтеүселәр һәм проблемаларҙы һыҙыҡ өҫтөнә алыусылар. Һәм бындай сығыштар Ҡурған өлкәһе делегацияһына ғына хас түгел, уны бөтөн ерҙә лә күҙәтергә мөмкин. Әлбиттә, яҡшы күренештәр ҙә бар. Мәҫәлән, 2014 йылдың 4 июлендә төҙөлгән Башҡортостан Республикаһы һәм Ҡурған өлкәһе хөкүмәттәре араһында Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни өлкәләге килешеү киләсәктә бәйләнештәрҙең тағы ла нығынырына ишара, бары тик уны файҙалана белергә генә кәрәк. Сөнки быға тиклем төҙөлгән килешеүҙәр нигеҙендә республиканың профессиональ һәм сәнғәт коллективтары Ҡурған өлкәһенә даими гастролдәргә сыға, ҡурғандар иһә беҙҙә үткән фестиваль-конкурстарҙа ҡатнаша. Шулай уҡ йыл һайын һабантуйҙар, фольклор байрамдары, мәҙәниәт көндәре, фәнни-ғәмәли конференциялар һәм башҡа саралар ойошторолоп тора. Шул уҡ ваҡытта башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау мәсьәләләренә килгәндә, эштәр тейешенсә башҡарылмай. Тотош илдә алып барылған кире күренештәр башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙәге милләттәштәребеҙҙең бәкәленә ныҡлап һуға. Әхмәт Сөләймәнов белдереүенсә, заманында ауылдарҙы перспективаһыҙ тип бөтөрөү башланғас, Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районында ғына 18 башҡорт ауылы юҡҡа сыға. Бөгөн иһә әкеренләп башҡалары ла шундай яҙмышҡа дусар ителә. Мәктәп һәм мәҙәниәт усағы ябылыуы - ауыл бөтөүҙең хәүефле беренсе сигналы. Ә инде башҡорт мәктәптәре ябылыуы киләсәктә оло быуын менән бер рәттән, башҡорт теленең бөтөнләй бөтөүенә килтерәсәге көн кеүек асыҡ. Сарала ҡатнашыусы Сафакүл районы Надеждин мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Йәлил Садиҡов үҙенең сығышында башҡорт теле уҡытылған мәктәптәрҙең һаны кәмеүе сәбәбен мәктәптәрҙең ябылыуына һәм уҡытыусылар булмауға бәйләне: "Быйылғы уҡыу йылында ғына өс мәктәп ябылды. Ялан, Ҡамышлы, Абултай (төп башҡорт ауылы, уҡытырға уҡытыусы юҡ), Сөләймән һәм Сафакүл (төрлө милләт йәшәһә лә, башҡорттар күп) ауылдарында башҡорт теле уҡытылмай. Өлкәгә ике тапҡыр Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтынан килеп, уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу курстары үткәрҙеләр. Беренсе тапҡыр 19 кеше уҡыһа, икенсеһендә әҙерәк була. Хәҙер инде 3-4 кеше генә уҡырға теләк белдерә. Бының да үҙенең сәбәптәре бар - халыҡ күпләп Силәбе өлкәһенә күсеп китә.
Ауыл кимәлендә генә башланып, хәҙер өлкә кимәлендә үткәрелгән "Сыңрау торна" фестивале - балаларға тел генә өйрәтеү түгел, мәҙәниәтте өйрәтеүҙә лә ҙур роль уйнай. Унда Башҡортостандан төркөмдәр йәки йырсылар килеп ҡатнашһа ла яҡшы булыр ине, балаларҙың рухын үҫтерер ине", - ти Йәлил Фәйрүз улы.
Ысынлап та, Башҡортостанда ғәҙәти кеүек тойолған күренеш тә күрше өлкә өсөн рух, дәрт, илһам һәм илһөйәрлек сығанағы булып тора. Юҡҡа ғына сығыш яһаусыларҙан, бөгөн Ҡурған өлкәһендә һәр машина салонынан "Юлдаш" каналының йыр-моңдары ағыла, тигән ябай ғына һөйләм дә ғорурлыҡ булып яңғыраманы. Сөнки күрше өлкәлә Башҡортостан юлдаш каналы тапшырыуҙарының ҡабаттан эфирға сығыуы үҙе бер шатлыҡ булған. Әйткәндәй, Ҡурған башҡорттары үҙҙәре лә башҡортса тапшырыуҙар программаһын әҙерләй. Шулай уҡ "Замандаш" гәзите лә ауырлыҡ менән булһа ла нәшер ителә. Элегерәк был баҫма айына бер донъя күрһә, һуңынан кварталға берәүгә ҡалдырыла. Бөгөн иһә йылына ике тапҡыр ғына сыға. Бында ла уйланырға урын бар.
Башҡортостан Республикаһы суверенитет яулағандан һуң һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә, бигерәк тә Өфө күҙ ауырыуҙары институты менән, бәйләнештәр нығынғайны. Һуңғы ваҡытта был хеҙмәттәшлек тә туҡталып ҡалған.
Ғөмүмән, Ҡурған өлкәһе - Башҡортостандың мәжбүри рәүештә айырылған өлөшө генә түгел, ул республиканың арҡа терәрҙәй шәхестәрен тыуҙырыусы төбәк тә булыуын оноторға ярамай. Шәриф Манатовты, Зәки Вәлидиҙең арҡаҙашы Ғәлимйән Тағандың исемдәрен генә атау ҙа күп нәмә хаҡында һөйләй.
ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...
Фәнил Фәйзуллин, философия фәндәре докторы: Мин күптән түгел генә фольклор материалдарын социаль тикшереүҙең һөҙөмтәләренә иғтибар иттем. Нимәһе ҡыҙыҡ: башҡорттар милли сығышын билдәләгәндә, башҡа милләттәрҙән айырмалы, беренсе урынға үҙҙәренең тарихи территорияһын ҡуя икән. Бының ниңә шулай икәнен аңлатыуы ауыр түгел, сөнки башҡорттар төрлө ырыуҙар ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән. Шунан сығып фекер йөрөткәндә, бәлки, беҙгә мәсьәләне Федерация Советы, Дәүләт Думаһы кимәлендә күтәрергә кәрәктер? Юҡһа, күрше өлкәләрҙә йәшәгән башҡорттарҙы диаспора кеүек кенә итеп ҡарайҙар һәм уларға диаспораға ярҙам иткән кеүек ярҙам ырғыталар. Был проблема федераль кимәлдә лә, уның башҡорттар күпләп йәшәгән субъекттары кимәлендә лә шулай ҡабул ителә. Әммә милләттәштәребеҙ бит үҙҙәренең тарихи тыуған ерендә йәшәй, һәм шул күҙлектән сығып, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә икенсе дәүләт теле мәсьәләһе буйынса ла һүҙ күтәрергә кәрәктер? (Рәсәй тарихында бындай прецедент Ҡырымда бар - унда рус теле менән бер рәттән тағы ла ике тел - украин һәм ҡырым татарҙары теле дәүләт теле булып тора - ред.). Ул ваҡытта бөгөн ҡаршылыҡ тыуҙырған бик күп һорауҙар, шул иҫәптән башҡорт телен уҡытыу ҙа, мәҙәниәтте үҫтереү ҙә, кадрҙар менән тәьмин итеү ҙә үҙенән-үҙе хәл ителер ине.
Икенсе мәсьәлә: телде, мәҙәниәтте, сәнғәтте, әҙәбиәтте, мәғарифты үҫтереү тураһында һүҙ алып барғанда, ниңәлер, осрашыуҙарға үҙебеҙҙең министрҙарҙы йәки уларҙың вәкилдәрен саҡырабыҙ. Әммә ни өсөн башҡорттар күпләп йәшәгән өлкәләрҙең министрлыҡтарынан йәки идаралыҡтарынан ошо мәсьәлә менән етди шөғөлләнеүҙәрен талап итмәйбеҙ? Мәҙәниәт усаҡтары, мәктәптәр ябыла, дәреслектәр етмәй икән, ни өсөн был турала Башҡортостан ғына баш ватырға тейеш? Минеңсә, ошо төбәктәрҙең бюджетында ошо территориялағы милли мәктәптәрҙе финанслау, уларҙы милли компоненттар менән тәьмин итеү буйынса аҡса һалынырға тейеш. Ни өсөн Рәсәй субъекттары юғары белемле кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһендә Төньяҡ округтар ҡабул иткән кеүек махсус ҡарарҙар, программалар ҡабул итмәй? Мәҫәлән, Санкт-Петербургтың юғары уҡыу йорттарында махсус рәүештә төньяҡ төбәктәр өсөн кадрҙар әҙерләйҙәр. Башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәр Башҡортостан уҡыу йорттарында килешеү нигеҙендә шундай төркөмдәр булдырһа, һәм егет-ҡыҙҙар уҡыуҙы тамалағандан һуң мотлаҡ рәүештә кире ҡайтып, 3-5 йыл эшләргә тейеш булһа, мәсьәлә ыңғай хәл ителер ине.
Нурислам Ҡалмантаев, тарих фәндәре кандидаты: Ауылдарҙа мәктәптәр ябыла икән, уларҙы башҡорттар күберәк булған ерҙә асырға кәрәк. Сөнки йәштәр ауылдан китеп, ҙурыраҡ ауылға йәки район үҙәгенә күсенә. Ә статистика буйынса, район үҙәктәрендә 60-70 процент башҡорттар йәшәй, әммә уларҙа башҡорт мәктәптәре юҡ. Бына ошо ҙур ауылдарҙа, район үҙәгендә башҡорт гимназияһы йәки мәктәбе асыуҙы хәл итергә кәрәк.
Ғиниәт Ҡунафин, филология фәндәре докторы: Сығыш яһаусыларҙы ентекле тыңлағандан һәм түңәрәк ҡорҙа ҡабул ителгән тәҡдимдәр менән танышҡандан һуң, шундай фекергә килдем: 2015-2016 йылдарҙа Ҡурған өлкәһенең башҡорттар күпләп йәшәгән райондарына БР Гуманитар тикшеренеүҙәр институты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре, БР вуздары ғалимдары, уҡытыусылары, аспиранттары, студенттарынан торған комплекслы этнографик, фольклор, археографик экспедиция ойошторорға; ике субъект араһындағы килешеүҙәр нигеҙендә Сафакүл һәм Әлмән районы хакимиәттәре менән Башҡортостан вуздары араһында белгестәр әҙерләү буйынса килешеү төҙөү буйынса маҡсатлы эш алып барырға; БР Мәғариф министрлығына Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына Ҡурған өлкәһенән башҡорт балаларын квота буйынса уҡырға ҡабул итеү сараһын эшләргә; "Башҡортостан энциклопедияһы", "Ғилем", "Китап" нәшриәттәре Ҡурған өлкәһенең башҡорттар күпләп йәшәгән ике районы китапханаларына китаптар ебәрһен өсөн махсус ҡарар ҡабул итеүгә өлгәшергә кәрәк.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА