Өфөлә Мәҙәниәт йылының иң сағыу сараһы - "Аҡбуҙат" Халыҡ-ара милли һәм этник кинофестивале тамамланды. Мәҙәниәт өлкәһендәге Президент гранты ярҙамында тәүге тапҡыр ойошторолған был сара 11 илдән - Куба, Иран, Ираҡ, Германия, Болгария, Беларусь, Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Латвиянан шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән: Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Екатеринбург ҡалаларынан, Саха (Якутия), Бүрәт, Татарстан, Төньяҡ Осетия-Алания республикаларынан кино сәнғәте эшмәкәрҙәрен йыйҙы.
Баһалама рәйесе, кинорежиссер, кинооператор, киносценарист, Тажик республикаһының халыҡ артисы Давлат Худоназаровтың хаҡлы билдәләүенсә, мәҙәниәттә ҙур һәм бәләкәй халыҡтар юҡ. Бары тик уларға үҫеш өсөн ниндәйҙер шарттар тыуыуы ғына мөһим. Ҡасандыр совет заманында барыбыҙ ҙа уртаҡ идеология менән йәшәһәк, һуңғы егерме биш йыл самаһы милли кадрҙар әҙерләү менән мәшғүл булдыҡ, бөгөн иһә глобалләшеү үҙенең ҡанундарын урынлаштырып маташа.
Әммә тап ошо мәлдә яңы ҡиммәттәр өҫкә ҡалҡып сыға, шуларҙың береһе булып этник үҙенсәлектәр тора. Донъя мәҙәниәте этностарға ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә һәм башҡа сәнғәт төрҙәренә ҡарағанда мода һәм яңы йүнәлештәр тәьҫиренә тиҙерәк бирелеп барған кинематографияла был асыҡ сағылыш таба. Бөгөн кино аша халҡыңды башҡаларға танытыу мөмкинлеге шул тиклем ҙур. Ошоно аңлағанға күрә тыуа ла инде фестиваль үткәреү идеяһы.
Ойоштороусылар тарафынан фестивалгә һайлап алынған фильмдарҙы ҡарағандан һуң, төрлө халыҡтарҙың ҡыҙыҡһыныуҙары ла, фильмдарҙа күтәрелгән проблемалар ҙа, кино төшөрөүҙә осраған ҡаршылыҡтар ҙа уртаҡ икәнлеге төҫмөрләнде. Ғәҙәттә, милли кино фестивалдәрендәге эштәрҙә кеше яҙмыштарына ҡарағанда ниндәйҙер экзотика өҫтөнлөк алыусан. Был йәһәттән "Аҡбуҙат" милли һәм этник кино фестивале, беренсе тапҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, яҡшы статуслы фильмдар тәҡдим итә алыуы менән айырылып торҙо. "Степняк" фильмының режиссеры Шамил Алиев әйтмешләй, милли кинола халыҡтың көнкүреше генә түгел, хатта тарихтан алынған берәй сағыу ваҡиға, миф, легенда, риүәйәт тә режиссерҙың әйтергә теләгән фекерен сағылдырыуҙа ярҙамсы ғына булырға тейеш. Был кинола, мәҫәлән, Тәүраттан алынған тарих кешелектең антропологик һәләкәте тураһында һөйләй. "Тап глобалләшеү шарттарында үҙеңдең мәҙәниәтеңде, йолаларыңды һаҡлау кәрәк. Әгәр ҙә һин ошо ҡаршылыҡтарҙы еңә алаһың икән - артабан йәшәү хоҡуғына эйә булаһың, юҡ икән, халыҡтар һәм мәҙәниәттәр араһында сиктәр юйыла. Шул саҡта кеше ниндәйҙер биомассаға әүерелә, ә ул бер кемдә лә ҡыҙыҡһыныу уята алмаясаҡ", - ти Әзербайжандан килгән режиссер. Тамашасылар иғтибарын яулауға өлгәшкән Владимир Тумаевтың "Белый ягель" (Мәскәү) фильмының да себер халыҡтарының этник мәҙәниәтен, йолаларын күрһәтеүҙән юғарыраҡ бурысы бар - унда этик һәм этник һәләкәттән ҡотолоу юлдары эҙләнә. Үҙ нәҫелеңде дауам итеү, тимәк, халҡыңдың киләсәген хәстәрләү маҡсатынан да изгерәк юл юҡ, һәр хәлдә, ненецтарҙы ғына түгел, башҡа халыҡтарҙы ла үҙ йәшәү рәүешенән ситкә тайпылмау ғына милләт итеп һаҡлап ҡаласаҡ. Шулай ҙа фильмдарҙа ниндәй генә ваҡиға һүрәтләнмәһен, милләт йәшәгән ер, уның рухы мотлаҡ үҙ эҙен һала. Мәҫәлән, бүрәт режиссеры Солбон Лыгденовтың "Булаг" фильмында күрһәтелгән эскелектән бөтөп барған ауыл, үкенескә күрә, бер кем өсөн дә яңылыҡ түгел. Әммә уның бүрәт вариантында ер һәм ҡан мифологияһының үҙенең төҫтәре бар, унда күк тә, ел дә, рухи сығанаҡтар ҙа башҡараҡ.
"Дөйөм кешелек ҡиммәттәре сиктәрендә этник кино мотлаҡ булырға тейеш. Ваҡытында бөтөн сюжеттарҙы ла яҙып сыҡҡан Шекспирҙы барыһы ла үҙенеке тип иҫәпләгән кеүек, этник кинола барған ваҡиғалар ҙа һәр беребеҙ өсөн яҡын. Беҙ барыбыҙ ҙа оҡшағанбыҙ, ике ҡулыбыҙ, ике аяғыбыҙ бар, бары тик һәр кемде халҡына хас һыҙаттар, үҙенсәлектәр айырып тора", - тигәйне әңгәмәләшкән саҡта "Дойду" фильмында (Саха (Якутия) уйнаған актер Дмитрий Трофимов. Тап ошондай фестивалдәр мәлендә башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтен яҡшыраҡ аңларға мөмкин дә инде. "Был байрам Рәсәй һәм ҡасандыр дөйөм туған илебеҙҙең бер өлөшө булған халыҡтар араһында яңы күперҙәр һалып, беҙ бер-беребеҙ менән яңынан бәйләнештәр булдырһаҡ ине", - тигән теләген Давлат Худоназаров та белдерҙе.
Фестивалдә тулы метражлы художестволы фильмдар барыһын да хайран итте. Ниндәй милләт вәкиле булыуына ҡарамаҫтан, һәр кем унда үҙ халҡының тарихын күреп тетрәнгәндер. Ҡаҙағстандың "Жаужурек мын бала", Ҡырғыҙстандың "Курманджан датка" тарихи фильмдары матур йөҙлө актерҙары, үҙенсәлекле сценарийы менән дә хәтерҙә ҡалды. "Курманджан датка" фильмы "Халыҡ тарихын сағыу сағылдырғаны өсөн" һәм оператор эше өсөн Ғилван Әмиров исемендәге махсус приздарға лайыҡ булды. Ҡырғыҙ режиссеры Руслан Акундың "Перегон" фильмы шулай уҡ иң яҡшы оператор эше, ә Тынай Ибраһимовтың "Тринадцатый" фильмы "Документаль фильм өсөн иң яҡшы сценарий" номинацияһында билдәләнде. Ни генә тиһәң дә, милли кинематографияның кимәле тулы метражлы фильмдар менән үлсәнә. Был жанрға тәҡдим итеү өсөн бер генә башҡорт фильмы булмауынан сығып, дөйөм башҡорт киноһы тураһында һүҙ йөрөтөү дөрөҫ түгел, шулай ҙа икенсе фестивалгә тиклем был бушлыҡты тултырыр әмәл табылһын ине. "Курманджан датка" фильмының сценарий авторы Бакытбек Турдубаев әйтеүенсә, Ҡырғыҙстанда йылына төрлө жанрҙарҙа 200-гә яҡын милли кино донъя күрә. Шуның өсөн дә урындағы прокатта ҡырғыҙ фильмдары өҫтөнлөк итә, Голливуд төшөргән киноға унда берәү ҙә йөрөмәй икән. Бынан тыш, уларҙың кино әҫәрҙәре Америка экрандарында бара, әлеге көндә Рәсәй, анығыраҡ әйткәндә, Саха (Якутия) менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Уларҙа бит совет осоронда уҡ кино төшөрөү эше яйға һалынғайны, бөгөн дә бар сығымдарҙы дәүләт үҙ өҫтөнә ала, тип уйлаусылар шулай уҡ хаталанасаҡ. Советтар иле тарҡалғандан һуң, дәүләт тулыһынса сығымдарын ҡаплаған беренсе фильм - ул "Курманджан датка". Ә ҡалған коммерция фильмдары өсөн режиссерҙар үҙҙәре аҡса таба. Иң ҡыҙығы, унда донъя күргән фильмдарҙың 90 процентын йәштәр төшөрә, тимәк, юлдарын табып, милли кинематографияға йәш быуынды ла ылыҡтыра беләләр.
Хәйер, килгән ҡунаҡтарҙың һәр береһе үҙ дәүләттәрендә фильмдарҙың күпләп төшөрөлөүе тураһында әйтте. Иранда ғына, мәҫәлән, йылына 600 фильм төшөрөлә, белгестәр билдәләүенсә, уларҙың һәр фильмы тамашасыны шул тиклем ылыҡтыра. Был фестивалдә лә Наргиз Абиярҙың "Зеркальные отражения" фильмында төп ролде башҡарған Гелари Аббасиға "Йорт усағын һаҡлаусы образы өсөн" махсус приз тапшырылды, "Тамашасы һөйөүе" призына ла ирандар лайыҡ булды. Фестивалгә тәҡдим ителгән башҡорт фильмдары араһынан Андрей Носковтың "Личное дело" фильмы "Ҡыҫҡа метражлы фильмда иң яҡшы сценарий", ә Вилүрә Иҫәндәүләтованың "Мөрйәләрҙән күтәрелә төтөн, бер үк һүрелмәһен" фильмы "Документаль фильмда иң яҡшы герой" номинацияһында еңеү яуланы. "Аҡбуҙат" милли һәм этник кино фестиваленең Гран-приһы Татьяна Скабардтың "Вечный странник" документаль фильмына тапшырылды. Уның төп геройы - актер, рәссам, яҙыусы, режиссер Шәфҡәт Абдусәләмов фестивалгә махсус ҡунаҡ итеп саҡырылғайны. Был фильмда ул тап рәссам, ижадсы булараҡ сығыш яһай.
Һәм тағы ла. Беҙ, үҙ еребеҙгә төрлө милләт вәкилдәрен һыйындырып йәшәүселәр булараҡ, толерантлыҡ тураһында күп һөйләйбеҙ. Башҡа халыҡтарҙың, милләттәрҙең, диндәрҙең, мәҙәниәттәрҙең төрлө үҙенсәлектәрен аңлап, ихласлыҡ менән ҡабул итеү өсөн үҙеңдең милләтеңә ышанысыңдың ныҡлығы, башҡалар араһында үҙеңдең тотҡан урыныңды дөрөҫ билдәләү, алдынғы идеяларҙы ҡабул итеүгә асыҡ булыу күпкә мөһимерәк - ябай тамашасы өсөн фестивалдең һабағы һәм төп һығымтаһы ошо булғандыр, моғайын. "Аҡбуҙат"ты тантаналы асыу сараһында уҡ ҡунаҡтар башҡорт халҡына, артистарыбыҙға, милли кейемдәребеҙгә һоҡланыуын сәхнәнән әйтеп, беҙгә ихласлығын белдерҙе. Өфөнөң ике ҙур залында - "Родина" кинотеатрында һәм Актерҙар йортонда конкурс программаһына ингән фильмдарҙы ҡарарға иҫәпле генә һәм бер үк кешеләрҙең йөрөүе иһә беҙҙең уларға ҡарата яуабыбыҙ булды, тип аңларға кәрәктер инде. Германияла ижад итеүсе яҡташыбыҙ Нәсүр Йөрөшбаев, "Атайымдың тауышы" документаль фильмын бер үҙем ҡараным, тигәндә, тамашасыға үпкә һүҙҙәрен дә белдермәне, тик ижадсы өсөн үҙенең артынан эйәрерҙәй халҡы булыуы ни тиклем мөһим икәненә генә ишараланы. Әллә беҙгә һаман да үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнау, йәки башҡорт киноһы юҡ ул, тип әйтеү күпкә уңайлыраҡмы икән?
Шулай итеп...
Быға тиклем республикала кинофестиваль үткәреү тәжрибәһе булмаһа ла, тәүге фестиваль бик юғары кимәлдә үтте. Уның сиктәрендә "Башҡортостан" киностудияһының кино төшөрөү павильонын асыу, билдәле шәхестәр менән ижади осрашыуҙар үткәреү шулай уҡ байрамға сағыу биҙәктәр өҫтәне. Сарала СССР-ҙа үткәрелгән бөтөн ядро ҡоралдары һынауҙарын, шулай уҡ Юрий Гагаринды төшөрөүсе кинооператор, яҡташыбыҙ Мәхмүт Рафиҡовҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды. Һәр хәлдә, ойоштороусыларҙың, "Аҡбуҙат" Халыҡ-ара кинофестивале башҡорт киноһы үҫеше өсөн ҙур этәргес көс булыр, тигән ышанысы аҡланһын ине. Һәм мотлаҡ был фестивалдең дауамы булыуын теләйек. Хөкүмәттең вице-премьер-министры Салауат Сәғитов әйтеүенсә, Аҡбуҙат - ҡанатлы ат. Уның ҡанаттары үҫер әле!
Ләйсән НАФИҠОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА