«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИНЕҢ ҠЫҘЫМ БУЛАҺЫҢМЫ?
+  - 

Икенсе синыфта минең ҡаты ауырып китеүемә беҙҙең балалар йортондағы "Дамка" исемле этебеҙ сәбәпсе булды. Һәр баланың карауаты янына йәйелә торған, сепрәк киҫәктәренән тегелгән кескәй келәмдәрҙе йыйып, пальтомды ла кейеп тормай, урамға сығарып ҡағырға булдым.

Ул көндө мин дежур инем. Урамға сыҡтым да, келәмдәрҙе ап-аҡ ҡарға һалып та өлгөрмәнем, "Дамка" келәмдәр өйөмөнә килде лә ятты. Эттәргә һелтәнергә ярамай икәнен яҡшы белгәс, берәйһе юҡ микән, тип, тирә-яғыма ҡаранам. Юҡ. Берәй кешенең килеүен көтөргә булдым. Ә "Дамка", рәхмәтле ҡарашын миңә төбәп, ята бирә. Бер аҙҙан эт урынынан тороп, үҙ юлы менән китеп барҙы - келәмдәрҙең йылыһы бөткәндер инде. Келәмдәрҙе тиҙ-тиҙ генә ҡаҡҡылап, бүлмәбеҙгә йүгерҙем. Тик икенсе көнөнә хәлем хөртәйҙе. Дәрестәр бөтөүен көс-хәл менән көтөп алдым да, йоҡо бүлмәһенә ашыҡтым. Барып етеп, ауа яҙып торғанда, "Карауаттарға көпә-көндөҙ ятырға ғына түгел - ултырырға ла ярамай!" тигән ҡағиҙә иҫемә төштө. Шулай ҙа башым эшләне - иң төптәге карауат аҫтына индем дә яттым. Кис еткәнсә, шунда ятҡанмын. Кемдер һепертке менән миңә тейҙе лә: "Бына ул, табылды!" - тип шатланды. Кем тиһәм, Факиһа икән. Бөгөн ул бүлмәлә дежур - иҙән һеперә. Карауат аҫтынан сыҡһам, "Йөҙө ҡып-ҡыҙыл..." тип, тәрбиәсене саҡырҙылар. Кемдер шәфҡәт туташын саҡырҙы. Ул һәм тәрбиәсе апай мине етәкләп, изоляторға алып киттеләр. Шәфҡәт туташы тән температурамды үлсәне лә, "Гәзит уҡы" тип, гәзит тотторҙо. Уҡыйым тип гәзиткә төбәлгәйнем, хәрефтәр йүгерешеп, түңәрәккә йыйылып, өйөрөлә башланы. Уҡый алмауымды аңланым. Тәрбиәсе апай, пальтомды алып килеп, мине кейендерә башланы. Йөҙө борсоулы, ә үҙе, йылмайырға тырышып: "Һин ниндәй кәнфит яратаһың?" - тип һораған була. Бик хәлһеҙмен, кәнфит ҡайғыһы ла юҡ бит. Апай һорауын ҡабатлай: "Әйтсе, һин ниндәй кәнфит яратаһың?" Мин, һиңә һорау бирәләр икән, мотлаҡ яуап ҡайтарырға кәрәк икәнлеген дә беләм, шуға, ҡылт итеп иҫемә төшкән хәбәрҙе әйтеп ҡотолдом: "Апай, мин түңәрәк кәнфиттәр яратам..."
Урамға сыҡһаҡ, беҙҙе, ул машинаның мотор өлөшө алғараҡ сығып торғанға үҙ-ара "бульдог" тип атаған ҡыҙыл тәреле машина көтөп тора. Ул машинала бик оҙаҡ барҙыҡ (әле уйлаһам, Красин менән Туҡай урамдары ныҡ алыҫ ара ла түгел һымаҡ). Бальниста ҡабул итеүсе табип апай: "Һинең ҡайһы ерең ауырта?" - тип һораны. Зыр әйләнгән башымды уйлатырға тырышам. Башыма: "Ҙур машинаға ултырып килеп, алыҫ ер үтеп тә, бер ерем дә ауыртмаһа, оят булыр бит", - тигән уй килде. Табип апай: "Һин русса аңлайһыңмы? Ҡайһы ерең ауырта?" - тип ҡабатлай. Һорау бирәләр икән, яуап бирергә тейешһең. Мин ашығып: "Эсем ауырта", - тим. Сөнки беләм: балаларҙың эсе йыш ауыртыусан. Табип апайҙың, күлдәгемде күтәреп: "Ошо ерең ауыртамы? Ошо ереңме? Ошо ереңме әллә?" - тип һорауына: "Юҡ. Юҡ. Юҡ", - тип яуаплайым. "Ә ниңә улай булғас, эсем ауырта, тиһең һуң?" - тигәс, мин апайға илай яҙып ҡарап: "Белмәйем шул..." - тинем.
Мине дауахана кейемдәренә кейендереп, ҡабул итеү бүлмәһенең тап-таҙа карауатына һалдылар. Ятыуым булды, йоҡоға талдым. Төшөмдә, имеш, мине тәрән соҡорға төшөргәндәр ҙә, өҫтөн томалап, ябып ҡуйырға йыйыналар икән, тип күрәм. "Томаламағыҙ, томаламағыҙ!" - тип ҡысҡырам. Шул саҡ тимер ҡапҡас асылып китте, тәрбиәсе апайҙың йөҙө күренде, ул: "Мин һиңә түңәрәк кәнфиттәр алып килдем", - тип йылмайҙы. Ҡаты ауырыһаң, һаташаһың инде ул. Бер-ике көндән мине дөйөм палатаға күсерҙеләр. Ҡараһам, беҙҙең балалар баҡсаһынан Ғилминур менән Маһинур ауырып, был дауаханала күптән яталар икән. Уларҙан тыш, бүлмәлә тағы ике ҡала ҡыҙыҡайы бар. Балалар йортонда беҙ бик күмәк, шуға бер-ике баланың юҡлығына иғтибар ҙа итмәгәнмен икән.
Табип апай минең һаулығымды тикшергәндә: "Эсем ауырта", - тип, мине ҡабатлап, көлөп алды. Ә мин, ҡап-ҡара күҙҙәремде, ап-аҡ тештәремде йылтыратып йылмайҙым да: "Ул саҡта хәлһеҙ инем бит", - тинем. Дауаланабыҙ, балалар йортонан синыфташтар аҙна һайын күстәнәс алып килә. "Дауалаусы табип талабы буйынса шулай итәбеҙ", - тине Факиһа. 100 грамм май, бер ҡап печенье һәм матур ялтыр ҡағыҙҙарға төрөлгән шоколадлы кәнфиттәр. Ул кәнфиттәрҙең матур атамалары ла бар икән: "Весна", "Чио-чио-сан", "Ласточка" һәм башҡалар. Беҙ Факиһаны ла һыйлайбыҙ. Дауалау курсы үтһә лә, беҙҙе һаман сығармайҙар. Йөҙҙәребеҙ күҙгә күренеп түңәрәкләнде. Яҙҙар етте. Кескәй баҡсала йөрөп килергә лә рөхсәт бирҙеләр. Бер көн табип апай миңә: "Минең балаларым юҡ шул, ҡыҙым булыр инеңме? Һине өйөмә алып ҡайтыр инем", - тип әйтеп һалды. Был һүҙҙәрҙе ишетеп, телһеҙ ҡалдым. Апай: "Ашыҡмай ғына уйларһың, йәме..." - тине.
Дауахананың кескәй баҡсаһы йәшеллеккә күмелде. Сирень ҡыуаҡтарының күпереп сәскә атыуын тәү тапҡыр күреп, һушым китте. Бер көн санитарка апай миңә: "Һине ҡабул итеү бүлмәһенә табип апай саҡыра", - тип еткерҙе. Табип апай унда яңғыҙы ғына. Ул миңә йылмайҙы ла: "Бөгөн 8 март байрамы, һиңә бүләк алып килдем", - тип, бер төргәк тотторҙо. Төргәкте асҡайным, унда балҡып торған алһыу төҫтәге атлас таҫмалар ята. Табип апай: "Ҡап-ҡара толомдарыңды марля менән үрмә", - тине. Шатлығымдың сиге юҡ ине. Апайҙың ҡосағына ташланырға ҡыйманым (ҡосаҡлашыу, үбешеүҙе белмәйбеҙ бит). "Рәхмәт! Рәхмәт!" - тип әйттем дә, бүләгемде ҡыҙҙарға күрһәтергә йүгерҙем. Тик оҙон коридорҙың яртыһын үткәс, "Мин алһыу таҫмалар тағырман, ә ҡыҙҙар?" - тигән уйым аҙымдарымды әкренәйтергә мәжбүр итте. Палатабыҙҙың ишеген асып индем дә: "Ҡыҙҙар, табип апай беҙгә таҫмалар бүләк итте, сәстәрегеҙҙе сиратлап үрерһегеҙ, тине", - тип әйтеп тә бөтмәнем, Ғилминур: "Мин беренсе!" тип ҡысҡырып та өлгөрҙө. Маһинур - икенсе, мин өсөнсө урындарға ҡалдыҡ. Киләһе көн табип апай беҙҙең һаулығыбыҙҙы күҙәтергә инһә, тулҡынланып торған көлһыу төҫтәге сәстәрен алһыу таҫмалар менән үреп, ҡурсаҡтай балҡып, Ғилминур йылмайып ултыра. Апай миңә күҙ һирпеп кенә ҡарап алды. Ә мин, уңайһыҙланып, башымды түбән эйҙем. Икенсе көн мине тағы ҡабул итеү бүлмәһенә саҡырып алдылар. Ҙур ишекте ҡурҡып ҡына асып индем. Табип апай: "Һеҙ бит, бер кем дә бер кемдән кәм түгел", - тигәнгә күнегеп үҫәһегеҙ. Был хәҡиҡәтте иҫтән сығарғанмын", - тип, миңә яңы төргәк тотторҙо. Асһам, унда ҡып-ҡыҙыл ғына таҫмалар янында зәңгәр төҫтәге сағыу таҫмалар ята. "Был фантик кемгә?" тип уйнап, Ғилминурға - зәңгәр, Маһинурҙың етендәй һары сәстәренә - ҡыҙыл, ә миңә алһыу таҫмалар эләкте...
Тамам һауығып, ҡайтып китергә йыйынып йөрөгән саҡта табип апай беҙҙе оҙатырға сыҡты ла, минең арҡамдан һөйөп: "Йә, ҡыҙым, уйланыңмы?"- тип һораны. Был һүҙҙәрҙе беренсе тапҡыр ишеткәндә "Апай былай ғына әйтәлер" тип, ныҡлап иғтибар бирмәгәйнем (Беҙ кескәй саҡта 1-се һанлы мәктәпкәсә балалар йортонда үҫкәнгә, бала алырға килгән апайҙарҙы күреп, күнегеп бөткәйнек. Барғыбыҙ килмәй. Беҙгә күмәкләшеп уйнап үҫеүе күңелле). Ә әле табип апайҙың ҡабатлап һорауын ишетеп, бөтөнләй ҡаушап ҡалдым. Тик саҡ ҡына тынып торғас, ҡарашымды ерҙән күтәрмәй генә: "Апай, мин ризалашыр инем дә ул, тик һеҙҙең минең әсәйем түгел икәнегеҙҙе беләм бит..." - тинем. Апай минең сәстәремде йомшаҡ ҡына итеп һыйпаны ла: "Беләһең шул..." - тине. Беҙ ҡайтып киттек. Мин артыма әйләнеп ҡараманым. Әйләнеп ҡараһаң, дауаханаға тағы эләгәһең, тигән һынамыш бар. Бер кемдең дә ҡыҙы булмауың бигерәк ауыр икәнлеген тик студент булғас, эшләп уҡығас ҡына аңланым. Өфөгә каникулға ҡайтҡас, Туҡай урамындағы балалар дауаханаһына барып, ул табип апайҙы табып, рәхмәт әйтермен, тигәйнем, оло йәштәрҙәге санитар апай: "Эйе, бында эшләне ул табип, уң битендә миңе бар ине. Тик күп йылдар элек ул икенсе ҡалаға күсеп китте шул", - тине. Ҡайҙалыр алыҫта йәшәһә лә, апай минең рәхмәт хистәремде һиҙәлер, тип уйлайым мин әле лә...

Фәүзиә ЯХИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.12.14 | Ҡаралған: 1530

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru