Көҙ - ауылдарыбыҙ өсөн муллыҡ, бәрәкәт мәле. Баҫыу-ҡырҙарҙан, баҡса-түтәлдәрҙән уңышты йыйып алыуға, ҡырпаҡ ҡар төшөү менән ҡаҙ өмәләре, һуғым осоро башланып китә. "Үҙегеҙҙең шәхси хужалыҡ, ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ туплау ниәттәрегеҙ хаҡында һөйләп китегеҙ әле", тип, Баймаҡ ҡалаһынан Рауза ХӘСӘНОВАға мөрәжәғәт иттек.
- Хәҙерге ваҡытта ауыл ерендә генә түгел, ә ҡалала ла (мөмкинлек булһа инде) баҡса үҫтермәй, мал көтмәй донъя көтөүе мөмкин түгел. Әлбиттә, был бик күп тырышлыҡ талап итә. Мал көтһәң, баҡса үҫтерһәң, ялдарҙы ла, байрамдарҙы ла оноторға тура килә. Көҙгөһөн мул уңыш алыуға әҙерлекте ҡышҡыһын уҡ башлап ебәрәм.
Ғинуар, февраль айҙарында үҫентеләр ултыртам. Һатыуға сығарыр өсөн сәскәләр ҙә үҫтерәм. Яҙғыһын ошо үҫентеләрҙе һатып, ҡәҙимге генә аҡса эшләүгә өлгәшәм. Әлбиттә, төп табыш-ул мал, ҡош-ҡорттан килә. Апрелдә үк тәүге сығарылыш бройлер себештәре һатып алам. Улар бесән әҙерләү ваҡытына өлгөрә. Ит бөтөп киткәндә ярап ҡала. Бер нисәүһен баҙарға сығарып һатам. Артабан ҡаҙ, өйрәк, июль аҙағында бройлер себештәре өҫтәп һатып алам. Үҙем шулай ҡош итенә өҫтөнлөк бирәм. Беҙҙең ваҡ мал да күп: һауын кәзәләре, һарыҡ көтәбеҙ. Хәҙер кешеләр кәзә ҡымыҙын да ҙур теләк менән һатып ала. Был өҫтәмә килем. Һарыҡтарҙы йыл әйләнәһенә һуйып, аҡса эшләргә була. Ғаиләң өсөн дә бик һәйбәт - иттән өҙөлмәйбеҙ.
Һуғымға мал инселәп ҡуйғандан һуң уны имен-аман көҙ еткереп, ҡарап-тәрбиәләү хәстәрлектәре байтаҡ көс, тырышлыҡ талап итә торғандыр?
- Элегерәк, йәшерәк саҡта, йылҡы көтөп, шуны һуғымға инселәй торғайныҡ. Хәҙер быға хәл етмәй, сөнки йылҡы малы күп көс талап итә. Шуға күрә йыл һайын ике башмаҡты һуғымға әҙерләйбеҙ (йылҡы итен, өлөшләп, белгән кешеләрҙән һатып алабыҙ). Көндәр һалҡынайыу менән уларҙы бикләп ҡуйып ашатабыҙ. Шулайтһаң, һуғым һимеҙ була. Әлбиттә, йәйгеһен бесән әҙерләү бик мәшәҡәтле. Һуңғы йылдарҙа Баймаҡ районында ҡоролоҡ булғас, күпереп үҫкән шифалы үлән тураһында күптән оноттоҡ. Ямғырһыҙ йылдарҙа айырыуса ҡотороп үҫкән әремдең тәме һөткә лә сыға. Шуға күрә, был йәһәттән ауырлыҡтар бар. Ситтән килтереп һатылған бесән бик ҡиммәт. Ә бит элегерәк бесән шул тиклем мул була торғайны, ҡышҡыһын да унан хуш еҫ аңҡып торҙо, хатта араһынан кипкән еләктәрҙе сүпләп ашай торғайыҡ. Шулай ҙа бирешмәйбеҙ: бесән әҙерләп, һалам алып, ҡышты ҡаршылайбыҙ.
Һуғым йолаһы нисек башҡарыла? Ниндәй ырымдары бар уның? Был эште башҡарып сығыу өсөн ниҙәр белеү фарыз?
- Һуғым һуйыу көнөн алдан билдәләйбеҙ. Балаларҙың буш булыуы ла кәрәк бит. Һуғымды һуйғас та уны өлөшләп балаларға бүләбеҙ. Ит бешеп сыҡҡансы, эсәк-ҡарынды таҙартып йөрөүселәргә ҡурлаҡ бешерәм. Ул малдың үпкә, бауыр, йөрәгенән ваҡ итеп тураҡлап бешерелә. Һурпаһына балдаҡлап тураҡлап күп итеп һуған һалырға кәрәк. Шул саҡта ҡурлаҡ тәмле була. Элек-электән мин өләсәйемдең, әсәйемдең һуғым һуйғандан һуң таҙартылған ҡарынға ит төрөп, элеп ҡуйғанын күҙәтә инем. Һуғым һуйылғандан һуң был төрөнсөк иң юғарыға элеп ҡуйыла торғайны. Яҙғыһын, ит бөткәс, уның асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә торғайныҡ. Сөнки юғарыла эленеп торған ит, ҡаҡланып, ҡабатланмаҫ тәм ала ине. Әлбиттә, хәҙерге ваҡытта һәр йортта төрлө һыуытҡыстар, туңдырғыстар бар. Шулай ҙа мин дә бер нисә ҙур киҫәк итте яҙғылыҡҡа шулай элеп ҡуйыуҙы ғәҙәткә индергәнмен. Ә инде һыйырҙың баш итен быҡтырып, стерилләнгән банкаларға тултырам. Был ситтә эшләп йөрөгән балаларға, студент ейән-ейәнсәрҙәргә бик тә ярап ҡала.
Әлбиттә, һуғым һуйылған көндө үк ширлан (тултырма) бешерәбеҙ. Был тәмле ризыҡты әҙерләү өсөн кемдер малдың йөрәк, бауырын ит турағыс аша үткәрһә, мин һәр саҡ турап эшләйем, дөгө лә ҡушмайым. Минеңсә, туралған ширлан күпкә тәмлерәк була. Уға һуғанды ваҡлап өҫтәү, борос һалып тәмләү мотлаҡ. Ширланды, туңмаһын өсөн, эҫе килеш ашарға кәрәк. Бер нисәүһен оло ҡунаҡ, аят уҡытыу өсөн, туңдырғысҡа һалып ҡуябыҙ.
Һуғым һуйылғас, башҡорт ауылдарында ғаиләләр ҡыш буйы тип әйтерлек һуғым ашына саҡырышып сыға. Бында ниндәй ғиллә күрәһегеҙ?
- Эйе, һуғымға саҡырышыу йолаһы элек-электән бар. Бала сағымды иҫләйем: йыл ни тиклем ауыр булһа ла, кешеләр мотлаҡ бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөнө. Өҫтәлгә бишбармаҡ, ит, ҡорот, сәйгә бауырһаҡ, сәк-сәк кенә ҡуйылыр ине. Хәҙер ҙә һуғым аштарын шулай итеп үткәреү яҡлымын. Сөнки йәштәр төрлө салат-малат, башҡа төрлө һый әҙерләп, төп ризыҡ - бишбармаҡ иғтибарһыҙ ҡала. Һуғымға саҡырышыу - ул кешеләрҙең берҙәмлеген, татыулығын күрһәтә. Көҙгө мәшәҡәттәр бөткәс, йыйылышып, әңгәмәләшеп ултырып алырға сәбәп тә була. Сөнки эш менән мәшғүл булып, ҡайһы саҡта күрше-күләндең хәлен белергә лә ваҡыт ҡалмай китә.
Ҡунаҡтарға табын әҙерләү, бишбармаҡ бешереү серҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙсы?
- Әйтеп үтеүемсә, һуғымға саҡырышҡанда башҡа төрлө ризыҡты артыҡ әҙерләргә кәрәкмәй. Сөнки итте күп итеп бешерәһең, ширланды айырып бирергә кәрәк. Ә уның эргәһенә мотлаҡ иң эре картуфты, мул итеп кәбеҫтә-кишереңде бешереп ҡуяһың. Бишбармаҡ тәмле булһын өсөн бер нисә төрлө итте (һыйыр, йылҡы, ҡаҙ-өйрәк) ҡушып бешерәм. Бындай һурпа телде йоторлоҡ була. Һалманы ни тиклем йоҡа йәйәһең, шул тиклем тәмле. Һимеҙ һурпала бешерелгән картуф, кәбеҫтә, кишер ҙә (был һурпаны бишбармаҡҡа ҡушырға ярамай) һәр кемдең күңеленә хуш килә. Әлбиттә, өҫтәлдә мотлаҡ әсе ҡорот булырға тейеш. Сөнки һуғым ите бик һимеҙ булыуы менән айырыла. Бындай саҡта ҡорот "Фестал" ролен башҡара инде. Ғөмүмән, өҫтәлдә ҡорот булған саҡта, кеше һуңынан ашҡаҙан эшләмәүенә зарланмай.
Ҡунаҡ һыйлауҙың ниндәй тәртиптәре онотолмаған әле?
- Ҡунаҡтарҙы хужабикә булараҡ, ишек төбөнән, ә улдарым тышҡа сығып уҡ ҡаршы ала. Кешеләр өҫтәл артына ҡул йыуып ултырһа ла, тас-ҡомған менән ҡулдарын сайҙырып сығабыҙ. Был электән килгән йола. Ҡул сайҙырыусы мең сауап ала, тиҙәр. Ҡунаҡтарҙы өҫтәл артына мотлаҡ өлкәнләтә башлап ултыртырға кәрәк.
Хужабикә табаҡ менән табындың уртаһында торған бишбармаҡты ҡунаҡтарҙың алдындағы тәрилкәләргә үҙе һала. Шул уҡ ваҡытта ситкә өйөп ҡуйылған ҡаҙы, тултырма, һимеҙ ит киҫәктәре лә өлөшләп һәр ҡунаҡҡа бирелә. Бынан тыш, ит тағы бер нисә урынға ҡуйыла. Ҡунаҡтар ашап бөткәс, ғаилә башлығы һәр ҡунаҡтың ҡалағына бишбармаҡҡа ҡушылған ит киҫәге һала. Был һоғондороу өлөшө. Әлбиттә, элегерәк ғаилә башлыҡтары ҡул менән һоғондора торғайны. Хәҙер был матур йола юҡҡа сығып бара тиерлек. Ҡунаҡтарға күстәнәс әҙерләгәндә, унда тәмлекәстәрҙән тыш, мотлаҡ һуғым ите лә булырға тейеш. Хуш итеүҙе иң өлкән ҡунаҡ ҡына башлап һорай ала. Йәштәр ни тиклем ҡабаланһа ла, өлкәндәрҙән алда табындан ҡуҙғалырға тейеш түгел. Йорт хужалары хуш итергә ризалыҡ биргәс кенә, ҡунаҡтар фатихаһын биреп, урынынан ҡуҙғала.
Ҡалаларҙа аҙыҡ-түлек ҡытлығы булып киткәндә лә (Хоҙай күрһәт-мәһен!), ауыл халҡы бер ҡасан да ас ултырмаясаҡ, тигән фекер менән килешәһегеҙме?
- Эйе, заманалар үҙгәреп тора. Әммә ниндәй генә ҡыйынлыҡтар килмәһен, ялҡау булмаған ауыл кешеһе юғалып ҡалмаясаҡ. Тик бының өсөн үҙеңә лә тик ятмаҫҡа, балаларыңды ла эшкә өйрәтергә кәрәк. Сөнки ауыл кешеһенең төп байлығы - тупраҡ. Уны ҡуллана белһәң, ваҡытында сәсһәң, үҫтерһәң, йыйып алып, мәлендә эшкәртһәң - ас ҡалмаҫһың. Әлбиттә, хәҙер мал көтөүе лә ауырлаша. Сөнки малдан табыш алыу өсөн уны күп итеп көтөргә кәрәк. Ә бының өсөн күпме көс түгәһең! Шул уҡ ваҡытта миҙгелле генә үҫтергән ҡош-ҡорттан да ҙур файҙа алырға була. Үҙеңә һуйып алып, балаларыңа еткереп, баҙарға сығарып һатырға ла мөмкин. Уйлап ҡараһаң, яҙғыһын баҙарҙа йәшел һуған һатып та (ә уны үҫтереү өсөн шул тиклем таһыллыҡ кәрәкмәй) килем алырға була. Беҙҙең яҡтарҙа ҡорот-эремсекте бик теләп алалар. Ҙур ҡалаларҙан, Силәбе яғынан күп һорайҙар. Баҡһаң, ҡоротто һәр районда ла эшләмәйҙәр икән. Ә беҙҙә уның туңдырылғаны ла, киптерелгәне лә бар.
Үҙ хужалығыңды тотоп, унан табыш-килем алып йәшәү өсөн уңған, өлгөр булырға, ҡояш менән бергә торорға (ә йәйгеһен унан да алдараҡ) һәм ятырға кәрәк. Шул саҡта ғаиләң һәр саҡ етеш йәшәр, балаларың ниндәйҙер химикаттар ҡушылған, ҡиммәтле аҙыҡты түгел, ә шифалы һәм файҙалы тәбиғи ризыҡ ашар. Эйе, һәр ерҙә, һәр заманда тик тырыштар ғына юғалып ҡалмай һәм етеш йәшәй. Тырыш булайыҡ!
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА әңгәмә ҡорҙо.
КИРЕ СЫҒЫРҒА