«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШЫМА ҠЫҘЫҠЛЫ ИДЕЯ КИЛӘ ИКӘН, ШУНДА УҠ ҒӘМӘЛГӘ АШЫРЫРҒА ТОТОНАМ
+  - 

"Егерме йылдан "Мин халҡыма файҙа килтерерлек ҡайһы бер эштәр эшләнем" тигән уй менән йәшәргә теләр инем", - тип йылмая Илдар. Ысынын әйткәндә, унан мин башҡа яуап көтмәгәйнем дә. Илдар Кинйәбулатов башҡорт интернеты булдырыуға тәү башлап юл ярыусыларҙың береһе - ул "Бәйләнештә" социаль селтәренең интерфейсын туған телгә тәржемә итте, Android һәм Мac OS өсөн башҡорт клавиатураһын сығарҙы, "Юлдаш" һәм "Ашҡаҙар" радиолары ҡушымтаһын булдырҙы. Әлеге көндә иһә ул башҡорт электрон китапханаһы өҫтөндә эшләй. Ә егерме йылдан унан нимә көтөргә? Уның үҙе менән әңгәмәләшәбеҙ.

Илдар, тәүҙә һинең тамырҙарың тураһында һөйләшеп үтәйек...

- Сығышым менән Стәрлетамаҡтанмын. Ҡала мөхитендә үҫһәм дә, миндә бала саҡтан милли мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләп үҫтерҙеләр - әле лә әсәйем һөйләгән башҡорт халыҡ әкиәттәре хәтерҙә. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа һүрәт төшөрөү, дизайн һәм музыка менән ҡыҙыҡһындым. Композитор булам, тип хыялланған ваҡыттар ҙа булды. Юғары кластарҙа автомобиль дизайны менән ныҡлап мауыға башланым. Ул ваҡытта был һөнәргә Рәсәйҙең өс ҡалаһында - Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Екатеринбургта ғына уҡыталар ине. Атай-әсәйем ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, мин илдең баш ҡалаһын һайланым. Күрәһең, интуитив рәүештә үҙәккә тартылғанмындыр. Бында Мәскәү дәүләт машина төҙөү университетында (МАМИ) уҡып сыҡтым.

Белеүем буйынса, хеҙмәт юлын һин Өфөлә башлағанһың?

- Эйе, Өфөгә күсеп ҡайтырға тура килде. Йәшәргә урынһыҙ, бер ниндәй ярҙамһыҙ һәм тәжрибәһеҙ көйө хеҙмәт юлын Мәскәүҙә башлау ауыр булыр ине. Өфөлә полиграфияла график дизайнер булып эшләй башланым. Был үҙенсәлекле өлкәлә миңә бар нәмәгә яңынан өйрәнергә тура килде. Әммә тиҙҙән мин үҙемде икенсе тармаҡта һынап ҡарарға теләнем һәм веб-дизайн менән шөғөлләнә башланым. Тейешле кимәлгә еттем, тигән ышаныс тыуғас, тағы Мәскәүгә юлландым. Тәүҙә "Комсомольская правда" гәзитендә эшләнем, әйтеп үтергә кәрәк, уның әлеге сайтына минең дә ҡулым тейгән. Тиҙҙән мине Мәскәүҙең топ студияларының береһенә эшкә саҡырҙылар.

Нисек итеп һин башҡорт проекттары менән шөғөлләнә башланың?

- 2010 йылда III Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайын ойоштороуҙа ҡатнашҡан апайым минән башҡорт халҡының үҫеш проблемалары тураһында фекеремде һораны. Был темаға тәүге етди уйланыуҙарым тап шул саҡҡа тура килә, буғай. Ә тәүге проектымдың барлыҡҡа килеүе атайымдың планшет алыуына бәйле. Унда башҡортса яҙа алмауы яҡын кешемә ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы. Мин был хәлде төҙәтергә булдым һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә дуҫтарым ярҙамында Android өсөн башҡортса клавиатура булдырҙым. "Бәйләнештә" селтәрен башҡортсаға тәржемә итеү артабанғы ҙур эшем булды. Был эштә бихисап яҙыусылар, журналистар, уҡытыусылар һәм студенттар ҡатнашты. Улар ҙа ошо дөйөм эштән ҙур тәжрибә һәм кинәнес алғандыр, тип ышанам. Мac OS өсөн клавиатураны иһә тәү сиратта үҙем өсөн сығарҙым. Аҙаҡтан бәләкәйерәк күләмле проекттар барлыҡҡа килде, улар араһында башҡортса радио ҡушымтаһын, башҡорт һәм татар теленә ҡулайлаштырылған яңы шрифттарҙы, "Бәйләнештә" селтәрендәге иң популяр туған телдәге төркөмдәр рейтингын билдәләп үтә алам.

Һеҙҙән һәр ваҡыт шундай көтөлмәгән проекттар көтөп өйрәнгәнбеҙ инде - киләһе аҙымығыҙ ниндәй булыр?

- Бөгөнгө көндә башҡорт электрон китапханаһы булдырыу буйынса эшләйбеҙ. Был проект башҡалар менән сағыштырғанда иң мөһиме булырға оҡшай, сөнки ул милли әҙәби ҡомартҡыны һаҡлап алып ҡалыуҙа бик ҙур роль уйнаясаҡ. Әйтеп үтергә кәрәк: сайтты булдырыу - ул эштең иң бәләкәй өлөшө. Китапхананы тултырыу күпкә ауырыраҡ буласаҡ. Уйыбыҙ буйынса, унда күпселек башҡортса китаптар инергә тейеш. Шулай уҡ буласаҡ етди проекттар исемлегенә быйыл Өфөлә үткәреләсәк вики-һабантуйҙы индерер инем. Был масштабтағы сара быға тиклем тик Мәскәүҙә уҙғарылды. Ғөмүмән, мине башҡорт википедияһының үҫеше ҡыуандыра.

Илдар, бөтә был эштәр һиңә матди файҙа килтермәй шикелле...

- Рунет әлеге ваҡытта Башнет үҫешкән схема буйынса ошо кимәлгә еткән. Уны булдырыу өҫтөндә энтузиастар эшләгән - әлеге ваҡытта улар ҙур интернет-бизнесмендар. Был йәһәттән минең эшмәкәрлегемде ҙур күләмле бизнес-проект тип ҡарарға була. Икенсе яҡтан, бөтә нәмәнән тик файҙа ғына көтөп ултырып булмай бит. Халҡыбыҙҙың үҫеш кимәлен, башҡа милләттәр алдындағы йөҙөн беҙ билдәләйбеҙ. Шуға күрә үҙемдә ҙур яуаплылыҡ тоям.

Башҡорт интернетының күләмен рунеттыҡы менән сағыштырып булмайҙыр ул...

- Миҫалдарҙы тик Рәсәй интернет киңлегендә генә эҙләү дөрөҫ юл түгел - ҡайһы саҡ донъя тәжрибәһенә таяныу бик файҙалы. Беҙҙең һөйләшеү сиктәрендә Эстония һәм Баскылар иле миҫалдары бик уңышлы. Эстон милли интернеты бөгөнгө көндә бик алға киткән, ул хатта беҙҙең рунет өсөн өлгө булып тора. Ә уның халҡы ни бары 1 млн. кеше тәшкил итә (ә башҡорттар - 2 млн!) Эстон телендә 34 мең сайт иҫәпләнә! Ә Баскылар иле миҫалы нисек итеп икенсе дәүләт эсендә уңышлы үҫешеп була икәнен күрһәтә. Шул иҫәптән милли интернет йәһәтенән дә.

Башнетта һиңә конкурент булырлыҡ кешеләр бармы?

- Барлығында шигем юҡ. Беҙҙең халыҡ алдында етди мәҙәни проблемалар торғанын иҫәпкә алғанда, ундай кешеләрһеҙ булмай.

Етди мәҙәни проблемалар тиһеңме?

- Тап шулай. Беҙҙең мәҙәниәттең эстәлегенә ҡараш 90-сы йылдарҙан бирле бөтөнләй үҙгәрештәр кисермәне. Үкенескә күрә, беҙгә күп йылдар арауығында совет заманы миҫалы берҙән-бер өлгө булып торҙо. Хатта был ҡарашты үҙгәртергә маташыуҙар ҙа булманы. Хәҙер был процесс урынынан ҡуҙғалды кеүек - мәҫәлән, башҡорт рок өлгөләре ошо хаҡта һөйләй. Музыканттар төп мәҙәни кодтарҙы ҡулланып, беҙҙең музыкаль сәнғәттең үҙ вариантын тәҡдим итә.

Милли процесс дизайн һәм архитектура өлкәһендә нисегерәк сағылыш таба?

- Был өлкәләрҙә ниндәйҙер алға китеш тураһында бөтөнләй һүҙ алып барып булмай. Дизайн өлкәһен ҡарайыҡ. Бөгөн беҙҙең мәҙәниәткә хас булмаған бер нисә орнамент ҡына бар ерҙә ҡулланыла. Ә башҡорт архитектураһы тигән төшөнсә бөтөнләй юҡ. Ни эшләптер, бөгөн һәр кем башҡорт тирмәһен ҡулланырға ынтыла. Урамда XXI быуат, ниндәй тирмә ти ул! Бөгөнгө көндә Өфөлә туристар ҡарарлыҡ бер нимә лә юҡ. Берҙән-бер уңышлы өлгө - Конгресс-Холл бинаһы, һәр хәлдә, унда архитектор милли үҙенсәлекте күҙ уңында тоторға тырышҡан. Әйткәндәй, Татарстанда был эш күпкә алға киткән.

Бөгөн Рәсәйҙә генә түгел, ә бөтөн донъя кимәлендә мәғлүмәти һуғыш бара. Ошо өлкәлә эшләгән кеше булараҡ, дөрөҫ мәғлүмәтте эҙләү буйынса ниндәй кәңәштәр бирерһең?

- Мәғлүмәт сараһының намыҫлылығы уның аудиторияһының күплегенән тормай икәнен онотмаҫҡа кәрәк. Бөтә фекерҙәрҙе лә тыңлау, мәғлүмәт табыу өсөн альтернатив юлдар эҙләргә кәрәк - тик шунда ғына донъяның объектив картинаһын күҙ алдына килтереү мөмкин. Әйткәндәй, социаль селтәрҙәр ҙә бындай мөмкинлектәрҙе бирә. Пропаганданан иһә бөтөнләй ҡасырға кәрәк.

Патриоттар үҙ тыуған ерендә йәшәргә тейешме?

- Үҙ өлгөмдә яуап бирәм. Мин белгес булараҡ, Мәскәү дизайнерҙары төркөмөнә, корпоратив мөхиткә тулыһынса ингәнмен. Баш ҡала шарттары миңә профессиональ яҡтан камиллашырға киң мөмкинлектәр бирә. Шул уҡ ваҡытта мине башҡорт халҡы менән ныҡлы ептәр бәйләй, ҡулымдан килгәнсе, уның үҫешенә үҙ өлөшөмдө индерергә тырышам. Был осраҡта Мәскәү ҡалаһында йәшәүем һәм милли ҡиммәттәргә тоғро булып ҡалыуым бер-береһенә ҡамасау итмәй, киреһенсә, минең тормошома мәғәнә өҫтәй. Иң уңышлы халыҡтар үҙ үҫешен ниндәйҙер территорияға ғына бәйләмәй. Был йәһәттән татарҙар һәм йәһүдтәр миҫалын килтерә алам.

Илдар Кинйәбулатовтың тормош ҡағиҙәләре бармы?

- Әлбиттә! Әгәр башыма ниндәйҙер ҡыҙыҡлы идея килә икән, мин шунда уҡ эшкә тотонам. Кешеләрҙе лә һүҙенә түгел, ә эшенә ҡарап баһалайым.
Мин һәр саҡ нимәлер өйрәнәм. Минең өсөн белем алыу туҡтауһыҙ бара.
Ваҡытымдың күп өлөшөн үҙ тормошомдо анализлау ала. Дөрөҫ юлдан бараммы, ниндәй кимәлдә торам икәнен аңлап йәшәү минең өсөн бик мөһим.

Әйткәндәй, белем алыу тураһында. Бөгөнгө көндә уңышлы булыу өсөн диплом мөһимме?

- Был кешенең ниндәй тармаҡта эшләүенә бәйләнгән. Ҡайһы бер өлкәләрҙә махсус белемһеҙ бөтөнләй булмай. Мәҫәлән, медицинаны алайыҡ. Ә яңы иҡтисад профессияларында был ҡағиҙә бөтөнләй эшләмәй. Шәхсән дизайн өлкәһендә шулай. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ - эшкә яллаусыға ике дәғүәсе килә. Беренсеһенең иңендә - ошо йүнәлеш буйынса биш йыллыҡ эш тәжрибәһе, икенсеһенең ҡулында - диплом. Был осраҡта кемде эшкә алырҙар, тип уйлайһығыҙ?

Һине нимә илһамландыра?

- Прогресс осонда йәшәүсе кешеләр илһамландыра. Ундай кешеләрҙе йәмғиәт ҡабул итмәҫкә лә мөмкин. Улар ниндәйҙер асыштар эшләй һәм бер нисә тиҫтә йылдан һуң ғына ул асыш ғәмәлгә ашырыла. Музыка өлкәһендә - композитор-минималистар Джон Кейдж, Филипп Гласс, һынлы сәнғәттә - Казимир Малевич, Василий Кандинский, Марк Шагал, Эль Лисицкий, IT өлкәһендә - Стив Джобс.

Остазың бармы?

- Юҡ, мин үҙ хаталарымда өйрәнәм...

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Илдар Кинйәбулатовтың яратҡан китаптары: Ф. Заппа "Френка Заппаның ысын китабы", Ли Куана Ю "Өсөнсө донъянан - беренсегә. Сингапур тарихы",
С. Айтматов "Быуаттан оҙайлыраҡ көн", М. Кәрим "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ";
Яратҡан фильмдары: А.Тарковский "Көҙгө", француз һәм итальян яңы тулҡынының фильмдары, режиссер О. Иоселианиҙың эштәре;
Девизы: "Аҙнаһына туҡһан сәғәт эшләйбеҙ".

Фаягөл ЮНЫСОВА,
Мәскәү ҡалаһы Рәсәй дәүләт физик культура, спорт, йәштәр һәм туризм университеты студенты.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.12.14 | Ҡаралған: 1620

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru