Һауа торошо - урамға ниндәй кейемдә сығыуҙы ғына түгел, ә күпкә мөһимерәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур роль уйнай. Кешелек өсөн әһәмиәтле тармаҡтарҙың уңышлы эшмәкәрлеге нәҡ һауа торошона бәйле. Беҙ йәшәйешебеҙҙе тәбиғәттең ошо факторына яраҡлаштырып ҡорабыҙ, пландар төҙөйбөҙ һәм уның иртәгә, киләһе айҙа йәки йылда ниндәй "бүләк"тәр әҙерләүен алдан белеү өсөн төрлө ысулдар ҡулланабыҙ. Бының өсөн телевизорҙан әйтелгән йәки интернет селтәрендә урынлаштырылған мәғлүмәтте файҙаланыуҙан тыш, халыҡ "метеоролог"тары - фенологтарҙың да прогнозын күҙ уңында тотабыҙ. Кәзә (ҡуй) йылы беҙгә ниндәй һауа торошо әҙерләгән? Ҡыш ниндәй булыр, яҙ нисек килер? Ошо хаҡта белер өсөн Бөрйән районы Ҡотан ауылында йәшәүсе Әлмира ХӨСНӨТДИНОВАға мөрәжәғәт иттек.
- Кешенең, бигерәк тә ауыл кешеһенең тормошо һауа торошо, тәбиғәт ҡанундары менән тығыҙ бәйле. Шуға күрә йылдың төрлө миҙгелендә лә тәбиғәткә иғтибарлы булыу, эшмәкәрлекте һауа торошона ярашлы ҡороу донъя көткәндә ныҡ ярҙам итә. Баҡса эштәренә тотоноуҙың уңайлы мәлен дә, бесәнгә төшөү ваҡыты еткәнлеген дә, бал ҡорттарына бәйле эшмәкәрлекте лә һауа торошо "әйтеп бирә". Шуға күрә йылдың төрлө миҙгелендәге һауа торошона, тәбиғәттәге үҙгәрештәргә ҙур иғтибар бүләм һәм утыҙ йылдан ашыу махсус дәфтәремә теркәп барам. Бөгөнгө көндә, теләк булғанда, хатта алдағы бер йылдың һауа торошо хаҡында белергә була, ләкин үҙең күреп-белеп яҙып ҡуйған яҙмалар күпкә тулыраҡ һәм дөрөҫөрәк мәғлүмәт бирә, минеңсә.
Йылдың һәр миҙгелендә алдағы көндәрҙең хәл-торошон асыҡлау өсөн дәфтәремә күҙ һалам. Шулай, уҙған ҡышҡа ҡарап, алда ниндәй йәй, ә көҙгә ҡарап, ниндәй яҙ булырын һәм шуға ярашлы, йәйҙән - ҡыш, ә яҙҙан көҙ тураһында белергә була. Быйылғы ҡыш сағыштырмаса йылы булыр, тип өмөтләнергә урын бар. Шулай ҙа ҡыш барыбер үҙенекен итеп, ҡаты һыуыҡ көндәре менән өшөтөп аласаҡ. Бигерәк тә ғинуар уртаһында берәй аҙна һауа температураһы бик түбән булыр, тип уйлайым. Ҡар быйыл күп яуасаҡ, сөнки июль-август айҙарында яуым-төшөм күп булды.
Яҙ иртә килһә лә, оҙаҡҡа һуҙыласаҡ, тип күҙаллайым. Сентябрь башында көндәр аяҙ торған, тимәк, март йылы һәм аяҙ һауа торошо менән башланасаҡ. Унан инде көндәр болотлап, ямғырҙар яуҙы, хатта ҡар күҙе лә төштө. Ай аҙаҡтарында ғына көндәр аяҙып, йылынып китте. Шуға күрә март аҙағында йылы көндәр көтөргә мөмкин. Октябрҙә ямғыр, ҡар ҡатыш ямғыр һәм ҡар күп яуҙы, тимәк, апрель айы ла яуым-төшөмгә бай буласаҡ, тип күҙалларға мөмкин. Ләкин яҙ барыбер үҙенекен итеп, ай аҙағына көндәр аяҙып, һауа температураһы күтәрелер, тип уйлайым. Айҙың иң күркәм һәм ғәҙәттәге йылы айы - майҙа буласаҡ һауа торошон ноябрь "билдәләй". Дәфтәргә теркәлгән яҙыуҙарҙан сығып һүҙ йөрөткәндә, май башы йылы буласаҡ. Унан һуң инде ямғырҙар яуып, көндәр һыуып китеүе бар. Шулай ҙа бер аҙҙан һауа торошо яҡшырып, көндәр тағы ла йылый башлаясаҡ.
Йәйҙе аяҙ, тыныс һауа торошо менән ҡаршыларбыҙ, тип ышанам. Ямғырҙар ҙа яуасаҡ. Мәҫәлән, 2014 йылдың 4-5 декабрендә көслө ҡар яуҙы, тимәк, июндең ошо көндәрендә урамға ҡулсатырһыҙ сыҡмау хәйерле буласаҡ. 10-нан һуң көндәр йылып, ай аҙағына тиклем эҫе һауа торошо урынлашасаҡ.
Алдағы ярты йыллыҡҡа ошондай прогноздар бирергә баҙнат итәм. Әлбиттә, килтерелгән мәғлүмәттәрҙе теп-теүәл һәм аныҡ прогноз тип уйлау хата булыр ине, шулай ҙа дөйөм һыҙаттар тура килер, тип уйлайым. Ә икенсе ярты йыллыҡҡа ҡыштың һәм яҙҙың үҙенсәлектәренән сығып күҙаллауҙар эшләргә мөмкин буласаҡ.
Урамда ниндәй генә һауа торошо булмаһын, иң мөһиме, күңелдәрҙә һәм өйҙәребеҙҙә тыныслыҡ булһын, бурандар уйнамаһын.
Наҙгөл САФИУЛЛИНА яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА