Бөгөнгө ҡунағыбыҙ -Башҡортостандың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге Йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы дикторы Фирҙәт Ғәлиев. Уның Тыр-тыр образын һынландырып, меңәрләгән кескәй тамашасының яҡын дуҫына әйләнеүе бер кемгә лә сер түгел. Донъялағы иң һынсыл тамашасыны, иң ғәҙел тәнҡитсене - балаларҙы үҙ яғына еңел ауҙара алған актер менән әңгәмә барышында уның ижад ысулдары, хеҙмәте серҙәре тураһында һөйләүен үтендек һәм бик үҙенсәлекле яуаптар ишеттек.
Һеҙҙе күптәр театр артисы булараҡ та, "Сәңгелдәк" тапшырыуындағы Тыр-тыр образы буйынса ла, саралар алып барыусы нәфис һүҙ оҫтаһы тип тә, алыштырғыһыҙ диктор итеп тә белә. Башҡортостан юлдаш телеканалында алып барған төрлө тапшырыуҙарығыҙ аша ла киң йәмәғәтселеккә яҡшы танышһығыҙ. Ә тамашасы һеҙҙең тағы ниндәй сифаттарығыҙҙы, ниндәй һөнәрҙәрегеҙҙе белмәй икән?
- 1982 йылда, унынсы синыфты тамамлағандан һуң, Өфөгә килеп, башкөллө сәнғәт донъяһына сумдым.
Сәнғәт интститутында тырышып уҡып, актер һөнәре алдым. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, сәхнә тормошом башланған ғына осорҙа миңә йыл ярымға юғалып торорға тура килде. Әлбиттә, мин бер ҡайҙа ла юғалманым, ә сәхнә эшенән бер аҙ ситләштем генә. Башҡорт дәүләт филармонияһында директорҙың концерт эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләп алдым. Үҙемде насар ойоштороусы булдым, тип әйтә алмайым, әммә Башҡорт дәүләт академия драма театрынан саҡырыу килгәс, директорҙың өгөтләүенә ҡарамай, театрға кире ҡайттым. Филармонияның ул саҡтағы директоры Зинфира Тимерхан ҡыҙының: "Театрға ҡайтҡың киләлер, аңлайым, әммә һинең ойоштороу һәләтең бар, һин етәксе булып эшләй торған кеше", - тип, уңыштар теләүе хәтерҙә.
Әле бына 24 ғинуарҙа "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында (элекке Нефтсе мәҙәниәт һарайы) үтәсәк ижад кисәмде ойошторған ваҡытта ойоштороу һәләтемде өр-яңынан иҫкә төшөрҙөм. Ысынлап та, мин кеше менән һөйләшә, кешене өгөтләй беләм. Шул сифатымды, бәлки, башҡалар белмәйҙер ҙә.
"Тамыр" телерадиостудияһында Тыр-тырҙы 17 йыл уйнап ташлағанмын икән. Мине күптәр балалар менән ихлас күңелдән арашашыусы Тыр-тыр итеп тә күреп өйрәнгән. Әйткәндәй, өлкәнерәк быуын вәкилдәре, бигерәк тә журналистар: "Һине күп кеше Тыр-тыр тип әйтә ул, ә һин беҙҙең өсөн иң беренсе нәүбәттә - Аҡбай", - ти. Мин 1989 йылдың 1 сентябрендә асылған Милли йәштәр театрында тәүге актерҙар составында булдым бит. Шунда "Ауыл эте Аҡбай", уның икенсе серияһы "Аҡбай ниңә күңелһеҙ?" тигән спектаклдәр гөрләп үткәйне, мин Аҡбай ролендә уйнағайным. Ошо тамашаларға халыҡ ағылып йөрөй торғайны. Балалар менән эшләү, улар күңелен аңлау һәләтлеген, бәлки, тап ошо театр тәрбиәләгәндер ҙә әле миндә...
Тыр-тыр йәки Аҡбай итеп кенә түгел, ҡайһы берәүҙәр, мәҫәлән, "Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу" спектаклендәге ролемдә - Ҡуҙыйкүрпәс итеп хәтерләй. Кемдер Илшат Йомағоловтың "Буш сәңгелдәк" комедияһындағы Тимер тип иҫләй. Бер ваҡыт Милли йәштәр театрында Мостай Кәримдең "Салауат. Өн аралаш ете төш" спектаклендә мин Байыш тарханды уйнаным. Ошо ролем өсөн 1997 йылда Шәйехзада Бабич премияһына лайыҡ булдым. Башҡорт дәүләт академия драма театрына күскәс, ошо уҡ спектаклде Илдар Ғиләжев ҡуйҙы һәм мин Байыш тархандың улы Илеште уйнаным. Был ролде лә яратып уйнаным...
Ә бығаса уйнамаған, әммә уйнарға теләгән ролдәрегеҙ бармы?
- Мин бер ваҡытта ла ниндәйҙер ролдәр тураһында хыялланманым. "Был минең кумирым" тигән кешем дә булманы. Мин ижад кешеләренә һәр саҡ һоҡланып ҡарайым, әммә сәхнәлә ниндәйҙер актерҙы ҡабатларға тырышыу дөрөҫ түгел, тип уйлайым. Бөйөк актер - бөйөк актер булып ҡала, уны ҡабатлау мөмкин түгел. Уның менән һоҡланып ҡына була. Шуның өсөн "Ошо ролде уйнаһам ине", тигән хыял йөрөтмәнем бер ҡасан да. Сәхнә миңә бик күп матур образдар, ролдәр бүләк итте. Аллаһы Тәғәләне лә уйнаным. "Ен алыштырған" спектаклендә Енде уйнаным. Ошо спектаклдә бер-береһе өҫтөнә ҡуйылған ике метр ярымлыҡ бейек түңгәктәр өҫтөнә менеп, ҡолап төшөп, ҡулымды имгәттем. Ҡулым ҡатты, шешеп сыҡты, әммә уйнап бөттөм. Шулай уҡ "Мөхәббәт реестры"нда режиссерыбыҙ пьесала булмаған Үлем фәрештәһе ролен уйлап тапты. Аҡ кейемле, аҡ йөҙлө, әммә бер һүҙ өндәшмәүсе шул Үлем фәрештәһе халыҡ күңелендә һаҡланып ҡалған. Бер халыҡ-ара фестивалдә пластик образды оҫта һынландырған өсөн диплом менән бүләкләнеләр. Тыр-тырға килгәндә, күп кешеләр, хатта, ҡайһы бер актерҙар миңә "Һин бит Тыр-тыр", тип кәмһетергә, мыҫҡылларға маташты. Кемдер уйнап-уйнап та, ҙур ролдәре менән халыҡ күңелендә ҡалмауы мөмкин, әммә бәләкәй генә роль уйнап, халыҡ күңелендә Тыр-тыр булып та, Аҡбай булып та, Байыш, Илеш, Ҡуҙыйкүрпәс булып та ҡалырға була бит әле...
Һеҙ шул тиклем дәртле, йәнле, хәрәкәтсән, эшсән кешеһегеҙ. Ә ошо көстө ҡайҙан алаһығыҙ һуң?
- Көс һәр кемдә бар, уны юҡҡа-барға исраф итмәҫкә генә кәрәк. Ашығып йәшәргә кәрәк, тип уйлайым. Был минең характерымда, күрәһең. Ашығып атлайым. Ашығып эшләргә яратам. Мин яй, оҙаҡ эшләгәнде, һуңлағанды яратмайым. Мин кешене көттөрөргә яратмайым. Сәғәт унда осрашабыҙ, тигәнмен икән, ни өсөн мин 15-20 минутҡа һуңлап килергә тейешмен? Биш минутҡа алда киләм, көтөп ултырырға әҙермен. Әйткән һүҙемдә торорға тырышам. Теүәллек яратам. Ниңә улай икән? Белмәйем. Шулай өйрәнгәнмен...
Кәйефһеҙерәк сағығыҙҙа һеҙгә "Тыр-тыр" тип өндәшһәләр, һеҙҙең күңелегеҙ ҡырылмаймы?
- Юҡ, мин шатланам ғына. Сөнки мин балалар менән эшләйем. Әгәр балалар минең Тыр-тырҙы ҡабул итмәһә, минең менән тапшырыуға төшөргә ҡурҡһа, минең өсөн оят булыр ине. Көсләп, яһалма ғына уйнап йөрөгән образым булыр ине был. Ә былай балалар "Тамыр" студияһына килеп керәләр ҙә: "Ҡайҙа Тыр-тыр? Ул ҡайҙа йәшәй? Әле ҡайҙа ул? Ә уның кәләше бармы?" - тип һорай башлайҙар. Минең муйынға аҫылыналар. Мин уларҙы тиңдәшем һымаҡ күрәм. Мин улар менән тәкмәс атам, йығылып китәм. Быныһы ла яҙмыш бүләге. Тормошомда, юлымда гел генә яҡшы кешеләргә осрауым менән бәхетлемен.
ЙОМҒАҠЛАП...
Халыҡ артисы шулай булырға тейештер ҙә, тигән тойғо ҡалды Фирҙәт ағай менән аралашыуҙан һуң. Ихлас, халыҡсан Тыр-тыр дуҫыбыҙҙы һағынып, Фирҙәт ағай артабан да ошондай ҡабатланмаҫ образдары менән ҡыуандырыр, тип көтөп ҡалабыҙ һәм уны юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА