«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕРҘӘМЛЕК МЕНӘН КӨСЛӨ БУЛАЙЫҠ!
+  - 

Ун ике йыл буйы алдырып, яратып уҡыған "Киске Өфөнөң" быйылғы 1-се һанында замандашым Фәтих Муллағолов ҡәләме яҙған мәҡәлә сәбәпсе был сығышыма. "Беҙ түҙемле лә ул, ә башҡалар?" тип аталған бәләкәй генә яҙмаға милләт яҙмышы тураһында оло борсолоу һыйған.

"Толерантлы булыу-булмауҙың төбөндә бер ғиллә ятыуын да шәйләмәй булмай. Һәр кем толерантлы була алмай. Күңеле керһеҙ, изгелекле, яҡты уйлы, иманлы һәм дә тәбиғәте менән юғары мәҙәниле Аллаһ балалары өсөн генә хастыр был сифат. Ахырҙа шулай тип күңелде йыуатырға ла, бөтөн был ығы-зығыға сал тарихлы милләттәргә генә хас олпатлыҡ, зирәклек, уйсанлыҡ, бөйөклөк үрҙәренән күҙ ташлап, көлөмһөрәп ҡуйырға ғына ҡала, күрәһең, халҡыма..." - тип дөрөҫ әйтә Фәтих ҡусты. Башҡорттоң түҙемлеген, киң күңеллелеген, толерантлы булыуын ҡайһы берәүҙәр дөрөҫ ҡабул итмәй икәнен ишетеп-күреп торабыҙ. Интернеттың ҡайһы бер сайттарында тарихи шәхестәребеҙҙе, аҡыллы, белемле, ҡурҡыу белмәҫ зыялыларыбыҙҙы нисек кенә хурламайҙар, ниндәй генә исемдәр таҡмайҙар - бысраҡ һыу менән ҡойоноп сыҡҡандай булаһың унан…
Толерантлыҡ ике яҡлы булырға тейеш, тигән хәҡиҡәт үткән быуаттарҙа ғына ҡалдымы икән ни, тип тә уйлап ҡуяһың ҡайһы саҡта. Мәҫәлән, бөйөк этнограф һәм тарихсы Сергей Руденкоға беҙ оло рәхмәтле - уның алдан күрә белеүе, фәнни һәм тарихи намыҫы, толерантлығы, башҡортҡа булған ихтирамы өсөн. Был ғалим халҡыбыҙҙың меңәр йылдар һынауын үткән цивилизацияһын ентекләп өйрәнеп, дәлилләп, үҙенең "Башҡорттар" тигән киң күләмле хеҙмәтенә теркәгән. Был китапты беҙ өйрәнергә һәм ҡәҙерләргә тейешбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1917 йылдың ҡанлы октябре был цивилизацияны емерҙе, уның тамырҙарын өҙҙө һәм еребеҙгә ҡасып йә ҡунаҡ булып килеп һыйынған милләттәрҙең ҡайһы бер вәкилдәре ошо цивилизацияны белмәй, белергә лә теләмәй. Тимәк, ике яҡлы толерантлыҡ шулай юҡҡа сыға.
Хәйер, үҙебеҙҙең милләт вәкилдәре лә үҙ тамырҙарын, үҙ тарихын өйрәнергә тырышып ятмай. Ә бит беҙҙең буталсыҡ, тәнде йәндән айырып, мәлгә һәм малға табынып йәшәгән дәүерҙә Рәсәйҙең күп милләттәре үҙ тамырҙарын эҙләй, тарихын ваҡыт һәм заман, сәйәсәт талаптарына яраҡлаштыра. Тик был эҙләнеү фәнгә, тарихҡа таянһын, башҡа халыҡтарҙың рухи доньяһына, үткәненә һәм бөгөнгөһөнә һаҡсыл булырға өйрәтһен әҙәмдәрҙе, тип теләге килә. Бындай эштә ҡырағай баҙар ҡанундары түгел, тап ана шул толерантлыҡ хакимлыҡ итергә тейеш.
Тарихыңды өйрәнеү кәрәк. Исмаһам, ана шул һине хурларға маташыусы наҙандарҙың һүҙен өҫкә сығармау, уларға лайыҡлы яуап биреү өсөн булһа ла. Ә бит хәҙер бының өсөн мөмкинлектәр, тарихи сығанаҡтар тулып ята. 7 томда "Башҡорт халҡы тарихы" баҫылып сыҡты. Бындай томдарҙы уҡырға түҙемлек етмәгәндә лә, тормошта осраған тарих ярсыҡтарына иғтибар итергә, шуларҙан сығып һығымталар яһарға ла була бит. Ошо арала ғына халҡым тарихына ҡағылышлы ошондай факт-күренештәргә юлығыуымды телгә алып үтәйем:
… "Истоки" гәзитенең 2014 йылдың 42-се һанында Иршат Йыһанбирҙиндың "История манихейства в Башкортостане" исемле мәҡәләһе баҫылып сыҡҡайны. Шунда яҙылғандар мине шаҡ ҡатырҙы. Баҡтиһәң, беҙҙең эраның III быуатында Мани бәйғәмбәр таратҡан Манихей дине Персияла, Урта Азияла, Һиндостанда киң билдәле булған. Мани һәм уның диндәштәре дини аяттарын төрлө телдәрҙә яҙып, төрлө илдәрҙә таратҡан. Был тире, туҙға яҙылған аяттарҙы "Фәтеүә" (русса "фетва") тип атағандар. Көйөргәҙе районында урынлашҡан минең кескәй генә туған ауылым Илкәнәйҙә был һүҙҙе беҙ бала саҡтан белдек һәм ҡулландыҡ. Кешегә саҡ ҡына аҡыл өйрәтә башлаһаң, "Йә, туҡтат шул фәтеүә һатыуыңды", тип көлә торғайнылар. Тимәк, III быуатта минең туған халҡым фәтеүәләрҙе белгән. Уларҙы ҡабул иткәнме, юҡмы, әммә белгән, ишеткән.
…Бер көндө Башҡортостан юлдаш каналын асып ҡарап ултырһам, дивандан йығылып төшә яҙҙым. Әбйәлил районының ҡышҡы ҡарлы юлы буйлап санала тере Скиф елдерә - башында скиф ҡолаҡсыны, өҫтөндә скиф халаты. Баҡтиһәң, минең ырыуҙаш тамьян һеңлекәш тотҡан да боронғо скифтарҙың тарихта һаҡланған милли кейемдәрен кейеҙҙән һуғып алған. Тимәк, һеңлекәш был ысулды үҙенең скиф ҡанында һаҡлаған.
…Боронғо ҡаласыҡ "Арҡайым" асылғас, ғаиләм менән шунда барҙыҡ. Иртәнге 8-ҙә һөт алырға баҙарсыҡҡа барһам, һөт һатҡан һеңлекәш миңә саф башҡортса "Арыумы?" тип өндәште. Тимәк, 4 мең йыл элек таныш булмағандарҙан башҡортса "Һин ариймы?" тип һорағандар...
Тамыры тәрән ағас тиҙ ҡоромай, уның олоно ныҡ була, ҡортҡа ла ҡапыл ғына бирешеп бармай икәнен беләбеҙ. Тик, ниңәлер, башҡорт яңғыҙ сағында көслөрәк. Өс башҡортто айырым алып ҡараһаң - һәр береһе батыр. Бергә уҡмаштырып, гөлләмә итеп бәйләп ҡара - бер нәмә лә килеп сыҡмай. Беҙҙең ғәзиз илебеҙҙә иркен йәшәгән башҡа милләттәр татыулығы, бер-береһенә ярҙамсыллығы, тамыр йәйергә тырышыуы менән ота. Бергә эшләгәндә бер-береңде батырып, бергә йәшәгәндә бер-береңә аҡырып, XXI быуатта көслө лә, бай ҙа, ихтирамлы ла булып булмай. Беҙҙең берҙәмлек борондан килә. Башҡорттар ошо хәҡиҡәтте оноторға тейеш түгел.

Тимер НИӘТШИН.
Мәләүез ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.02.15 | Ҡаралған: 1563

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru