РФ Дәүләт Думаһы депутаты, "Мираҫ" фонды етәксеһе Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева халҡыбыҙҙың рухи һәм мәҙәни ҡомартҡыһын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән хәйриәлек эштәре менән республикала киң билдәле. Бөгөнгө көндә ул Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлегенә үҙ өлөшөн индерә, БСТ каналының туған телгә, тарихҡа арналған проекттарын тормошҡа ашырыуға ярҙам итә. Шулай уҡ депутат йәш быуындың проблемалаларына ла битараф түгел - бына бер нисә йыл инде ул Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында белем алған Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы менән тығыҙ бәйләнештә тора.
Ассоциация 2009 йылда Рәсәйҙең төрлө юғары уҡыу йорттарында белем алған алдынғы ҡарашлы Башҡортостан йәштәре тарафынан булдырылды. Бөгөнгө көндә ул 2 меңдән ашыу студент һәм аспирантты берләштерә. Ойошма абитуриенттарға Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары университеттарына уҡырға инергә ярҙам итә, республиканың юғары класс уҡыусылары менән һөнәри йүнәлеш буйынса эш алып бара, бынан тыш, Мәскәүҙә башҡорт йәштәре өсөн төрлө саралар уҙғара - уларға мегаполис шарттарында юғалып ҡалмау һәм үҙ урынын табыу өсөн был сараларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Былтыр Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы профориентацион эшкә лә әүҙем ҡушылды һәм уны ысын мәғәнәһендә яңы кимәлгә күтәрҙе. Депутат билдәләүенсә, төбәк кимәлендә был йүнәлеш бик һүлпән ойошторолған. Хәҙерге заманда абитуриенттарҙы яңы мөмкинлектәр менән таныштырыу, уларҙың хоҡуҡтары тураһында бәйән итеү, ҙур ҡалаларҙа белем алыу тураһында ҡайһы бер ҡалыплашҡан ҡараштарҙы үҙгәртеү бик мөһим, тип һанай парламент ағзаһы. Ошо маҡсат менән былтыр апрель айында көньяҡ-көнсығыш райондары абитуриенттары өсөн Сибай ҡалаһында Ассоциация менән берлектә ҙур осрашыу үткәрелде. Унда Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Өфө ҡалаларының 15 университетынан вәкил, 8 райондан 1200-ҙән ашыу сығарылыш уҡыусыһы ҡатнашты. Ошондай уҡ сара быйыл 13-14 февралдә Сибай институты базаһында тағы ла ойоштороласаҡ, тип көтөлә.
Үҙе табип булараҡ, Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы был өлкәләге кадрҙар мәсьәләһенә лә битараф түгел. Йыл һайын ул Өфө гимназияларында медицина юлын һайларға теләгән уҡыусылар менән осрашыуҙар уҙғара. Унда депутат һөнәри үҙенсәлектәр тураһында һүҙ алып бара, Рәсәйҙең был йүнәлештәге вуздары менән яҡындан таныштыра. Бынан тыш, ул Мәскәү һәм Санкт-Петербург медицина университеттарына юллама бүлеүҙе хәстәрләүгә лә әүҙем ҡушылды. Уның ярҙамында былтыр 15 абитуриент был йүнәлештәге иң яҡшы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде.
Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы мегаполистарҙағы студенттар менән даими аралашыуҙы ла күптән яйға һалған: улар өсөн йыл әйләнәһенә Мәскәүҙә - Дәүләт Думаһына, төньяҡ баш ҡалала - Таврида һарайына экскурсиялар һәм илебеҙҙең билдәле шәхестәре менән осрашыуҙар ойошторола. Мәҫәлән, яңыраҡ башҡорт йәштәре бар донъяға танылған шахматсы Анатолий Карпов һәм беренсе космонавт ҡатын-ҡыҙ Валентина Терешкова менән аралашыу бәхетенә өлгәште. Былтыр яҙ иһә улар республиканың Дәүләт Думаһындағы башҡа депутаттар менән осрашып, көнүҙәк проблемалар тураһында фекер алышты, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар алды. Ошондай һәр осрашыуҙан һуң студенттарға баш ҡала театрҙарына билеттар бүләк итеү күптән матур йолаға әүерелгән. Бөгөнгө көндә йәштәр билдәле Ҙур театрҙың, Горький исемендәге Мәскәү сәнғәт академик театрының, Станиславский һәм Немирович-Данченко исемендәге музыкаль театрҙың даими тамашасылары.
Иң һәләтле, аҡыллы һәм әүҙем йәштәребеҙ ҙә депутаттың иғтибарынан ситтә ҡалмай. Яңы уҡыу йылы башында Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында белем алған республика студенттары араһында Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы етәкләгән "Мираҫ" хәйриә фонды премияһын алыуға асыҡ конкурс уҙғарылды. Башҡортостандың кадрҙар мөмкинлеген баһалау һәм үҫеп килгән быуында интеллектуаль һәм ижади әүҙемлекте дәртләндереү сараның маҡсаты итеп билдәләнде. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса фән, сәнғәт, спорт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өлкәһендә иң-иңдәр билдәләнде. Еңеүселәрҙе тантаналы бүләкләү сараһы март айына планлаштырылған.
Яңы йыл алдынан "Байыҡ" телевизион конкурсында 3-сө урын яулаусы "Алтын Ай" Мәскәү башҡорт бейеү ансамбленең уңышына ла Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы үҙ өлөшөн индерҙе - коллегаһы, депутат Рафаэль Мәрҙәншин менән берлектә бейеүселәрҙең баш ҡаланан Өфөгә тиклем юл сығымын ҡапланы.
Ассоциация тарафынан уҙғарылған сараларҙа иһә парламентарий ағзаһы - көтөп алынған ҡунаҡ. Декабрь айында уҙғарылған "Мәскәү һылыуҡайы" конкурсында ул жюри ағзаһы булды, ҡыҙҙарға махсус приздар тапшырҙы. "Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы - Ассоциацияның иң әүҙем ағзаһы", тип шаярта егеттәр-ҡыҙҙар. "Мәскәүҙә ул беҙгә әсәй кеүек", тип тә өҫтәйҙәр.
Шулай итеп...
Йәштәрҙең шәхес булараҡ формалашҡан осоронда өлгө алыр, ауыр саҡта кәңәш бирер кешеһе булыу мөһимлеге барыбыҙға ла мәғлүм. Юҡҡа ғына "Ояһында ни күрһә, осҡанында шуны эшләр", тимәгәндәр бит. Башҡортостандан ситтә белем алған студенттар, халҡым, республикам, тип йән атҡан көслө рухлы остаз, ысын шәхес, тыуған еренең тоғро ҡыҙы Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева йөҙөндә тап шундай кешене тапты ла инде.
Фаягөл ЮНЫСОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|