«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СПОРТТА ЛА ДУҪЛЫҠ БАР ҺӘМ УЛ "ЕҢӘМ" ТИГӘН СӘМДӘН КӨСЛӨРӘК
+  - 

Заһир ТҮЛӘБАЕВ Ҡатнаш ҡағиҙәле ярыш төрҙәре ("бои по смешанным правилам") тип атап йөрөтөлгән көрәш сәнғәте тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр. Күптәр был спорт төрөн "ҡағиҙәһеҙ ярыш" тип тә белә. Ләкин был ярыш әллә күпме һуғыш төрҙәре ҡағиҙәләрен, техникаһын, мәктәбен үҙ эсенә ала, шуға күрә уны "ҡағиҙәһеҙ ярыш" тип атау дөрөҫлөккә тап килмәй, ти белгестәр. Боронғо гректарҙың Олимпия уйындарындағы панкратион көрәшенән үк башланғыс алған һәм уҙған быуаттың 90-сы йылдарында АҠШ-та Лас-Вегас ҡалаһында казино бизнесы ярҙамында тергеҙелгән ҡатнаш ҡағиҙәле һуғыш төрө һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла киң таралыу яулай. Күп тапҡырҙар донъя чемпионы исемен яулаған Федор Емельяненко ла, милләттәшебеҙ, шулай уҡ күп һуғыш төрҙәренән донъя чемпионы Венер Ғәлиев та ошо спорт төрө менән шөғөлләнә икәнен дә беләһегеҙҙер. Бөгөн редакциябыҙға легендар Венер Ғәлиевтың уҡыусыһын - панкратион буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары призеры, Волга буйы федераль округы чемпионы, ушу-саньда буйынса республика чемпионы Заһир ТҮЛӘБАЕВты саҡырҙыҡ. Әңгәмә барышында геройыбыҙ "Нисек спортсы булырға?" тигән һорауға үҙ яуабын бирер, еңеү төшөнсәһенә лә үҙенсәлекле ҡарашын ишеттерер, балаларҙы, үҫмерҙәрҙе, йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу юлдары тураһында фекерҙәре менән дә уртаҡлашыр.

Һәр үҫенте тамырынан һут ала. Тамыры ныҡ икән, киләсәге лә өмөтлө. Тамыр ныҡ икән, ауырлыҡтар ҙа еңелерәк үтелә. Һин ҡайһы яҡтарҙан? Тыуған яғың, туғандарың һинең спортҡа ылығыуыңа ниндәйҙер кимәлдә йоғонто яһағандыр бит?

- Әлбиттә, яһаны. Ейәнсура районының Күгәрсен ауылында тыуғанмын. Атайым Илдус - Күгәрсен, ә әсәйем Минзәлә - Саҙалы ауылынан. Атайым - экскаваторсы, әсәйем уҡытыусы минең. Әле әсәй хаҡлы ялда, ә атай Себерҙә эшләй. Атай менән әсәй беҙгә: "Үҙегеҙҙе һәр ерҙә лә матур, ышаныслы тотоғоҙ, һәр эште аҙағынаса еткереүҙе ғәҙәт итеп алығыҙ", - тип өйрәтте. Тамыр тигәндәй, ата-әсәнең һаулығы баланың һаулығына туранан-тура тәьҫир итһә лә, спортсы булыр өсөн (мин төбәк, ил кимәлендәге спортсы булыу тураһында һүҙ алып барам) ата-әсәңдән күскән көс, йылғырлыҡ ҡына етмәй. Юғиһә, тоталар ҙа: "Был кешегә барыһы ла еңел бирелә - уның ҡанында бар", - тиҙәр. Мәҫәлән, спорт менән әүҙем шөғөлләнгән Дағстан егеттәре тураһында ла шундай фекер йөрөй. Йәнәһе, улар тәбиғәттән мыҡты кәүҙәле. Ә мин улар менән йыш осрашып, аралашып йөрөгән кеше булараҡ, ул егеттәрҙең ғәжәп тырыш, эшһөйәр, маҡсатҡа ынтылыусан булыуына, спортзалдарҙа үҙҙәрен йәлләмәй, тирләп-бешеп күнекмәләр яһауына һәр саҡ һоҡланып ҡарайым. Улар тап ошо сифаттары арҡаһында шундай юғары үрҙәр яулай ҙа инде. Һин теләһә ҡайһы милләт вәкиле бул, алдыңа алғанды үтәй торған ғәҙәтең бар икән - уңышҡа өлгәшәһең.
Үҙемә килгәндә, мәктәптә уҡыған сағымда уҡ спорттың ниндәй төрҙәре буйынса түңәрәктәр бар - бөтәһенә лә йөрөргә тырыштым. Атап әйткәндә, саңғыға, волейболға, лаптаға йөрөнөм. Бәләкәй саҡтан төрлө һуғыш төрҙәренә ҡыҙыҡһыныуым ҙур булды. Ҡапсыҡҡа ҡом тултырып, "груша" эшләү булһынмы, тимер-томорҙар йыйып, уларҙы күтәреү булһынмы, ҡышын саңғыла йөрөү булһынмы - береһе өсөн дә ваҡытымды йәлләмәнем. Тимер-томорҙан штанга, турник эшләп алдым. Теләк булһа, шөғөлләнер өсөн ҡорамалдар яһауы еп-еңел ул. Беҙҙең ауылда ул саҡта күп егеттәр спорт менән шөғөлләнергә ашҡынып торҙо.

Ә ҡатнаш ҡағиҙәле һуғыш төрҙәре менән яҡындан танышыуың нисегерәк килеп сыҡты?

- Өфө автотранспорт колледжына уҡырға ингәс, бушлай дәрестәр биргән спорт секциялары эҙләй башланым. Мәктәптә уҡығанда футбол буйынса ярайһы уҡ оҫтарып алғайным, шуға ла тәүҙә футбол түңәрәктәре эҙләнем. Бәләкәй сағымдан тай боксына ылыҡҡас, уны ла ҡараштырҙым. Тай боксы түңәрәген таптым, әммә түләүле булғас, уға яҙыла алманым. 2008 йылда был түңәрәккә йөрөү өсөн талап ителгән хаҡ ҙур ғына ине. Эҙләнә торғас, "Һуҡмаҡ" хәрби-патриотик спорт клубына тап булдым. Әрме йәшенә тиклемге йәштәрҙе ҡул һуғышына бушлай өйрәтәләр икән. Йөрөй башлағайным, күңелгә ятты ла ҡуйҙы.
Бер саҡ интернетта хәрби самбо буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы, универсаль һуғыш, ҡул һуғышы, ҡатнаш ҡағиҙәле һуғыш төрҙәре буйынса донъя чемпионы, 50-нән ашыу профессиональ ярышта ҡатнашып, 46-һында еңеп сыҡҡан Венер Ғәлиевтың сайтына юлыҡтым. Венер Ғәлиев "Исимотсу" тигән бер клубта күнекмәләр ҙә алып бара икән. Иртәгәһенә үк клубҡа барып, күнекмәләргә яҙылдым. Бар донъяға билдәле спортсыны үҙ күҙҙәрем менән күреүем шул тиклем ныҡ тәьҫир итте. "Исимотсу"ҙа шөғөлләнеүселәр "башлап өйрәнеүселәр" һәм "өйрәнеүҙе дауам итеүселәр" төркөмдәрендә шөғөлләнә ине. Тренер минең әҙерлегемде тикшереп ҡараны ла, "өйрәнеүҙе дауам итеүселәр" төркөмөнә яҙҙы. "Исимотсу"ға аҙнаһына өс тапҡыр йөрөһәм, ҡалған көндәрҙә "Һуҡмаҡ" хәрби-патриотик клубында шөғөлләнеүемде дауам иттем. Венер Ғәлиев клубында һуғыш төрҙәре нескәлектәрен өйрәнһәм, хәрби-патриотик клубта, элеккесә, тимер-томор күтәрҙем, йүгерҙем. Ҡыҫҡаһы, дөйөм күнекмәләр менән булдым. "Исимотсу"ға ла көн һайын йөрөр инем дә, әлеге лә баяғы, уның түләүле булыуы арҡаһында йыш йөрөү мөмкинлеге булманы. Хәйер, зарланырға урын юҡтыр, тип уйлайым, сөнки, Венер Ғәлиев ҡанаты аҫтында бик күп нәмәгә өйрәнеп ҡалдым. "Кроссфит" тигән шәп күнекмәләр ысулы (айырым бер мускулды үҫтереүгә йүнәлтелгән, алмашлап, бер туҡтауһыҙ эшләнә торған 20-ләгән күнекмәне үҙ эсенә алған комплекс) менән ошо клубта таныштым. Хәҙер иҫләйем дә, хайран ҡалам: Венер Ғәлиев беҙгә спорттың файҙаһы тураһында әллә күпме һөйләп тә, фәлсәфәүи темаларға әңгәмәләр үткәреп тә ултырмаған, ә һабаҡты спорт күнекмәләре ярҙамында һеңдергән икән. Венер ағай Екатеринбург ҡалаһына күскәс, күп кенә егеттәр һымаҡ уҡ, был клубты ҡалдырырға тура килде: остазыбыҙ булмағас, унда артабан шөғөлләнеүҙең мәғәнәһен күрмәнем.
Былтырҙан алып талантлы тренер, Башҡортостан Республикаһының Панкратион федерацияһы президенты Радмир Хәйруллин етәкләгән "Комбат" клубында шөғөлләнәм.

Ниндәй ярыштарҙа ҡатнаштың?

- Бөтәһе егермегә яҡын ҙур ярышта ҡатнашҡанмындыр. 2013 йылдың декабрь айында булһа кәрәк, Өфөнөң "Динамо" спорт комплексында "Комбат" самооборона буйынса Бөтә Рәсәй асыҡ турниры үткәргәйне. Төркмәстандан, Тажикстандан, Ҡаҙағстандан, Ҡарасәй-Черкес, Дағстан республикаларынан бик көслө командалар килгәйне. Мин Дағстандан килгән Низам Рамазанов исемле егеткә ҡаршы сыҡтым. Матур алыш күрһәттек. Ауырттырыу ысулын ҡулланғайным, тамашаны ҡараусылар шул тиклем дәррәү алҡышларға, миңә маҡтау һүҙҙәре ҡысҡырырға кереште. Етмәһә, һигеҙ мөйөшлө рингта һуғышыу үҙе үк дәрт бирҙе, рухты күтәреп ебәрҙе. Был осрашыуҙа Дағстан егетенән мәрәйҙәр буйынса ҡалышып, еңелдем. Һуғыш самбоһы буйынса Дағстан чемпионы икән үҙе. Ярыштан һуң Низам менән дуҫлашып киттек.
Ошо ярышта тағы бер спортсыға ҡаршы сығырға тура килде. Бер минут ярым самаһы ваҡыт үткәс, ул миңә типкән сағында тегенең аяғынан тотоп алып, уң яҡтан һуғып, йығылттым да, аяғын тартып, ауырттыра торған алым ҡулландым. Һөҙөмтәлә, еңдем тегене. Шулай итеп, бөтә Рәсәй турнирында өсөнсө урынға лайыҡ булдым.
Тағы бер ҡыҙыҡлы осрашыу тураһында һөйләйем әле, булмаһа. Былтыр яҙ айҙарының береһендә панкратион буйынса республика чемпионаты үткәйне. Ике дәғүәсене еңдем дә, финалға дағстанлы дуҫыма - Низамға ҡаршы сыҡтым. Ләкин беҙ финалда һуғышып торманыҡ - көрәштек тә, бөттө. Беренсе урынды - уға, икенсе урынды миңә бирҙеләр. Шунан Волга буйы федераль округының панкратион буйынса ярышына әҙерләнә башланыҡ. Ул март айы тирәһендә Татарстанда үтте. Унда ике версия бар. Береһендә - мин, икенсеһендә Низам беренсе урын алды. Бер версияла еңгәс, финалға сыҡҡан дағстанлы дуҫыма ҡаршы көрәшеп тә тормай бирелдем. Һуңғы арала республика кимәлендәге ниндәй ярышта ҡатнашһаҡ та, финалға Низам менән бергә сығабыҙ. Беҙ, дуҫтар үҙ-ара һуғышырға, көрәшергә тейеш түгел, тип барабыҙ һәм урындарҙы шыбаға тотоу ярҙамында хәл итәбеҙ. Дуҫтарына ҡаршы көрәшергә тура килһә, күп спортсылар шулай итә. Кемдәрҙер һуғышмайынса ғына көрәшә. Бер-береңә һуҡмайһың, төртмәйһең - еңелсә генә көрәш күрһәтәһең. Ул сағында, кемгә уңыш йылмая - шул еңә инде.

Ниңә бындай аяуһыҙ спорт төрөн һайланың? Ҡул һуғышын, аңлауымса, бушлай секция булғаны өсөн һайлағанһың...

- Миңә электән тай боксы оҡшай торғайны, тигәйнем инде. Тай боксы ла бик аяуһыҙ спорт төрө бит. Сөнки бында сикләүҙәр аҙ. Сикләүҙәр ни тиклем аҙ - шул тиклем хәүеф тә күберәк. Ни тиклем хәүеф күп, ул спорт миңә шул тиклем нығыраҡ оҡшай.

Ә һин кемгәлер зыян эшләп ҡуйырһың, йәки үҙең имгәнермен, тип ҡурҡмайһыңмы?
- Ундай уйҙар ҙа була, әлбиттә, әммә ҡурҡыуға тиклем барып етмәй. Шуның өсөн дә күнекмәләр эшләргә кәрәк. Әгәр уйланып, хәүефләнеп, түшәктә тик ятһаң, бер нигә лә өлгәшә алмаясаҡһың, әлбиттә. Һине алып ташламаһындар, һиңә типмәһендәр, һуҡмаһындар өсөн бары тик күнекмәгә иртәрәк барырға, һуңыраҡ ҡайтырға кәрәк. Беҙ көн һайын күнекмә үтергә тырышабыҙ. Күнекмәләр миңә ышаныс өҫтәй. Һәр ярышта ҡатнашҡан һайын ышаныс арта. Шулай ҙа, күнекмә - бер, ә ярыш - бөтөнләй икенсе нәмә. Күп кеше күнекмәлә яҡшы һөҙөмтә күрһәтә, ә ярышҡа барһа - ҡалтырап төшә. Минең менән бергә шөғөлләнгән күп спортсыларҙа тулҡынланыу тигән нәмәнең әҫәре лә тойолмай. Ярыш алдынан дәғүәсене нисек алдарға икән, тигән һорау тураһында ғына уйланаһың. Башҡа уйҙар сығып оса. Шуға ла уңышлы сығыштарыбыҙ күберәктер, тип уйлайым. Уйҙарыңды ярыш алдынан нисек көйләйһең - күп нәмә шунан да тора. Еңәм, тиһәң, еңәһең инде. "Еңелерменме икән?" тигән шик тыуһа, әлбиттә, был ҙур етешһеҙлек булып тора. Спортсы бөтөн үҙгәрештәрҙе, яңылыҡтарҙы ла яҡшыға юрап, үҙен ыңғайға көйләргә тейеш. Шул саҡта ғына рух ныҡ була.

ЙОМҒАҠЛАП...
Бөгөн беҙ бик аяуһыҙ спорт төрө булараҡ танылған ҡатнаш ҡағиҙәле ярыш төрҙәрен үҙ итеүсе башҡорт егете менән әңгәмәләштек. Егеттең дуҫлыҡты ваҡытлыса ғына була торған еңеү ҡомарынан өҫтөнөрәк ҡуйыуына һоҡландыҡ, шул уҡ ваҡытта уның хәүеф менән хәүефһеҙлек араһындағы күҙгә күренмәҫ сик менән "шаярырға" әүәҫлеген дә үҙ ауыҙынан ишеттек. Нисек кенә булмаһын, был спорт төрөн һайларға теләгән йәштәргә фәһемле һүҙ әйтелде шикелле.

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.03.15 | Ҡаралған: 1570

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru