«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨЛКӘН ИРҘӘР “ҠОРОРАҠ”, Ә ЙӘШТӘР ХИСЛЕРӘК...
+  - 

Бөгөнгө заман ир-егеттәренә ниндәйерәк баһа бирәһегеҙ?

Сания СӨЛӘЙМӘНОВА, 65 йәш, Учалы ҡалаһы: Барыһын да бер ҡалыпҡа һалып фекер йөрөтөү дөрөҫ булмаҫ, шулай ҙа дөйөм һыҙаттарҙы билдәләп үтергә мөмкин. Минең йәшлек йылдарым комсомолдың ҡайнап торған, партияның әүҙем эшләгән, колхоз-совхоздарҙың сәскә атҡан сағына тура килде. Коллективлыҡ тойғоһо көслө булған быуын партия билдәләгән бурыстарҙы, алдына ҡуйылған "биш йыллыҡ"тар планын үтәү маҡсатында ал-ял белмәй эшләне. Ә хеҙмәткә хөрмәт булған ерҙә кешенең шәхси сифаттары ла яҡшыраҡ була. Шуға күрә лә минең йәштәгеләрҙең күбеһенә ялҡаулыҡ, яуапһыҙлыҡ, битарафлыҡ кеүек сифаттар хас түгел. Ә йәшерәк быуын был йәһәттән "аҡһай". Бигерәк тә ир-егеттәр ваҡланды. Мин бында кәүҙә бейеклеген түгел, ә күңел байлығын күҙ уңында тотам. Ғаиләгә ҡарата мөнәсәбәттәрҙә лә айырмалыҡтар күп. Әгәр ҙә элек атай кешенең ғаилә башлығы булыуын, һуңғы һүҙҙе ул әйтергә тейешлеген берәү ҙә инҡар итмәһә, бөгөнгө көндәге атайҙар араһында иҫәпкә бар - һанға юҡ булыусылар күп. Ғаиләнең үҙәге, уның терәге һаналыу өсөн донъяға ир енесенән булып тыуыу ғына етмәй. Бындай хоҡуҡты яулау өсөн ҡатыныңдың, балаларыңдың һәр көнөн бәхетле итеү маҡсатын уңышлы атҡарыу мөһим. Ә бәхет төшөнсәһе үҙ эсенә өйҙәге яҡшы мөхитте, етеш тормошто, бөгөнгө менән ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереүҙе, иртәгәһе көнгә ышанысты һыйҙыра. Ҡыҙғанысҡа күрә, замана ир-аттарының байтағы ошоно тормошҡа ашыра алмай. Шуға күрә ғаиләһенә лайыҡлы тормош тәьмин итә алмаған ир-атты ҡатын-ҡыҙ алыштырҙы: ул эшләй ҙә, балалар ҙа тәрбиәләй, йортон да һала, машина ла йөрөтә, бесәнен дә әҙерләй. Был төптө дөрөҫ түгел. Һәр кем үҙ урынында - ир-ат иңендә тормош йөгөн күтәрә алыусы, ә ҡатын-ҡыҙ улар эргәһендә гүзәллек өләшеүсе, йылылыҡ бөркөүсе, ғаилә усағына ҡуҙ өҫтәүсе булғанда ғына тормош алға барасаҡ. Ә бөгөнгө көн ысынбарлығы "өйөбөҙҙә" күҙәтелгән тәртипһеҙлектең, ҡатын-ҡыҙҙар менән ир-егеттәрҙең урындары алмашыныуының - хаостың - күрһәткесе ул.

Фәйрүзә ИШЕМҒОЛОВА, 45 йәш, Ҡыйғы районы: Ир-егеттәрҙе заманына ҡарап характерламаҫ инем. Һәр ваҡытта ла уңғандары янында миңрәүҙәре, егәрлеләре эргәһендә ялҡауҙары, сәләмәт тормош алып барыусылар йәнәшәһендә үҙ һаулыҡтарына төкөрөп ҡараусылар, айыҡ аҡыл менән донъя көтөүселәр араһында эскеселәре булған, бар һәм буласаҡ. Ни өсөндөр тормошта малайҙарҙың ысын ир-ат булып буй еткереүе атайҙар елкәһендә, тип ҡабул ителгән. Ләкин эргәбеҙҙә донъя тотҡаһы булырҙай йәки, киреһенсә, булдыҡһыҙ ир-егеттәрҙең күберәк булыуында беҙҙең, әсәйҙәрҙең, өлөшө лә ҙур. Күпселек осраҡта нәҡ әсәнең улы яҙмышына тәьҫире көслө була. Хатта кәләш алып, айырым тормош көтә башлағанда ла әсәһенең йоғонтоһонан айырыла алмайынса ғүмер итеүселәр күп. Кешенең холоҡ-һыҙаттары ғаиләлә тәрбиәләнә, ә тәүге орлоҡ әсәй һөтө менән тапшырыла. Хәҙер яңғыҙ әсәйҙәрҙең күп булыуы үҙен һиҙҙерә. Атай тәрбиәһенән мәхрүм малайҙарҙың характерында ҡатын-ҡыҙ һыҙаттары асыҡ сағыла. Быны әлегә оло мәсьәлә итеп күрмәһәк тә, алдағы быуындар яҙмышында асыҡ сағылып, насар роль уйнаясаҡ, тип хафаланам.

Лилиә УСМАНОВА, 25 йәш, Бөрйән районы: Үҙемдең йәштәштәремдән сығып һүҙ йөрөткәндә, хәҙерге заман егеттәренең үҙенсәлекле һыҙатын - үпкәселлекте билдәләп үтер инем. Уларҙың күбеһе ҡыйыуһыҙ, икеләнеүсән. Шул уҡ ваҡытта улар үҙҙәрен һәр саҡ хаҡ һәм алдынғы, тип уйлай. Тағы ла мине аптыратҡан да, борсоуға ла һалған күренеш - ниндәйҙер ҡапма-ҡаршылыҡлы һәм киҫкен хәл килеп тыуһа, ҡарар ҡабул итеү бурысын эшлеклерәк һәм тынысыраҡ ҡатын-ҡыҙға тапшырыу яйын ҡараусы егеттәр артты. Ғөмүмән, тиҙ һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү - тиҫтерҙәремдең күбеһе өсөн хәл ителмәҫлек мәсьәлә. Шулай ҙа йәштәр араһында уңышҡа өлгәшеүсе эшҡыуарҙарҙың арта барыуын иҫәпкә алғанда, был ваҡытлыса күренеш, тип уйлайым. Йәштәре ҙурайып, тормош тәжрибәһе артҡан һайын, донъяуи мәсьәләләрҙе йырып сығыу уларға еңелерәк буласағына ышанам. Олораҡ быуын ағайҙарҙы мин йомоғораҡ, үҙ хис-тойғоларын, уй-фекерҙәрен әйтеп бармаған ҡорораҡ кешеләр итеп күрәм. Ә йәштәр иһә - хислерәктәр. Шулай ҙа күпселек йәштәр тойғоларына зиһендәрен томаларға юл ҡуймай, уларҙың икеһе лә бизмәнде тигеҙ тарта.
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ икәнлеген йәш егеттәр нығыраҡ аңлай, минеңсә. Мәҫәлән, атайымдың, бабайҙарымдың һаулыҡтарын нығытыу маҡсатында ниндәйҙер витаминдар эсеп, төнәтмәләр файҙаланыуын, һыуыҡ үткәреп, дауаханала йөрөү-ҙәрен бер ҙә хәтерләмәйем. Ә дуҫтарым, йәш хеҙмәттәштәрем араһында тән температуралары 37 градус булһа, "үлергә" әҙерләнеп бөтөүселәр күп. Шулай уҡ улар аптеканан витаминдар алып эсәләр, ашамлыҡтарҙы файҙалы-файҙаһыҙға бүләләр, ялға ныҡ иғтибар бирәләр.

Гөлназ САФУАНОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.03.15 | Ҡаралған: 1506

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru