Башҡортостан юлдаш телеканалында, шулай уҡ интернет киңлектәрендә трейлеры барған "Әсә" фильмын күптәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән көтәлер, моғайын. Режиссер Айнур Асҡаров был фильмды драматург Шәүрә Шәкүрованың "Саҡ менән Суҡ" эпосы мотивтарына таянып яҙған сценарийы буйынса төшөргән һәм ул, ниһайәт, 26 февралдән тамашасы хөкөмөнә сығасаҡ. Ижади төркөм был турала журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе.
Фильм Президент грантына төшөрөлгән. Төп ролдәрҙе Йылайыр районынан Айгиз менән Нургиз Таҡаловтар, актер һәм режиссер Азат Йыһаншин, Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Юлиә Ғәләүетдинова, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусыһы Ғәлиә Вәхитова башҡара. Оператор - Санкт-Петербургтан Анна Рожецкая, ә фильмға музыканы композитор Камил Абдуллин яҙған. Әйткәндәй, музыкаль фрагменттарҙы "Лендокфильм" студияһында яҙҙырғандар, уларҙы Санкт-Петербург дәүләт филармонияһының симфоник академик оркестры башҡара. Музыкаға милли колорит өҫтәү өсөн оркестрға ҡыл-ҡумыҙ тауышы ла индерелгән.
Кино төшөрөү сәнғәте - ул ярайһы ҙур сығымдар талап иткән жанр. "Юрғаныбыҙға ҡарап, аяҡ һуҙырға" мәжбүр булһаҡ та, донъя мәҙәниәтендә башҡорт милли фильмы тигән төшөнсәнең үҙ урынын яулай барыуын да билдәләргә кәрәк. Ҡыҫҡа метрлы булһа ла, режиссер Айнур Асҡаровтың "Әсә" фильмы ла ошондай фильмдар рәтенән булмаҡсы, ахыры. Хәйер, ҡыҫҡа метрлы, тип әйтһәк тә, белгестәр уның иң яҡшы форматтарҙың береһе булыуын раҫлай, сөнки аҙ ваҡыт эсендә ваҡиғаны һөйләүе ауыр, әммә шуның өсөн дә ул тулыраҡ, ҡеүәтлерәк килеп сыға, был турала фильмдың төп генераль партнеры - "Башҡортостан" киностудияһы директоры Азамат Хужахмәтов та әйткәйне. Азамат Шәриф улы милли фильм сәнғәте өлкәһенә ҡағылған тағы ла бер мөһим әйбер тураһында иҫебеҙгә төшөрҙө: "Бөйөк, ҙур кино төшөрөү өсөн, аҡса юҡ, тип зарланып ҡына йөрөүселәрҙән айырмалы рәүештә, Айнур Асҡаров кеүектәр булған мөмкинлектәрҙе файҙаланып, үҙҙәренең хыялдарын тормошҡа ашыра белә. Был - иң дөрөҫ юл. Үҙ сиратыбыҙҙа, беҙ ундай ижад кешеләренә бөтөн яҡтан ярҙам итергә тырышабыҙ".
Ысынлап та, "Еңмеш" картинаһы менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә генә башҡорт тамашасыһының һөйөүен яулаған Айнурҙың яҡшы мәғәнәлә әйтелгән еңмешлеге артабан да уға яңы еңеүҙәр алып килер, тигән ышаныс бар.
"Әсә" фильмына килгәндә, уның сценарийы ла, оператор, рәссам эше лә, музыкаһы ла башҡорт режиссерҙарының яҡшы сифатлы кино төшөрә белеүен күрһәтеп тора. Саҡ менән Суҡ яҙмышы - башҡорт халҡының ғына түгел, ә тотош кешелектең фажиғәһе ул. Бала саҡта кемдер тарафынан һаҡһыҙ, уйланылмай әйтелгән һүҙҙең өлкәнәйгәс тә юҡ-юҡта кире ҡалҡып сығып, яҙмышына йоғонто яһағанын барыһы ла таныр, моғайын. Шуның кеүек, әсә кешенең ҡарғышын да кире ҡайтарып булмай, фильмдың геройҙарын ул тағы эҙәрләйәсәк әле... Шәүрә Шәкүрова ысын әсә булыуҙың мөһимлеген һөйләгән боронғо бәйет менән уға ҡапма-ҡаршы булған заманса теманы бергә ҡушып, иҫ киткес матур тарих килтереп сығара алған. Ундағы һәр ваҡиға, актерҙарҙың һәр ҡылығы, һәр һүҙе үҙен аҡлай. Ҡыҫҡаһы, йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр, ти халыҡ аҡылы. Бер фильмды йөҙ тамашасы күрә икән, улар уны йөҙ төрлө аңлаясаҡ, художестволы сәнғәттең көсө тап ошонда. Һәр хәлдә, "Әсә" фильмы һеҙҙе күп нәмә тураһында уйланырға мәжбүр итәсәк.
Әйткәндәй, баш ҡалала үткән премьеранан һуң, "Әсә" фильмы Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Белорет, Баймаҡ, Сибай ҡалаларының кинотеатрҙарҙарында күрһәтеләсәк. Фильмдың продюсеры Фәнил Ғәлимов әйтеүенсә, Өфөлә фильм бер аҙна тирәһе барасаҡ.
Ләйсән НАФИҠОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА