Бәләкәй саҡтарында малайҙарымдың: "Әсәй, һинең яратҡан байрамың ниндәй?" - тигән һорауҙарына: "Еңеү көнө", - тиһәм, улар мине алдаша тип уйлап, яуабымды күңелдәре кителеберәк ҡабул итә ине. Сөнки балалар Яңы йылдан да шәп байрам булырға мөмкинлегенә ышана ла алмай. Яңы йыл да оҡшай, әлбиттә, әммә ул - күберәк ғаилә, күңел асыу байрамы, ә Еңеү көнө - дөйөм халыҡ тантанаһы, һағыш ҡатыш шатлыҡ байрамы, ул барса илде берләштергән, һәр ғаиләгә ҡағылған көн тип аңлатырға тырышҡан булам. Тик малайҙарҙың: "Беҙ ҙә, ҙурайғас, Еңеү көнөн ярата башлаясаҡбыҙмы?" - тигән бер ҡатлы һорауҙарына ҡапыл ғына нимә тип әйтергә лә белмәй инем. Сөнки элегерәк беҙгә, ветерандар һаны кәмегән һайын, был байрамдың бәҫе кәмер, ул онотола барыр, йәш быуын тарафынан өҫтәмә ял көнө тип кенә ҡабул ителә башлар кеүек тойола ине…
Ә тормошта киреһенсә килеп сыҡты: йылдан-йыл Еңеү көндәре ил күләмендә киңерәк ҡолас менән, тантаналыраҡ, йылыраҡ, ихласыраҡ итеп билдәләнә башланы. Тик беҙҙең атайҙарҙың был бәхетле көндәрҙе күрә алмауы, иҫән ветерандарға күрһәтелгән оло хөрмәттән мәхрүм булыуы ғына йөрәкте әрнетә ине. Улар заманында фронтовиктар ҙа күберәк, ил дә ярлыраҡ булды, 9 май байрамдары күпкә ҡайтышыраҡ үтте бит. "Ярай әле һинең атайың Еңеүҙең 50 йыллығын күргән. Бына беҙҙекеләр бөтөнләй Еңеү тураһында ла белмәй, яу яланында ятып ҡалған бит", - тип әйтеүселәр янында иһә мин бәхетлерәк инем.
Һәм бына ниндәй мөғжизә: быйыл Бөйөк Ватан һуғышының бөтә һалдаттары ла - һуғышта ҡалғандары ла, ҡайтып вафат булғандары ла - тереләр менән бергә байрам майҙанына килде, фотоһүрәттәрҙә булһа ла, еңеүселәр сафында атланы. Мең рәхмәт "Үлемһеҙ полк"ты уйлап сығарған кешеләргә! Күпме яралы күңелдәрҙе бөтәйтте, һағышлы йөҙҙәрҙе яҡтыртты был сара. Бына шулай һәр кем үҙенең ғаилә геройын иҫкә алырға мөмкинлек булғанда, ысынлап та, бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаясаҡ.
2012 йылда Томск ҡалаһында башланған акция йылдан-йыл киңәйә барып, быйылғы юбилей йылында 12 миллиондан ашыу кешене тупланы. Мин дә атайым, 1942 йылдың йәйендә 18 йәшендә фронтҡа алынып, Германияға тиклем яу юлдары үткән, ике тапҡыр аяғынан ҡаты яраланған һәм егерме йыл элек ошо уңалмаған яраларынан вафат булған Мөхитдин Мусиндың фотоһүрәтен тотоп, йөҙәрләгән кеше араһында Асҡар ауылының үҙәк майҙанынан ҙур ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ тойғоһо менән үттем. Гүйә, уның рухы миңә рәхмәт әйткән кеүек булды.
Иң мөһиме, "Үлемһеҙ полк", Рәсәй Президенты В. Путин әйткәнсә, кабинеттарҙан, административ структураларҙан түгел, ә йөрәктәрҙән сығыуын раҫлап, олоһон да, кесеһен дә, пенсионерын да, студентын да, түрәһен дә, ябай эшсеһен дә, бай эшҡыуарҙы ла, аҙ тәьмин ителгәнен дә дөйөм бер сафҡа баҫтырҙы. Ғаиләһендә фронтта ҡатнашҡан ата-олатаһы булмағандар ҙа, алыҫ туғанының йә күршеһенең портретын тотоп, мөһим саранан ҡалышҡыһы килмәне. Байтаҡ халыҡ район ауылдарынан махсус рәүештә килгәйне. Элек шулай күмәкләп демонстрацияға сыға торғайныҡ. Тик уларға беҙҙе күберәк мәжбүр итеп ҡыуалар ине. Ә был юлы һәр кем йөрәк ҡушыуы буйынса, үҙенең дә Еңеүсенең балаһы йә ейәне булыуы менән ғорурланыуын белдерергә килде. Ысын мәғәнәһендә берләштереү көнө ул Еңеү байрамы. Ә беҙгә дәүләт ниндәйҙер Берҙәмлек көндәре булдырып, көсләп ҡушып ҡараны. Берҙәмлек көнөн уйлап табыу кәрәкмәй, бына ул - Еңеү көнө, "Үлемһеҙ полк"! Һәр ғаиләнең шәхси иҫтәлеге беҙҙе дөйөм бер Тере Хәтер булып ойошторҙо.
Кесе улым да быйыл класташтары менән тәүге тапҡыр парадта ҡатнашты. Өйгә ҡайтҡас та, һәр ваҡыттағыса, компьютерға йомолманы, телевизорҙы асып, башынан аҙағынаса Ҡыҙыл майҙандағы парадты, "Үлемһеҙ полк"ты ҡараны. Бер нәмә өндәшмәһә лә, мин уның күңеленән был байрамдың мөһимлеген тәрәндән аңлай башлауын тойҙом. Моғайын, бер ваҡыт ул да, олатаһының фотоһүрәтен тотоп, ғорурлыҡ менән "Үлемһеҙ полк" сафында атлар. Аҙаҡ уның балалары… Бөйөк Еңеүҙең 100 йыллығы ла, артабанғылары ла бөгөнгөләй тығыҙ сафтарҙа үтер... Хатта бер генә тере ветеран ҡалмаһа ла… Тик минең быуындың ғаилә геройы булып һаман шул атайым ҡалһын ине. Башҡа геройҙар булһа-булһын, тик улар һуғыштыҡы булмаһын…
Рәхимә МУСИНА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА