Әсе һалҡын ел, күк йөҙөн баҫып алып яуған һыуыҡ ямғыр ҙа Өфөнөң төп майҙанына йыйылыусыларҙы ҡурҡыта алманы. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған парадты ҡарарға һәм һуғышта ҡатнашҡан олатай-өләсәйҙәренең фотоһы ҡуйылған транспораттар менән "Үлемһеҙ полк" сафтарында үтергә тип, ҡаланың төрлө мөйөштәренән меңәрләгән кеше ағылды. Тантаналы марш менән үтәсәк һалдаттар, курсанттар, кадеттар, төрлө көс структуралары, ойошма хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары тигеҙ сафтар булып теҙелеп, ҡуҙғалырға бойороҡ көтә. Бөйөк Ватан һуғышын үткән фронт һәм тыл ветерандары автобустарҙан төшөп, ҡала Советы янындағы трибуна тирәләй урынлаша. Барыһы ла парадҡа әҙер.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған парадҡа 300-ләп һуғыш һәм тыл ветераны саҡырылды. Бер көн алда уларға тантаналы рәүештә байрам миҙалдары тапшырылды, 9 майҙа иһә, улар республиканың төп парадын ҡарарға килде. Ветерандарҙың яҙмышы төрлө-төрлө, шулай булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы ете тиҫтә йыл элек тамамланған ҙур фажиғә берләштерә.
Әбйәлил районынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында һуғышҡан Ғәйфулла Ғәбитовтың бар теләге ошо ғәрәсәтте үтеп, еңеп, тыуған яҡтарына ҡайтыу, туғандарын күреү була. "Эй, Аллам, беҙгә бит орден-миҙалдары ла кәрәкмәй, тере ҡайтарып, тыуған яғымды ғына күрергә насип ит", тип һорай торғайным Хоҙайҙан", - тип хәтерләй ул йылдарҙы ветеран. 2-се һәм 3-сө Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры, батырлығы өсөн тағы ла бихисап миҙалдар менән менән наградланған яугирға тыуған яғына ҡайтырға насип була. "Аллаһы Тәғәлә ошо тамуҡтан тереләй генә ҡайтарып ҡалманы, балаларымды, ейән-ейәнсәрҙәремде, бүлә-бүләсәләремде күрергә насип итте", - ти ул күҙ йәштәре аша.
"Беҙҙең бала сағыбыҙ, йәшлегебеҙҙең иҫтәлеге ул был һуғыш. 70 йыл һуғышһыҙ ғүмер - ниндәй ҙур бәхет, тик хәҙерге быуын онотмаһын, ҡәҙерен белһен ошо бәхеттең. Кешелеккә бындай һуғыштарҙы ҡабаттан күрергә яҙмаһын", - ти Архангел районынан һуғыш ветераны Таһир Айытбаев. 1944 йылда ун ете йәшендә үҙ теләге менән һуғышҡа киткән егет көнсығыш сиккә эләгә һәм япондарға ҡаршы һуғышта ҡатнаша, һуғыш бөткәс тә әле хәрби хеҙмәтен дауам итеп, бары тик 1951 йылда ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.
"Һуғыш бөткән ваҡытта мин Мәсәғүттә педучилищела уҡып йөрөй инем. Ул ваҡытта радио, телефон мәсьәләһе бик ҡыҫынҡы ине. Һуғыш бөткәнен училище директоры Шамил Мортаза улы ишетеп, халыҡҡа иғлан итте. Бар халыҡ, студенттар митингҡа йыйылдыҡ. Шамил Мортаза улы матур итеп доклад һөйләне. Оҙайлы һуғыш тамамланыуына халыҡ бик шат ине. Ул трибунанан төшөп тә өлгөрмәне, уға бер конверт килтереп тотторҙолар. Уны асып уҡыны ла ағайыбыҙ, йығылып китте. Баҡтиһәң, был улының "похоронка"һы булған икән. Ана шулай тетрәндергес бер мәл булып минең хәтеремдә уйылып ҡалды ул һуғыш тамамланған көн", - тип хәтерләй тыл ветераны, Шишмә районынан Риза Вәлиев.
Ветерандар менән аралашҡан арала парад башланыуға команда бирелде. Хәрби көстәр полковнигы, парад менән командалыҡ итеүсе Салауат Яҡупов Башҡортостандың хәрби комиссары полковник Анатолий Балтинскийға парадҡа әҙер булыуҙары тураһында белдерҙе. Парадты Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатының барабансылары асып ебәрҙе. Шулай уҡ парад коробкалары араһында һуңғы йылдарҙа ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашҡан яугирҙар ҙа бар ине.
Хәрби парад тамамланғас, майҙанға һуғышта ҡатнашҡан ата-әсәйҙәренең, олатай-өләсәйҙәренең фотолары эленгән транспаранттар тотҡан ҡала халҡы "Үлемһеҙ полҡ"ҡа теҙелде. Һуңғы йылдарҙа грандиоз сараға әйләнгән "Үлемһеҙ полк" быйыл Өфө урамдарына 20 мең кешене алып сыҡты. "Был ябай фотолар ғына түгел. Был фотоларҙа беҙҙең именлегебеҙ өсөн фронтҡа юлланған кешеләрҙең көслө, һынмаҫ рухы сағыла. Кемдәрелер яу ҡырҙарынан ҡайта алмай, ғүмерҙәрен Ватаны өсөн фиҙа иткән, кемдәрелер тыуған яҡтарына ҡайтып, емерелгән хужалыҡты төҙөкләндереүгә көс һалған. Эйе, был ғорурлыҡ, беҙ уларҙың батырлыҡтарын хәтерләргә, улар менән ғорурланырға тейешбеҙ", - ти 11-се синыф уҡыусыһы Айнур Ситдиҡов. "Беҙ һуғыш ветерандары, унда һәләк булыусы кешеләр хаҡында Еңеү көнөндә генә хәтерләргә түгел, ә көндәлек тормошобоҙҙа шул кешеләргә рәхмәтле булырға тейешбеҙ", тип һүҙгә ҡушыла янында торған егет.
Шулай итеп...
Өфө парады үҙенең масштабтары һәм мөмкинлектәре буйынса Рәсәйҙең баш ҡалаһында үткән парадтан күпкә ҡалыша, әлбиттә, әммә сараның дөйөм рухы күпкә ыңғайыраҡ, изгерәк, ихласыраҡ тойолдо. Һуңғы ваҡытта илдең төп парады "көс" агитацияһына әйләнә бара кеүек. Унда илдең ҡораллы көстәрен күҙҙән үткәреп, "Кәрәк булһа, беҙ бөгөн дә ата-бабаларабыҙҙың юлын ҡабатлай алабыҙ", тигән девиз аҫтында һуғышҡа әҙерлек күрһәтелгәндәй. Ысын һуғыштың эсендә булған һәм уның эҙемтәләрен яҡшы белгән ветерандар өсөн был ҡыуаныс була аламы икән? Юҡҡа ғына улар донъяға тыныслыҡ теләмәйҙер бит инде. Тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәнһәк ине, парадтарҙа күрһәтелгән һуғыш ҡоралдары бары тик ошондай сараларҙа ғына сығарылһын ине майҙандарға...
Азамат САЛАУАТОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА