«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘСИРЛЕКТӘ ҮЛГӘН ЯҠТАШЫМА АҠ СИРЕНЬ ГӨЛЛӘМӘҺЕ...
+  - 

Кесе Ватаныма - Пермь өлкәһендәге Барҙымыма ҡайтҡан һайын мәсеткә инмәй ҡалмайым. Унда мине һәр саҡ оло йөрәкле, ихлас имам Нәзир хәҙрәт Кучуков ҡаршылай. Ул эштәрем, сәйәхәтем, сәләмәтлегем менән ҡыҙыҡһына, башланғыстарымды, проекттарымды хуплай, кәңәштәрен бирә.

Сираттағы ҡайтҡанымда ул миңә бер ҡағыҙ бите күрһәтте. Ул СССР Оборона министрлығының Үҙәк архивы справкаһы ине. Хәрби хеҙмәткәрҙе эҙләү, яҙмышын асыҡлау, ерләнеү урыны тураһындағы запроста Сотанай ауылынан яҡташым Ҡаҙанбаев Гәрәй Моталлап улының мәғлүмәттәре теркәлгәйне. Унда 1908 йылда Сараши ауылында тыуған Гәрәй Ҡаҙанбаевтың 1941 йылдың 24 авгусында әрме хеҙмәтенә алыныуы яҙылған. Уның менән бәйләнеш 1942 йылдың апрелендә өҙөлә. Ә справканың аҙағында ҡот осҡос хәбәр: 1942 йылдың 5 апрелендә Германияла әсирлектә үлә. Икенсе биттә уның һәләк булған урыны тураһында мәғлүмәт бирелә: "Шталаг 304. Цайтхайн".
Нәзир ағай шул ваҡытта миңә: "Нәсүр улым, һин төрлө ерҙәрҙә йөрөйһөң, төрлө илдәрҙәге кешеләр менән аралашаһың. Әгәр яҡташыбыҙҙың эҙен табыу мөмкинлегең тыуһа, изге эш башҡарыр инең", - тине. Мин документты үҙем менән алдым һәм был һөйләшеүҙе бер ваҡытта ла иҫемдән сығарманым. Һәм бына эҙләнеүҙәрем мине быйыл 9 майҙа элекке концентрацион үлем лагеры Цайтхайнға алып килде. Цайтхайн ситендәге 169-сы федераль трасса буйында урынлашҡан был ҡыҙыл гранит менән көпләнгән биш метр бейеклегендәге мемориал.
1941 йылдың 22 июнендә Советтар Союзына һөжүм итер алдынан вермахт юғары командалығы совет әсирҙәрен урынлаштырыу өсөн яңы 60 лагерь төҙөргә бойора. Уларҙың һәр береһендә 30 мең әсирҙе һыйҙырыу күҙаллана. Ул ваҡытта лагерҙар, башҡалары кеүек үк, Польшаның һәм СССР-ҙың оккупацияланған территорияларында төҙөлөргә тейеш була, 14 лагерға Германияның үҙендә ер бүленә. Уларҙың береһе Цайтхайн полигоны территорияһында була. 1941 йылдың апрелендә бында төҙөлөш эштәре башлана. 1941 йылдың июлендә беренсе әсирҙәр килтерелә. Теркәлгәндән, исем өсөн медицина тикшереүе һәм гигиеник таҙартыу үткәндән һуң, улар башта асыҡ һауа аҫтында йәшәй. Территория бары тик ике ҡат сәнскеле сымдан торған ҡойма менән уратыла. Хәрби әсирҙәрҙе урынлаштырырға барактар ҙа, палаткалар ҙа булмай. Әсирҙәр тәбиғәт көйһөҙлөгөнән йәшенеү маҡсатынан үҙҙәренә землянка ҡаҙып ала. Барактар, аш-һыу урыны төҙөү, ҡоҙоҡтар ҡаҙыу эше бының өсөн етерлек күләмдә әсирҙәр тупланғас ҡына башлана. Былай ҙа етерлек кимәлдә ризыҡ менән тәьмин ителмәгән әсирҙәр һыуҙы күләүектәрҙән эсергә мәжбүр була. Бындай шарттарҙа аслыҡтан шешенеү, зәңге, хроник эс китеү киң тарала һәм былай ҙа ауыр һуғыштарҙан, оҙайлы этаптан хәлһеҙләнгән әсирҙәрҙе тағы ла көсһөҙләндерә.
1941 йылдың декабренән 1942 йылдың мартына тиклем сабыртмалы тиф эпидемияһы һөҙөмтәһендә лагерь карантинда була. Әгәр карантин башланғанға тиклем унда 10 677 әсир иҫәпләнһә, карантин бөткәндә, 1942 йылдың апрелендә, был һан ни бары 3729-ға ҡала. Лагерь ҡабул итеү-бүлеү урыны булып хеҙмәт итә. Әсирҙәрҙе бер туҡтауһыҙ килтерәләр һәм алып китеп торалар: кемде эшкә, кемде фашистар тарафынан оккупацияланған икенсе илдәргә, кемде үлемгә... Мәҫәлән, 1941-1942 йылдарҙа, Дрезден гестапоһының өс криминалисынан торған оперкоманда тарафынан Цайтхайн лагерынан Бухенвальд концлагерына оҙатырға 1 мең самаһы әсир "һайлап алына". Улар килтерелеү менән ат һарайында махсус рәүештә совет хәрби әсирҙәрен юҡ итеү өсөн йыһазландырылған камерала атыла. Һуңынан кәүҙәләре крематорийҙа яндырыла. Цайтхайнда барлығы 23 мең совет хәрби әсире юҡ ителә. Улар араһында яҡташыбыҙ Ҡаҙанбаев Гәрәй Моталлап улы ла бар.
Лагерҙа дүрт зыярат урынлашҡан. Унда яҡташымдың исем-шәрифен оҙаҡ эҙләнем. Мемориал хеҙмәткәрҙәре биргән мәғлүмәт буйынса, Гәрәй Моталлап улының 2-се зыяратта ерләнеүен белдем. Урман араһында йөрөй торғас, ниһайәт, ҡайындар араһындағы зыяратҡа килеп сыҡтым. Уртала ҡыҙыл мәрмәр һәйкәл тора. Ерләнеүселәрҙең исем-шәрифе яҙылған 24 тимер стела. Йөрәк һыҙа... Таныш исемде эҙләйем. Һәр стелала ваҡ ҡына хәрефтәр менән 3888 кешенең исем-шәрифе яҙылған. Барыһын да уҡып сыҡтым, әммә яҡташымдың исемен тапманым. Кис тә етеп килә...
Зыяраттан сыҡтым да үләнгә ултырҙым. Тирә-яҡта бер кем юҡ. Бары тик ҡоштар ғына һайраша һәм ҡайындарға елдәр сер һөйләй. Уйланып, оҙаҡ ултырҙым... Һуңынан Мәккә яғына боролдом да, намаҙ уҡып, ҡабаттан зыяратҡа индем. Был юлы стелаларҙың һуңғыһынан башларға булдым. Эй, Хоҙайым, 10 минуттан таныш фамилияны күрҙем - Ҡаҙанбаев... Уны ҡабат-ҡабат уҡыным. Юҡ, хаталанмайым, яңылышмайым: ингән яҡтан алтынсы стела, уң яҡтағы рәттә өҫтән 32-се фамилия. Әсирҙәр барыһы бергә оҙонлоғо - 60, киңлеге 1,8 метрлыҡ траншеяла ерләнгәндәр. Ҡәберҙәр өҫтөндә йылы май еленә аҡ, тумалаҡ башлы бәпембәләр эйелеп-бөгөлә. Уларға оҙаҡ итеп ҡарап торҙом. Әйтерһең дә, хәрби әсирҙәр ҡәберҙәренән таҡыр итеп ҡырылған баштарын сығарып: "Кешеләр, беҙ бында! Беҙ Тыуған илебеҙҙе һаҡланыҡ! Онотмағыҙ беҙҙе... Зинһар, онотмағыҙ беҙҙе!" - ти. Күҙ йәштәре аша яҡташымдың исеме эргәһенә алып килгән аҡ сирень гөлләмәһен урынлаштырҙым һәм ҡәбер траншеяһы ҡаршыһына ултырып, тағы бер тапҡыр белгән доғаларымды уҡыным. Яҡташымдың туғандарына тапшырырға тип ҡәберҙән бер ус тупраҡ һалып алдым.
Үҙәк зыяраттағы килеүселәр өсөн булдырылған журналға түбәндәге юлдарҙы яҙып ҡалдырҙым: "2015 йыл, 9 Май. Мин Рәсәйҙән (Пермь крайы, Барҙа ауылы) Нәсүр Йөрөшбаев. Бында яҡташым, 1942 йылдың 5 апрелендә Цайтхайн лагерында һәләк булған Ҡаҙанбаев Гәрәй Моталлап улының иҫтәлеген хөрмәтләргә килдем. Уға һәм фашизм тотҡондарының барыһына ла мәңгелек дан. Беҙ һеҙҙе бер ваҡытта ла онотмабыҙ! Тыныс йоҡлағыҙ, ҡәҙерле туғандар! Барҙа халҡы исеменән - Нәсүр Йөрөшбаев".
1945 йылдың 23 апрелендә Ҡыҙыл Армия частары Цайтхайн лагерын азат итә. Азат ителгәндән һуң бихисап айҙар үткәс тә элекке әсирҙәрҙең күптәре әсирлек эҙемтәһенән вафат була...

Нәсүр ЙӨРӨШБАЕВ,
журналист, кинодокументалист.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.06.15 | Ҡаралған: 1367

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru