Бәхет һәм бәхетһеҙлек төшөнсәләрен һәр кем үҙенсә аңлай. "Мин бәхетле!" тип әйтер өсөн кеше тик үҙенә генә кәрәкле нәмәгә эйә булырға тейеш. Берәүҙәргә бәхет - ул йорт тулы йыһаз, кеҫә тулы аҡса булһа, икенселәр өйө тулы балалар уйнап йөрөүҙе бәхет тип һанарға мөмкин. Әйткәндәй, балаларыбыҙ өсөн бәхет төшөнсәһе нимәне аңлата икән? Үҙебеҙҙе борсоған төрлө һорауҙарға яуап табыу өсөн Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан Өфө ҡалаһының 13-сө башҡорт балалар баҡсаһы-башланғыс мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Юлиә Ҡыуандыҡова, Розалия Аҙнаева, Айрат Ғайсин, Тамсы Үтәбаева, Тимур Зантыкин менән әңгәмәләштек.
1 июндә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө икәнен беләһегеҙ, эйеме? Әйтегеҙ әле, һеҙҙе кемдәр нимәнән яҡлай икән?
Тамсы: Мине әсәйем менән атайым бөтә насар нәмәләрҙән дә яҡлай. Мәҫәлән, ауырыуҙарҙан...
Розалия: Мине лә өләсәй менән олатай яҡлаша ул...
Тимур: Өләсәйем менән олатайым мине ауылда уҫал эттәрҙән яҡлай.
Айрат: Беҙ бында, балалар баҡсаһында уйынсығын тартып алһалар, дуҫтарҙы яҡлайбыҙ.
Тамсы: Минең дуҫым малай кеше, ул Баязит исемле. Ул мине ҡарап ҡына йөрөтә...
Бәхет тигән һүҙҙе аңлайһығыҙмы, ул нимә була ул?
Розалия: Мин әсәйем эргәһендә булһам, бәхетлемен. Мин тағы ла сәскәләр йыйғанда бәхетлемен, миңә бик-бик рәхәт була шул саҡта, быйыл да йыйҙым сәскәләрҙе...
Юлиә: Миңә йылмайғанда, күңелле булғанда бик тә рәхәт.
Айрат: Мин бәхеттең нимә икәнен белмәйемсе. Рәхәт булһа, бәхетле булалармы ул? Атай-әсәйем миңә уйынсыҡ алып бирһә, мин шатланам, тимәк, мин бәхетле буламмы икән? Уйынсыҡ алып бирмәһәләр ҙә рәхәт ул миңә.
Тамсы: Ә миңә уйынсыҡтар алып бирһәләр, барыбер рәхәтерәк була.
Тимур: Мин ауылда олатайым менән балыҡ тоторға барғайным, ҡармаҡҡа бер балыҡ та ҡапманы. Шул мәлдә миңә бик тә рәхәт булғайны, ул саҡты әле лә онота алмайым, тимәк, мин бәхетле булғанмын...
Йәйгеһен ниндәй эштәр менән мәшғүл буласаҡһығыҙ?
Тимур: Мин атайым-әсәйем менән санаторийға ял итергә китәм.
Айрат: Йыл да ауылға өләсәйемә барам, тыңлашып ҡына йөрөһәм, ул миңә әкиәттәр һөйләй. Өләсәйемдең тауыҡтары күп, шуларҙы баҫтырам ҡайһы саҡ, тик улар гел ауырый.
Юлия: Йәйгеһен иң яратҡан шөғөлөм - бассейнда йөҙөү. Яҡшы йөҙәм мин.
Ниндәй байрамдарҙы яратаһығыҙ?
Айрат: Ҡыш бабай бүләк биргәс, мин Яңы йылды яратам инде. Быйыл ул бүләк иткән планшетта төрлө уйындар уйнайым, йәнһүрәттәр ҡарайым. Оҙаҡ ултырһам да миңә атай-әсәйем көймәй.
Розалия: Ә миңә компьютер артында оҙаҡ ултырырға ярамай, шуға яратҡан "Винкс", "Маша әкиәттәре" йәнһүрәттәрен күп ҡарай алмайым. Миңә балалар баҡсаһында үткәрелгән бөтә байрамдар ҙа оҡшай, беҙ бында йырлайбыҙ, бейейбеҙ, шиғырҙар һөйләйбеҙ.
Тамсы: Беҙ компьютерҙың зарядкаһын юғалттыҡ шул...
Юлиә: Ҡыш бабай гел мин һораған уйынсыҡтарҙы ғына бүләк итә былай. Был юлы пони менән жираф алдым унан.
Тимур: Мин пультлы машина һорағайным, ул ни, аҡса бирҙе лә, беҙгә үҙебеҙгә һатып алырға тура килде. Ҡыш бабай ундай машиналарҙы белмәй, шуға боландар егеп йөрөй.
Балалар баҡсаһын тамамлағас, нимә эшләйһегеҙ инде?
Розалия: Әсәйем инглиз теле уҡытылған мәктәпкә уҡырға барырһың, тине. Быйыл миңә алты йәш, көҙгөһөн үк мәктәпкә барасаҡмын.
Айрат: Инглиз телен мин әҙерәк белә инем, һеҙҙең менән һөйләшкәнсе оноттом да ҡуйҙым.
Тимур: Мин турист инем (баҡтиһәң, төрөк икән - Ред.), башҡортҡа әйләндем, хәҙер тик башҡортса ғына һөйләшәм, мәктәпкә барғас, киренән төрлө телдәрҙе өйрәнеп алырмын әле.
Атай-әсәйегеҙҙе яратаһығыҙмы?
Розалия: Бик ныҡ яратам, сөнки улар төрлө тәтәйҙәр алып бирә.
Айрат: Ата-әсәйемде лә, бәпәйҙе лә яратам. Уның исеме Риана, мин үҙем һайлаштым.
Тамсы: Ә минең әсәйем бәпәй алманы әле.
Юлиә: Байрамдар һайын яратҡан кешеләремә матур һүрәттәр төшөрөп, төҫлө ҡағыҙҙар менән открыткалар бүләк итәм. Улар мине яратып, бүләктәр алып бирә бит, мин дә уларҙы ҡыуандырырға тырышам.
Кәйефһеҙ саҡтарығыҙ буламы, әллә гел йылмайып ҡына йөрөйһөгөҙмө?
Розалия: Бейеү түңәрәгенән ҡайтҡанда мин йылмаймайым, сөнки ныҡ арыйым, хәлем ҡалмай.
Тимур: Арыһам да кәйефем була ул, тик ауырығанда ғына миңә күңелһеҙ, ҡыйын.
Юлиә: "Тыныслыҡ", "Бәхет өсөн" йырҙарын өйрәнгәйнек балалар баҡсаһында. Бәхетле булыу өсөн балаларға әсәй бешергән йылы икмәк кәрәк, тиелә унда. Һеҙгә йырлап күрһәтһәк, хәҙер үҙегеҙ ҙә аңларһығыҙ әле, бәхет өсөн нимә кәрәк булыуын.
Айрат: Минең әсәйем шул йылы икмәкте үҙе бешерә, йоморо ғына итеп. Тик беҙҙән әле ул йоморо икмәк ҡасып киткәне юҡ.
Розалия: Әсәйем тәртипле бул, тыңлаш, матур йөрө, тип өйрәтә, бәхетле бул, ти. Шуға мин бәхетле инде ул.
Һеҙ үҫкәс кемгә оҡшарға теләр инегеҙ?
Айрат: Мин Человек-Паук һымаҡ булғым килә, уныҡы һымаҡ костюмым да бар. Уға рәхәт, үрмәксе ауы эшләп тотоноп йөрөй ала. Үҫкәс, полицейский булам - улар бандиттарҙы, машинала ҡайыш таҡмай шәп итеп йөрөүселәрҙе төрмәгә ябалар.
Розалия: Мин Винкс кеүек булғым килә, ул матур, аҡыллы. Ә үҫкәс, табип булам, балаларҙы дауалайым.
Тамсы:. Үҫкәс кем булырға ла белмәйем әле. Гимнаст булырмын ул, мостик менән шпагат эшләргә күптән беләм.
Тимур: Минең геройым - Черепашки-ниндзя. Улар кешеләрҙе төрлө яуыздарҙан ҡотҡара. Мин дә кешеләрҙе ҡотҡарғым килә, шуға теш табибы булам.
Юлиә: Мин парикмахер булам, әле сәсте төрлөсә үрергә өйрәнә башланым.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан был байрамдың төп сәбәпселәре - балалар менән бына ошондай бик етди һөйләшеү килеп сыҡты. Баҡтиһәң, балаларыбыҙға бәхет өсөн эргәләрендә яҡлаусылар һәм бала саҡ хыялдарын тормошҡа ашырырға ярҙам итеүсе иң яҡын кешеләре - ата-әсәләре һәм олатай-өләсәләре булыуы ла етә икән.
Камила ҒӘЛИЕВА яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА