«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ ВУЗ НИНДӘЙ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ? ӘЛБИТТӘ, СИБАЙ ИНСТИТУТЫ ҺЫМАҠ!
+  - 

Мәғариф өлкәһендә туҡтауһыҙ барған төрлө үҙгәрештәрҙе урта белем биреүсе мәктәпкә генә бәйләп ҡабул итергә күнектек шикелле. Әммә реформалар юғары белем биреүсе йорттарҙы ла ситләтеп үтмәне. Һуңғы осорҙа Рәсәй вуздарында бюджет урындарының ғына түгел, хатта вуздарҙың үҙҙәренең һаны ҡыҫҡара барғанда республикалағы белем усаҡтарының хәле күптәрҙе борсоуға һалалыр, моғайын. Бөгөнгө заман, ил етәкселеге юғары белем биреүсе уҡыу йорттарына ниндәй талаптар ҡуя? Бындай шарттарҙа вуздарҙың үҫеш перспективаһы ниндәй? Хәҙерге заман хеҙмәт баҙарында ниндәй белгестәр талап ителә? Ошо ябай булмаған һорауҙарға яуаптарҙы Башҡорт дәүләт университеты Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтовтың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, педагогика фәндәре кандидаты Азамат КӨМӨШҠОЛОВ һәм техник фәндәр кандидаты, педагогика фәндәре докторы, профессор Азат ВӘЛИЕВ менән бергә эҙләйбеҙ.

Бөгөнгө заманда абитуриенттар өсөн мөмкинлектәр ҙурыраҡ, улар ауылында ғына ултырып, БДИ һөҙөмтәләре менән ҙурыраҡ ҡалаларҙа, сит өлкәләрҙә урынлашҡан вуздарға уҡырға инә ала. Ошондай шарттарҙа юғары белем биреүсе уҡыу йорто, бигерәк тә милли вуз замандан артта ҡалмаҫ өсөн ниндәй булырға тейеш?

Азат ВӘЛИЕВ А. Вәлиев: Юғары квалификациялы белгес әҙерләү өсөн вуздың тейешле кимәлдәге матди-техник базаһы, ятаҡтары, белем биреү, тәрбиә, спорт, мәҙәни йүнәлештә башҡарған эштәре юғары кимәлдә булырға тейеш. Белем алыу өсөн уҡыу йорто һайлағанда иң тәүҙә ошоға иғтибар итергә кәрәктер буласаҡ студентҡа. Сибай институты был күрһәткестәр буйынса ҙур ҡалаларҙа урынлашҡан күп вуздарҙы уҙҙырып ебәрә. Икенсенән, бында тәрбиә эшенә ҙур иғтибар бирелә. Ҙур ҡаланың күҙҙе ҡыҙҙырған һәм уҡыуҙан ситләштерергә генә торған әүрәткес яҡтары күп. Беҙҙең халыҡтың борон-борондан белемгә ынтылышы ҙур булған, бөгөн дә ата-әсәләр балаһын мотлаҡ уҡытырға тырыша, аҡсаһын да таба. Балаһы бының ҡәҙерен белһә, яҡшы ла ул. Тик уҡыуға еңел ҡарап, уҡый алмай ҡайтҡандары ла бар бит. Бында ата-әсәнең дә ғәйебе бар. Һораштыра башлаһаң, балаһын ятаҡта түгел, ә ҡуртымға фатир алып йәшәтеүҙәре, ай һайын 15 меңләп аҡса ебәреп тороуҙары асыҡлана. Шунан ни эшләп дәрескә йөрөһөн ул йәш кеше? Ә бында һәр студент күҙ алдында, һәр төркөмдөң кураторы улар менән әүҙем эшләй. Көнөнә 2 дәрес ҡалдырһа, нимә булды, тип шылтырата башлайбыҙ. Зачет, имтихандары менән дә ҡыҙыҡһынабыҙ. Быны студенттарҙың иркен ҡыҫыу тип аңларға кәрәкмәй, уҡытыусыларҙың ҡурсыуы аҫтында яҡшы белем алып, 4-се курсты бөткәс, магистратураға баш ҡалаға ғына түгел, сит илгә сыҡһын, әйҙә. Бының өсөн Сибай институты студенттарының ныҡлы белеме бар.
Азамат КӨМӨШҠОЛОВ А. Көмөшҡолов: Ысынлап та, бөгөн юғары һөнәри белем биреү системаһында ҙур үҙгәрештәр бара. Был процесс артабан да дауам итәсәк әле. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Д. Медведев билдәләүенсә, илдә тейешле белем бирә алмай, бары тик диплом таратыу менән генә шөғөлләнгән вуздар күп. Ил етәкселеге, үҙгәрештәр иң тәүҙә ошондай уҡыу йорттарына ҡағыла, тип раҫлай. 2016-2020 йылдарға тәғәйенләнгән маҡсатлы федераль программаға ярашлы, Рәсәйҙә конкуренцияға һәләтле вуздар һәм филиалдар ғына ҡаласаҡ. Әгәр ҙә бөгөн Сибай институты Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының ярайһы уҡ ҡаты талаптарына яуап бирә ала икән, ул хәҙерге замандың иң алдынғы вузы тип аталырға хаҡлы. Шуға ла милли вуз ниндәй булырға тейеш ул, тигән һорауға, Сибай институты һымаҡ, тип тә яуап биреп булыр ине. Һәр яңылыҡ яҡшы, әлбиттә, әммә уның һөҙөмтәһе тураһында ла ныҡлы уйлап эш итергә кәрәк. Үкенескә күрә, яңыраҡ Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалын ябыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Һис шикһеҙ, был Урал аръяғының ауыл хужалыҡтарын белгестәр менән тәьмин итеүгә кире йоғонто яһаясаҡ, бюджет иҫәбенә юғары белем алыусы студенттар һаны кәмейәсәк. Килеп тыуған был хәлде нисектер йомшартыу маҡсатынан уларҙың ҡайһы бер бүлек студенттарын институтҡа күсереү процесын башланыҡ. Был белем усағының фән кандидаттары һәм докторҙары ла конкурс нигеҙендә Сибай институтына эшкә алынасаҡ. Милли уҡыу йортон иһә рухлы етәксе, рухлы уҡытыусылар һәм, әлбиттә, рухлы студенттар ғына күтәрә ала. Беҙ барыбыҙ ҙа иң тәүҙә халҡыбыҙҙың мәнфәғәтен алға ҡуйып эшләйбеҙ. Уҡытыусыларҙың шәхси өлгөһө, билдәле шағирҙар, яҙыусыларҙың бюстары, башҡорт мәғрифәтселәренең барельефтары, рәссамдарҙың картиналары ла студенттарҙы тәрбиәләй - Сибай институтының үҙенсәлеге лә шундалыр. Студенттар айырылып тора бит ул беҙҙә, уларҙың һәр береһе бөтөнләй таныш булмаған кешегә лә һаулыҡ һораша.
А. Вәлиев: Тәнәфес ваҡытында балалар үҙ-ара башҡортса һөйләшә. Сит милләт балалары һаны күп түгел, шулай ҙа улар ҙа өйрәнеп тора бит башҡорт теленә, һорауҙар бирһәң, тик башҡортса яуап бирәләр - был да үҙенә күрә тәрбиә. Быйыл 2014/2015 миҙгелдәге Башҡорт асыҡ КВН лигаһының финал уйынында институттың "Еңмештәр" командаһы еңеү яуланы. Улар филологтар ҙа түгел, ә технология факультеты студенттары - буласаҡ инженерҙар, уҡытыусылар. Бары тик беҙҙә ысынлап та телде бар студенттар ҙа яҡшы белә. Үҙҙәре ойошторҙо, бынамын итеп сығыш та яһайҙар. Рус телендә үткән КВН-дарҙа ла ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар, йәғни улар өсөн тел сиктәре юҡ.

Етәксе булараҡ, студенттарҙың теләк-ниәттәрен йыш күтәрмәләп тораһығыҙмы?

А. Көмөшҡолов: Әлбиттә, ниндәйҙер идеялар, теләктәр менән янып йәшәгән студентҡа ярҙам итергә тырышабыҙ. Институтта студенттарҙың үҙидаралығы бар һәм улар күп кенә сараларҙы үҙҙәре ойоштора. Мәҫәлән, уҡыу, фән, спорт, йәмғиәт эштәрендә әүҙем студенттарҙы һайлап алып, бүләктәр өсөн бағыусылар табып, уҡыу йылы аҙағында "Йыл студенты" үткәреп ҡуйҙылар.
Институттың ғилми советында студенттарҙан вәкилдәр бар, абруйлы профессорҙар, фән әһелдәре менән бергә улар ҙа совет эшендә ҡатнаша. Бындай студент исеменә лайыҡ булыу өсөн ул шулай уҡ яҡшы уҡырға, студенттар үҙидаралығында үҙенең позицияһын күрһәтә алырға тейеш. Һәр факультетта тиерлек исемле стипендиялар бар. Юристарҙа, мәҫәлән, Х. Ҡарасурин, педагогтарҙа - М. Өмөтбаев, музыканттарҙа - Х. Әхмәтов исемендәге премия стипендиаттары билдәләнә. Бынан тыш, Сибай ҡалаһы хакимиәтенең гранты бар. Яҡшы өлгәшһә, был стипендияларҙы түләүле бүлектә уҡыған студенттар ҙа алыу хоҡуғына эйә. Түләүле бүлектәрҙә уҡыған студенттарҙы ла ятаҡта урын менән тәьмин итәбеҙ, бындай тәжрибә шулай уҡ башҡа вуздарҙа һирәк осраған күренеш.
Ашханала студент тулы төшкө ашты 40-50 һумға ашай. Студенттар үҙҙәре лә, бик тәмле ашаталар, хаҡы ла арзан, тиҙәр. Уҡыу йортоноң үҙ хужалығы бар, иген дә үҫтерәбеҙ, шуға он үҙебеҙҙеке. Йылҡы малы тотабыҙ, ит тә бик арзанға төшә. Тәбиғи-математика факультетында уҡыған студенттар уҡыу планы буйынса ҡаралған быҫыу-производство практикаһын ошо хужалыҡта үтә. Төрлө эксперименттар үткәрәләр, былтыр, мәҫәлән, "Салауат Юлаев" тип аталған бойҙай сорты үҫтерҙеләр. Уларҙан тыш, һәр факультеттың студенттары картуф, сөгөлдөр йыйыуға сыға. Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнәләр, емеш-еләк баҡсаһын киңәйтергә планлаштырғанбыҙ. Ҡырға сығып эшләүҙән бер кем дә баш тартмай, киреһенсә, был студент тормошон күңелләндереп кенә ебәрә.
А. Вәлиев: Был агробиостанцияла ысынлап та күңелле ул. Һәр факультеттың үҙенең йорто бар. Ял менән эште берләштерәһең бында, практика ла үтәләр, ял да итәләр. Йорттарҙы студенттар үҙҙәре ҡарап торалар. Унан һуң, йәйге каникул мәлендә төҙөлөш отрядына яҙылып, айына 15-20 мең аҡса эшләргә була. Бында ла теләүселәр күп, шуға конкурс аша ҡабул итәләр.
А. Көмөшҡолов: Институтта булған йыһаздың 80 проценттан ашыуы технология факультетының цехында эшләнә. Йыһаз төҙөү эшенә уҡыған саҡта өйрәнәләр. Ышанмаҫһығыҙ ҙа: 2002 йылда бинаға ремонт яһағандан һуң ҡуйылған йыһаздар яңыртылмаған. Парта, өҫтәл, стенкалар бөгөн дә өр-яңы кеүек. Студенттар үҙҙәре эшләгәс, уны берәү ҙә боҙмай. Парталарға яҙмаһындар, тип, студенттарҙы ҡарап та йөрөмәйбеҙ, улар үҙҙәре был тәртипкә өйрәнгән. Сентябрь айында "Беренсе курс студенты айлығы" иғлан итәбеҙ. Улар институт администрацияһы, медицина белгестәре, полиция хеҙмәткәрҙәре менән осраша, сөнки ауылдан яңы килгән балаға институтҡа ғына түгел, ҡала тормошона ла өйрәнергә кәрәк.
А. Вәлиев: Тап ошо адаптация осоронда туристик слет ойошторола. Агробиостанцияға барып, конкурстар ойоштороп, матур итеп ял итәләр, үҙҙәрен күрһәтәләр - коллектив тап ошо сарала барлыҡҡа килә, тип уйлайым. Беренсе курс студенты оялып йөрөмәһен өсөн "Тәүге тапҡыр сәхнәлә", "Алло, таланттар эҙләй-беҙ", "Студентлыҡҡа бағышлау" үтә, өлкән курс студенттары үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтә. Институтта ике бейеү ансамбле бар, улар икеһе лә халыҡ ансамбле исемен йөрөтә. Уларҙан тыш, башҡа төркөмдәрҙә лә шөғөлләнергә була.
А. Көмөшҡолов: Студенттарҙың уҡыуҙан тыш тормошо тураһында әйткәндә, спорт залдарының бер ҡасан да буш тормауын билдәләп китергә кәрәк. Ғөмүмән, спорт залында киске 10-ға тиклем ут һүнмәй. Аҙнаһына ике тапҡыр уҡытыусылар ҙа волейбол уйнай, факультеттар араһында турнирҙар ҙа булып тора. Тимәк, күңелле йәшәү өсөн шарттар кәрәк, ә был шарттарҙы үҙебеҙҙән башҡа берәү ҙә булдырмаясаҡ. Әлеге мәлдә 3 спортзал, Талҡаҫта студенттар, уҡытыусылар өсөн һауыҡтырыу базаһы, медицина үҙәге, тоҙ шахтаһы, теш табибы кабинеты эшләй. Яҡтыгүлдә һауыҡтырыу базаһы төҙөй башланыҡ. Был базаларҙа ял итеүселәр исемлегенә эләгеү өсөн тағы ла ябай ғына бер шартты үтәргә - яҡшы уҡырға, институт тормошонда әүҙем ҡатнашырға тейешһең.

Сибай институтына уҡырға килгән абитуриенттарҙың белем кимәле ниндәй? БДИ буйынса ҡуйылған балдар ысынбарлыҡҡа тап киләме?

А. Көмөшҡолов: Дөрөҫөн әйткәндә, БДИ һөҙөмтәләре һәр ваҡытта ла объектив түгел. Был беренсе сессияла уҡ билдәле була. Ҡайһы бер студенттарҙы башҡорт теле, рус теле, математиканан ябай ғына нәмәләргә яңынан өйрәтергә тура килә. Шулай ҙа уҡырға килгән һәр студентҡа шатбыҙ, әгәр ҙә теләге булһа, һәр кеше тырышып уҡып китә ала, бының өсөн бында бөтөн шарттар бар. Һәр студенттан ҙур шәхес, яҡшы белгес тәрбиәләп була, шуға ла беҙҙең уҡытыусылар өсөн көсһөҙ, белеме һай студенттар юҡ.
А. Вәлиев: Сибайҙа урынлашһаҡ та, институтҡа уҡырға инеү өсөн конкурс ҙур була. Шуға ла төбәк вузы тип ҡарарға ярамай уға. Ҡайһы бер ата-әсә балаһын ҙурыраҡ ҡалаларҙа уҡыта. Мәҫәлән, Мәскәүҙә йәки Санкт-Петербургта бөгөнгө заманда бөтөнләй кәрәк булмаған һөнәргә уҡып йөрөгәнгә ҡарағанда, Сибай инстутында кәрәкле һөнәр үҙләштереү күпкә яҡшыраҡ.
А. Көмөшҡолов: Студенттарҙың белеме юғары, шулай булмаһа, Рәсәйҙә генә түгел, донъя кимәлендә Рәсәйҙең үҙен күрһәтеп йөрөй алырҙар инеме? 2008 йылда буласаҡ иҡтисадсылар Сингапурҙа Рәсәй исеменән сығыш яһаны, былтыр октябрь айында беҙҙең студенттар Рәсәйҙә беренсе урын алып, Пекинға барҙы. Бындай уңыштар һәр бүлек студенттарында ла бар. Ай һайын Өфөгә, Ҡаҙанға, Новосибирскиға, Новокузнецкиға, Екатеринбургҡа, Санкт-Петербург һ.б. ҡалаларға сығып, үҙҙәренең һөҙөмтәләре менән беҙҙе ҡыуандырып торалар.
А. Вәлиев: Факультет деканы булараҡ, үҙебеҙҙең студенттар тураһында әйткәндә, улар уҡыу йылы тамамланыр алдынан ғына Өфөлә Мода аҙналығы сиктәрендә үткән "Йыл модельеры" Бөтөн Рәсәй конкурсында, Силәбелә үткән "Серебряная нить - ШИК и DIANAMODEN" XV Үҙешмәкәр һәм профессиональ тегенселәр төбәк конкурсында ҡатнаштылар.

Заманса һөнәрҙәр тураһындағы фекерҙе дауам иткәндә, бөгөн хеҙмәт баҙарында ниндәй һөнәрҙәр абруйлы иҫәпләнә? Юрист һәм иҡтисадсы һөнәренә мода үтмәнеме әле?

А. Көмөшҡолов: Бер ваҡыт белемле юристар һәм иҡтисадсылар күп, әммә уларға эш юҡ, тигән фекер нығынып киткәйне. Әммә практика күрһәтеүенсә, йәмғиәттә юриспруденция менән иҡтисад фәне гел актуаль. Бюджет урындары әҙ булһа ла, был бүлектәргә түләп уҡырға риза булған студенттар күпләп килә. Тәбиғи һөнәрҙәрҙән биология, экология, тәбиғәттән файҙаланыу, география алдан бара. Уҡытыусылар ҙа, педагог-психологтар, башланғыс класс уҡытыусылары, балалар баҡсалары өсөн юғары белемле тәрбиәселәр, музыканттар, технология уҡытыусылары, эшҡыуарлыҡ бүлеге ҙур һорау менән файҙаланыла.
А. Вәлиев: Белгес конкурентлыҡҡа һәләтле булһын өсөн яҡшы белем алырға тейеш. Ә яҡшы белем бирер өсөн вуздың кадрҙары булырға тейеш. Әлеге мәлдә кадрҙарҙың 80 процентының ғилми дәрәжәһе бар тип әйттек бит инде. Икенсенән, белем биреү өсөн яҡшы шарттар кәрәк. Был йәһәттән дә маҡтана алабыҙ, лабораториялар төҙөлөп тора, әле тағы ла дөйөм майҙаны мең квадрат метр булған лаборатория яңы уҡыу йылына сафҡа инәсәк. Быйыл яңы йыл алдынан 1 миллион 300 меңлек грант отоп, яңы ҡоролмалар һатып алдыҡ.
Заман талап иткән һөнәрҙәргә килгәндә, технология факультетында өҫтөнлөклө йүнәлеш бар - "Транспорт-технологик машиналар һәм комплекстарҙы эксплуатациялау" тип атала ул. Ошо һөнәргә уҡырға ингәндәр инженер булып сыға. Быйыл беренсе сығарылыш булды ла инде. Был төбәктә тау-мәғдән сәнәғәте үҫешә, Учалы, Хәйбуллала урынлашҡан шахталарҙа ҡулланылған машиналар өсөн инженерҙар күпләп талап ителә. Күтәреүсе машиналар, конвейерҙар шулай уҡ технологик транспортҡа ҡарай. Ситкә сығып эшләйем тиһәләр, шулай уҡ инженер белеме ярап ҡала. Себер яҡтарына китһәләр ҙә, белеме булмаған кешегә ҡарағанда, белемле белгес күпкә юғары баһалана. "Газпром"да, "Транснефть" ойошмаһында беҙҙең сығарылыш уҡыусылары күпләп эшләй, сөнки унда шул уҡ экскаваторҙар, торба һалыусы машиналарҙы белеү кәрәк. Күптәр был һөнәргә Сибай институтында уҡытҡандарын белмәй ҙә, бының өсөн мотлаҡ Өфө дәүләт нефть техник университетына барырға кәрәк, тип уйлай. Унда, әлбиттә, инженерҙар әҙерләйҙәр, әммә эксплуатация буйынса инженерҙарға уҡытмайҙар. Йыл һайын көндөҙгө бүлеккә лә студенттар йыябыҙ, ситтән тороп уҡыу бүлегенә лә киләләр. Уларҙың 70-80 проценты тау сәнәғәтендә эшләй, ҡалған 30-20 проценты, алдан әйтеүемсә, газ, нефть йүнәлешендә.

Әлеге мәлдә Сибай институты "бакалавр" квалификациялы белгестәр әҙерләйме? Киләсәккә коллектив алдында ниндәй бурыстар ҡуйылған?

А. Көмөшҡолов: Быйыл Сибай институтын бер юлы специалистар ҙа, йәғни 5 йыл уҡыған студенттар ҙа, бакалаврҙар ҙа тамамланы. Шуға ла Урал аръяғына, республикаға беҙ ҙур армия белгестәр әҙерләп сығарҙыҡ. Бөтөн Башҡортостан буйынса быйыл 26 мең белгес вуздарҙы тамамлаһа, Сибай институтын 1100 кеше уҡып бөттө. Йәки һәр 26-сы йәш белгес беҙҙең вузды тамамлаған. Улар үҙҙәренең конкурентлыҡҡа һәләтле булыуын хеҙмәт баҙарында күрһәтер, барыһы ла эшкә урынлаша алыр, тип ышанам. Бөтөн Рәсәйҙә 90-ға яҡын төбәк, шул 90 төбәктең 40-ында беҙҙең студенттар эшләй. Быйылғы йәш белгестәр ҙә үҙҙәрен һынатмаҫ. Уңыштың кимәле тураһында, ғәҙәттә, көҙөн һөйләйҙәр, яңы уҡыу йылы башланыуға беҙ ҙә теүәл картинаны күҙ алдына килтерә аласаҡбыҙ. "Бакалавр" квалификациялылар араһында белемен башҡа вуздарҙа, магистратурала дауам итеүселәр ҙә күп буласаҡ. Сибай институтының үҙендә лә магистратураға лицензия алыу буйынса эш башланды. Иң тәүҙә иҡтисад, педагогика, биология йүнәлешендә магистрҙар әҙерләнер, сөнки был бүлектәр ғилми статусҡа эйә кадрҙар менән тәьмин ителгән. Параллель рәүештә эшсе һөнәрҙәрен әҙерләү йәһәтенән әҙерлек эштәре алып барабыҙ. Беҙҙең студенттарҙың икенсе юғары белемде лә бер юлы алып сығыуына баҫым яһайбыҙ. Әммә уҡытып, белем биреү генә төп маҡсат түгел, уларҙың эш таба алыуы ла кәрәк. Вуз иҡтисад менән тигеҙ атлап барырға тейеш. Илдең иҡтисадына күпме талап ителә, вуздарҙың һаны шунан артмаҫҡа тейештер. Шуға ла РФ Мәғариф һәм фән министрлығының студенттарға тейешле белем бирә алмаған юғары белем биреүсе уҡыу йорттарын иҫәпкә алырға тырышыуына аптырарға кәрәкмәй.

Сибай институтының республиканың башҡа вуздарынан тағы бер үҙенсәлек айыра икәнен беләбеҙ - бында бөтөн факультетта ла башҡорт теле дәресе уҡытыла. Быға нисек өлгәшәһегеҙ?

А. Көмөшҡолов: Туған телен, республиканың төп халҡының телен белмәгән кеше тыуған ерен дә, илен дә ярата алмай. Туған телеңде яратыу - ул ватансылыҡ нигеҙҙәренең береһе. Ғилми советтың ҡарары менән һәр факультетта башҡорт теле уҡытыла. Студенттар башҡорт телен, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады өлгөләрен, яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәрен өйрәнә, бынан уларҙың белеме арта ғына. Тел уҡытыуҙы бөтөн кимәлдәге закондар яҡлай, дәүләт телен уҡытырғамы, юҡмы икәнен вуз үҙе хәл итә. Йәғни, теләк булғанда, уны вариатив курс сиктәрендә өйрәнергә була.
А. Вәлиев: Башҡорт телен генә түгел, "Башҡортостан мәҙәниәте тарихы" фәнен дә барлыҡ студенттар уҡый. Башҡортостанда йәшәп, уның тарихын белмәйенсә лә булмай, быны студенттар ҙа, институт етәкселеге лә яҡшы аңлай. Бик теләп өйрәнгән фәндәренең береһе ул студенттарҙың. Ижади фекерләргә лә кеше ошо дәрестәрҙә өйрәнә.

Шулай итеп...
Ниндәй генә ауыр мәлдәрҙә йәшәгәндә лә халҡыбыҙ белемдең, белемле кешеләренең ҡәҙерен белгән. Бөгөнгө заман да мәғариф усаҡтарын төрлө һынауҙар алдына ҡуя икән, быға зарланып ҡына үҙебеҙгә ярҙам итә алмаясаҡбыҙ. Беҙ үҙ балаларыбыҙҙы милли рухта белем алыуын хәстәрләп, үҙ вуздарыбыҙҙа уҡытып ҡына уҡыу йорттарыбыҙҙы һаҡлауға булышлыҡ итә алабыҙ. Әңгәмәселәребеҙ билдәләүенсә, әгәр ҙә вуз уҡытып сығарған белгестәр хеҙмәт баҙарында үҙ урынын таба ала икән - был уҡыу йортоноң үҙ бурыстарын теүәл һәм дөрөҫ үтәүе күрһәткесе булып тора. Вуздағы яйға һалынған ғилми эшмәкәрлек, уҡытыусыларҙың һәм студенттарҙың халыҡ-ара кимәлгә сығыуы, кадрҙарҙың үҙ эшенә яуаплы ҡарауы - былар барыһы ла Сибай институтының киләсәгенә ныҡлы нигеҙ һала. Әйткәндәй, РФ мәғариф һәм фән министрлығы үткәргән 2015 йылдағы иң һөҙөмтәле вуздар исемлегендә Сибай институты ла бар.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.06.15 | Ҡаралған: 1805

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru