«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ӨФӨ... ҮҘЕНӘ ОҠШАҒАН. Ә БЫЛ ИҢ МӨҺИМЕ!"
+  - 

Журналистарҙың геройҙары менән шундай бер әңгәмә ҡороу алымы бар: әйтәйек, билдәле композитор менән әңгәмәләшкәндә - музыка тураһында, спортсы менән аралашҡанда уның эшмәкәрлек даирәһе хаҡында бер һүҙ ҙә ҡыҫтырылмай. Бындай алым һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы һөҙөмтә бирә - билдәле кеше бөтөнләй икенсе яҡтан асыла. Ләкин мэр менән ҡала хаҡында бер генә һүҙ менән дә телгә алмайынса һөйләшеүҙе күҙ алдына килтереүе ҡыйын һымаҡ. Сөнки аҫаба өфөлө Ирек Ялалов өсөн ҡала эшмәкәрлек өлкәһенә ҡарағанда күпкә ҙурыраҡ урын алып тора. Ул - уның тормошо. Ирек Ишмөхәмәт улы менән биләгән вазифаһына ҡағылмай йәки бары тик мэр булараҡ ҡына һөйләшергә тырышыу уңышһыҙлыҡҡа дусар булыр ине, моғайын. Шуға ла әңгәмәлә уның был ике асылы бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән. Әйткәндәй, Ялалов-өфөлө менән Ялалов-мэр бер-береһе менән бәхәсләшмәйме икән? Был хаҡта саҡ ҡына һуңыраҡ. Ә хәҙер...

Ирек Ишмөхәмәт улы, халыҡ телендә "Себер характеры" тигән ҡылыҡһырлама бар, йыш ҡына "ысын мәскәүле" йәки "ысын санкт-петербурглы" тигәнде лә ишетәбеҙ... Ә өфөлө характеры бармы һәм ул ниндәйерәк?
- Ниндәйҙер берҙәм, дөйөм генә өфөлө образы барыбер юҡтыр, тип уйлайым. Әйҙәгеҙ, иҫкә төшөрәйек, ҡасандыр Өфө, Черниковка булған һәм уларҙы проспект тоташтырған. Әйткәндәй, беҙ бит "Октябрь проспекты" тимәнек, сөнки проспект берәү генә булды һәм һүҙ нимә хаҡында барғанын барыһы ла аңлап торҙо. Бынан тыш, Иҫке Өфө һәм Дим бар ине. Йәғни, ҡала бит компактлы ғына үҫешмәгән, шуға ла өфөлө характеры тураһында һүҙ йөрөтөү ҡыйыныраҡтыр. Черниковканы алып ҡараһаҡ, уның үҙенең айырым колориты, үҙенең үҙенсәлекле характеры бар. Һәм сәнәғәт производствоһы күләме кәмемәүгә ҡарамаҫтан, яңы технологиялар индереү һөҙөмтәһендә эшсе синыф вәкилдәре һаны кәмей бара. Әммә техник интеллигенция вәкилдәре йәшәгән район һәр саҡ булды. Һүҙ һигеҙ ҡатлы йорттар зонаһы хаҡында. Проспект - ҡаланың Совет, Октябрь, Орджоникидзе райондары ингән өлөшө. Образлы итеп әйткәндә, был тормош ҡайнаған суйын.
Өфөнөң көньяҡ, тарихи өлөшө - бында, әлбиттә, бөтөнләй икенсе характер. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Одессанан, Ленинградтан, Мәскәүҙән, Киевтан эвакуацияланған зыялыларҙың күпселеге ошонда ҡалып, кире ҡайтмай, үҙҙәренең ҡеүәте, белеме, таланты менән ижади, мәҙәни мөхитте байыта. Әлбиттә, бындағы өфөлө бөтөнләй башҡа. Шуға күрә, һәр райондың, урындағы халыҡтың менталитеты тураһында оҙаҡ һөйләргә мөмкин. Әммә мин һорауығыҙға шулай тип яуап бирәм: өфөләрҙең төп һыҙаты - эшһөйәрлек һәм изгелеклелек. Өфөләр Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында йәшәүселәр кеүек бик йыш йылмаймайҙар ҙа, ләкин улар менән һөйләшә башлаһаң һәм уларҙың ышанысын яулаһаң, уларҙың күңеле тулы изгелек икәнен бик тиҙ күрәһең. Мин тағы ла бер һыҙатты билдәләр инем: өфөләр бөтөн нәмәне аныҡ эш буйынса баһалай. Халыҡсан итеп әйткәндә, уны буш һүҙ менән генә туйҙырып булмай. Ялтырауыҡлы белдереүҙәр, лозунгылар менән башын ҡатырырмын, тимә. Әгәр ул үҙ территорияһында саҡ ҡына яҡшы яҡҡа үҙгәреш күрһә лә урындағы үҙидара органдарына ышана.
Йәғни, характер бар. Һәм ул бер ҡаҙандағы ҡатышманы хәтерләтә: унда беҙҙең тамырҙар ҙа, тарих та, башҡа ҡалаларҙан килгән ижади, техник зыялыларҙың мәҙәниәте лә бергә буталған. Ә бит һуғыш, һуғыштан һуңғы йылдарҙа улар 300 мең самаһы кеше булған. Һуңынан Өфө характеры артабан формалашҡан, камиллашҡан, үҙгәргән...

Ирек Ишмөхәмәт улы, Һеҙҙең вазифалағы кеше ҙур эмоциональ баҫым кисерә. Нимәне күҙ уңында тотаммы? Бер яҡтан, маҡталаһығыҙ, шул уҡ ваҡытта тәнҡиттән, кире хис-тойғоларҙан да азат түгелһегеҙ. Был кешегә йоғонто яһамай ҡалмай. Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһында эшләү йылдарында үҙгәрҙегеҙме?
- Мин һәр саҡ кәрәгенсә ҡаты кеше булдым. Характер формалашыуға, әлбиттә, классик, хәҙергесә әйткәндә, грек-рим көрәше менән шөғөлләнеүем йоғонто яһаны. Тормошта ла, келәмдә алышҡан кеүек, һәр саҡ үҙ көсөмә генә ышанырға өйрәнгәнмен. Белем усағынан да уңдым - ул математика йүнәлешендәге иң көслө 114-се мәктәп ине. Уны тамамлаусылар илдең алдынғы вуздарына уҡырға инде һәм инә. Һуңынан - нефть институты, артабан... Беренсе йылда уҡ 100-ҙән ашыу кешелек коллективтың етәксеһе булдым. Үҙемде белгәндән алып етәксе урындарҙамын: бәләкәй, урта, ҙур. Һәр саҡ ниндәйҙер коллектив менән етәкселек иттем. Шул иҫәптән хатта "химиктар", йәғни хөкөм ителеүселәр коллективын да етәкләргә тура килде. Унда ни тиклем ныҡлы һәм ҡаты характерға эйә булырға кәрәклеге тураһында аңлатып тороу артыҡтыр.
Әммә... Эйе, һуңғы дүрт йылда характерым үҙгәрҙе. Мин йомшағыраҡ, ситтәр фекеренә толерантлыраҡ була башланым. Бөгөн кешеләргә бынан 30 йыл элеккегә ҡарағанда һаҡсылыраҡ мөнәсәбәттәмен. Ҡырҡа киҫмәйем. Беренсе фекер иң йоғонтоло тиһәләр ҙә, кеше тураһында ашығыс һығымта яһамайым. Тәүге тәьҫораттар алдаҡ булыуы ла мөмкин. Кешене аныҡ эштәре һәм ғәмәлдәре буйынса баһаларға кәрәк икәнен аңлайым.

Кешеләрҙән йыш алданаһығыҙмы?
- Бик йыш.

Йәғни, тәүге тәьҫоратығыҙға ышанмайһығыҙ?
- Юҡ, ниңә ышанмайым ти... Кеше менән бер-ике сәғәт һөйләшеп ултырғандан һуң уның характеры тураһында фекер йөрөтә алам, әлбиттә. Әммә шулай ҙа була бит: кешенең характеры бик яҡшы булмаҫҡа мөмкин, уның ҡарауы, ул үҙенең инженер йәки ойоштороусы эшен яҡшы белә. Был осраҡта уға нимәнелер ғәфү итәһең. Әлбиттә, һүҙ етди тәртип боҙоу тураһында түгел, ә тап характер һыҙаттары, асылы тураһында. Йәки - киреһенсә. Кем менәндер һөйләшәһең - шәп кеше инде бына, ә белгес булараҡ йүнһеҙ...

Һеҙ характеры насар булһа ла яҡшы белгесте һайлаясаҡһығыҙмы?
- Бөтөн нәмәне лә ҡапма-ҡаршы ҡуймаҫ инем... Беләһегеҙме, ҡала һәм ҡала хужалығы - ул аныҡ эш. Әгәр халыҡтың тормошон тәьмин итеүсе объекттар идаралығы системаһында йәки социаль тармаҡта өҙөклөк барлыҡҡа килә икән, ҡала өсөн уның эҙемтәләре ауыр буласаҡ. Минең өсөн эш һәм уның һөҙөмтәһе мөһим, һәм бында мин кешелек асылының ҡайһы бер етешһеҙлектәренә күҙ йоморға ла әҙермен.

Бөгөн ҡалалар менән идара итеү системаһында ниндәй белемле, ниндәй кешеләр эшләргә тейеш?
- Яҡындағы 20-30 йылда - был Өфөгә генә ҡағылмай- Рәсәй ҡалалары менән идара итеү системаһында инженерҙар, инженер белеме булған кешеләр эшләргә тейеш. Сөнки тотош ҡала хужалығында бик ауыр хәл-торош күҙәтелә, инженер коммуникациялары, селтәрҙәр бик ныҡ туҙған. Һәм, моғайын, һуңынан ҡала менән етәкселек итергә тарихи, юридик, гуманитар белеме булған кешеләр килергә тейештер. Әммә бының өсөн мегаполис етәксеһенә күберәк ижади эштәр менән шөғөлләнеү мөмкинлеген биргән ныҡлы каркас булдырырға кәрәк. Әлеге ваҡытта ҡаланың инженер коммуникацияларында йылына биш мең ярым етди ватылыу була икән, етерлек булмаған финанс ресурстары шарттарында ҡатмарлы инженер мәсьәләләрен хәл итергә, ғәҙәти булмаған юлдар табырға тура килә. Бында барыһын да белгестәрҙең профессионаллеге хәл итә.

"Кешеләрҙе күберәк белгән һайын, эттәрҙе нығыраҡ яратам", - тигән әйтемгә ниндәй мөнәсәбәттәһегеҙ?
- Ҡәтғи рәүештә риза түгелмен. Ниндәй генә ауыр һәм төрлө булмайыҡ, йылдар үткән һайын һәр ҡайһыбыҙ аҡыллыраҡ була бара, башҡаларҙы, уларҙың ҡылығын аңлап ҡабул итә. Юҡ, мин был сағыштырыу яҡлы түгел.

Кемде нығыраҡ яратаһығыҙ: балаларҙы, йәштәрҙе, урта йәштәгеләрҙе, ололарҙымы?
- Күп кеше менән аралашам, һәм ниндәйҙер бер категорияны айырып билдәләй алмайым. Барыһы ла кешенән тора.

Ирек Ишмөхәмәт улы, миндә, хәҙерге үҫмерҙәр беҙҙең быуынға ҡарағанда гуманлыраҡ, тигән тойғо тыуҙы. Улым баскетбол йәки футбол тубын ала ла, уйын майҙансығы яҡшыраҡ булған ергә, ҡаланың икенсе осона китә. "Ә урындағы малайҙар менән низағлашып китмәйһегеҙме?" тип аптырап һорайым. Юҡ, улар ҙа сыға, бергәләп уйнайбыҙ, ти. Ә беҙҙең заманда бит сит ихатала күҙ күгәртеп ҡайтырға ла тура килә ине...
- Бында йәштәр мәҙәниәтенең ҡеүәтле трансформацияһы тураһында һөйләү урынлылыр тип уйлайым. Мин барыһын да яҡшы иҫләйем. Аҙнаһына алты тапҡыр Дан бульварынан Гастеллоға күнекмәләргә йөрөй инем, күпме ихатала булдым. Спорт менән шөғөлләнеүселәр бер-береһенә ярҙам итә. Әгәр ниндәйҙер ихатала беҙҙең секцияла йөрөгән малай йәшәһә, унда низағтар булмай ине. Әлбиттә, ихатаға, районға бүлеү булды. Хәҙер ҙә шундай тиҫтәләрсә атама иҫтә. Ысынлап та, кемдер сит ихатанан күҙен дә күгәртеп ҡайтыр ине. Былар ул замандың үҫмерҙәр субмәҙәниәте элементы. Хәҙер яңылыҡтарҙы уҡыйым: кемдер кем менәндер һуғышҡан!.. Беҙҙең заманда 200 кеше 200 кешегә ҡаршы сыға торғайны. Балалар ғына яҡшыраҡ һәм гуманлыраҡ тип уйламайым. Мин бында тотош йәмғиәттең үҫеше тураһында әйтер инем. Тормош кимәле, мәҙәниәт кимәле үҙгәрә. Беҙҙең заманда ниндәй күңел асыу мөмкинлеге бар ине? Ихата, велосипед һәм әллә күпме буш ваҡыт. Хәҙер балалар шул тиклем белем менән баҫылған, улар... изге һәм алсаҡ булыуға дусар ителгән.

Һеҙҙең рәхәтләнеп, көсөргәнештән арынып һөйләшеп ултырған иң яҡын дуҫтарығыҙ барҙыр. Улар кем? Аныҡ кемдәр түгел, ә ниндәй һөнәр кешеләре? Уларҙың эше тураһында һөйләшәһегеҙме?
- Улар абруйлы, үҙ юлын тапҡан, ихтирам яулаған кешеләр. Һөнәрҙәреме? Туҡһан проценты - медиктар. Бала саҡ, студент йылдары дуҫтарым.

Һеҙҙең үҙегеҙҙе лә медицина ылыҡтырманымы?
- Юҡ. Ул тармаҡ минеке түгел. Бала саҡтан, үҙемде белә-белгәндән алып нимәлер төҙөнөм. Хатта өйҙәр, һарайҙар төшөргән, ниндәйҙер эскиздар һыҙғылаған бала саҡ дәфтәрем әле лә һаҡлана. Минең кредом - идара итеү һәм инженерия.

Кем яҡыныраҡ - синыфташтармы, институтта бергә уҡығандармы?
- Башҡалар үпкәләмәһен: синыфташтар.

Донъяның төрлө ҡалаларында булдығыҙ. Һеҙҙеңсә, уларҙың ҡайһыһы Өфөгә оҡшаған? Һәм Өфөнөң ниндәй ҡалаға оҡшаған булыуын теләр инегеҙ?
- Ҡалабыҙ нимәһе менәндер Белградты хәтерләтә. Шулай уҡ Өфөнөң ландшафты, төҙөлөшө буйынса Швейцарияның ҡайһы бер ҡалалары менән оҡшашлығын күрәм. Әйткәндәй, Швейцарияла, иң бай илдәрҙең береһендә, төҙөлөш бик ябай һәм улар архитектура гәүһәрҙәренең күплеге менән маҡтана алмай. Минимализм, сиклелек булған протестант мәҙәниәте үҙен һиҙҙертә.
Рәсәй ҡалаларынан беҙгә Волга буйы һәм Урал федераль округы ҡалалары яҡыныраҡ. Беҙ, нисектер, бер-беребеҙгә оҡшағанбыҙ. Черниковка урамынан үтеп китәһең һәм ҡаланың был өлөшөн ни яғы менәндер Силәбе, Екатеринбург ҡалаларына оҡшатаһың. Көньяҡ өлөштә нимәлер Ырымбур, Ҡаҙан, Силәбене күҙ алдына баҫтыра...
Бөгөн беҙ Өфөнөң иртәгәһен формалаштырыу өҫтөндә эшләйбеҙ, үҙ юлыбыҙҙы эҙләйбеҙ. Быйыл алдағы йылдарға ҡаланы үҫтереү стратегияһы әҙерләнәсәк, унда Башҡортостандың баш ҡалаһы нисек буласағы асыҡ күренәсәк. Әле үк ҡайһы бер юлдарҙы күҙаллайбыҙ. Өс йыл эсендә 21 парк һәм сквер эшләнек. Был һуңғы 20 йылда эшләнгәнгә ҡарағанда күберәк. Әлбиттә, Өфө фрагментар рәүештә яҡшыра, үҙгәрә. Хәҙер беҙ йылына 500-гә тиклем капиталь төҙөлөш объекты күтәрәбеҙ. Өс йыл ярым элек был һан 200 ине. Әле һәр объектҡа архитектура, төҙөкләндереү йәһәтенән талаптар бик ҡаты. Һәр объект - ҡаланың буласаҡ имиджының бер өлөшө.

Шулай ҙа Өфөнөң ниндәй ҡалаға оҡшауын теләр инегеҙ?
- Беләһегеҙме, мин хатта Европаның йәки Азияның иң яҡшы мегаполистарында ла әллә күпме етешһеҙлек табам. Бары тик туристик маршруттан ситкә сығып, 200-300 метр ситкә китәм дә, барлыҡ "матурлыҡты" күрәм... Бер генә етешһеҙлеге лә булмаған бер генә ҡала ла юҡ. Һәм донъяның бер генә иле лә ташлама булып тормай. Америка ҡалаһы булһынмы ул, Ҡытай ҡалаһымы... Был ғәҙәти. Тотош Өфө - ул 720 квадрат километр һәм ул тотошлайы менән Ленин урамы йәки Ҡунаҡһарай кеүек була алмай...

Барыһы ла сағыштырып ҡарағанда асыҡлана. Йылға круизы ваҡытында Волга буйы федераль округының ҡайһы бер ҡалаларында булғандан һуң Өфөнө бысраҡ йәки ҡотһоҙ ҡала тип әйтергә тел әйләнмәй...
- Бер ваҡытта ла, бер ҡаланы ла тәнҡитләмәйәсәкмен. Сәбәбе бер генә - кемгәлер уңыш йылмайған: сәнәғәт, предприятиелар, үҫеш динамикаһы бар, ә кемдер транспорт коммуникацияһы ситенә тура килгән, һ.б. "О, унда мэр аҡыл эйәһе. Бына ул нимәгә өлгәшкән!" - тип әйтеүе еңел. Иң мөһиме, ҡалабыҙ тормошонда мираҫҡа нимә ҡалған һәм ошо мираҫты юҡҡа сығармайынса, яҡшыртыу, арттырыу өсөн үҙең нимә эшләгәнһең... Өфө - Рәсәйҙең иң таҙа ҡалаларының береһе, был минең генә фекерем түгел, был хаҡта коллегаларымдан да, башҡа ҡалалар етәкселәренән дә күп тапҡырҙар ишетәм. Беҙҙең база яҡшы, ҡаланың киләсәге бар. Ете йыл дауамында халыҡтың тәбиғи үҫеше күҙәтелә. Тәнҡитселәргә был иң нигеҙле яуап: әгәр ҡалала йәшәү насар булһа, халыҡ кимәле кәмей. Ғөмүмән, мин тәнҡиткә тыныс ҡарайым.

Вазифағыҙ сыныҡтырҙымы?
- Дөрөҫөрәге, һөнәрем. Төҙөүсе һөнәре абруйлы булһа ла, төҙөлөш эштәре барышында төҙөүселәргә күпме негатив яуа. Яҡын-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәрҙән дә, ҡаланы хеҙмәтләндереүсе ойошмаларҙан да. Иҫләгеҙ әле, ҡасан ғына әле төҙөлөш бысрағы бар урамға сығып, үткеһеҙ итә ине.

Ҡаланы ошонда тыуып-үҫкән кеше күҙлегенән генә баһалап ҡарағыҙ әле...
- Алтмышынсы, етемешенсе, һикһәненсе, туҡһанынсы, нуленсе йылдарҙы яҡшы иҫләйем... Кеше аяғы баҫҡан һәр мөйөшкә комментарий бирә алам. Кемдер: "Бына элек яҡшы ине", - ти. Элек Өфө хакимиәтенән 300 метрҙа ике ҙур сүплек тупланғайны. Көньяҡ автовокзал урынында ҡала "сүплеге" еҫ тарата торғайны. Салауат Юлаев проспекты төҙөлөшө барғанда беҙ йөҙәр йыл йыйылған ҙур күләмле сүплектәрҙе сығарҙыҡ. Юҡ, минән алда эшләүселәрҙе тәнҡитләмәйем - улар тарихи шарттарҙа, шул ваҡыттағы мөмкинлектәрҙән сығып, намыҫлы, тырышып эшләне. Мин дә шулай эшләргә тырышам һәм баһаны халыҡ үҙе бирер.

Ниндәй илдәрҙең һәм халыҡтарҙың йолалары көслө тойғолар уятты? Дәүерҙәргә ҡарамайынса...
- Тарих - минең хобби, уның менән өсөнсө синыфтан ҡыҙыҡһына башланым һәм бөгөн дә етди ҡыҙыҡһынам. Әлбиттә, заманында хәҙерге Көнбайыш мәҙәниәте нигеҙләнгән классик грек һәм рим мәҙәниәте көслө тәьҫир ҡалдырғайны. Бөйөк Төрки ҡағанаты, һуңынан Монгол империяһы һоҡландырмай ҡалманы! Бер генә хаким да Сыңғыҙхан төҙөгән хәүефһеҙ сауҙа һәм коммуникация, иң тиҙ почта системаһын төҙөй алмаған.
...Бөгөнгө халыҡтар тураһында әйткәндә, рухтары буйынса беҙгә гректар, сербтар һәм төрөктәр яҡын тип уйлайым. Һәр хәлдә, тап Грецияла, Сербияла, Төркиәлә үҙемде бик уңайлы тоям.

Ниндәй аш-һыу иң яҡшыһы?
- Ҡатыным әҙерләгән аш-һыу, әлбиттә. Ғөмүмән, әле атап үткән илдәрҙең аш-һыуы ла оҡшай миңә.

Урындағы ризыҡтарҙан нимә яратаһығыҙ?
- Башҡортостан Республикаһында етештерелгән аҙыҡ-түлекте. Аныҡлап әйткәндә, ҙур булмаған предприятиеларҙа етештерелгән һөт ризыҡтарын.

Аш бүлмәһе менән дуҫһығыҙмы?
- Ҡулланыусы булараҡ ҡына. Бик күп йөрөргә тура килә һәм энергияны ла бик күп сарыф итәм...

Стенағыҙҙа торған экрандан аныҡ бер ваҡытта ҡаланың төрлө мөйөштәрендә нимә барғанын күҙәтергә мөмкин. Тегендә юл эшләйҙәр, бында ҡайындар ултырталар... Барыһы ла ус төбөндәгеләй. Урынға сығып тороуҙың да кәрәкге юҡтыр, моғайын? - Сығырға кәрәк. Үҙең барып, инженер ҡоролмаларын, коммуникацияларҙы үҙ күҙең менән күрмәйенсә, хәл-торош тураһында тулы күҙаллауға эйә булмаясаҡһың.
Мин һәр саҡ шулай тием: беҙҙә ике Өфө бар - ер өҫтөндәге һәм ер аҫтындағы. Ер аҫтындағыһы хаҡында бары тик белгестәр генә белә. Үҙемде ер аҫты ҡалаһын яҡшы белгән кешеләр рәтенә индерәм. Ул күпкә ҡатмарлыраҡ һәм хеҙмәтләндереү өсөн ауырыраҡ. Был эште ҡала халҡы күрмәй, әммә был бик ауыр хеҙмәт.

Һәр ҡалала ҡабатланмаған ике нәмә бар: һыу һәм икмәк, тиҙәр. Бының менән килешәһегеҙме?
-Эйе, уларҙың тәме төрлө ерҙә төрлөсә.

Тағы ла мэрға түгел, ә аҫаба өфөлөгә был һорау: икенсе ҡаланан дуҫтарығыҙ килде, ти. Уларға күңелегеҙгә ятҡан ниндәй урындарҙы күрһәтер инегеҙ? "Родина" кинотеатры алдындағы сирендеме? Ленин урамындағы Медицина университеты ҡаршыһындағы скверҙымы? Спортсы бала сағығыҙ үткән Гастелло районынмы? Шулай итеп, һеҙ машина руле артына ултырҙығыҙ...
- Юҡ, машинамды ҡалдырыр ҙа, ҡунаҡтар менән катерға ултырып, Өфө ярымутрауын урап, элекке Шакша кисеүенән Өфө йылғаһы буйлап Ағиҙелдәге нефть эшкәртеү заводтарына тиклем үтер инем. Әгәр шундай маршрут буйынса үтһәгеҙ, элек белмәгән Өфөнө күрәсәкһегеҙ. Һәм ҡондоҙҙарҙы, төлкөләрҙе, ҡуяндарҙы, хатта уңыш йылмайһа, ҡабандарҙы һәм мышыларҙы күрергә мөмкин. Туҡай мәсете районын, Софья аллеяһын бик яратам. Октябрь революцияһы урамы менән Цюрупа урамы киҫелешен яратам. Төрлө ерҙә йәшәргә тура килгәнлектән, күңелгә яҡын башҡа урындар ҙа бар...

Июндә "АRT-UFA-2015" художество форумын асыу сағыу ваҡиға булды. Һынлы сәнғәт тураһында һүҙ йөрөткәндә, өйөгөҙгә ниндәй картина элеп ҡуйыр инегеҙ: пейзажмы, натюрмортмы, ниндәйҙер футуристик һүрәтме? Күңелегеҙгә нимә яҡын?
- Күңелемә яҡшы һынлы сәнғәт яҡын. Мин художество мәктәбендә уҡыным, һәм үҙемдең ҡарашым, зыуығым бар. Бала саҡта голланд оҫталарының ижады, Рәсәйҙең XIX быуатының һынлы сәнғәте күңелдә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Соцреализмды ла тыныс ҡабул итәм, импрессионистарҙың тәүге тулҡынын бик яратам. Ғөмүмән, архитектурала ла, һынлы сәнғәттә лә классик мәктәпте баһалайым.

Төрлө йылдарҙа ҡала менән етәкселек итеүселәрҙең яратҡан ағастары булды: Аксаков - йүкәләрҙе, Шакиров - шыршыларҙы, Зайцев - ҡайындарҙы... Һеҙҙең шундай яратҡан ағасығыҙ бармы?
- Ҡайынды, йүкәне, көслө, йыуан тау шыршыһын бик яратам.

Спорт һеҙгә яҡын. Көйәрмәнһегеҙме? Ниндәй командалар өсөн "ауырыйһығыҙ"?
- Бала саҡтан ике - "Салауат Юлаев" хоккей һәм "Спартак" футбол командалары өсөн "ауырыным". Хәҙер уларға үҙебеҙҙең "Өфө" футбол командаһы ла ҡушылды.

Ҡатмарлы проблемаларҙы нисек хәл итәһегеҙ? "Кискә ҡарағанда иртә яҡшыраҡ" тигән мәҡәл менән килешәһегеҙме?
- Эйе, был минең принцибым. Әлбиттә, ғәҙәттән тыш хәл булмаған осраҡта.

Өс йыл элек журналистар менән бер әңгәмәгеҙҙә хәл итеүҙе һуҙыу мөмкин булмаған төп мәсьәләләрҙе билдәләгәйнегеҙ. Ул "ер аҫты" ҡалаһы - ҡала коммуникациялары проблемаһы. Икенсеһе - транспорт, шулай уҡ теләгән һәр кемде торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе. Тағы - ҡала халҡының ял итеү урындары. Бөгөн өҫтөнлөктө нисек ҡуйыр инегеҙ?
- Моғайын да, шулай уҡ ҡалдырыр һәм ихата территорияларын төҙөкләндереү, иҫке йорттарҙан граждандарҙы күсереү һәм иҫке торлаҡ фондын ремонтлауҙы ла өҫтәр инем.

Һуңғы һорау: мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткәндә аҫаба өфөлө Ирек Ялалов мэр Ялалов менән һүҙгә килешәме?
- Юҡ, улар икеһе лә үҙенең тыуған ҡалаһын ярата һәм уға ихлас күңелдән именлек, үҫеш теләй.

"Вечерняя Уфа" гәзитенең баш мөхәррире
Вячеслав ГОЛОВ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.07.15 | Ҡаралған: 1532

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru