ШОС һәм БРИКС саммиттары һөҙөмтәләре буйынса үткәрелгән матбуғат конференцияһында бер журналистың: "Был ойошмаларҙа аралашыу теле ниндәй булыр, беҙ ниндәй телдәрҙе өйрәнергә тейеш?"- тигән һорауына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың: "Рус телен өйрәнегеҙ, башҡорт телен өйрәнегеҙ", - тип яуаплауы, уйынлы-ысынлы әйтелһә лә, ошондай абруйлы халыҡ-ара сараны заманса кимәлдә үткәреү өсөн һәр йәһәттән уңайлы эш шарттары тыуҙырған Башҡортостан еренә рәхмәтле баһа булараҡ та яңғыраны.
Ә бит уйлап ҡараһаң, мәҫәлән, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған Урта Азия илдәре - Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Тажикстан делегациялары менән аралашыу өсөн, ысынлап та, башҡорт телен белеү ҙә етә, бер ниндәй тәржемәсе лә кәрәк түгел, сөнки улар телдәре төрки төркөмөнә ҡараған туғандаш халыҡтар. Һәм, ғөмүмән, кем иленә ҡунаҡ булып киләһең, шул илдең телен белеү - ул кешенең мәҙәни кимәленең күрһәткесе лә бит. Ә инде башҡорт ерендә төйәкләнеп, быуаттар буйы ошо аҫаба халыҡ менән арҡаға арҡа терәп тигәндәй йәшәп ятҡан башҡа милләт халыҡтары өсөн ил Президентының кинәйәһе бигерәк тә сәпкә барып тейҙе: улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла, тигәндәй булды түгелме? Һуңғы йылдарҙа, юғиһә, башҡорт теленән нисек ҡотолорға белмәй бит бәғзе берәүҙәр. Башҡортостан Республикаһының махсус закондары менән нығытылған аҫаба халыҡ телен өйрәнеү бурысынан балалары күңелен дүндермәксе улар. Тимәк, улар балалары киләсәген киңерәк планда күҙ алдына килтермәй, ә ниндәйҙер ваҡсыл, бер көнлөк, бәйләнсек принциптарын алға һөрмәкселәр: башҡортса уҡытмаҫҡа баланы - и баста! Өфөлә булып үткән ШОС һәм БРИКС саммиттары һабағы заманыбыҙ геополитикаһының көнсығыш илдәренә ныҡлап йөҙ бороуын күрһәтә түгелме? Тимәк, балаларыбыҙ киләсәктә ошо мөхиттә аралашып көн күрәсәк, тигән һүҙ бит был. Ошо халыҡтар телен икмәк-тоҙлоҡ булһа ла белеү уларҙы цивилизация арбаһында үҙҙәрен ят һәм артыҡ йәндәр итеп тоймаҫҡа ярҙам итер ине, бәлки, тигән уй ҙа килә башҡа...
Үҙ еребеҙҙә үҙ телебеҙгә башҡаларҙың мөнәсәбәтен булдырыуҙа күп йәһәттән беҙ үҙебеҙ ҙә булышлыҡ итәбеҙ бит. Әйтәһе һүҙҙең кинәйәһе ошо хаҡта ине, тик фекер ебен алыҫтаныраҡ башларға тура килер инде. Миҫалһыҙ һүҙ - буш һүҙ бит ул, юғиһә.
...Мин ятасаҡ дауахана палатаһында өс ҡатын һәүетемсә генә көн күрә ине инде. Ҡырҡ йәштәрҙәге ике тиҫтерҙең береһе - башҡорт, икенсеһе татар ҡатыны. Сирлеләрҙең өсөнсөһө - минең йәштәрҙәге рус ҡатыны - пенсионер. Ул тороп ултыра, ләкин йүнләп йөрөй алмай - тубығы шешкән, артроз. Теге ике йәш ҡатын был ханымды, йәлләптер инде, йүгереп йөрөп ҡарашалар: ашарына алып киләләр, системаһы тамып бөтһә, шәфҡәт туташын саҡырып килтерәләр, икеһе ике яҡтан ҡултыҡлап, уколға йөрөтәләр... Бик һоҡландым йәштәрҙең ярҙамсыллығына, ихласлығына. Тик бына уларҙың ысын исемдәрен белә алмай ҡаңғырҙым тәүҙә. Теге рус ҡатынын улар икеһе лә Валентина Михайловна тип ололап өндәшә, ә уныһы йәштәрҙең береһен - Зоя, икенсеһен Рая тип йөрөтә. "Ой, как повезло мне: и Зойка, и Райка хорошие, добрые..." - тип маҡтап та алды уларҙы миңә Валентина Михайловна. Шул саҡ өләсәйем иҫкә килеп төштө: "Зойка" тигән бик һөтлө һыйыры бар ине уның. Күршебеҙҙәге Шәмсикамал инәй иһә кәзәһен "Райка" тип һөйөр ине. Валентина Михайловна минең исемде лә һорай ҡалды. "Туҡта, миңә ниндәй ҡушамат тағыр икән?" тип көтәм. "Ну, Фаечка, значит" - ти һалды ул, минең исемемде ишетеү менән. - А то все равно забуду, а так Фая - легко же..." "Нет, уважаемая Валентина, - тием мин тыныс булырға тырышып. - Или как положено, или - никак!" "Господи, а что тут такого?" - ти Валентина ҡаштарын йыйырып. "А вам будет приятно, если я тоже захочу сократить Валентину на Вау-вау?" - тием мин, көлөргә лә, асыуланырға ла белмәй. Ошо һөйләшеүҙән һуң теге ике ҡатындың ысын исемдәрен һораным. Һылыуҙарҙың "Зойка"һы - Зөләйха, "Райка"һы Райхана булып сыҡты. Йырлап торған боронғо, матур исемдәр... Бер аҙ нәсихәт тә уҡып алырға тура килде үҙҙәренә. Ата-әсәләре, мулла ҡушҡан изге исемдәрҙе боҙоуға юл ҡуйыу - кешенең аураһын, хатта яҙмышын боҙоуға килтереүе бар, ти бит бәғзе ғалимдар. Был ни дәрәжәлә хәҡиҡәткә тап киләлер - әйтә алмайым, минең өсөн шуныһы мөһим - минең еремдә йәшәйҙәр, мин эскән һыуҙы эсәләр икән - халҡымдың да йола, ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам менән ҡараһындар; Башҡортостаныбыҙҙы ла Башкирия тип еңелгә һупаламаһындар ине, сөнки кесе ватаныбыҙҙың Конституцияла законлаштырылған рәсми исеме бар - Башҡортостан Республикаһы ул; ер-һыу атамаларыбыҙҙы Банное озеро, Капова пещера тип боҙмаһындар; һылыу ҙа уңған ҡыҙҙарыбыҙға "Зойка", "Райка" тигән ҡушамат таҡмаһындар! Үҙ исемебеҙ, тимәк, үҙ иманыбыҙ һағында тороу - һәр кемебеҙҙең намыҫ эше. Исемдәребеҙҙе лә әйтә алмаған рәхмәтһеҙ әҙәмдәргә яҡты йөҙ күрһәткән һайын, улар һине кешегә һанамаясаҡ. Өндәшмәгәс, аңлатып бирмәгәс, ҡушаматҡа риза булып, алдында йүгерекләп йөрөгәс, тимәк, шулай булырға тейеш, тип уйлай ул белекһеҙ әҙәм. Исемеңде юғалта күрмә, милләттәшем, юғиһә илеңдән дә, телеңдән дә яҙырһың, тәүбә-тәүбә!
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА