Бөрйән районында туризм обьекттарын үҫтереү тураһында хәҙер йыш телгә алына. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа ул төбәктә туристар өсөн аҙмы-күпме уңайлыҡтар тыуҙырыла башланы. Бөгөнгө һөйләшеүҙә яҡтыртыласаҡ тема ла халҡыбыҙҙың рухи мәккәһе исеменә дәғүә итерлек шәп бер музей проекты менән бәйле. Ул музей комплексында балаларҙың ялын ойоштороу ҙа ҡараласаҡ, тиҙәр. Тәбиғи һәм мәҙәни ҡомартҡыбыҙ - Шүлгәнташ мәмерйәһенән бер саҡрым ярым алыҫлыҡта урынлашасаҡ, мәмерйәнең айырым өлөштәрен, макетын һәм башҡа бик күп экспозицияларын үҙ эсенә аласаҡ был музей комплексы. Был проекттың концепцияһы архитектураһы, рухи ҡиммәттәребеҙҙе килер быуынға еткереү йәһәтенән ниндәй үҙенсәлеккә эйә? Ошо турала ҡунаҡтарыбыҙ - БР Мәҙәниәт министрлығының Тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Данир ҒӘЙНУЛЛИН һәм ошо үҙәктең архитекторы Рөстәм ӘЛИБАЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Бынан бер-нисә йыл элек Санкт-Петербург ҡалаһынан килгән ғалим-спелеолог Юрий Ляхницкий алға киткән илдәрҙә мәмерйәләргә инеүҙе тыйып, халыҡты уның күсермәһе рәүешендә эшләнгән музейҙарға ғына индереүҙәре тураһында һөйләгәйне. Был мәмерйәләрҙәге һүрәттәргә кеше факторының насар тәьҫире менән аңлатылалыр. Ғалим: "Шүлгәнташ мәмерйәһендәге ҡомартҡыларҙы - һүрәттәрҙе һаҡлау өсөн беҙгә лә ошолайыраҡ берәй сара күрергә кәрәк ине лә бит, әммә әлегә мөмкинлегебеҙ юҡ. Һүрәттәр күҙгә күренеп төҫһөҙләнә, уларҙы бәшмәк (плесень) ҡаплай", - тигән борсолоу ҙа белдергәйне. Бөгөн килеп, Тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге Шүлгәнташтың күсермәһен макет рәүешендә сағылдырған тотош бер музей комплексының проектын эшләүгә тотонған икән, был бик ҡыуаныслы хәбәр. Ошо проекттың етәкселәре, авторҙары булараҡ, унда ҡулланылған алдынғы технологиялар тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.
Д. Ғәйнуллин: Тарихи-мәҙәни музей комплексының концепцияһы әлеге мәлдә проектлау стадияһында. Мәмерйә комплексының макетын, һүрәттәр төшөрөлгән урындарҙың күсермәләрен төҙөгәндә лазер нуры ярҙамында сканерлау ҡулланыла. Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә бындай тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау методикаһы ул тиклем үҫешмәгән, хатта юҡ кимәлендә. Ә сит илдәрҙә ул бар һәм әүҙем үҫтерелә. Беҙ был эште "ҡола яландан" башлай алманыҡ. Быға тиклем донъяла ошо өлкәлә ниндәй уңыштарға өлгәшелгән, хатта ниндәй хаталар ебәрелгән - барыһын да иҫәпкә алыу зарур, тип һанап, Европаға барып, ундағы мәмерйәләрҙә, музейҙарҙа эшләүсе белгестәр менән аралашып, уларҙың тәжрибәһен уртаҡлашҡандан һуң ғына был эшкә тотонорға йөрьәт иттек. Былтыр Европалағы бер-нисә мәмерйәне өйрәнеүсе ғалимдар менән интернет аша хәбәрләшкәндән һуң, октябрь айында ике белгесебеҙ менән бер аҙнаға сәфәргә сығып киттек. Испанияла - 3, Францияла - 4 көн булдыҡ. Тиҫтәнән артыҡ мәмерйәне һәм 5-6 музей комплексын ҡараныҡ. Испанияла - Альтамира, Францияла - Ласко, Летод, Руфиньяк, "Өс туған", Фон-де Гом мәмерйәләрен ҡараныҡ. Сәфәр барышында беҙ фән кешеләренең ни тиклем бер фекерле, бер ғәмле, бер-береһенә теләктәш булыуына инандыҡ. Улар беҙҙе матур итеп ҡабул итте, үҙҙәренең бөтөн музей комплекстары, лабораториялары менән таныштырҙы, ул комплекстарҙың нисек, ни рәүешле эшләнеүен дә аңлатты.
Европалағы тәжрибәне иҫәпкә алып эшләү беҙгә күпкә еңелерәккә тура килә. Сөнки, унда - нанотехнологиялар, яңы ысулдар йылдамыраҡ үҫешә, Көнбайыштағы белгестәр тәжрибәлерәк тә. Беҙгә улар менән тығыҙ, эшлекле бәйләнештәр булдырырға, тәжрибә уртаҡлашырға, хеҙмәткәрҙәребеҙҙе уларға командировкаларға ебәрергә кәрәк, тигән ныҡлы инанысҡа килдек. Һәр өлкәлә теге йәки был юҫыҡта яҡшы эшләгән лидерҙарҙы табыу, улар менән бергәләп алға барыу - көн талабы.
Р. Әлибаев: Шуныһы ҡыҙыҡ - Францияла археология буйынса Луврға тиңдәш "Яңы тарихҡаса дәүер" музейы директоры Жан-Жак Климмер беҙҙе ҡаршылап, ярты көн буйына беҙҙең менән йөрөп, башҡаларға күрһәтмәгән урындарҙы күрһәтеп, ихласлығы менән таң ҡалдырҙы. Данир Әхмәҙи улы: "Беҙҙе шундай ихласлыҡ менән ҡаршы алдығыҙ. Бының сәбәбе ниҙә?" - тип ҡыҙыҡһынғайны, Климмер: "Мин һеҙҙең изге ниәт менән килеүегеҙҙе күреп торам бит. Һеҙ тарихи ҡомартҡығыҙҙы, үҙегеҙҙең халҡығыҙың үткәнен һаҡлау маҡсаты менән килгәнһегеҙ. Шуға, беҙҙең яҡтан бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ булыуы мөмкин түгел. Беҙҙең һәр тарихсы, һәр ғалим һеҙгә яҡты йөҙ күрһәтәсәк, ярҙам итергә әҙер торасаҡ", - тине.
Европала ҡыҙыҡ үҙенсәлектәргә лә иғтибар ителде. Мәҫәлән, беҙҙә: "Ярай, иртәгә эшләрмен", - тип, эште оҙаҡҡа һуҙырға яраталар, ә сит илдә был тәңгәлдә өлгө алырлыҡ. Берәй проблемабыҙ тураһында әйтеп тә өлгөрмәйбеҙ - сит илдәге коллегалар телефондан төрлө белгестәргә шылтыратып, уларҙы беҙҙең менән таныштыра, осраштыра башлай. Улар эшкә йылдам тотона, тимәксемен.
Альтамира - донъялағы иң абруйлы музей. Ә уның директорында бер ниндәй һауаланыу әҫәре күрмәҫһең. Беҙҙең менән бергә тау-таш араһында йөрөнө, сәғәттәр буйы аралашты. Ул ғына ла түгел, беҙ ҡайтып киткәс, ике айҙан Альтамира музейы буйынса ниндәй мәғлүмәт бар, шуларҙың барыһының да күсермәһен йыйып, беҙгә ебәреп тә ҡуйҙы. Икенсе берәү булһа, беҙ ҡайтып китеү менән беҙҙе онотор ҙа ине, бәлки. Икенсе яҡтан, ул мәғлүмәттәр интеллектуаль милек булараҡ, ғәйәт ҙур баһаға лайыҡ. Кеше, ғәҙәттә, үҙенең ундай милкен таратырға яратмай бит.
Д. Ғәйнуллин: Уларҙың үҙҙәренең тарихи, техник, фәнни тәжрибәләре менән ихласлап бүлешеүе беҙҙең өсөн көтөлмәгән дуҫтарса аҙым булды. Шул уҡ Альтамира директоры беҙҙең халҡыбыҙҙың килеп сығышы менән ҡыҙыҡһынды, башҡорт халҡының үҙ ҡомартҡыларын һаҡларға ынтылыуына ихлас ҡыуанды.
Тағы бер ҡыҙыҡ хәл булды. Шүлгәнташты фәндә "Капова пещера" тип атау киң таралған. Сит илдә уның халыҡ ҡушҡан ысын исеме Шүлгәнташ икәнлеген белмәйҙәр ҙә икән. Быны Альтамира директорына аңлатып биргәйнек, ул 90-сы йылдарҙа немец телендә нәшер ителгән бер китаптың тышында яҙылған дөрөҫ булмаған яҙыуҙы һыҙып, "Шүлгәнташ", тип яҙып та ҡуйҙы. Ғалимдар өсөн мәмерйәнең халыҡтан сыҡҡан исеме бик ҡиммәт икән. Шүлгәнташтың "Урал батыр" эпосы менән, атап әйткәндә, мәмерйә эргәһендәге күлдәргә бәйле икәнлеген белгәс, улар ныҡ аптыраны. Европа мәмерйәләренең атамаларының килеп сығышына бәйле халыҡ хәтере һаҡланмаған. Беҙҙең "Альтамира" исеме нимәнән килеп сыҡҡан?" тигән һорауыбыҙға Климмер: "Бер ҡалҡыулыҡ исеме - Альтамира, шуға мәмерйә лә шулай атала", - тиеүҙән ары китә алманы. Уларҙың боронғо тамыры онотолған, халыҡ хәтере юйылған.
Әлеге ваҡытта Шүлгәнташ мәмерйәһенә арналған музей-ҡурсаулыҡ ойошторолған, тигәйнегеҙ...
Д. Ғәйнуллин: Морат Туғай комплексында беҙгә ике бина бирҙеләр. Береһе эш өсөн ҡулланылһа, икенсеһе - музей. Музейҙың дүрт залы бар. Беренсеһе - Шүлгәнташ мәмерйәһен өйрәнеүсе ғалимдар тураһында мәғлүмәткә, уны өйрәнеү тарихына арнала. Икенсе зал Шүлгәнташ мәмерйәһе кеүек, уның сит илдәге аналогтарына бағышлана. Руфиньяк, Альтамира, Шове музейҙарының һүрәттәре лә икенсе залға урынлаштырылған. Өсөнсө бүлмәлә Шүлгәнташ мәмерйәһенең күсермәһен һәм шунда уҡ боронғо ысул буйынса буяуҙар эшләүҙе, боронғо кешенең һүрәт эшләп торған мәлен сағылдырған экспозицияны урынлаштырҙыҡ. Бынан тыш, Шүлгәнташ мәмерйәһенең бәләкәй макетының киҫелешен бирҙек. Мәмерйә бит ҙур, уның оҙонлоғо 3,5 км. Шуны матур итеп макетта эшләнек. 4-се зал иң ҡыҙыҡлыһы булып сыҡты. Беҙ ғалимдар, рәссамдар менән бер йыл буйы ошо залды нисек эшләү тураһында бәхәстәр алып барҙыҡ. "Урал батыр" эпосы менән Шүлгәнташтың уртаҡлығына арналған зал нисек булырға тейеш?" тигән һорау өҫтөндә оҙаҡ бәхәсләшкәндән һуң, ниһайәт, бер уртаҡ фекергә килеп, түбәндәге һынланышта был идеяны сағылдырҙыҡ. Был залды биҙәүгә һәр рәссам үҙ өлөшөн, үҙ тәҡдимен индерҙе. Мәҫәлән, һүрәт төшөрөлгән быялаларҙың төрлө төҫтәрҙә балҡыуын ғына алайыҡ. Был - яңы технология. Быялаларҙа Йәнбикә менән Йәнбирҙе һынландырылған. Уларҙың уртаһында бишек тора. Ул бишек - төпһөҙ. Төпһөҙлөгө - башҡорт халҡының тыуған, барлыҡҡа килгән урынының мәңгелек булыуына ишаралай. Был композицияла шулай уҡ тирмәнең көмбәҙе лә бар. Ул да символик мәғәнәгә эйә. Ошо урында Шүлгән менән Урал тыуырға тейеш. Унда шулай уҡ мәшһүр эпосыбыҙҙың төрлө бүлектәре, төрлө экспозициялар ҡуйылды. Башҡорт һәм рус телдәрендә текстар ҡуйылды. Ә фойела беҙ мәмерйә кешеләре дәүерендә беҙҙең эраға тиклем 18-13 меңъйыллыҡта ниндәй йәнлектәр йәшәгән - шуларҙың коллекцияһын һәм экспозицияһын, уларҙың ҡайҙа, нисек йәшәүҙәре тураһында аңлатҡан мәғлүмәттәр бирҙек.
Европала мәмерйәләрҙе ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Ә беҙҙә ниңә был дәрәжәлә түгел һуң ул һаҡсыллыҡ? Эш ниҙә? Бәлки, европалағылар матди яҡтан етешерәктер, шуға мөмкинлектәре лә киңерәктер?
Д. Ғәйнуллин: Эш аҡсала ғына түгел шул. Халыҡтың мәҙәни кимәле юғары булырға, тәүҙә үҙеңдең тарихи ҡомартҡыларыңды һаҡлау тигән төшөнсә күңелдәргә инеп ояларға тейеш. Мәҙәни кимәл кешенең подъезының таҙалығынан да күренә. Өфө ҡалаһын матур ҙа матур, тиҙәр. Урамдар, эйе, матур. Тик подъездарҙа ниндәй генә яҙыу күрмәҫһең? Европала халыҡ бындай тәртипһеҙлеккә юл ҡуймай. Беҙҙә лә бөтөнләй насар тип әйтеп булмаһа ла, барыбер яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тырышырға кәрәк. Халыҡты тәрбиәләп була ул: яҡшы яҡҡа ла, насар яҡҡа ла. Шуға, был юҫыҡта ҙур фәнни эштәр эшләп, музей комплексын төҙөп, беҙ халыҡты, атап әйткәндә, иң беренсе сиратта - балаларҙы тәрбиәләргә тейешбеҙ. Музей комплексы экспозицияһының 30-40 проценты балаларға тәғәйенләнгән. Балалар тарихты уйын аша өйрәнәсәк. Унда стеналары аҡҡа буялған, мәмерйә һымаҡ итеп эшләнгән зал буласаҡ. Балалар музейҙың төп өлөшө менән танышып сыҡҡас, күсермәләрҙе ҡарап, тарих тураһында бер аҙ мәғлүмәт менән танышҡас, әлеге бүлмәләге стеналарға буяуҙар ярҙамында мамонттар, аттар һүрәттәре төшөрә ала. Икенсе залда боронғо йәнлектәрҙең пластмассанан эшләнгән һөйәктәре урынлашасаҡ. Балалар уларҙы тотоп, йыйып ҡарай аласаҡ.
Р. Әлибаев: Сит илдә балаларҙың ошондай залдарҙа нисек уйнауын күҙәтергә тура килде. Балалар һөйәктән ҡурҡа, тип уйлаһаң, улай булмай сыҡты. Мин ул балаларҙы фотоға ла төшөрөп алдым. Төрлө музейҙарҙа төрлө ҡыҙыҡ нәмәләр уйлап сығарғандар. Ә беҙ, Алла бирһә, бөтә яңылыҡтарҙы бергә йыйып, бер музейға туплаясаҡбыҙ. Беҙҙең музейҙа, ял һәм сауҙа комплекстарындағы кеүек, балаларҙы бер урында - уйын зонаһында ҡалдырып китергә лә мөмкин буласаҡ. Балаларҙы уйнатыу ҙа ойоштороласаҡ. Ә ата-әсәләр үҙ эштәре менән йөрөп килергә лә мөмкин. Бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Бер тапҡыр инһәң, ғаиләң менән оҙаҡ ҡына йөрөргә була. Бер залда экран ҡуйыла, экрандағы ысынбарлыҡҡа төрлө яһалма элементтар ҡушыла. Мәҫәлән, балалар экранда үҙҙәрен генә түгел, ә уларҙың "янында" йөрөгән төрлө хайуандарҙы күрә, уларҙы "һыйпай" ала. Ошондай экранлы бүлмәне сит илдә күреп ҡайттыҡ һәм үҙебеҙҙең музейҙа ла ҡулланырға булдыҡ.
Д. Ғәйнуллин: Эйе, бындай экранлы залдарҙы эшләүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ. Уларҙы эшләү өсөн теләк һәм оҫталыҡ ҡына кәрәк. Беҙ уны эшләргә бурыслыбыҙ. Сөнки, балаларға дөрөҫ тарихи тәрбиә биреү - беҙҙең быуындың иң төп бурысы. Бөгөнгө көндә кешелектең килеп сығыуы тураһында кем нимә генә һөйләмәй бит... Дин әһелдәре бер нәмә һөйләй, ғалимдар һәм тырнаҡтар эсендәге "ғалимдар" - икенсене. Кешелек, ысынында, ҙур тәжрибә туплаған, ҙур тарихи юл үткән. Тарихты беҙ балаларға матур итеп, аңлайышлы формала күрһәтә белергә генә тейешбеҙ. Ошондай музейҙарҙы күргән сабыйҙар, ҙурайғас, дини наҙанлыҡҡа дусар булмаясаҡ, уларға егерме миллионлап йыл барған эволюцияны инҡар иткән идеяны һеңдереүе ҡыйын буласаҡ. Беҙгә тормошҡа реаль күҙлектән ҡараған XXI быуат кешеләре кәрәк. Яңы быуын кешеһе - кешелектең, халҡының тарихын белгән кеше булырға тейеш...
Р. Әлибаев: Музей ошо төбәк археологияһына бағышлана. Унда кешелектең барлыҡҡа килеүен күрһәтеү маҡсатын ҡуймайбыҙ, ә беҙҙең төбәктә кешеләр нисек барлыҡҡа килгән икәнлеген күрһәтәбеҙ. Йәғни, хәҙерге Башҡортостан территорияһында 18 мең йыл элек үк кеше һүрәт төшөргән, тимәк, үҙ мәҙәниәтен тыуҙырған, тигән һүҙ. "Урал батыр" эпосындағы ваҡиғалар ҙа беҙҙең музейҙа иғтибар үҙәгенә ҡуйыласаҡ.
Д. Ғәйнуллин: Әлеге һанап үтелгән бөтөн концепцияны беҙҙең йәш тарихсылар, йәш архитекторҙар эшләй. Нимәһе ҡыҙыҡ: эске концепцияны эшләгән егет - Николай Григорьев - рус кешеһе, рус мөхитендә үҫкән. Әммә ул ошо эшкә бик ҡыҙыҡһынып тотондо. Ул Хәйбулла районы Михайловка ауылында тыуып үҫкән. Ләкин башҡорт тарихын, башҡорт менталитетын белгән кеше. Музейҙың эске экспозицияһын ябай ғына итеп эшләмәҫкә, ә "Урал батыр" эпосы аша күрһәтергә кәрәклеген ул тәҡдим итте. Беҙҙең үҙенсәлек шунда. Сөнки, "Урал батыр" эпосында төрлө ҡатламдар бар: таш ҡатламы, бронза ҡатламы, урта быуаттар ҡатламы. Шуларҙы бергә үреп күрһәтһәк, ул, беренсенән, беҙҙең бындағы ерлегебеҙҙе лә нығытыу өсөн файҙалы. Был музейҙағы бөтөн материалдар аша башҡорттоң был ергә борон-борондан ереккән икәнлеген күрһәтәсәкбеҙ. Бөтә боронғо философиябыҙ ошо ер менән, ошо тәбиғи, тарихи ҡомартҡылар менән бәйле икәнлеген күрһәтәсәкбеҙ. Шул концепция минең үҙемә лә оҡшаны. Иң мөһиме, күптән түгел булып үткән симпозиум ваҡытында беҙ Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән килгән ҙур-ҙур фән әһелдәре - археологтар, тарих фәндәре докторҙары хөкөмөнә үҙебеҙҙең концепцияны тәҡдим иттек. Төрлө яҡлап фекер алышҡандан һуң, бөтәһенә лә ошо концепция оҡшаны һәм симпозиумдың резолюцияһында уны ҡабул итергә тигән ҡарар сығарылды. Был беҙҙең өсөн ҙур баһа. Ситтән килгән ғалимдарҙың ҡарашы беҙҙе ҡанатландырҙы. Беҙҙең үҙебеҙҙең археологтар - Котов та, Савельев та был концепцияны дөрөҫ тип ҡабул итте. Ысынлап та, беҙ бында ябай музей тәҡдим итә алмайбыҙ. Ул милли музей ҙа, археологик музей ҙа түгел. Кеше килеп инеү менән, хатта яҡынлашыу менән, беҙҙең музейҙың бинаһы ул кешегә ниндәйҙер философик уйланыуҙар өсөн "ем" ташлай. Музей комплексының архитектураһына ла фәлсәфә һалынған. Рөстәм уны яҡшыраҡ аңлатыр.
Р. Әлибаев: Вертикаль буйынса ҡарағанда, комплекстың архитектураһы өс: "Урал", "Донъя" һәм "Шүлгән" өлөштәренән тора. Өҫ яҡта - аҡ төҫтә "Урал", уртала - "Донъя"ны символлаштырған быялалы ал яҡ, аҫҡы өлөштә - ҡара төҫтәге "Шүлгән" күләмле пространстволы композиция һынландырыла. Бинаның алғы күренеше, донъя ҡайһы яҡҡа нығыраҡ ауыша - шул яҡҡа китәбеҙ, тигән идеяны үҙ эсенә алған. Комплексҡа ингән урын да Шүлгәнташ мәмерйәһе ауыҙы һымаҡ итеп эшләнгән. Һул яҡта фонтан - ул мәмерйә эсенән ағып ятҡан күлдең һынланышы. Консоль, йәғни сыға биреберәк торған ҡулайлама - мәмерйәгә инеп киткән кеүек тойғо тыуҙыра. Эсенә инһәң, концепция буйынса, беҙҙе Шүлгәнташ мәмерйәһенең 1:100 масштабы менән эшләнгән, бөтөн экспозицияға һуҙылып киткән макеты ҡаршы ала. Был макетты урынлаштырыу ҡарары ла үҙенсәлекле килеп сыҡты. Мәмерйәне донъяла бер кемдең дә былай итеп күрһәткәне юҡ ине. Ул музейҙың бөтөн өлөштәрен дә бергә ялғай торған "ҡыҙыл еп" ролен үтәй. Макетта һүрәттәр урынлашҡан урындар күрһәтелгән. Мәмерйәнең ҡайһы бер өлөштәре күсермә итеп эшләнә. Музейға килгән кешеләр Йәнбикә менән Йәнбирҙе һындарын да күрә аласаҡ. Бында "Урал батыр" эпосын популярлаштырыу маҡсаты ла күҙҙә тотола. Шулай уҡ музейҙа Шүлгәнташ һүрәттәре генә түгел, ә башҡорт халҡының тотош мәҙәниәте сағылыш табасаҡ. Күп кенә археологтар: "Мәмерйә музейы булғас, уны ҡараңғы итеп күҙ алдына килтерә инек, бындай концепцияны көтмәгәйнек", - тине.
Д. Ғәйнуллин: Шүлгәнташ - мәмерйә булһа ла, "Урал батыр" эпосы - ул тотош фәлсәфә бит инде. Ошо яҡтан ҡараһаң, уның музейы ла сикһеҙ, ҙур, иркен, матур булырға тейеш. Ул мәмерйә ҡараңғылығында булырға тейеш түгел.
Был эш ҡасаныраҡ тамам булыр, тип көтөлә?
Д. Ғәйнуллин: Әле былар барыһы ла проект стадияһында. Ул бер генә көндә эшләнә торған эш түгел. Планға ярашлы рәүештә, дөрөҫ аҙымдар менән, сит ил эксперттары, Рәсәй археологтары менән кәңәшләшеп, алға барабыҙ. Был ашыға торған эш түгел. Мин һәр ваҡыт әйтәм: һүрәттәр 18 мең йыл элек төшөрөлгән дә, бөгөнгәсә һаҡланған, һаҡланып килә. Уларҙы реставрациялау эшендә лә, обьектты туризмға йәлеп итеү эшендә лә ашығырға ярамай. Әлбиттә, оҙаҡҡа һуҙырға ла ярамай..
Р. Әлибаев: Күптән түгелге Бөрйәндә үткән симпозиумға Андорранан килгән Гийаме исемле ғалим: "Мин был проектты француз теленә тәржемә итеп, Альтамира, Шове һәм башҡа мәмерйәләрҙең музей комплекстары директорҙарына күрһәтеп, уларҙан һеҙгә баһалама алып бирермен", - тине. Беҙ әле сит ил белгестәренең баһаһын да аласаҡбыҙ, тимәксемен. Тағы ла, археологтарға ла экспозиция материалын таратып бирәсәкбеҙ. Күсермәләрҙе эшләгән саҡта сит ил белгестәрен йәлеп итергә уйлайбыҙ.
Мәмерйәләрҙең күсермәләрен ни өсөн төҙөйҙәр?
Р. Әлибаев: Франциялағы Шове мәмерйәһен генә алайыҡ. Әле ул мәмерйә ябыҡ. Уның музейы Францияның туризм ныҡ үҫешкән яғында түгел, үҫешмәгән яғында эшләнгән. Ни өсөн? Туризмды үҫтереү өсөн. Шаве музейын йылына 350 мең кеше ҡарай ала. Альтамира ла 350 мең кешегә иҫәпләнгән. Ә Шүлгәнташты йылына 35 мең кеше ҡарай. Ул 350 мең кеше - Европала бер генә доминанта түгел. Аҙым һайын музей ҙа, билдәле урын. Ә беҙҙә бөтөн Волга буйы төбәге, хатта бөтә Рәсәй өсөн доминанта булырлыҡ объект ул музей. Беҙҙә 350 мең кешенән дә күберәк кеше килеүе мөмкин. Әгәр был объект төҙөлһә, уның янында инфраструктура ла үҫешәсәк.
Д. Ғәйнуллин: Бөрйән районында туризмды үҫтереү тураһында төрлө семинарҙар үткәрәләр. Беҙҙең уйыбыҙса, ошондай музей комплексын төҙөү -Бөрйән төбәгендә туризмды үҫтереүҙең иң төп проекты ул. "Якорь" проекты, тип атайбыҙ уны. Сөнки Шүлгәнташ бөгөн барыһын да тартып торған урын. Тәбиғәте өсөн генә түгел, ә мәмерйәнең үҙен күрергә теләгән өсөн килә кеше. Килгәс, улар йылғаһында һыу инә, ял базаларында ял итә. Был музей комплексын эшләү ошо төбәктә туризмды йәнләндереү, көсәйтеү өсөн эшләнә. Ошондай комплекс төҙөһәк, киләсәктә төрлө бизнес структуралары ла үҫешәсәк. Францияла, Испанияла ла шулай эшләнгән: музей комплекстары төҙөлә лә, эргәһенә инфраструктура үҙе йыйыла. Бында ла шулай: беҙ комплекс төҙөһәк, бүтән комплекстар төҙөләсәк, юлдар яҡшырасаҡ, һәм башҡалар.
Р. Әлибаев: Уның ҡарауы, хәҙер конкурентлыҡ көслө: Сочи, Байҡал, Кавказ бар, Ҡырым килеп сыҡты... Уларҙа сервис бөтөнләй икенсе кимәлдә. Ә беҙҙә, күҙәтеүебеҙсә, халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуа: "Беҙ меңәр саҡрым ер үтеп килдек, ярай, мәмерйәне генә күрҙек. Бында тағы ниндәй ҡыҙыҡ нәмә бар һуң?" - ти күптәр.
Д. Ғәйнуллин: Беҙ Шүлгәнташта бер обьект менән генә сикләнеп ҡалмаясаҡбыҙ. Музей-ҡурсаулыҡтың территорияһы ҙур, унда Йылҡысыҡҡан күле янында Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ. Әлеге көндә скульптор Өлфәт Ҡобағошовтың оҫтаханаһында ат һыны эшләнеп ята. Киләсәктә Аҡбулат ауылы эргәһендә башҡорт балына арналған Башҡорт солоғо музейын эшләргә йыйынабыҙ. Уның да проекты бик ҙур, ҡыҙыҡлы. Кеше бал ҡорто ҡиәфәтенә керә лә, "солоҡ" эсенә инеп китә. Солоҡ эсендә ҡорттар нисек йәшәй - барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрә. Был проект тулыһынса әҙер, хәҙер финанс мәсьәләләрен хәл итеү өҫтөндәбеҙ.
ЙОМҒАҠЛАП...
Бөгөнгө әңгәмәнең һығымтаһы үҙенән-үҙе тел осона килеп торғандай: тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау өсөн иң тәү сиратта мәҙәниәтебеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ. Балаларыбыҙҙы дөрөҫ тәрбиәләргә тейешбеҙ. Үҙебеҙҙең ҡылыҡтарыбыҙға, ғәҙәттәребеҙгә иғтибарлы булырға тейешбеҙ. Әңгәмәсе егеттәр шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды ла инде: "Тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау өсөн аҡса ла ул тиклем мөһим түгел: мәҙәнилек мөһим".
Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА