«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮП ТЕЛ БЕЛЕҮ УҢЫШЛЫ БУЛЫУҘЫҢ БЕР ШАРТЫ БИТ
+  - 

БРИКС һәм ШОС саммиттары барышын күҙәтеп барғандар, дөрөҫөрәге, уның йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһын ҡарағандар, әлбиттә, "Редкие земли" журналы хәбәрсеһенең: "Киләсәктә ниндәй сит телде өйрәнергә кәңәш итер инегеҙ?"- тигән һорауына Рәсәй Президентының: "Рус телен өйрәнегеҙ, башҡорт телен өйрәнегеҙ!" - тигән яуабын шунда уҡ иғтибар үҙәгенә алды. Ил етәксеһенең был яуабы төрлө даирәләргә төрлөсә тәьҫир иткәндер, ә шулай ҙа ыңғай йоғонтоһо күберәк булғандыр, тип уйларға урын бар.

Ошоно раҫлап, иғтибарығыҙға бер миҫал тәҡдим итәм. Бер көндө урамда рус милләтенән булған бер йәш әсәй менән һөйләшеп киттек. "Мәләүезгә яңы ғына сит өлкәнән күсеп килдек. Дөрөҫөрәге, Башҡортостанда беренсе тапҡырбыҙ. Быйыл мәктәпкә барасаҡ улыбыҙ бар. Ниндәй мәктәпкә бирергә икән, тип аптырап йөрөгәндә, Рәсәй Президентының "Рус телен өйрәнегеҙ, башҡорт телен өйрәнегеҙ!" тигән һүҙҙәре беҙҙе етди уйға һалды. Һәм балабыҙҙы 1-се кластан башҡорт теле уҡытылған мәктәпкә бирергә ҡарар иттек, - тине ул. - Кем белә, бәлки, киләсәктә башҡорт теле лә халыҡ-ара телгә әйләнер. Ошо телде белгәндәр татар, ҡаҙаҡ, үзбәк, ҡырғыҙ һәм башҡа байтаҡ төрки телле халыҡтар менән тәржемәсеһеҙ аралашҡанын, шулай уҡ инглиз теле менән өн оҡшашлығы барлығын ишеткәнем бар. Был иһә улыбыҙға инглиз телен еңелерәк өйрәнергә булышлыҡ итер, тип тә өмөтләнәм. Балабыҙҙы киләсәктә күп тел белгән дәүләт эшмәкәре йәки халыҡ-ара журналист итеп күҙ алдына килтерәбеҙ.
Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан - күп милләтле ил, республика. Шуға күрә, ни тиклем күберәк тел белһәң, шул тиклем был тормошта үҙеңде уңышлыраҡ тояһың. Күп тел белеү бөгөнгө заманда ҙур мәртәбә һанала. Башҡортостанда йәшәгәс, төп халыҡтың телен өйрәнеү һәр кемгә фарыз. Телде өйрәнеп кенә ошо матур, тыныс төбәкте төйәк иткән халыҡты ҡабул итергә, яратырға, хөрмәт итергә өйрәнәһең, тип уйлайым..." Журналист икәнлекте белгәс, был ҡатын минән "Улымды ниндәй мәктәпкә бирергә икән?" тип кәңәш һораны. Башҡорт теле ҡалала туған тел булараҡ бөтә мәктәптә лә өйрәнелеүен ишеткәс: "Тимәк, белем биреү учреждениеһын һайлап алыу мөмкинлеге лә бар", - тип ҡыуанып ҡалды.
Йәш әсәнең фекер йөрөтөүе бик оҡшаны. Быға тиклем йәшәгән төбәге, унда туған телдәргә булған мөнәсәбәт, Башҡортостандың уларҙы нисек ҡаршы алыуы хаҡында ла һөйләгеҙ әле, тигәс, ипле генә итеп баш тартты: "Әлегә районға файҙа килтерерлек, уның мәртәбәһен арттырырлыҡ эшебеҙ юҡ. Маҡтап телгә алырлыҡ, башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ уңышыбыҙ булһа, үҙебеҙ һеҙҙе табырбыҙ", - тине.
БРИКС һәм ШОС форумы, һис шикһеҙ, Өфөнө, уның менән бергә тотош Башҡортостанды, башҡорт халҡын бөтә донъяға танытырға булышлыҡ итте. Уның ыңғай һөҙөмтәһен башҡортостандар яҡын киләсәктә мотлаҡ күрәсәк әле. Әле Өфөбөҙ тағы халыҡ-ара әһәмиәткә эйә булған ҙур сараларға әҙерләнә икән. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Өфө ғинуарға тиклем ҙур саралар үҙәгенә әйләнәсәк, тине бит. Мәҫәлән, июль аҙағында БРИКС һәм ШОС илдәре йәштәренең рәсми етәкселәре форумы ойошторола. Октябрҙә саммитта ҡатнашҡан илдәрҙең Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың төбәк-ара эшлекле форумы планлаштырылған. Бынан тыш, Рәсәй философтары съезы үтәсәк, унда өс меңгә яҡын кеше йыйыласаҡ. Декабрҙә ике-өс мең кеше ҡатнашасаҡ Европа-Азия гуманитар форумы ойошторола. Киләһе йыл башында БРИКС илдәренең хеҙмәт министрлыҡтары етәкселәренең йыйылыуы көтөлә. Ғөмүмән, 2016-2018 йылдарҙа Өфө яңынан-яңы ҙур саралар үткәреү урыны буласаҡ, тип планлаштырыла. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин да, республика халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сараны лайыҡлы үткәрҙе, киләсәктә лә бында ошондай уҡ саралар һис шикһеҙ ойошторасаҡ, тине.
Ысынлап та, баяғы йәш әсәй дөрөҫ фекерләй: Өфөбөҙ Рәсәйҙең яңы конгресс үҙәгенә әйләнә икән, тимәк, республикалағы дәүләт телдәре, шул иҫәптән башҡорт теле лә, халыҡ-ара аралашыу теленә әйләнмәҫ, тимә. Хәйер, башҡорттар төрөк, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк, әзербайжан, төркмән, уйғыр, хакас, йәғни 30-ҙан ашыу төрки телле халыҡтар менән иркен аралаша бит, тимәк, ул әле үк халыҡ-ара аралашыу теле була түгелме?..

Лена АБДРАХМАНОВА.
Мәләүез ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.07.15 | Ҡаралған: 1511

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru