«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШ СӘСӘНДӘР УРАЛ БАТЫР ЕРЕНДӘ БӘЙГЕ ТОТТО
+  - 

Яңыраҡ Бөрйән ерендә XVII "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр республика бәйгеһе үтте. Халҡыбыҙ эпостары, шуларҙың иң бөйөгө булған "Урал батыр" - милләтебеҙҙең быуындан-быуынға тапшырыла килгән бай хазинаһы, ауыҙ-тел ижады өлгөһө ул. Был сәсәнлек бәйгеһенең йылдан-йыл билдәлелек яулай барыуы ла һоҡланғыс күренеш. Быйыл да унда барыһы 108 уҡыусы, 27 команда ҡатнашты. Матур йолаға әүерелгән был сараны БР Мәғариф министрлығы ойошторҙо.

Беренсе сәхнәлә йәше буйынса ике төркөмгә бүленгән 100-ҙән ашыу бала "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү буйынса көс һынашһа, икенсе сәхнәлә башҡорт халыҡ эпостарын сәхнәләштереү буйынса ярыш старт алды. Бер яҡта Йәнбикәнең көйләп-көйләп уландарын тыйғанын тыңлап китһәң, икенсе яҡта ҡуңыр буғаһын юғалтҡан ҡыҙ һамаҡланы. Унан Ҡәһҡәһәнең ыҫылдап ниҙер әйткәне менән ҡыҙыҡһынып, кире тәүге сәхнәгә яҡынлайһың да, Һыуһылыу менән Заятүләктең осрашыуын күрер өсөн икенсеһенә кире йүгерәһең. Ә инде бәйгеселәрҙең оҫталығы, тырышлығы һәм әҙерлеге хаҡында туҡталмай һөйләргә лә һөйләргә мөмкин. Һәр икенсе ҡатнашыусының ҡулында думбыра, ҡумыҙ, дөңгөр кеүек музыка ҡоралы, һәр икенсеһе һамаҡлай йә өзләй, ә инде ым, ишара менән импровизациялау хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Баланы ошондай юғары кимәлдә яттан һөйләй белеү маһирлығына өйрәтеп, артислыҡ һәләттәрен үҫтереп, сәхнәгә мендереп баҫтырыу өсөн улар менән шөғөлләнгән һәм майҙанға оҙата килгән уҡытыусыларҙың, әлбиттә, хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур һәм маҡтауға лайыҡ. Юғары синыф уҡыусылары барыһы ла тигәндәй эпосты тулыһынса ятлаған булһа, бәләкәйерәктәр мең юлдан да түбән төшөрмәне. Бәйгеселәрҙе дәртләндереү, уларҙа сәм уятыу өсөндөр, бөрйәндәр ҡунаҡтарға күрмәккә эпосты ятлаусы балалар баҡсаһы тәнәйҙәрен дә сығарҙы. Бармаҡ башындай ғына балаларҙың сабый тауышы менән шундай олуғ әҫәрҙе бәйән итеүен ишетеүҙән тәндәр зымбырланы, күңел тулышты.
Ярыш бик ҡыҙыу барҙы. Береһенән-береһенең костюмы матур, береһенән-береһенең һамағы моңло, тауышы көслө, ҡыланыштары килешле. Жюри талаптары ла ҡаты, уҡып тороусыны ҡапыл туҡтатып: "Йә әле, фәлән-фәлән ерҙән дауам ит", - ти ҙә ҡуялар. Унда ла аптырап тормай бәйгеселәр, шунда уҡ элеп алып һамаҡлай ҙа китәләр. Шул ваҡыт ошо бәйгене ойоштороусы һәм үткәреүселәрҙең был тәңгәлдә ярайһы уҡ юғары уңыштарға өлгәшкәнлеген аңлайһың. Бында бер йыллыҡ ҡына хеҙмәт һәм тәрбиә түгел, бында ныҡлы системаға һалынған эш барышын, мәғариф, мәҙәниәт һәм фәнде бергә үреп ишелгән арҡан ныҡлығын тояһың. Ә инде бөтөн ошо ыңғай энергияның халыҡ мәнфәғәтендә балалар аша башҡарылыуы икеләтә ғорурландыра.
Балалар өсөн матур ял да ойошторолғайны бында. Улар Урал батыр эҙҙәре буйлап йөрөнө, йәйге тәбиғәткә һоҡланды. Шүлгәнташ мәмерйәһе стенаһындағы һүрәттәрҙе ҡат-ҡат һыйпап ҡарап, әллә ни төр әкәмәтле тарихтар тыңлап, тәьҫораттарҙан биттәре алһыуланып, ҡараштары уйсанланғандай булды. "Йә, нисек?" - тигән һорауға күптәре күҙҙәрен селт-селт йомғолап: "Ух!" - тип кенә әйтә алды. Йылҡысыҡҡан күле янында, боронғо Аҡбулат ауылы ерлегендәге Ҡыпсаҡ батыр убаһында ла легендалар тыңланылар. Бәйгеселәр өсөн сәхнәлә бер туҡтауһың йыр-бейеү, яланда спорт уйындары алып барылды.
Бәйгенең өсөнсө көнөндә генә еңеүселәр билдәле булды. Баһалама ағзалары оҙаҡ ҡына фекерләшкәндән һуң, "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XVII республика конкурсы урындарын түбәндәгесә билдәләне. Ниндәй ҙә булһа башҡорт халыҡ эпосынан өҙөк сәхнәләштереүҙә I урын Белорет ҡалаһы командаһына бирелһә, II урынды Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыка гимназия-интернаты менән Бөрйән районы командалары бүлеште. III һикәлтәгә иһә Учалы, Ейәнсура райондары менән Сибай ҡалаһы командалары баҫты.
Дөйөм ярыш буйынса командалар араһында беренселек Учалы районы уҡыусыларына тәтене. Икенсегә Белорет ҡалаһы һәм Салауат районы командалары ирешһә, өсөнсөнө Ишембай ҡалаһы, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыка гимназия-интернаты һәм Күгәрсен районы командалары яуланы.
Эпосты яттан уҡыусылар буйынса бәйгеселәр ике төркөмгә бүленде, тип, әйтеп үткәйнек инде. Бәләкәйҙәр төркөмөндә маҡтаулы I урынды лайыҡлы рәүештә Күгәрсен районы һылыуы Гөлфиә Кисенбаева биләне . II урынды Белорет ҡалаһынан Ләйсән Үтәбаева менән Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыка гимназия-интернатынан Искәндәр Хужабиргәнов уртаҡлашты. III урын иһә Ейәнсура районынан Ғайсар Ҡансурин, Ағиҙел ҡалаһынан Гүзәл Хәбибуллина һәм Бөрйән районынан Ҡәҙриә Күлбирҙина уртаҡлашты.
Юғары синыфтар төркөмөндә баһалама ағзалары I урынға Салауат районы уҡыусыһы Айҙар Ғәйнетдинов лайыҡ тип тапты. II урынды Илеш районынан Лиана Ғәлиуллина менән Ишембай ҡалаһынан Гөлфруз Хисмәтуллина араһында бүлде. Дәүләкән районынан Илнура Сафина, Мәләүез ҡалаһынан Нурсилә Яҡшыева һәм Ҡыйғы районынан Филүзә Ғимашеваларҙың уҡыуын III урынға тип баһаланы. Гран-при Учалы ҡыҙы Зарема Әминеваға тапшырылды.

Шулай итеп…
Бәйге үтеп китте, быйыл беренсе, икенсе урын алғандар киләһе йыл мотлаҡ Гран-приға, лауреаттар призлы урынға өлгәшеү ҡомары менән янып ҡайтты. Байрамға матур биҙәк булып килеп торған кескәйҙәр ағай-апайҙарҙың нисек сәмләнеп көс һынашҡанын күреп дәрес алды, тәүгә килеүселәр ярыш шарттарын үҙҙәрендә һынап ҡараны, оҫталар бер-береһенең көсөн самаланы. Бәйге шулай булалыр инде ул.
Әлбиттә, конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла сәсән булып та бөтмәҫ, әммә улар ошо йәштәрендә халҡыбыҙҙың оло ҡомартҡыларының береһен яттан белә, уны уҡыған һәм өйрәнгән. Был үҙе үк оло еңеү, ҙур мәртәбә. Был үҙе үк уҡытыусыларҙың, мәктәптәрҙең бер ҡаҙанышы. Улар балаларҙа рухи ҡиммәттәребеҙгә ҡарата һөйөү һәм ихтирам уята алған. Киләсәктә был эште күтәреп алыусылар һәм ойоштороусыларға ярҙам ҡулы һуҙыусылар тағы ла күберәк булһын ине.

Миләүшә ХАБИЛОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.07.15 | Ҡаралған: 1826

Киске Өфө
 

Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.

(А. Жид).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru