«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРАЙ – АБРУЙЛЫ УЙЫН ҠОРАЛЫ, ҠУРАЙСЫ ЛА ИҢ АБРУЙЛЫ МУЗЫКАНТ
+  - 

Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫеп, әлге көндә Сибай ҡалаһында йәшәүсе республикаға билдәле оҫта Салауат БАЙМӨХӘМӘТОВ. Ул булмышына тап килерлек үҙ мөхите менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала торған кеше. Сөнки моң сығанағы менән эш итә бит ул. Оҙаҡ йылдар таусы хеҙмәтен атҡарғандаң һуң, Салауат Усман улы моң иленә тартылып, донъяға моң таратыусы уйын ҡоралдары (ҡурай, думбыра, ҡыл-ҡумыҙ, ятаған) яһарға тотона. Уның менән әңгәмә барышында һеҙ башҡорт музыка ҡоралдарын яһау серҙәре менән дә танышырһығыҙ, оҫтаны борсоған ошо өлкәләге ҡайһы бер мәсьәләләр тураһында ла ишетерһегеҙ. Һүҙ - ҡунағыбыҙға.

Тормошомдо ҡырҡа үҙгәрткән хәл...

Тормош юлым мине сит тарафтарҙа: Үзбәкстанда ла, Ҡаҙағстанда ла, Тажикстанда ла күп йөрөттө. Себерҙә лә булынды. Һөнәрем буйынса - таусымын. Оҙаҡ йылдар таусы булып эшләнем. 1984 йылда үҙебеҙҙең яҡҡа - Баймаҡҡа ҡайттым. Шул осорҙа Рауил Хәсәнов исемле егет: "Салауат ағай, һинең ҡурай эшләрлек мөмкинлегең бармы?" - тип һорай ҡуйҙы. Ул замандарҙа ҡурайҙа уйнау, ҡурай эшләү яңы ғына тергеҙелә башлағайны шул. Телевидениела ла ҡурай сығыштары шул осорҙа йышыраҡ эфирға сығарылды. Рауил ҡустының был һорауына: "Эшләйбеҙ уны", - тип яуап бирҙем һәм ҡырылған ағастан, йәғни шпондан тәүге ҡурайымды яһап та ҡуйҙым. Шул осорҙа Өфө дәүләт сәнғәт академияһында думбыра эшләү тураһында ла әңгәмәләр әүҙем генә бара ине. "Быны ла эшләргә була түгелме ни", тип, думбыра эшләүгә лә дәртләнеп киттем. Музыка мәктәптәренән боҙолған итальян мандолиналарын алып, уларҙың нисек эшләнгәнлеген өйрәнеп (ниндәй елем менән йәбештерергә кәрәклеген үҙем былай ҙа белә инем), беренсе думбырамды эшләп тә ҡуйҙым. Әйтергә кәрәк, ошо беренсе думбырам тәжрибә туплағас эшләгән ҡайһы бер думбыраларҙан да шәберәк килеп сыҡҡан икән. Был думбыраны мин әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым. Әлеге көнгә 120-130-лап ошо ҡыллы ҡоралды эшләгәнмендер. Һуңғы ике йыл эсендә генә эшләгәнем өс тиҫтәнән ашты. Данлыҡлы скрипка оҫтаһы Страдивари үҙ ғүмерендә ярты мең скрипка эшләгән. Мин дә, биш йөҙгә үк барып етмәһә лә, дүрт йөҙгә еткерермен, тигән ниәтем бар. Страдивари скрипкаларҙан тыш гитаралар ҙа эшләгән. Гитара эшләп биреүемде һорап мөрәжәғәт иткәндәре лә булды, ләкин мин уны эшләмәҫкә ҡарар иткәнмен. Бының ике етди генә сәбәбе лә бар. Беренсенән, гитараның милли уйын ҡоралыбыҙ булмауы, икенсенән, кибеттәрҙә уларҙың былай ҙа тулып ятыуы мине туҡтата. Мин үҙ халҡыбыҙ ҡоралдарын эшләү яғында. Мәҫәлән, күптәргә таныш булмаған ятағанды ла эшләгәнем булды. Нимә ул ятаған, тиһегеҙҙер. Бөтөн төрки халыҡтарында ла киң таралыу алған был музыка ҡоралын рустар "гусли" тип йөрөтә. Шулай итеп, минең ҡурай, думбыра эшләй башлауыма ябай ғына һорау сәбәпсе булды. "Ағай, һинең ҡурай эшләрлек мөмкинлегең бармы?" тигән һорау. Тормошта кешенең алдына ошондай хәл иткес тәҡдимдәр, һорауҙар йыш тап була. Уларҙың һәр береһенә ыңғай яуап бирә лә алмай кеше. Гел генә ыңғай яуап биреү, бәлки, кәрәкмәйҙер ҙә. Ә шулай ҙа әҙәм балаһы, бысраҡ һыу, тип, юлында осраған күпме йәншишмәне урап, йә ашатлап үтә икән?..

Өфөнән Сибайға күсеүем...

1997 йылда Айрат Ҡобағошов менән Зиннур Нурғәлин мине Өфө дәүләт сәнғәт академияһына оҫтаханаға эшкә саҡырҙы. Ул оҫтаханала 4 йыл эшләнем. 2001 йылда Сибайҙа үткән "Ирәндек моңдары" йыр бәйгеһендә үҙем яһаған халыҡ музыка ҡоралдарын күргәҙмәгә ҡуйғайным, уларҙы Сибай ҡалаһының ул ваҡыттағы хакимиәте башлығы Зиннур Йәрмөхәмәтов күреп ҡалып, минең кем булыуым, ҡайҙа эшләүем менән ҡыҙыҡһынды. Өс бүлмәле фатир менән тәьмин итәсәген белдереп, Сибайға эшкә саҡырҙы. Миңә Сибайға күсергә тура килде. Өфөнән дә тәҡдимдәр булды, оҫтахана асабыҙ, кире кил, тинеләр. Вәкил ағай Шөғәйепов менән бергәләшеп асырбыҙ ул оҫтахананы, тигән уйыбыҙ ҙа бар ине, ләкин бина ла, мөмкинлек тә булманы. Сибайҙа фатир бирҙеләр. Өс бүлмәле фатирҙың бер бүлмәһен йыһазландырып алдым да, 12 квадрат метрлыҡ бүлмәлә үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Фатирыбыҙ беренсе ҡатта урынлашҡанға күрә, күршеләр ҙә өндәшмәне. Хәҙер ике йыл инде үҙем бүрәнәнән өй һалып сығып, 6х5 майҙанлы оҫтаханала иркенләп шөғөлләнәм. Өфөгә кире барырға ла булыр ине, әлбиттә, әммә миңә Сибайҙың 6 район, атап әйткәндә, Бөрйән, Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Ейәнсураның уртаһында урынлашыуы ылыҡтыра. Өфөгә юл төшһә, Белорет, Архангел райондарына ла һуғылам. Унда ла минең ҡурайҙарҙы көтөп алалар. Ҡайһы берҙә Учалыға ла барып сығам. Учалыла сәнғәт ныҡ үҫешһә лә, ҡурай уйнау Сибайҙағы, Баймаҡтағы, Хәйбуллалағы һымаҡ уҡ киң таралмаған. Ул яҡтан йәнә Бөрйәндәр ҙә, Хәйбуллалар ҙа шәп. Хәйбуллала тиҫтәнән ашыу - балалар, 7 ололар ансамблдәре бар. Был нимәнән килә? Моғайын, тәрбиәнәндер. Атаҡлы Ишмулла, Сәйфулла ағай Дилмөхәмәтовтарҙың тәрбиәһе, уларҙың өлгөһө ныҡ тәьҫир иткәндер, тип уйлайым. Аҙаҡҡы ваҡытта ҡурайҙа уйнау Белорет районында һәйбәт үҫте. Унда ҡурай ишетелгәне юҡ ине әле. Мин Инйәр, Сәрмән, Шығай ауылдарын ҡурай менән тәьмин иттем.

Үлән ҡурайға яҡын ағас бармы?

Бөгөн балаларҙы капрон ҡурайҙа уйнатыу тураһында һүҙ ҡуйыртыусылар күбәйҙе. Мин капрон ҡурай яҡлы түгел. Уйнағас, ҡиммәтле, сифатына ярашлы музыка ҡоралында уйнарға тейешбеҙ. Шул ваҡытта ҡурайҙың ҡәҙере була. Ҡурай булғас, ул абруйлы уйын ҡоралы булырға тейеш.
Капрон ҡурайҙы таратыуға сит милләт кешеләре күҙлегенән ҡараған хәлдә, улар, моғайын: "Шундай ярлы икән был халыҡ, һәйбәт ҡурайға мохтажлыҡ кисереп, ағас ҡурайы була тороп та, ниндәйҙер пластик торба менән уйнайҙар", - тигән баһа бирер ине. Мин ундай баһа менән килешә алмайым. Булғас, оҫталар эшләгән, компьютер аша тауышы көйләнгән ҡурай булһын. Уның тишектәрен дә үҙгәртергә була (был йәһәттән һәр бер оҫтаның үҙ сере бар). Мин хатта быға ҡаршы түгел. Ул төрлө ағастан эшләнергә мөмкин. Мин, хәҙер һанап ҡарайым да, 15-16 төр ағастан эшләгәнмен икән ҡурайҙы. Иң яңғырауыҡлы ҡурайҙар тығыҙ ағастан эшләнә. Саған - иң шәбе. Башҡа күп кенә музыка ҡоралдарын да сағандан эшләйҙәр. Пианино, думбыра, ҡалған күп кенә музыка ҡоралдары ҡаты ағастан эшләнә. Ҡурайҙы йомшаҡ ағастан эшләргә буламы, тигән һорау тыуыр. Эйе, миңә ҡурайҙы йүкәнән дә эшләргә тура килде. Ләкин йүкә тауышты этәрмәй, яңғыратмай, киреһенсә, үҙенә йота. Тәбиғи ҡурайға, үлән ҡурайға килгәндә, ул икенсе төрлө тауыш сығара. Ағас ҡурайҙың тауышын нисек шул кимәлгә барып еткерергә - беҙҙең алда торған иң ҙур, иң мөһим мәсьәлә шул. Миңә бер тапҡыр ҡурайҙы ерек ағасынан эшләргә тура килде. Шул ерек ағасынан сыҡҡан тауыш үлән ҡурай сығарған тауышҡа бер аҙ яҡынлай. Африканан килгән ағастарҙан эшләп ҡарағаным да булды. Вьетнамдан килгән "яйа" тигән ағастан да эшләп ҡараным. Ул беҙҙең уҫаҡ, йүкә һымаҡ еңел.

Думбыраңды сирт әле...

Думбыра ҡырғыҙҙарҙа ялпаҡ формала. Вәкил ағай Шөғәйеповта "Музыкальные инструменты народов СССР" тигән китап бар. Ул думбыраны ана шунан ҡарап эшләгән. Ә ысынында был музыка ҡоралының һәр бер өлөшөн тура килтереп эшләргә кәрәк. Ҡайһы берҙә бер өлөшөн икенсеһенә тура килтереү өсөн 1-2 сәғәт ваҡыт китә. Вәкил ағай хәҙер ҙә, үҙе эшләгән думбыраның яңғырауығы һәйбәт, тигән фекерҙә. Мин был фекер менән бик үк килешеп етмәйем. Был турала үҙенә лә йыш ҡына әйткәнем булды. Ҡауын, йәки груша формаһындағы думбыраның тауышы, ялпаҡ формалағыһыныҡына ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ сыға, минеңсә. Яҫыһы - мандолинаның бер төрө һымағыраҡ ҡабул ителә. Бер думбыраны эшләүгә күпме ваҡыт китә, тип һорайҙар. Мин ундай маҡсат ҡуйғаным юҡ. Материал кипкән, ваҡыт һынауы үткән булырға тейеш. Дека, өҫтө, ҡапҡасы, тигән деталдәргә шыршы ағасын ғына файҙаланалар. Декаға ҡуйылған шыршы 5 йыл кибергә тейеш. Баяғы, иҫке пианиноларҙың декаһын алып, эшкәртәм дә, шуны ҡуям. Эшләгәс, мин яңы ғына эшләнгән думбыраны 2-3 көнгә эҫе бүлмәгә урынлаштырып, киптерәм. Әгәр ҙә сатнамай, сыҙаһа - сыҙай... Материалы насар булһа, ярыла. Дека насар йәбештерелгән булһа, ул асыла башлай. Әгәр думбыра яҡшы материалдан эшләнә икән - уны теләһә ҡайһы эҫе урынға ҡуйып кит - бер ни ҙә булмай. Әгәр ҙә насар икән, йылытҡыс эргәһенә ҡуйып кит - иртәгәһенә юҡҡа сыға. Мин үҙемдең думбыраларыма гарантия бирәм. Ҡурай менән дә шул уҡ хәл.

Милли музыка ҡоралдарыбыҙ

Милли музыка ҡоралдары, тигәс, беҙҙең үҙебеҙҙең йөҙҙө күрһәтергә тейеш ул. Ә ситтән алып, өҫтәп яһаған, ситтән өҫтәлмәләр алып яһалғаны - беҙҙең халыҡтың милли ҡоралы булмаясаҡ. Милли халыҡ инструменты тигән һүҙ юғалырға ла мөмкин. Бөгөн "беҙ үҙебеҙҙең эшләү кимәлен яҡшыртыу өсөн сит музыка ҡоралдарына эйәрергә, уларҙы күсерергә тейешбеҙ", тигән фекер йөрөткән кешеләр ҙә бар. Улай итһәк, музыка ҡоралыбыҙ үҙебеҙҙеке булыуҙан туҡтаясаҡ бит. Ә ҡоралды нисек яҡшыртырға? Эшләргә. Эшләгән һайын оҫтаның ҡулы оҫтара бара. Фабрикалар бер ваҡытта ла музыка ҡоралы фабрикаһы, тип аталмай. Хет Санкт-Петербургта булһын, хет Мәскәүҙә - улар тәжрибә музыкаль фабрика, тип атала. Музыка ҡоралы бер ваҡытта ла бер төрлө генә булырға тейеш түгел. Гәрсә, уларҙың бөтөн ҡорамалдары автоматлаштырылған булһа ла барыбер тәжрибә фабрикаһы тип атала. Унан бигерәк, оҫта үҙенсә эшләһә, бер ҡорал йәнә икенсеһе менән тап килмәй. Ҡурайҙы ғына алайыҡ. Уның елеме ҡуйыраҡ булып, ҡурай ҡалыныраҡ булыуы мөмкин, йәки өҫтөн ялтыратыр өсөн 2-3 тапҡыр лак һөртһәң дә, ҡалыная ул. Ҡурай ҡалын булһа - бер төрлө, ә нәҙек булһа - икенсе тауыш сығара. Ҡурайсыларҙан: "Һәйбәт үлән ҡурай бармаҡты ҡытыҡлап торорға тейеш", - тиеүен ишеткәнем бар. Йоҡа ҡурайҙың тауышы икенсе төрлө. Шуға ла, материалдың тығыҙлығына ҡарарға кәрәк.
Минеңсә, һәр бер халыҡ музыка ҡоралының үҙенең йөҙө булырға тейеш. Ҡурай беҙҙеке икән - ул беҙҙеке булһын. Сәнғәт академияһы заказы буйынса миңә лә 7 тишекле ҡурай эшләргә тура килгеләне, әлбиттә. Миңә ниндәй заказ була - шуны эшләйем инде. Ҡаршы килеүселәр ҙә булды. Тәжрибәләр эшләргә ярайҙыр, тип ҡарайым.
Хәҙер думбыраның тауышы оркестрҙа юғалып ҡалмаһын, тип, тимер ҡылдар ҡуябыҙ. Миңә ҡалһа, тимер ҡылдар урынына эсәктән эшләнгән ҡылдар яҡшыраҡ. Ҡыл-ҡумыҙҙа аттың ҡойроғонан ҡыл тарттырылырға тейеш.

ЙОМҒАҠЛАП...
Заман үҙ талаптарын һәр ваҡыт ҡуя. Ғөмүмән, ниндәй генә яҡшы һөнәрсене, оҫтаны алма - ул төп иғтибарҙы заман талаптарына ғына түгел, ә сифатҡа, зауыҡҡа, профессиональ оҫталыҡҡа һәм ижади ҡарашҡа бирәлер. Салауат Усман улы Баймөхәмәтов беҙҙең күҙ алдына шундай оҫта булараҡ һынлана.

Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.08.15 | Ҡаралған: 1654

Киске Өфө
 

Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.

(А. Жид).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru