«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕБЕҘҘЕКЕ - ҮҘӘКТӘ!
+  - 

Башҡортостан аграр төбәк булараҡ, донъяла барған сәйәси болғаныштарҙың эҙемтәләре әллә ни тойолманы ла кеүек. Ауыл кешеһе элек нисек шәхси хужалығы ярҙамында көн күргән, һаман да шулай йәшәүен дауам итә. Ә бына цивилизация тормошона өйрәнеп киткән ҡала кешеһе был йәһәттән ниндәй үҙгәрештәр тойҙо, ҡулланыу баҙары уға ниндәй "сюрприздар" әҙерләне икән? Ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү йәһәтенән Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Сауҙа һәм хеҙмәттәрҙе координациялау идаралығы начальнигы Ольга ЗАВЬЯЛОВАҒА мөрәжәғәт иттек.

- Рәсәй территорияһына айырым аҙыҡ-түлек тауарҙарына эмбарго индереү ситләтеп кенә булһа ла бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа йоғонто яһаны. Йәғни ауыл хужалығы продукцияһын етештереүсе һәм ҡулын һәр ваҡыт пульста тотоусы ҡайһы бер эшҡыуарҙар мәлде оҫта файҙаланып, етештереү күләмен һәм һатыу баҙарын киңәйтеүгә өлгәште. Улар ҡулланыу баҙарындағы һәр үҙгәреште файҙаланып ҡалырға тырыша. Ватан етештереүсеһен хуплау маҡсатында "Башҡортостан продукты" маркаһы булдырылды һәм ошо марка аҫтында сауҙа нөктәләре асылып, тиҙ арала үҙенең һатып алыусыһын тапты. Шул арҡала ҡаланың сауҙа баҙарында тотороҡлоҡ хөкөм һөрә, тиергә мөмкин: хаҡтар ҡапыл үргә һикермәне, теге йәки был тауарҙы һатыу, уларҙың дефициты проблемаһы юҡ. Шулай булмау мөмкин дә түгел, сөнки ҡалалағы 6 мең сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларының 99 проценты шәхси ҡулдарҙа һәм эшҡыуарҙар яйлап булһа ла заман ҡуйған яңы талаптарға эйәрә. Был йәһәттән хакимиәт тә уларға уңайлы шарттар тыуҙырырға тырыша: ҡалалағы 26 сауҙа һәм сауҙа-сервис комплексы ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәргә сауҙа урындары бирә. Өҫтәүенә тағы ла дөйөм майҙаны 250 мең квадрат метр тәшкил иткән 29 ҙур сауҙа объекты төҙөлә. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда етештерелгән һәм социаль әһәмәттәге аҙыҡ-түлек тотош ҡулланыу баҙарының 60 процентын алып тора.
Ҡалала стационар булмаған сауҙа селтәре 1479 киоск һәм павильонды үҙ эсенә ала, шулай уҡ "лоток", "автоцистерна", "автофургон" тибындағы 680 объектҡа урын бүленгән. Бынан тыш, ҡалала фермерҙар һәм ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр өсөн сауҙа урындары бүленә һәм уларҙың һаны арттырыла бара. Әммә бөгөн урындарҙың 62 проценты ғына биләнгән, ҡалғандары буш тора.
Халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү өлкәһендә баш ҡалала 2301 предприятие һәм шәхси эшҡыуар эшләй, уларҙа дөйөм алғанда 18 мең кеше эш менән тәьмин ителгән. Эконом-класс предприятиелары киң күләмле хеҙмәт күрһәтә. Ғөмүмән, бәләкәй эшҡыуарлыҡ өҫтәмә эш урындары булдырыуға, хеҙмәт ассортиментын киңәйтеүгә, һалым базаһын тулыландырыуға, дәғүәселекте, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, көнкүреш хеҙмәте өлкәһен артабан үҫтереүгә инвестициялар йәлеп итеүгә йоғонто яһай. Ҡулланыу баҙарын ауыл хужалығы продукцияһы менән тултырыу маҡсатында ауыл хужалығы йәрминкәләре тамамланыу менән апрелдән алып фермер хужалыҡтарына һәм шәхси хужалыҡта етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһы менән сауҙа итеү өсөн 9 яңы майҙансыҡ асылды һәм унда 500 урын булдырылды.
Рәсәйгә ҡарата санкциялар индереү бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн яңы мөмкинлектәр асһа, туҡланыу индустрияһы өсөн, киреһенсә, кире йоғонто яһаны. Сөнки премиум-класс предприятиелары, тейешле сеймал булмау сәбәпле, ресторандарын ябырға йәки уларҙың форматын үҙгәртеп, ватан продукцияһын ҡулланып, уртаса хаҡтар сегментына төшөргә мәжбүр булды. Бөгөн уларҙа уртаса чек хаҡы ике тапҡырға тигәндәй кәмене. Һорау булмағас, рестораторҙар клиенттарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн яңынан-яңы ысулдар эҙләй. Ҡайһы бер предприятиелар хаҡтарҙы 15-20 процентҡа тиклем төшөрһә, башҡалар бизнес-ланч өсөн махсус меню төҙөнө. Шулай уҡ лояллек программалары һәм ташламалар индерә башланылар, хатта ҡуртым хаҡтары кәметелеүгә ҡарамаҫтан, йәмәғәт туҡланыуы клиенттарын юғалтмаҫ өсөн осһоҙ һәм ылыҡтырғыс булырға мәжбүр булды. Бындай шарттарҙа һығылмалы хаҡтар сәйәсәте булған ойошмаларҙың ғына артабан да йәшәү мөмкинлеге бар.
Йәйгеһен Өфө ШОС һәм БРИКС дәүләттәре башлыҡтарының саммиттарын үткәргән ваҡытта йәмәғәт туҡланыуы теләһә ниндәй кимәлдәге ҡунаҡтарҙы ла ҡаршы алыу мөмкинлегенә эйә икәнен раҫланы. Әммә бында ла проблемалар бар: баш ҡалала башҡорт һәм рус кухняһы ресторандары юҡ. Булған ресторандарҙа ла милли кухня ризыҡтары күренмәй. Башҡортостан кеүек бай тарихлы һәм бай мәҙәниәтле күп милләтле республикала килгән ҡунаҡтарҙы алып барырлыҡ милли кухня булмауы, әлбиттә, ғәфү ителмәй торған хәл.
Булып үткән ҙур саралар Өфөнө бөтөн донъяға танытты һәм киләсәктә баш ҡалаға туристар ағымы көсәйер тигән өмөт бар. Әлеге ваҡытта ҡала хакимиәте тарафынан Өфөнөң имиджын формалаштырыу буйынса эшмәкәрлек алып барыла. Был уның инвестицион ғына түгел, туристик ылыҡтырыуын да арттырыр тигән өмөт бар. Был йәһәттән махсус программа эшләй. Ул эске туризмды ла үҙ эсенә ала һәм өҫтөнлөклө йүнәлеше булып пенсионерҙар, инвалидтар, социаль приюттарҙа тәрбиәләнеүселәр, етем балалар, мәктәп балалары өсөн социаль туризмды, мәғлүмәт ресурстарын үҫтереү тора. Программаны тормошҡа ашырыу осоронда барлығы 13 социаль тур ойошторолдо. Беренсе тапҡыр туристик эшмәкәрлек тураһында мәғлүмәттәр йыйылып, эшкәртелде, туристик хеҙмәттәр баҙары өйрәнелде һәм Өфө ҡалаһының туристик паспорты төҙөлдө. Шулай уҡ туристик ресурстар мәғлүмәттәре банкы булдырылған, ҡунаҡхана һәм туристик бизнес предприятиелары дислокацияһы тормошҡа ашырыла. Даими рәүештә туристик ойошмалар эшмәкәрлеге, эске туризм һәм килгән туристар буйынса социологик тикшеренеүҙәр мониторингы алып барыла. Һуңғы ваҡытта ҡалала Мәғлүмәт-туристик үҙәктәр асылды. Уларҙың төп бурысы булып баш ҡала халҡы һәм килгән ҡунаҡтар өсөн уңайлы мәғлүмәт мөхитен булдырыу, Өфөнөң туристик продуктын Рәсәй һәм халыҡ-ара туристик баҙарға сығарыу тора.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.10.15 | Ҡаралған: 1454

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru