Башҡорт әҙәбиәтендә Һ. Дәүләтшиналар, З.Биишевалар рухын дауам иттереүсе әҙибәләребеҙҙең береһе Гөлсирә Ғиззәтуллинаның ижады һәм ошо ижадтан сығып яҙыусы үҙе лә уҡыусыны бик ҡыҙыҡһындыралыр. Уның әҫәрҙәрендәге фәлсәфә, геройҙар донъяһының серлелеге, бәлки, һәр китап һөйөүсегә аңлашылып та етмәҫ. Йәшәйешкә ҡыҙыҡлы ҡарашы булған әҙибә үҙе лә, ижады, фекерләүҙәре, аралашыуы, мөнәсәбәттәре менән тотошлайы бер мөғжизәле утрау кеүек. Бөгөн беҙ уға мөрәжәғәт иттек өс һорау менән.
Һеҙ әҙәбиәттә ҡатын-ҡыҙҙы яҡлаусы, уҡыусыға уның әллә ни төр күңел ҡатламдарын күрһәтеүсе, серҙәрен, уй-хыялдарын, теләктәрен асыусы. Һеҙ был "ҡатын-ҡыҙ" тигән донъяны бер туҡтауһыҙ кемгәлер нығыраҡ төшөндөрөргә, аңлатырға тырышаһығыҙ кеүек. Кемгә?
- Борон-борондан ҡатын-ҡыҙ тураһында, ғәҙәттә, ирҙәр яҙған һәм уларға үҙҙәре күрергә теләгән сифаттарҙы биргән, үҙҙәренең төпкө аңда йәшерелгән теләктәре, хыялдары, рәнйеүҙәре һ.б. күҙлегенән ҡараған һәм баһалаған. Шуға күрә был һүрәтләүҙәр йыш ҡына ҡатын-ҡыҙҙарҙың хайран ҡатмарлы һәм тәрән, нескә күңел донъяһын үтә ҡойто, һаран һәм примитив яҡтырта. Донъяға ҡатын-ҡыҙ күҙҙәре менән ҡараған кеше булараҡ, ул донъяны, шулай уҡ ғүмер буйы йәнәш йәшәргә, ябай һәм ҡатмарлы мөнәсәбәттәргә инергә мәжбүр булған ир-аттарҙы нисек күреүебеҙҙе һүрәтләргә ынтылыш - мине ҡулыма ҡәләм алырға дәртләндергән теләктәрҙең береһе. Шул уҡ ваҡытта, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, яҙыу процесында мин, ғөмүмән, уҡыусыны бөтөнләй күҙ уңында тотмайым. Әгәр ҙә нимә тураһындалыр яҙам икән, был миңә, иң тәүге сиратта, үҙем өсөн кәрәк.
Бәләкәйҙән үк мине ҡатын-ҡыҙҙы беҙҙең йәмғиәттә икенсел итеп, ирҙәрҙән түбәнерәк тип ҡарау бик ныҡ сәмләндерә ине. Хәҙер беҙгә, үҫешкән һәм хатта ҡайһы берҙә артығыраҡ булып киткән феминизм осоронда йәшәүселәргә, бәлки, был сәйерерәк тә тойолор, әммә беҙ үҫкәндә был ҡараш көслө ине әле. Ҡатын-ҡыҙҙар менән ирҙәр араһындағы бер-береһен аңламауҙан килеп сыҡҡан фажиғәләрҙе мин ул ваҡытта айырым шәхестәр кимәлендә хәл итергә тырышҡанман. Йоҡа тиреле, артыҡ нескә тойоусан, бөтә нәмәне лә самаһыҙ яҡын ҡабул иткән кеше булараҡ, был аңлашылмаусанлыҡтар мине һүрәтләп биргеһеҙ күңел төшөнкөлөгөнә килтергән ваҡыттар булды. "Өмөтөмдө ҡалдыр", "Йөҙ ҙә бер ғүмерем" тигән китаптарыма тупланған хикәйәләрем тап ана шул осорҙарҙа яҙылған. "Башҡортостан ҡыҙы" журналында эшләгән сағымда гендер мәсьәләләре менән махсус ҡыҙыҡһына башланым, конференияларҙа ҡатнаштым һәм мәҡәләләр серияһы яҙҙым. Тап бына шул ваҡытта үҙем өсөн тәбиғәттең аяуһыҙ ғәҙеллеген һәм бөтә нәмәнең төп маҡсатҡа йүнәлтелгәнен күрһәткән нәмәләр хаҡында белдем. Беҙ - ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар - беребеҙ ҙә артыҡ та, кәм дә түгелбеҙ, беҙ төрлөбөҙ. Был төрлөлөк беҙгә тәбиғәт тарафынан йөкмәтелгән бурыстарҙан килеп сыға. Тәүрат китабында әйтелгәнсә, Аллаһы Тәғәлә кешеләргә: "Үрсегеҙ һәм ишәйегеҙ", - тигән. Ирҙәргә мөмкин тиклем күберәк нәҫел ҡалдырыу, ә ҡатын-ҡыҙҙарға баланы йөрәк аҫтыңда йөрөтөп, табып, бағып, аяҡҡа баҫтырыу бурысы ҡуйылған. Йөкмәтелгән бурыстарға ҡарап, беҙгә уларҙы атҡарып сығырлыҡ биологик сифаттар һалынған. Шуға мин хәҙер "Ҡатын-ҡыҙҙар яҡшыраҡмы, әллә ирҙәрме?" тигән бәхәстәргә ҡатнашмайым. Беҙ барыбыҙ ҙа шәп, тик төрлөбөҙ төрлөсә.
Сит ерҙәрҙә ғүмер итеп ҡайтыуығыҙҙы беләбеҙ. Нимә эҙләнегеҙ: толҡамы, мажарамы, ғибрәтме?
- Мин Үзбәкстанда тыуғанмын һәм атайымдың йәнтөйәге - Ейәнсура районы Иҙәш ауылына күсеп ҡайтып килгән саҡта Ырымбур вокзалында атлап киткәнмен. Сәйәхәт минең ҡанымдалыр тип уйлайым. Китап уҡый башлағандан бирле Африка тураһында хыялландым. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, илебеҙгә, быға тиклемге тарихыбыҙға, ғөмүмән, бөтә нәмәгә ҡара яғыу модаға инеп китте, Көнбайышта бөтәһе лә ал да гөл, беҙҙә бөтәһе лә насар, тигән фекер бик әүҙем рәүештә аңыбыҙға һеңдерелә башланы. Бына шул ваҡытта минең башыма әллә ҡайҙан Амстердам тигән һүҙ һәм унда йәшәп ҡарау теләге килеп инде. Ни өсөн тап Амстердам икәне минең үҙемә лә һаман сер, әммә минең өсөн бынан да ҡулайыраҡ урынды табыуы ҡыйын булыр ине, тип уйлайым. Ундағы рухи азатлыҡ, кешегә, тик кеше булған өсөн генә лә тәрән ихтирам - былар барыһы ла миңә әйтеп биргеһеҙ кинәнес бирҙе. Хәйер, мин алғараҡ киттем. Тик мине туризм түгел, ә тап унда бер ни тиклем йәшәү һәм кешеләр менән көндәлек шарттарҙа аралашыу мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра ине. Хыял тыуғас, яйлап ҡына мөмкинлектәр ҙә асыла башланы. Голландияла йәшәгән бер йылым офоғомдо ғәйәт киңәйтте. Беренсенән, мин донъяның бик күп тарафтарынан килгән студенттар мөхитендә йәшәнем. Был бик файҙалы тәжрибә: беҙҙең бөтәбеҙгә лә еңел булмаған шарттарҙа (үҙегеҙ беләһегеҙ, белем алыу - энә менән ҡойо ҡаҙыу) бер-беребеҙгә таяныс булып, икмәк-тоҙона тиклем алмашып, бик тығыҙ аралашырға тура килде. Бына шунда мин төрлө культураларҙың айырмаһын көндәлек тормошта күреп белдем. Икенсенән, уҡығанда "Лингвистик антропология", "Мәҙәни антропология" тигән фәндәр, боронғо йәһүд, инглиз телдәрен тәрәнерәк өйрәнеү донъялағы халыҡтар һәм минең үҙемдең халҡымдың ул халыҡтар араһында тотҡан урыны хаҡында тәрәнерәк уйланырға форсат бирҙе. Хатта беренсе ҡарашҡа ваҡ-төйәк күренгән мәсьәләләрҙә лә, мәҫәлән, ни өсөн Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары биҙәнеүгә, кейемгә нығыраҡ иғтибар бирә, ни өсөн голландтар өйгә кеше килеп инеү менән беҙҙең һымаҡ сәй ҡуйырға йүгермәй, ни өсөн инглиздар йыш ҡына хатта лифтта йөҙмә-йөҙ осрашҡанда ла һаулыҡ һорашып бармай, ни өсөн беҙ үтә самалы, ә американдар артыҡ мул йылмая? "Ни өсөн?" тигән һорауҙың бик файҙалы һәм емешле икәнен аңланым. Факттар артында уның сәбәптәрен дә күреү ғәйәт мауыҡтарғыс. Шул уҡ ваҡытта сит ил пропагандаһының, сәйәсәттең ике төрлө стандарттарға ҡоролоуын үҙ елкәмдә татып белдем. Европала закондарҙың ни тиклем һәм ни өсөн бик теүәл эшләүен, кешеләрҙең унда ни тиклем күп һәм башкөллө бирелеп, сифатлы эшләргә тырышыуҙарын (үҙемдең таныштарым һәм дуҫтарым миҫалында әйтәм), шул уҡ ваҡытта Ер йөҙөндә ожмахтың булмауын һәм бер нәмәнең дә буштан ғына килмәүен һәм килергә тейеш тә түгеллеген аңлау күңелгә тыныслыҡ бирҙе. Инде Африканың иң ярлы илдәренең береһе булған Буркина-Фасола һәм Тогола булыу, бер нисә көн буйы ярлы ғына Африка ауылында ҡурсалап тороусы дуҫтарһыҙ, үҙем генә йәшәп ҡарау тағы ла бик күп нәмәләр асты. Донъяға яҙыусы күҙе менән баҡҡан кеше өсөн был тәжрибә, был тәьҫораттар баһалап бөткөһөҙ ҡиммәт һәм мауыҡтырғыс.
Йәшлек мөхәббәте барыһына ла хас, ә урта йәштәрҙә килергә мөмкин булған хистәргә нисек ҡарайһығыҙ? Бындай һөйөү кеше тәбиғәтендәге аномалиямы, әллә бәхетме?
- Һөйөүгә төрлө аспекттан ҡарарға мөмкин. Биология, физиология, химия, рухи… Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе кешеләр меңдәрсә йылдар буйы күҙәтә, моғайын, инде миллиондарса том китаптар яҙылған, әммә был һаман иң ҙур серҙәрҙең береһе булып ҡала. Миңә ҡалһа, мөхәббәт ул берәү: үҙ-үҙеңә, тормошҡа, донъяға, тәбиғәткә, кешеләргә, сабыйыңа, ата-әсәңә һ.б. һөйөү һәм ул һәр саҡ беҙҙең үҙебеҙҙең булмышыбыҙҙа йәшәй. Ул әҙәм балаһына бирелгән иң мөҡәддәс һәҙиәләрҙең береһе, иң оло бүләк. Бөтәһе лә мөхәббәттән башлана. Мин был тойғо һәр беребеҙгә тыумыштан программа рәүешендә бирелгән һәм ҡайһы берәүҙәрҙә "пуск" тигән нөктәгә баҫылмағандыр ғына тип уйлайым. Был - әсә кешенең бурысы. Иң төп бурысы. Сөнки һөйөү кешенән тышта түгел, ул эстә. Ни тиклем нығыраҡ яратаһың, шул тиклем нығыраҡ һөйөү менән солғанып алғанһың. Минең быны үҙемдең тойғаным бар. Ғәҙәти хәлемдә мин кешеләрҙе яратам һәм был миңә үҙемде ғәйәт бәхетле тойорға мөмкинлек бирә. Әммә ҡайһы бер күңелем ҡатып киткән, һөйөү түгел, ә йән көйөү, рәнйеү, үпкә биләп алған мәлдәрҙә донъяның ни тиклем шыҡһыҙ, һалҡын булып ҡалғанын тоям. Бына ҡайҙа ул бәхетһеҙлек! Кемдеңдер беҙҙе яратыуын теләү, бәхетле итеүен көтөп, шуға өмөтләнеп йәшәү - үҙ-үҙеңде күрәләтә ҡорбан хәленә ҡуйыу, ғүмерҙе бушҡа үткәреү, тип ҡарайым. Кемгәлер ғашиҡ булыуға килгәндә, әгәр ҙә уны эргә-тирәңдәге яҡындарың өсөн фажиғәгә әйләндермәҫкә ихтыярың етһә, ул һәр йәштә лә ҡыуаныс. Әгәр ҙә ысын мәғәнәһендә яратаһың икән, һин ғашиҡ булған кешенең яуабы ла мотлаҡ түгел бит. Иң мөһиме, ул был донъяла бар, донъяла ысынлап та мөхәббәт тигән тойғо бар һәм әле һин шуның нурында ҡойонаһың. Минеңсә, был илаһи тойғо. Инде ҡалғаны: мотлаҡ ул кешене үҙеңдеке итергә тырышыу, унан нимәлер өмөт итеү, хатта талап итеү - улар барыһы ла икенсел тойғолар. Минеңсә… Һәр кемдең үҙенсә… Һәм шулай булыуы бик шәп.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА һорауҙар бирҙе.
КИРЕ СЫҒЫРҒА