«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАТЫР ҺЫНЫ ҠАЙТТЫ БАШҠОРТ ИЛЕНӘ
+  - 

Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылында Салауат Юлаевтың көрәштәше, полководец Ҡәнзәфәр Усаевҡа һәйкәл асылды. Республика көнө алдынан үткән был тантана райондың 85 йыллығына арналған саралар сиктәрендә ойошторолдо. Унда Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, һәйкәл авторы, рәссам, тарихсы, журналист, Федерация Советы ағзаһы Рафаил Нариман улы Зинуров ҡатнашты.

1773-1775 йылдарҙағы Е. Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы халҡыбыҙ тарихының иң ҡанлы һәм иң аяныслы биттәренең береһе. Был ихтилал лидерҙарының береһе, полковник Ҡәнзәфәр Усаев та ғүмеренең аҙаҡҡы сәғәттәрен яуҙаштары Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналин кеүек үк, Балтик портында, һөргөндә ҡаршылай. Тыуған ил, туған халҡы азатлығы өсөн изге яуға күтәрелеп, иң ҙур язаға - үҙ ерендә йәшәүҙән мәхрүм ителгәндән һуң тотҡонлоҡта үткәргән 29 йылының һәр көнөндә көс биреп тороусы, ҡасан да булһа әйләнеп ҡайтырмын, тигән өмөтө аҡланды батырҙың, һыны булһа ла иленә әйләнеп ҡайтты. Һәйкәл асҡанда ҡойоп яуған ямғырҙы ла үҙебеҙсә Ерҙең, Күктең шатлыҡ йәштәре тип ҡабул иттек. Һәйкәл полимербронзанан ҡойолған. Яугир бер ҡулына Ҡөрьән, икенсеһенә ҡылыс тотҡан. Уның башта дин әһеле, аҙаҡтан илен яҡлаусы яугир булып китеүе ошо рәүешле күрһәтелгән. Был Рафаил Нариман улының Пугачев полковниктарына арналған өсөнсө эше, Кинйә Арыҫлановҡа обелиск - Көйөргәҙе, Ҡаранай Моратовты һынландырғаны Стәрлебаш райондарында ҡуйылған.
Һәйкәл асыу тантанаһында геройҙың һигеҙенсе быуын бүләре - билдәле продюсер Радмир Усаев та ҡатнашты. "Бәләкәй саҡтан олатайым тураһында ишетеп беләм, Степан Злобин, Александр Пушкиндың яҙғандарын да уҡығанмын. Республикала Салауат Юлаев менән бер рәттән, уның яуҙаштарына ла иғтибар бүленеүе шатлыҡлы күренеш", - тине ул.

Шулай итеп...
Халҡыбыҙ бер ҡасан да үҙенең батырҙарын онотҡаны юҡ. Ҡәнзәфәр Усаевтың тыуған урыны хаҡында бәхәстәр булһа ла, тап Боҙаяҙ ере унан йөҙ башы яһап, яугир итә. Тыуған ере генә түгел, торған ере лә ҡәҙерле әҙәм балаһына. Унан һуң, авторҙың үҙе әйтеүенсә, батырҙарҙың милләте лә, тыуған ере лә мөһим түгел. Иле бар батыр хур булмаҫ, батыры бар ил хур булмаҫ, ти халыҡ, батырҙарыбыҙ ҡан ҡойоп яулаған тыныслыҡтың ҡәҙерен беләйек.

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.10.15 | Ҡаралған: 1235

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru