Ошо көндәрҙә дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереү һәм пропагандалауға өлөш индергән мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт, киң мәғлүмәт саралары, йәмәғәт һәм башҡа ойошмалар хеҙмәткәрҙәренә Өфө ҡала округы хакимиәте башлығының премияларын тапшырыу тантанаһы үтте. Туғыҙ йыл эсендә премияға 169 кеше һәм 9 коллектив лайыҡ булған.
Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов белдереүенсә, бөгөн төрлө инновацион белем биреү программалары индерелә, Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың телдәрендә конкурстар, фестивалдәр, тематик байрамдар уҙғарыла. Республиканың арҙаҡлы яҙыусылары һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең юбилейҙары республика масштабында ғына үткәрелһә, Салауат Юлаев көндәре, Халыҡ-ара Аксаков байрамы, Славян мәҙәниәте көндәре киңерәк ҡолас ала бара. Бынан тыш та бик күп саралар ойошторола һәм уларҙың барыһында ла бөгөнгө лауреаттар ҙур әүҙемлек күрһәтә.
Мәҫәлән, бүләкләнеүселәр араһында бөтөн ғүмерен рус телен фән булараҡ милли, шул иҫәптән башҡорт мәктәптәрендә һәм юғары уҡыу йорттарында уҡытыу методикаһын булдырыу һәм уны үҫтереүгә бағышлаған Лена Сәйәхованың да булыуы тап ошо фекерҙе раҫлай ҙа инде. "Рус телен уҡытыу - бик ҙур проблема, - тине ул үҙенең сығышында. - Ул шәхесте формалаштырыу проблемаһы. Бөгөн әлегә тиклем булғанға ҡарағанда тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә килтерергә тейешле юлда торабыҙ. Беҙ, бер төркөм ғалимдар, эшебеҙҙе башҡорт гимназияһында тикшеренеүҙән башланыҡ. Яңы типтағы әсбап төҙөнөк һәм уны "Рус теле" генә тип түгел, ә "Һүҙ" тип атаныҡ. Һүҙ - киңерәк аңлатма. Ул бигерәк тә беҙҙең күп милләтле республикала кешене лә, телде лә, мәҙәниәтте лә аңлата" , - тине үҙ сығышында Лена Гәрәй ҡыҙы. Ә коллегабыҙ, "Башҡортостан" гәзитенең бүлек мөдире, шағирә, Ш. Бабич исемендәге Республика премияһы лауреаты Лариса Абдуллинаның "Башҡорт теле" шиғыры набат кеүек яңғыраны:
Һин - боронғо яугир, башҡорт теле,
Еңеп сыҡтың һәр бер алыштан!
Сынйыр сыңы, ҡылыс тауыштары
Ишетелә алыҫ-алыҫтан.
Салауат та һинең кеүек булған,
Һөргөнлө лә үткән ғүмере.
Ауылдарҙа һине һаҡлағандар,
Көлгә күмгән кеүек күмерҙе.
Йыраусылар һиңә ҡалҡан булған.
Ҡырҡҡанда ла телен сәсәндең,
Һуңғы һүҙен әйтеп киткән улар,
Түбән төшөрмәгән бәҫеңде.
Һин - дәүләттең именлеге, телем!
Һалдат кеүек һаҡта бөгөн дә!
Халҡың киләсәген йөкмәп алдың,
Һин күтәрҙең намыҫ йөгөн дә!
Башҡорт теле!
Һин сабыйым кеүек ғәзиз!
Ҡараштарың беҙгә төбәлгән.
Әйтсе, ҡайһы әкиәттә сафлыҡ
Яһилдарҙың барын еңәлгән?
Әйтсе, телем!
Һин бит тере ауаз!
Бармы һине һаҡлар заттарың?
Хыянатҡа, беләм, язаң ҡаты...
Тоғроларҙың ҙурла анттарын!"
Әлбиттә, наградланыусылар араһында күпселекте ҡаланың барлыҡ райондарының да туған телдәрҙе уҡытыусы мөғәллимдәре, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре тәшкил итеүе бер кемгә лә сер түгел. Сөнки тап улар балаларҙың ғаиләлә асылған әсә телен артабан ҡулланыуҙы, нығытыуҙы, уға ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙе яңы кимәлгә сығара. Быйылғы "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2015" республика конкурсы еңеүсеһе Фәнис Шәрәфетдинов та юҡҡа ғына былай тимәне: "Уҡытыусы иңенә халыҡ яҙмышы, ил, тел киләсәге, баланы шәхес итеп тәрбиәләү кеүек бурыстар йөкмәтелгән. Йәмғиәтебеҙҙең мөғәллимдәргә ҡарата битараф булмауы шатландыра. Хөкүмәтебеҙ, ҡала һәм район хакимиәтенең уҡытыусыларҙың фиҙаҡәр хеҙмәтен күрә белеүе, баһалай килеүе беҙҙе ҡанатландырып ебәрә, яңынан-яңы үрҙәр яуларға этәргес һәм дәрт бирә. Ошо терәк һәм таяныс аҫтында илем, телем, республикам, баш ҡалам, тип янып эшләгәндә, беҙҙең киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө, яҡты, ҡояшлы булыр". Наградланыусылар исемлегенең быйыл тағы ла 20 кешегә - үҙ теленең ысын патриоттарына артыуы ла алдағы көндәрҙә лә, быуаттар үткәс тә күп милләтле республикабыҙҙа туған телдәрҙең йәшәүенә өмөт уята.
Шәрифә САЛАУАТОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА