«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШӘХЕС БУЛЫРҒА ТЕЛӘҺӘҢ МИЛЛИ ТАМЫРҘАРЫҢА ҠАЙТ
+  - 

Ғүмер буйы нимәлер эшләп, көндәлек мәшәҡәттәргә күмелеп йәшәп, бер көн килеп, был донъяға нимә өсөн тыуҙым икән, тигән һорауға яуап таба алмай аптырап ҡалыусылар бихисап. Йәшәү мәғәнәһен, үҙ асылын табыу теләге һәр кешегә таныш. Берәүҙәр тапалған һуҡмаҡтан борола алмай юлын дауам итһә, икенселәр тормошон ҡырҡа үҙгәртеп, үҙе теләгән тарафҡа юл яра. Бына шундай үҙ асылын тапҡан йәштәребеҙҙең береһе, "Йатаған" этно-төркөмө етәксеһе Илдар Шакир менән ижад, йәшәү мәғәнәһе, милли үҙаң тураһында әңгәмәләштек.

Үҙ юлымды таптым

Мин сығышым менән Силәбе өлкәһенең Минйәр ҡалаһынан. Билдәле төркөмдәрҙә гитарасы булыу хыялы мине Миәс сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының халыҡ хоры етәксеһе бүлегенә алып килде. Артабан Собинов исемендәге Һарытау дәүләт консерваторияһына уҡырға индем. Унда традицион рус мәҙәниәтен тергеҙеү менән шөғөлләндем, фольклорсыға уҡыным. Фольклорсы булараҡ, миңә барлыҡ ижад төрҙәре лә ҡыҙыҡ. Дүрт йыл православие сиркәүендә хорҙа, Һарытауҙағы берҙән-бер абхаз халыҡ коллективында йырланым, ике йыл Һарытау өлкәһе филармонияһында эшләнем. Кәләшем миңә Илһам Байбулдин һәм Рәис Низаметдинов башҡарған халыҡ көйҙәре тупланған дискты бүләк иткәс, үҙ милләтемдең фольклорына ҡыҙыҡһыныу тыуҙы. Тәү сиратта ҡурайҙа уйнарға өйрәндем, сөнки уның моңо генетик хәтерҙе уята. Ҡурай уйнаған башҡорт тыуған еренән, милләттәштәренән ситтә булғанда ла, тамырҙарын белеп бөтмәһә лә, ата-бабалар тарихын хәтеренә төшөрә. Мин төрлө халыҡтарҙың фольклорын өйрәндем, күп фестивалдәрҙә ҡатнаштым, әммә бер халыҡ та башҡорттар кеүек моңдо үҙ асылында тапшыра алмай. "Урал", "Ҡара юрға", "Уралым" көйҙәре күңелдә аңлатып бөткөһөҙ хис-тойғолар уята, уларҙы бер тапҡыр ишеткәндән һуң, онотоуы мөмкин түгел. "Урал" йыры иһә башҡорт халҡы өсөн "Фатиха" сүрәһенә тиң. Был көйҙө ҡурайҙа уйнаған кеше милләт өсөн доға ҡыла.
2012 йылда Өфөгә килеп, профессор Айрат Ҡобағошев менән таныштым һәм ул миңә З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһына думбыра бүлегенең өсөнсө курсына уҡырға күсергә тәҡдим итте. Гитара һәм көснәлә (гусли - ред.) уйнай белгәс, думбырала өйрәнеп китеүе әллә ни ауыр булманы. Шулай ҙа яҡын дуҫым Мазан Паштаровҡа Ҡалмыҡ иленә ҡунаҡҡа барып ҡайтҡас, думбыраны үҙем өсөн яңынан астым. Улар сүстән эшләнгән ике ҡыллы думбырала бармаҡ менән сиртеп уйнай. Ә беҙҙе металдан эшләнгән өс ҡыллы думбырала медиатор ярҙамында уйнарға өйрәттеләр. Минеңсә, төрлө халыҡтар менән тығыҙ аралашып йәшәгән башҡорттарҙың ике ҡыллы думбыраһы ла булған. Сөнки ҡайһы бер башҡорт халыҡ көйҙәре нәҡ шундай думбырала башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән кеүек. Шул көйҙәрҙе башҡарғанда ҡылдары металдан эшләнгән думбыра матур яңғырамай, ҡармаҡ сүсенән яһалған думбыра, киреһенсә, бик моңло, көслө ишетелә. Ҡаҙаҡ ауылдарында бөгөн дә думбыра ҡылдарын ҡармаҡ сүсенән йә тарамыштан эшләп, бармаҡ менән сиртеп уйнаған, ҡушылып йырлаған аҡындар бар. Башҡорт думбыраһы ла медиатор менән генә уйналырға тейеш түгел.
Профессор Айрат Миңлеәхмәт улы әйтеүенсә, 25 йыл элек традицион музыка кафедраһы асылғанда улар ҡайһы йүнәлештә эшләргә кәрәк булыуын аныҡ төҫмөрләмәгән, бары Сергей Рыбаковтың "Урал мосолмандары көйҙәре һәм йырҙары" китабында яҙылған мәғлүмәткә таянған. XIX быуаттың билдәле фольклорсыһының китабында думбыра тураһында бик әҙ яҙылған, сөнки автор был уйын ҡоралын үҙ күҙҙәре менән күрмәгән. Башҡорттар, тамбурға оҡшаш, тик өс ҡыллы музыка ҡоралы бар, тип һөйләгәндәр. Башҡорт думбыраһы тураһында бына шундай берҙән-бер рәсми мәғлүмәт һаҡланып ҡалған. Мин быйыл З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тәүге ятағансы һәм традицион думбырала уйнаусы булараҡ тамамланым, бөтә концерт программамды думбырала бармаҡ менән сиртеп уйнаным. Хатта Моцарт, Вивальди кеүек донъя классиктарының әҫәрҙәрен дә думбырала башҡарҙым. Был инструменттың мөмкинлектәре киң, тип уйлайым.

Ятаған

З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға килеп, бер аҙ ваҡыт үткәс, профессор Айрат Ҡобағошов, көснәлә уйнай беләһеңме, тип ҡыҙыҡһынды. Яуабым ыңғай булғас, ятаған тигән музыка ҡоралын һынап ҡарарға тәҡдим итте. Ятағанды Айрат Миңлеәхмәт улы Ырымбурҙағы бер музейҙа XIX быуатта башҡорттар уйнаған музыка ҡоралы булараҡ һаҡланған ҡомартҡыға ҡарап тергеҙгән. Музейҙа һаҡланған ҡомартҡының бер өлөшө һарыҡ һөйәктәренән эшләнгән, ете ҡылдан торған. Тәүге ятағандың нимәһелер эшләнеп етмәгән һымаҡ ине, шуға мастер Гөлнур Ғәлимова менән уны өс тапҡыр төрлөсә үҙгәртеп ҡорҙоҡ. Хәҙер беҙҙең ятағанға тағы ла ике ҡыл өҫтәлде. Ятаған килеп сығышы менән ҡытайҙарҙың гудженг тигән музыка ҡоралына барып тоташа. Был музыка ҡоралының атамаһы йә "ете", йә "ята" һүҙенән килеп сыҡҡан, тип фараз ителә. Ятаған күп төрки халыҡтарҙа бар, тик уларҙың атамаһы саҡ ҡына икенсе төрлө яңғырай. Мәҫәлән, хакас халҡында ул - чатхан, ҡалмыҡтарҙа - ятхан, ҡаҙаҡтарҙа - жэтэгэн, монголдарҙа ятаған тип атала. Әйткәндәй, ятаған башҡорттарға нәҡ шул монголдар аша килеп ингән, тип фаразлана. Ҡалмыҡтарҙың "Тюльпан" исемле ижади коллективы бар, улар ятхала уйнап өйрәнергә теләүселәрҙе Монголияға белемдәрен камиллаштырырға ебәрәләр икән. Ҡаҙаҡтар үҙҙәрендә ятағанды ун йыл элек кенә тергеҙгән.
Ятағанды яҡшылап өйрәнеп алғас, уникаль башҡорт музыка ҡоралдарын үҙ эсенә алған этник төркөм ойоштороу теләге менән яна башланым. Тәүҙә ойошторған "Динияр" төркөмөнөң эше ярты юлда туҡтап ҡалды, сөнки ятағанды ситкә ҡуйып, думбыра менән мауығып киттем. Мине музыкаль клип төшөргәнсе генә эшләгән "Торатау" төркөмөнә думбырасы булараҡ саҡырҙылар, унан Урал Иҙелбаев күреп ҡалып, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына алып килде, һуңынан "Әс-сәләм" һәм "Сал Урал" төркөмдәре, Азат Биксурин менән эшләү мөмкинлеге асылды. Ләкин ятағанға киренән әйләнеп ҡайтҡас, тағы ла ижади коллектив туплау теләге барлыҡҡа килде. Бөгөн беҙҙең "Йатаған" төркөмө составында дүрт кеше: ятағансы, думбырасы - мин үҙем, ҡурайсы - Морат Йәноҙаҡов, барабансы - Рәсим Луғаманов һәм ҡыл-ҡубыҙҙа, мерн-хуур, виолончелдә уйнаусы - Аяз Нухов. Төркөмдөң атамаһында "ятаған" һүҙен дөрөҫ яҙмауҙың сәбәбе - ижадыбыҙ менән ҡыҙыҡһыныусылар тиҙ арала интернет селтәренән беҙ уйнаған көйҙәрҙе табып, тыңлай алһын өсөн эшләнгән пиар. Сөнки "Ятаған" тип яҙһаң, тәү сиратта ислам ҡылысы һәм Украина танкы килеп сыға. Әлеге көндә "Йатаған" этно-төркөмөнөң ижадын үҙ итеүселәр һаны арта бара, беҙ төрлө сараларҙа, күп халыҡ йыйылған концерттарҙа ҡатнашырға тырышабыҙ, юғары уңыштарыбыҙ ҙа бар. "Аҡ ҡалпаҡ", "Ишбирҙин" көйҙәрен хәҙер "Юлдаш" һәм "Ашҡаҙар" радио-тулҡындарында ишетергә мөмкин, улар буйынса клип та төшөрҙөк. Милләттәштәр үҙебеҙҙең көйҙәрҙе тыңлап, мин һәм минең дуҫтарым рухланған кеүек рухланһын, тигән уй менән янып ижад итәбеҙ.
Әлегә минән башҡа ятағанда уйнаусылар юҡ, күптәр быны минең профессиональ музыкант булыуыма ҡайтарып ҡала, ноталарҙы яҡшы беләһең, тиҙәр. Ысынын әйткәндә, ятағанда уйнағанда бер ваҡытта ла нота тураһында уйлағаным юҡ. Һәр кешегә Аллаһы Тәғәлә ниндәйҙер бер мөмкинлектәр бирә, файҙаланып өлгөрөргә кәрәк. Миңә лә, теләгең булһа, тот та уйна, тигәндәй бөтә ишектәр асылды. Быны таный алыу мөһим. Әлеге көндә ун өс ҡыллы ятаған эшләп бирҙеләр. Бер башлаған эште артабан да дауам итеү, башҡорт традицион думбыраһын һәм ятағанды үҫтереү, халыҡҡа танытыу, үҙемдән башҡа оҫта музыканттар әҙерләү буйынса эш башлап торам. Теләүселәргә традицион думбыра һәм ятаған буйынса дәрестәр үткәрәм. Әлегә думбырала уйнау оҫталығы менән ҡыҙыҡһыныусылар күберәк, ятаған икәү генә булғас, артыҡ кеше иғтибарын йәлеп итмәй. Әммә киләсәктә халыҡ уны таныр, башҡорттарҙың шундай моңло уйын ҡоралы булыуын белер һәм үҙләштерер, тип өмөтләнәм.

Халыҡтың киләсәге - этник музыкала

Бөгөн этник музыка донъя кимәлендә юғары баҫҡысҡа күтәрелә, үҫешә, ҡыҙыҡлыраҡ була бара. Шулай ҙа әлегә ул йәштәрҙән бигерәк профессиональ музыканттарҙы ылыҡтыра. Сөнки улар музыка кеше күңеленә яҡтылыҡ алып килергә, яҡшылыҡҡа ынтылырға һәм милли мәҙәниәткә һөйөү уятырға тейеш булыуын аңлай. Эстрада йырсыларының аудиторияһы сикләнгән бит ул, уларҙы тик билдәле бер осорҙа ғына тыңлайҙар. Йәше уҙғас, кеше үҫә һәм уның күңел талабы бөтөнләй үҙгәрә, ҡасандыр тыңлаған эстрада йырҙары онотола. Ә йырҙар телдән-телгә, быуындан-быуынға күсеп барырға тейеш. Замандаштарым, балалар яратып тыңлаған йырҙар ("попса" тибеҙ уларҙы) барыбер халыҡтың тарихын, милли үҙенсәлектәрен сағылдырмай. Шуға ла йәштәргә төрлө милли музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнергә кәңәш итәм. Мәҫәлән, ҡурайҙа уйнаһа, ул кеше йырҙарын да икенсе төрлө ижад итәсәк. Ҡыҙғанысҡа күрә, аңыбыҙға көнсығыш мәҙәниәте, әллә мәҙәниәтһеҙлеге ныҡ һеңгән, боронғо башҡортлоҡто кире ҡайтарып та булмаясаҡ. Рәсәйҙә, Ҡаҙағстанда ла сит ил йырсыларының билдәле көйҙәренә һүҙҙәр ижад итеп йырлаусылар күп. Бындай йырҙар бер көнлөк, улар иҫтә ҡалмаясаҡ. Ә бына быуаттар буйы халыҡ хәтерендә һаҡланып килгән көй-моңдарға аранжировка эшләп, заманса итеп үҙгәртеп халыҡҡа еткереү - икенсе эш. Был йәһәттән "Арғымаҡ" этно-рок төркөмөн өлгө итеп алырға мөмкин. Миңә көйҙөң төп нөхсәһенә яҡын торған музыка оҡшай.
Бөгөн донъя сәйәсәте кешеләрҙе бер төрлө итеүгә ҡоролған. Халыҡ араһында үҙенсәлегең менән айырылып торорға, шәхес булырға теләһәң, милли тамырҙарыңа ынтылырға кәрәк. Сөнки һәр кем был ергә кәрәкле ваҡытта килә, һәр кемдең бурысы – милләтенә файҙа килтергән эш башҡарып, артынан яҡты эҙ ҡалдырыу. Бөтә халыҡтарҙың киләсәге милли мәҙәниәт, милли музыка, милли уйын ҡоралдары артында. Юғиһә, халыҡты халыҡ иткән үҙенсәлектәр, рухи байлыҡ юҡҡа сығып, ябай шаблонға әйләнәсәк. Сергей Рыбаковтың ғилми хеҙмәтендә әйтелгән иҫ киткес бай фольклорыбыҙҙы түкмәй-сәсмәй киләсәк быуынға еткереү, башҡорт рухлы булып ҡалыуҙы хәстәрләйек.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Аҡыллы кеше аңлы булыр, ә аңлы кеше милли рух, туған тел һәм халыҡ тураһында уйланмай ҡалмаҫ. "Йатаған" этно-төркөмө етәксеһе Илдар Шакир ҙа шундай уйлы һәм хәстәрле йәштәрҙең береһе. Әңгәмә ғаилә тәрбиәһе темаһына боролғас, ул: "Башҡорт мөхитендә үҫеп, рус телен бөтөнләй белмәһәм ине, тип хыялланам. Үҙемә был бәхет тәтемәһә лә, ҡыҙымды шулай тәрбиәләргә тырышам", - тине. Бөгөнгөһөн генә түгел, киләсәген дә хәстәрләгән аңлы кеше бына нисек фекер йөрөтөргә тейеш. Юғиһә туған телде өйрәнеү, милли уйын ҡоралдарын һаҡлауҙың мөһимлеген һәр кемгә иҫбатлап хәлдән таябыҙ.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.11.15 | Ҡаралған: 1812

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru