IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайынан тәү сиратта башҡорт халҡына ҡағылышлы актуаль мәсьәләләрҙең ентекле тикшерелеүен көтәм. Унан һуң, ҡабул ителгән ҡарарҙар буйынса эш артабан да дауам итер, резолюцияларҙа күрһәтелгән талаптарҙы ғәмәлгә ашырыу барышы контролгә алыныр һәм һәр ваҡыт Ҡоролтай ағзаларының күҙ уңында булыр, тип ышанам.
Хәҙерге көндә бер башҡорт халҡы ғына түгел, бөтә халыҡтар ҙа ауыр көрсөк кисерә. Шундай ҡатмарлы шарттарҙа иң мөһиме - үҙебеҙҙең туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу зарурлығы. Был йәһәттән Ҡоролтай иңенә ҙур яуаплылыҡ һалынған. Милли мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә хәл ителәһе етди мәсьәләләр күп, шулар буйынса ла бик төплө, эшлекле һөйләшеүҙәр һәм ҡарарҙар булыр, моғайын.
Сәйәси яҡтан сығып һүҙ йөрөткәндә, 25 йыл элек тырышып яулап алған суверенитетыбыҙҙы юғалтмаҫ өсөн шул осорҙа ҡабул ителгән декларацияларҙан тайпылмай эшләүҙе күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының төп бурыстарының береһе - башҡорт халҡының хоҡуғын яҡлау, ә был эш тик шул үҙаллылығыбыҙҙы раҫлаған рәсми ҡағыҙҙар арҡылы ғына атҡарылырға мөмкин.
Минеңсә, IV Ҡоролтайҙа республиканың тәбиғи ҡомартҡыларын һаҡлау, экологик мәсьәләләр, ауыл хужалығы, милли мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса мәсьәләләрҙең барыһы ла ҡаралырға тейеш. Шулай ҙа, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге оптималләштереү сәбәпле, ауыл ерҙәрендә медпункттар ябылыуына ҙур иғтибар бүленһә ине. Милли матбуғат буйынса ла эшлекле генә тәҡдимдәр яңғырар, моғайын. Сөнки башҡорт телендә сығарылған гәзит-журналдар мотлаҡ дәүләт ҡарамағында булырға тейеш. Бөгөн интернет заманында былай ҙа милли матбуғаттың хәле еңелдән түгел, яҙылыусылар һаны йылдан-йыл кәмей. Бындай шарттарҙа үҙебеҙҙең башҡорт гәзит-журналдарын дәүләт ҡарамағында ҡалдырыу кәрәк. Был һорауға асыҡлыҡ индереүгә Ҡоролтай ҙа битараф ҡалмаҫ, моғайын.
III Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында яһаған сығышымда мин милли кадрҙар әҙерләү мәсьәләһен күтәреп сыҡҡайным. Ләкин был мәсьәләне хәл итеү буйынса ниндәйҙер эштәр башҡарылыуы артыҡ һиҙелмәй. Шулай ҙа беҙгә бөгөн Рәсәй кимәлендә закондар ҡабул итерлек сәйәсмәндәр, белгестәр кәрәк булыуын барыһы ла аңлай. Милли фирҡәләр булмаһа ла, үҙебеҙҙең халыҡ араһынан депутаттар һайлап, сәйәси хәрәкәттә әүҙемерәк ҡатнашыу мәсьәләһен, бәлки, IV Ҡоролтай ултырыштарында тикшерерҙәр. Бының мөһимлеген һәр кем аңлап тора, бөтә етәксе урындарҙа сит милләт вәкилдәре эшләй, ә башҡорт халҡының да мәнфәғәте ҡайғыртылһын өсөн үҙебеҙҙең кадрҙар кәрәк. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта ситкә китеп белем алыуҙы хуп күргән йәштәрҙе республикаға кире ҡайтара алмау ҙа бына шул кадрҙар мәсьәләһенә бәйле. Эш урындарына ҡытлыҡ, үҫеш мөмкинлеге сикләнеүе һәм башҡа факторҙар быға ҡамасау итә. IV Ҡоролтай делегаттарының күҙ уңынан был мәсьәлә лә ситтә ҡалмаһын ине.
Ғөмүмән алғанда, IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына, һәр ваҡыттағыса, ҙур өмөттәр бағлана. Халыҡ та үҙен борсоған проблемаларға бер аҙ булһа ла асыҡлыҡ индерелер, тип көтә. Әйтергә кәрәк, ойошма эшендә туранан-тура ҡатнашмаһам да, Ҡоролтай үҙ бурыстарын мөмкин тиклем үтәп, тормошҡа ашыра алғандай проекттарын атҡаралыр, тип уйлайым. Милләттәштәргә ошондай үҙгәрештәр заманында берҙәм булырға, бер-беребеҙгә таянып эшләргә, бөлгөнлөккә төшмәҫкә һәм барыбер бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк, тип ҡул һелтәп ҡуймаҫҡа кәңәш итәм. Туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һәм илебеҙҙе һаҡлап ҡалырға теләһәк, бер төптән эш итергә тейешбеҙ.
Айрат ЗАРИПОВ,
философия фәндәре докторы,
Өфө дәүләт авиация техник университеты профессоры.
КИРЕ СЫҒЫРҒА