"Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" Халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары берлеге белдереүе
Һуңғы йылдарҙа Рәсәй киң мәғлүмәт саралары, төрлө эксперттар, намыҫһыҙ сәйәсмәндәр тарафынан Әхмәтзәки Вәлиди, йәнәһе, фашистик Германия менән хеҙмәттәшлек иткән, тигән ҡотҡо таратыла. 2015 йылдың 5 декабрендә РЕН-ТВ телеканалынан күрһәтелгән "Военная тайна" тапшырыуында шулай уҡ ошо тема ҡуйыртылды.
Тапшырыу өсөн сюжеттың яһалма рәүештә ҡоршап бирелеүе ябай тамашасыға ла аңлашылғандыр: ниндәйҙер документтарҙан өҙөктәр килтерелә, әммә архив эштәренә, фонд номерҙарына һылтанмалар юҡ. "Эксперттар" үҙҙәре генә һөйләй, дәлил булырҙай бер ниндәй документтар телгә алынмай. Беҙҙең уйыбыҙса, журналист был эшкә объектив ҡараһа, "Военная тайна" тапшырыуы авторҙары абруйлы тарихсыларға һәм белгестәргә мөрәжәғәт итер ине.
Оҙайлы йылдар дауамында Германия Федератив Республикаһында, Австрияла, Венгрияла, Финляндияла, АҠШ һәм Төркиәлә урынлашҡан архивтарҙы, шулай уҡ Мәскәүҙә һәм Ҡаҙанда ҡасандыр йәшерен булған документтарҙы өйрәнгән тарихсылар (тарих фәндәре кандидаты М.Н. Фархшатов (Өфө), тарих фәндәре докторы И.А. Ғиләжев (Ҡаҙан), Партик Цюр Мюлен (Германия), СССР КГБ-һы генерал-майоры Л. Соцковтың "Неизвестный сепаратизм. На службе СД и Абвера" (2003 й.) тип аталған монографияһы) башҡорт ғалимы-эмигрант Әхмәтзәки Вәлидиҙең фашистик Германия властары менән хеҙмәттәшлек уйҙырмаһын кире ҡаға. Быларҙан тыш, Ә. Вәлиди ҡайһы бер Рәсәй эмигранттары ошаҡлауы һөҙөмтәһендә гестапоның күҙ уңына бер нисә тапҡыр эләгә. Киң мәғлүмәт сараларында быға тиклем баҫылған "Әхмәтзәки Вәлидиҙең 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында СС рәттәрендә хеҙмәт итеүе, шулай уҡ Гитлерҙың консультанты булыуы, офицер дәрәжәһе алыуы, Тимер Тәре менән бүләкләнеүе тураһындағы фекерҙәр" бөтөнләй нигеҙһеҙ һәм уйлап сығарылған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Хәүефһеҙлек хеҙмәте федераль идаралығы етәксеһе Виктор Палагин мәғлүмәте буйынса, архив документтарында Әхмәтзәки Вәлидиҙең фашистар хәрәкәттәрендә ҡатнашыуы раҫланмай. Уның әйтеүенсә, Әхмәтзәки Вәлиди совет власына хәүеф менән янаһа, уны "нейтралләштерерҙәр ине, ә ундай мөмкинлектәр булған". Тимәк, бындай кеше ил етәкселегенә кәрәк булған һәм "уны ни өсөн һаҡлап ҡалдырыуҙарын асыу өсөн мәл етмәгән".
Ә.З. Вәлидиҙең шулай уҡ Рәсәй Федерацияһында тәүге автономиялы республикаға нигеҙ һалыусы икәнлеге бер кем тарафынан да кире ҡағыла алмай торған тарихи факт. Рәсәйҙә федерализм тап шунан башланып китә лә инде. Уның донъя күләмендә күренекле шәрҡиәтсе, Көнсығыш мосолмандары тарихы буйынса бик күп мөһим тәү сығанаҡтарҙы, шул иҫәптән "Ибн Фаҙландың юл яҙмалары"н беренсе булып асыусы, тарих, төркиәт буйынса нигеҙле хеҙмәттәр авторы булыуы ла бәхәсһеҙ.
"Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы" Халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары берлеге башҡорт халҡының лидерҙарына яла яғырға, тарихты боҙоп күрһәтергә маташыуҙарҙың барып сыҡмаясағы хаҡында бер нисә тапҡыр белдерҙе инде. Экрандарҙан ниндәй генә "эксперттар" хәбәр һатмаһын, улар Ә.З. Вәлиди кеүек бөйөк шәхестәрҙең тырнағына ла тормай. Башҡорт халҡы данлы тарихы, тәрән традициялары менән билдәле, һәм беҙ ата-бабаларыбыҙ васыятына тоғро буласаҡбыҙ. Бысраҡ материалдар авторҙары һәм уларға заказ биреүселәр, күрәһең, халҡыбыҙҙың һәм Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген емерергә иҫәп тота йә булмаһа йәштәрҙе һәр төрлө провокацияларға этәрә. "Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы" (конгресы) Халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһы һәр кемде тыныслыҡ һаҡларға, фәҡәт закон нигеҙендә эш алып барырға саҡыра.
Әмир ИШЕМҒОЛОВ,
Ҡоролтай Башҡарма комитеты рәйесе, профессор, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты.
КИРЕ СЫҒЫРҒА