«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ БЕЙЕҮЕНДӘ ХАЛЫҠТЫҢ ТАРИХЫ ЛА, КҮҢЕЛЕ ЛӘ САҒЫЛА
+  - 



БР Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан юлдаш каналы, Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә ойошторолған "Байыҡ - 2015" телевизион бәйгеһенең Гала-концерты йыл аҙағында уҙған иң сағыу тамашаларҙың береһе булғандыр, моғайын.

Халыҡ бейеүе шуныһы менән үҙенсәлекле: унда милләттең тарихы ғына түгел, күңеле лә сағыла, тиҙәр. Хәҙер инде һигеҙенсе миҙгелен оҙатҡан "Байыҡ" телевизион бәйгеһенең әһәмиәте иһә ошо хәҡиҡәтте оноторға бирмәүендә. "Байыҡ" бит ул энциклопедия кеүек, күпме башҡорт бейеүен тергеҙҙе. 3 йәшлек балаларҙан алып күпме халыҡты дөрөҫ итеп бейергә өйрәтте. Минең быуыным әле бөйөк хореограф Фәйзи Ғәскәров мәктәбен хәтерләй, шуға ла тәжрибәне йәш быуынға тапшырыу кәрәк", - ти бәйгенең баһалама рәйесе, БАССР-ҙың халыҡ артисы Ратмир Бәҙретдинов.
Тамашасы булараҡ концертҡа килгән Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин да, "Байыҡ" - ул башҡорт бейеүен милли идея дәрәжәһенә күтәргән проект, тип иҫәпләй. Яҡташыбыҙ әйтеүенсә, һәр милләттең рухы, күңел матурлығы халыҡтың ҡиәфәтендә, йөҙөндә, үҙен-үҙе тотошонда сағыла. "Башҡорттоң матурлығы уның бейеүендә күренә. Бына шуның өсөн дә бейеү сәнғәте ҙур әһәмиәткә эйә", - ти ул.
Иң ҡыҙығы, Гала-концертта ҡунаҡ булараҡ сығыш яһаған башҡа милләт бейеүселәре башҡорт өсөн бейеүҙәрҙең ябай сәнғәт төрө генә булмауын һиҙемләп өлгөргәйне. Санкт-Петербургтың "Сихарули" ансамбле солисы Михаил Мамадашилиҙың: "Йөрәгем менән тоям, бейеүҙәрегеҙгә Күктәр тарафынан ниндәйҙер илаһи, бөйөк вазифа һалынған, ахыры", - тиеүе лә башҡорт бейеүенә иң юғары баһа түгелме ни?
Быуаттар буйына камиллашҡан башҡорт бейеүенең бөгөн яңырыу кисереүе хаҡында ла билдәләмәйенсә булмай. "Байыҡ" бай профессиональ бейеү сәнғәтенә иң кәрәкле төп төшөнсәне - халыҡсанлыҡты индерә алыуы менән тағы бер маҡтауға лайыҡ. Һәр төбәктең үҙенә генә хас тыпырлауҙары ла, башҡарыу үҙенсәлектәре лә яҡшы күренә унда хәҙер, сөнки халыҡ араһында бейеүҙәр, ғәҙәттә, атайҙан улға күсеп йәшәй. Яңғыҙ бейеүселәр араһында Гран-при яулаған Әбйәлил уҙаманы Ильяс Сафин да "Ҡарт Байыҡ" бейеүен тәүге тапҡыр атаһы Сәғит ағайҙан өйрәнгән. Мөхәммәт Иҙрисовтан шәхсән һабаҡтар алыу бәхете эләкмәһә лә, уның бейеүен үҙ күҙҙәре менән күреп, йөрәгенә һеңдерә алған. Баш ҡалала байтаҡ ғүмер кисереп, данлыҡлы Ғәскәров ансамблендә музыкант булып эшләп йөрөгән еренән тыуған яғына ҡайтып, шәхси эшҡыуар булып китһә лә, күңел өсөн "Байыҡ" кеүек фестивалдәрҙең булыуына һөйөнөүен белдерҙе еңеүсе.
Өфө ҡалаһынан Нәркәс Юлдашеваның "Хан ҡыҙы" ла үҙенсәлекле башҡарылыуы менән айырылып торҙо. "Беренсе турға "Заһиҙә" бейеүен һайлағайным. Әммә уны Рәшиҙә апай Туйсина кеүек кимәлдә бер кем дә ҡабатлай алмаясаҡ. "Заһиҙә" - Рәшиҙә апайҙың бейеүе, ә "Хан ҡыҙы" минең һәләтемде аса торған бейеү. Тимәк, был донъяға һәр кеше башҡаларҙы ҡабатларға түгел, ә ниндәйҙер яңылыҡ алып килергә тыуа", - ти йәш бейеүсе. Нәркәскә лә бәйгенең Гран-приһы тапшырылды.
Тағы бер бәйгесе - С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының "Ҡойон" ансамбленең ҡыҙҙар һәм егеттәр төркөмө лә халыҡсан бейеүе менән тамашасыны таң ҡалдырҙы. Ансамблдең етәксеһе Юлиә Зәйнәшева әйтеүенсә, шыбаға буйынса икенсе турға "Тыпырлаҡ" бейеүе эләккәс, улар уны үҙенең төбәгенә хас тыпырлауҙар менән байытҡан. "Байыҡ" телевизион бәйгеһенең башҡорт бейеүҙәрен үҫтереүҙәге ролен баһалап бөтөп булмай. Юғиһә, бейеүҙәребеҙҙе замансаға әйләндереп бөтөп баралар ине бит. Баһалама ағзаларының талапсанлығы оҡшай, улар тап халыҡсанлыҡҡа иғтибарҙы күберәк бирә. Ансамбль менән шөғөлләнгәндә беҙ ҙә ҡыҙҙарға һикермәй, һеңдереп кенә бейегеҙ, тигән талап ҡуйһаҡ, егеттәрҙе, киреһенсә, рухлыраҡ, дәртлерәк баҫырға өндәйбеҙ. Колледжда көслө фольклорсыларыбыҙ, музыканттарыбыҙ бар, бергәләп халыҡ сәнғәте һағында торабыҙ", - ти Юлиә Рауил ҡыҙы. Учалылар ҙа ансамбл-дәр араһында иң юғары баһаға лайыҡ булды. Әйткәндәй, осоп-ҡунып, бейеүҙең хәрәкәте күренмәгән һәм аңлашылмаған бейеү бейегәндәр ҙә булды Гала-концертта, быны уларҙың тамашасыға шәп итеп бейеү техникаһын да үҙләштергәндәрен күрһәтергә тырышыуҙары тип кенә ҡабул итергә булалыр, моғайын.
Бәйгенең тағы бер күркәм яғы - өлкән йәштәге бейеүселәр. Уларҙың һәр ҡайһыһы тураһында оҙаҡ итеп һөйләргә булыр ине. "Ғүмерҙә сәхнәгә сыҡҡаным булманы. Тик ҡатын-ҡыҙ берәй нәмә уйлап сығарырға ғына тора бит ул. "Байыҡ"та ҡатнашайыҡ, тип, беҙгә лә бейеү ҡомарын йоҡторҙолар. Гала-концертҡа килеп еткәс, ағай-еңгәләрҙе һынатмайым тип, тағы ла дәртлерәк баҫып бейергә тура килә", - тип шаярта Йылайыр районы Ҡашҡар ауылынан Сәлмән ағай Теләүсин. "Умырзая" фольклор ансамблендә, ысынлап та, бер урамда йәшәгән ирле-ҡатынлы 6 пар бейей. Улар колхоздар гөрләгән саҡтарҙа бейелгән бейеүҙәрҙе тергеҙеп, сәхнәгә алып сыҡты.
Гран-при яулаусы Күгәрсен апайҙары "Хәйбулла байығы" менән сығыш яһаны. "Байыҡ" беҙгә ҡартайырға форсат бирмәй, етмеште ҡыуып барһаҡ та, күңелебеҙ йәш", - тиҙәр улар. Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылының "Йәш йөрәктәр" фольклор коллективы етәксеһе Мәрйәм Ишембаева әйтеүенсә, был апай-ағайҙарға дан да, бүләктәр ҙә кәрәкмәй. Баш ҡалаға килеп, ошондай таланттар менән бергә бер сәхнәлә бейеү - үҙе бер ғүмер.

Шулай итеп...
Башҡорттоң бейеүенә генә түгел, донъяла тиңе булмаған музыка ҡоралы - башҡорт ҡурайына ла дан йырланды "Байыҡ - 2015" телевизион бәйгеһенең Гала-концертында. Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы университеты, Өфө сәнғәт училищеһы, Өфө урман хужалығы техникумы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты ҡурайсылары, бейеүселәр сәхнә тултырып баҫып торған саҡта, милли мәҙәниәтебеҙ өсөн күңел тыныс барыбер ҙә. Сөнки йырҙарыбыҙ ҙа, бейеүҙәребеҙ ҙә, ҡурайыбыҙ ҙа халҡыбыҙ рухының, асылының, йәшәйешенең айырылғыһыҙ өлөшө бит.

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.01.16 | Ҡаралған: 1526

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru