«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘРМЕ ЯҘМАЛАРЫ
+  - 



Гәзитебеҙҙә 2005 йылдың 30-41-се һандарында Әбйәлил районынан әүҙем авторыбыҙ Иҙрис Ноғомановтың "Әрме" хәтирәләре баҫылып сыҡҡайны. Уны уҡыусыларыбыҙ бик йылы ҡабул итте. Шунан инде күптәр - Рауил Айсығолов, Рәмил Солтанов, Хәлил Һөйөндөков, Илдар Исламов, Фәнил Ҡоҙаҡаев, Мотал Рәмов, Сәлих Дәүләтбирҙин, Мөхәррәм Бейешов, Айҙар Күсәев, Зәкирйән Әминев һ.б. үҙҙәренең әрме хәтирәләрен тәҡдим итте гәзитебеҙгә. Был яҙмалар уҡыусыларыбыҙ күңелендә ысын ир-егет һынын, илһөйәрлек өлгөһөн тергеҙҙе. Хатта бер ҡатын-ҡыҙ: "Әрме" яҙмаларын уҡығас, һалдат булғы килеп китте", - тип яҙҙы. Тәҡдим итеүселәр булһа, ундай яҙмаларҙы беҙ бөгөн дә ҡабул итергә әҙербеҙ. Ә хәҙер "Әрме" яҙмаларынан өҙөк:

Иҙрис НОҒОМАНОВ: "Әрме һүҙен ишетеү менән күптәрҙең күңелен ауыр тойғолар солғап ала. Бөгөнгө үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең әрменән ситләшергә, ҡотолоп ҡалырға тырышыуының сәбәбе нимәлә һуң? Минеңсә, бында бөгөнгө система ғәйепле. Заманында беҙ әрмегә үҙебеҙ теләп, атлығып, рухланып бара инек. Һалдат уландары өсөн ата-әсәләре ғорурлана торғайны. Ватанды һаҡлаусыларға ҡарата ихтирам, хөрмәт ҙур булды. Хеҙмәттә булмағандарҙан, "списать ителгәндәр" тип, иң әүәл ҡыҙҙар көлә торғайны. Егетмен тигән егет өсөн ошонан да ҙурыраҡ хурлыҡ булдымы икән?
Армиянан ҡурҡыу Афған һуғышынан һуң башланды. Ниндәй ата-әсә үҙ балаһын ут эсенә индергеһе килһен инде? Бөйөк держава тарҡалып, Рәсәй биләмәләрендә конституцион тәртип "урынлаштырыу" башланғас, ҡораллы көстәргә ҡараш кире яҡҡа үҙгәрҙе. Шул арҡала балаларын нисек тә әрме хеҙмәтенә ебәрмәҫкә тырышып ятҡандар күбәйҙе, армиянан баш тартыусылар, дезертирҙар ишәйҙе.
Күп кенә ата-әсә улдарын әрмегә ебәрергә теләмәү сәбәбен "дедовщинаға" бәйләп аңлата. "Бабайсылыҡ" элек тә булды, тик ул саҡта һүҙ азатлығы булмағас, әрменең был күренеше баҫырылып килде. "Бабайсылыҡ" булды, бар һәм буласаҡ. Унан ҡурҡырға ярамай. Сөнки яңы ғына һалдатҡа алынып, аяғына сылғау ҙа урай белмәгән салага менән дембелен көтөп йөрөгән "ҡарт" һалдат араһындағы айырма - ер менән күк араһы. Тәжрибәле, рухи һәм физик яҡтан сыныҡҡан, ир ҡорона аяҡ баҫҡан һалдат ата-әсәһе ҡанаты аҫтынан яңы сығып, малайлыҡтан егет ҡорона инеп барған үҫмерҙе әрме серҙәренә, хәрби тормош хикмәттәренә өйрәтә башлай.
Рухы сибек, ихтыяр көсө самалы, тейер-теймәҫтән шыңшып-зарланып барыусан әҙәмгә армияла урын юҡ. Унда ҡарыштыңмы - бөттөң. Тиккә генә унда "Не можешь - научим, не хочешь - заставим" тигән һүҙҙәр ҡанатлыға әйләнмәгән.
Ир-егет илен һаҡларға бурыслы. Әрменән түгел, үҙеңдең холҡоңдан, бешәлкәһеҙ булыуыңдан ҡурҡырға кәрәк. Әрмелә хеҙмәт итеү - егетлек. Әрме - ул ҡорал, тимәк - хәүеф. Ә хә-үеф кешенең асылын ярып һала, характерын сыныҡтыра. Кемдең кем икәне лә әрмелә күренә. Әрмелә булмаған ир - ярты ир, ҡурасыл, кәмселекле әҙәм. Ундай зат сифатлы нәҫел дә ҡалдыра алмай. Ҡулына ҡорал тотоп, дары еҫкәмәгән ирҙән ни фәтеүә. Әрменән тороп ҡалып, ошоно ҙур батырлыҡҡа һанап, ата-әсәһе елкәһендә көн күреп ятҡан йәштәргә ҡарайһың да, ошондай уҫал фекерҙәргә килеп ҡуяһың хатта. Әлбиттә, әрменән барыһы ла үҙ теләге, үҙ ихтыяры менән ситләшмәй. Яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған ундайҙар мине аңлар. Аңлар һәм ҡырыҫыраҡ, әммә хаҡ һүҙҙәрем өсөн ғәфү итер...
...Йәш ҡыҙҙарға еткерер һүҙем дә бар: әрмеләргә киткән егетегеҙҙе ышандырып, көтәм, ҡайт, тип шәмәреп ҡалғанһығыҙ икән - көтөгөҙ. Яҙмыш ҡосағына япа-яңғыҙын ташламағыҙ һалдатты. Көтә алмаһағыҙ - вәғәҙә итмәгеҙ. Хыянат һалдаттың рухын һындыра, киләсәккә өмөтөн өҙә. Ә өмөтһөҙ йәшәүҙәре, ай-һай... Көн дә хат яҙ, фото ебәр, тип быуынһыҙ еренә бысаҡ һалмағыҙ. Ҡайһы урынға, ниндәй шарттарға эләгә бит - шуныһы бар. Һаҡлағыҙ, ҡыҙҙар, һалдаттарығыҙҙы! Һеҙ һалдатҡа тоғро булһағыҙ, һалдат тыуған иленә тоғро ҡалыр! Мөхәббәт кешене йәшәтә, ҡанат ҡуя, асмандарға аштыра! Бөйөк эштәргә этәрә! Шуны онотмағыҙ, һылыуҙар!.."

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ, отставкалағы подполковник: "...Хәрби хеҙмәткә һөйөүем өс-дүрт йәшемдән башланды, тиһәм дә хата булмаҫ. Сөнки иҫ белә башлағандан алып, хәрби училищела уҡып, йыл һайын отпускыға ҡайтҡан Ғайса ағайымды күреп үҫтем. Ялтыр значоктары, эмблемалары, фуражкаһындағы ураҡ-сүкешле ҡыҙыл йондоҙо, көҙгөләй балҡыған бил ҡайышы пряжкаһы, шығырҙап торған йылтыр итектәре һушымды ала ине. Бер аҙ үҫә төшкәс, башланғыс мәктәптә уҡыған осорҙа (ул саҡта бөтөн малайҙар "Һалдат уйыны" уйнаны) иңдәремә лейтенант погондары тағып, билемде ағайым бүләк иткән өр-яңы портупея менән ике мәртәбә уратып быуып уйнағаным хәтеремдә. Өсөнсө синыфта уҡығанда рядовойҙан генералға тиклем ун бишләгән званиены эҙмә-эҙ яттан айыра ала инем.
Ул саҡта барыбыҙ ҙа һалдат булырға хыялландыҡ. Иптәш малайҙарҙың ағалары хәрби хеҙмәттән ҡайтһа, һалдат күрергә йыйыла инек. Һәр беребеҙгә бер-ике бөртөк күстәнәс кәнфит эләгә. Һалдаттың ҡустыһы - иң бәхетле кеше... Миңә ундай бәхет йыл да эләгеп торҙо. Сөнки хәрби званиелары үҫә барған ағайым йыл да отпускыға ҡайта.
Аттан ҡолап, ҡулымды һындырҙым бер саҡ. Гипслы ҡулымды муйыныма аҫып йөрөгән мәлемдә мине тәүге тапҡыр хәрби комиссариатҡа медицина комиссияһына саҡырттылар. Хирург Зияев ағай медицина картаһына "перелом" тип яҙып ҡуйғас, йөрәгем табаныма төштө. Армияға алмаясаҡтар. Нисек ҡайғырғанымды белһәгеҙ икән! Хәҙер генә көлкө һымаҡ. Комиссия үтеп бөткәс, табибтарға һиҙҙермәй генә медицина картаһындағы хирург яҙған битте йыртып алдым. X синыфты тамамлар алдынан хәрби училищеға барырға теләгемде әйткәс, әсәйем һыҡтап-һыҡтап иларға кереште. "Ағайың нисә йыл инде үәйеннейҙә йөрөй, инде хәҙер һин дә шунда китергә булдыңмы? Һеҙҙе күрә алмай, үлеп китермен инде..." Әсәйемдең күңелен ҡырмаҫҡа булдым һәм Өфөләге медицина институтына уҡырға индем. Әммә хәрби булыу теләге ташламаны. IV курсты тамамлағас, артабанғы курстарҙы Куйбышев хәрби-медицина факультетында уҡып, хәрби табип булыу мөмкинлеге килеп сыҡҡас, күҙ йомоп шунда ынтылдым. Был факультетты ул саҡта хәрби медицина академияһы тип тә атайҙар ине.
...Куйбышев ҡалаһына килеп төшкән көндө үк барыбыҙ ҙа кискә ҡарай хәрби курсант формаһында инек. Кисәге оҙон сәсле студенттар бер-беребеҙҙе танымай ҙа торабыҙ. Башҡортостандан егерме ике егет килгәйнек. Курсанттар барлыҡ Советтар Союзы республикаларынан йыйылғайны. Арала күптәр Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Кисәге дембелдәр китель яғаларының ырғаҡтарын ысҡындырып ебәргән, күптәренең погондарында - сержант лычкалары. Яловый итек ҡуныстарын "гармошкаға" йыйырып ҡуйғандар. Күкрәктәрен кирә биреп, аяҡтарын тарбайтыбыраҡ атлайҙар, беҙҙең кеүек йәшерәктәрҙе урап үтергә мәжбүр итеүҙәре уларҙың өҫтөнлөгөн күрһәтә ине. Айырыуса украин иптәштәр был йәһәттән килештерә. Уларҙың береһе, Заграничный фамилиялы йыуан курсант, мине магазинға тәмәкегә ебәрмәксе итте. Барманым. Йыуашыраҡ сыуаш егетен ул кибеткә ебәрҙе. Был егеттәрҙең "бабайлығы" уҡыу йылы башланып, бер аҙна үткәс үк ҡул менән һыпырып алған кеүек юҡ булды. Сөнки уҡыу программаһы барыбыҙҙан да белем талап итә. Барыбыҙға ла ике йылдан лейтенант званиеһы бирәсәктәр... Әйткәндәй, күпмелер йылдан һуң һаман да капитан званиеһында булған тап ана шул Заграничный менән осрашырға тура килде. Ә мин подполковник инем ул саҡта...
...Сит ерҙәрҙә оҙаҡ йөрөһәң, тыуып үҫкән ерең күпкә ҡәҙерлерәк була икән ул. Аллаһы Тәғәлә ҡасандыр бик алыҫ, барып етә алмаҫлыҡ тойолған хыял йондоҙо - тыуған Башҡортостаныбыҙға имен-һау ҡайтырға насип иткән икән.
Ҡайтып, Сибай дауаханаһында эшләй башлағас, тәүҙәрәк бик ҡыҙыҡ тойола ине. Бергә эшләгән коллегалар, пациенттар башҡортсалап "Һаумыһығыҙ!" тип һинең менән күрешә, ә һин уларға рәхәтләнеп "Һаумыһығыҙ!" тип яуап бирәһең. Улар үҙ телебеҙҙә үҙҙәренең үтенесен әйтә, ауырыуҙарын һөйләй. Араларында егерме биш йыл буйы күрмәгән таныштар, класташтар ҙа осрай. Бына ҡайҙа ул - хөрриәт! Үҙ илеңдә, үҙ телеңдә иркенләп һөйләшеп йөрөүҙәре...
Шулай ҙа ҡанға һеңеп киткәнмелер, хәрби хеҙмәт һаман да төшкә инә. Йә тревога, йә строевой плацҡа ашығам, йә учениеларҙа йөрөйөм, йәиһә миңә сираттағы полковник званиеһы биргәндәр. Урамда отпускыға ҡайтҡан берәй һалдатты йә офицерҙы күрһәм, бер туғанымды күргән һымаҡмын..."

Айҙар КҮСӘЕВ: "Ул саҡтарҙа башҡортса баҫмаларҙа Совет Армияһы тураһында артыҡ яҙа һалып бармағастары, "Советский воин", "Знаменосец", "Авиация и космонавтика" журналдарын, "Красное знамя" гәзитен алдырып, аңлаһам-аңламаһам да, энәһенән ебенә тиклем уҡып бөтә торғайным. Хәрби кеше булыу теләге шул хәтлем көслө булғандыр инде. Ул осорҙа телевизорҙан да хәрби темаларға арналған тапшырыуҙар йыш күрһәтелә ине. Клубта күрһәтелгән киноларҙың да күпселеге һуғыш темаһына була торғайны. Эй, йотлоғоп ҡарай инек беҙ уларҙы. Ә инде ҙур байрамдарҙағы хәрби парадтар үҙе бер тулҡынландырғыс ваҡиға булды.
Бөгөн шул саҡтар иҫкә төшһә, аптырайым: хыялға ынтылыш шул тиклем көслө булған! Һигеҙенсе класты бөткәс, бер төркөм тиҫтерҙәрем менән Суворов училищеһына барырға уйлағайныҡ та, кәрәкле документтарҙы юллай алманыҡ. Әммә хәрби кеше булыу теләге спорт менән дуҫлаштырҙы. Шуға күрә, төрлө насар ғәҙәттәргә ылығыуға ваҡыт та, теләк тә булманы. Сөнки хәрби кеше бөтә яҡтан да камил, көслө кеше булырға тейеш, тип аңлай инем. Хәйер, был һөнәр эйәләрен мин бөгөн дә шулай күҙ алдына килтерәм. Хәрби кейемдәге кешене күреү ҙә ныҡ тәьҫир итә ине. Ул замандарҙа егеттәрҙең армияға китеүе һәм хеҙмәт итеп ҡайтыуы ауыл өсөн үҙе бер ҙур ваҡиға була торғайны.
Армияға барыуҙы үҙем ихлас теләп ҡабул иткәнгә күрә, бер ниндәй ауырлығын тойманым. Ғөмүмән, беҙҙең башҡорт егеттәре өсөн ауырлыҡтар һиҙелмәй ҙә, шикелле. Сержанттар мәктәбенә Башҡортостандан өс йөҙләп кеше барғайныҡ, төрлө частәргә таралып бөттөк, беҙ икәү ( мин - Баймаҡтан, дуҫым - Бөрйәндән) бер урынға эләктек. Учебкалағы бөтә имтихандарҙы ла гел "биш"кә биреп, шунда уҡ сержант званиеһы алдыҡ. Ниңә беҙ бирешергә тейеш әле, Салауат тоҡомдары бит беҙ! Ә ваҡыт тигәнеңде туҡтатып та, тотоп та булмай - йә һин ваҡытҡа, йә ул һиңә хужа. Хеҙмәт осорондағы ике йыл оҙаҡ тойолһа ла, йылдар үткән һайын ул күҙ асып йомған аралағы ваҡыт кеүек тойола хәҙер. Ваҡытында теләп эшләнгән эш йылдар үткәс, файҙалы яғы менән кире әйләнеп ҡайта. Эйе, ҡурҡмайынса, армияны теләп ҡабул итергә кәрәк. Шул ике йыл эсендә күпме малай-шалай ир ҡорона инеп ҡайтты. Мәҫәлән, миңә армия бик күпте бирҙе. Яҙғандарымды уҡып, бәлки, берәүҙәр кирза итекле саҡтарын һағынып иҫкә алыр, икенселәрҙә армияла хеҙмәт итеү теләге уяныр.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.02.16 | Ҡаралған: 1421

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru