«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ҠУЯН АТ, ҺЫРЛЫ САНА", ЙӘКИ СӨННӘТҺЕҘҘӘН КӘҢӘШ ҺОРАМА...
+  - 

Ғәмәлдең фарызы

Сөннәт ғәмәле хаҡында ғилми, дини сығанаҡтарҙа төрлөсә аңлатмалар йөрөй. Йәһүдтәр өсөн, мәҫәлән, ҡан төшөнсәһе йән тигәнде лә аңлата. Шуға күрә ғүмерҙе барлыҡҡа килтереүсе ағзаның тиресәһен ҡырҡҡан саҡта ҡан ағыҙыу кешене яралтҡан Аллаһы Тәғәләгә үҙ ғүмереңде бағышлауға тиңләнә. Ислам дине буйынса, Ибраһим бәйғәмбәр Аллаһы Тәғәләнең талабы буйынса үҙ-үҙен, улы Исмәғилде һәм барлыҡ хеҙмәтселәрен сөннәтләй. Икенсе бер риүәйәт буйынса, Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәскәре изге яу мәлендә оҙаҡ ваҡытҡа дошман ҡамауында тороп ҡала. Эҫелә һыуһыҙ интеккән яугирҙарҙың енси ағзалары боҙола башлай. Бәйғәмбәр яугирҙарына үҙ-үҙҙәрен сөннәтләргә ҡуша һәм был юл менән улар һәләкәттән ҡотола. Мөхәммәт бәйғәмбәр игеҙәк ейәндәрен дә тыуыуҙарының етенсе көнөндә сөннәтләй. Мосолмандарҙың сөннәтлеләргә ингән өлөшө "суниттар" ("сөннәттәр"), сөннәтһеҙҙәре "шеиттар" ("шәһиттәр") тип атала.
Хәҙерге христиан динендә сөннәтләү юҡ, әммә Иисус Христосты ла (Ғайса бәйғәмбәрҙе) тыуыуының һигеҙенсе көнөндә сөннәтләгәндәр. Һуңынан христиан динендә иң күп реформа яһаусы Павел апостол сөннәтләүҙе суҡындырыу ғәмәле менән алмаштыра. Сөннәтләү XX быуаттың 70-се йылдарында Көнбайышҡа, атап әйткәндә, Америкаға ла тарала. Ул саҡта яңы тыуған барлыҡ ир-аттарҙың 80 проценты сөннәтләнә. Ә Ер шарында бөгөн барлығы 60 процент көслө зат ағзаһы сөннәтле булып иҫәпләнә. Сөннәт мәсьәләһенә яҡыныраҡ килеп, уның кеше һаулығы өсөн файҙаһы, әһәмиәте хаҡында тәрәндәнерәк фекер йөрөтәйек әле.

"Бабаға ултырҙыҡ..."

Ул көнгә тиклем сөннәтләнгән ағайҙарҙың ыштанһыҙ көйгә оҙон күлдәк кейеп, аяҡтарын кирә баҫып, ауыл урамында төлкән-төлкән атлап йөрөгәнен күреп, үҙҙәрен "баба-баба" тип үсекләп, көлә торғайныҡ. Әммә, көлә килә, артынан һөрә килә, тигәндәй, бер көн килеп, сират беҙгә лә етте. Йәй башының матур бер көнөндә "Ауылға баба килгән", тигән һүҙ таралғас, беҙҙең, 4-5 йәш араһындағы тиҫтерҙәрҙең, йөрәге жыу итеп ҡалды. Йылғырыраҡ, зирәгерәк малайҙар ауыл янындағы урманға ҡасып өлгөрҙө. Улар баба өйҙән-өйгә йөрөп, үҙ эшен бөтөргәндән һуң ғына, кисләтеп кенә өйҙәренә ҡайта алды. Ҡайһылары йыл һайын ауылға килгән бабанан ҡаса торғас, бөтөнләй сөннәтһеҙ тороп ҡалды. Бер нисә йылдан сөннәтсе бабаның үлеп ҡалыуы хаҡында ишеттек һәм беҙҙән һуң донъяға килгән бер нисә быуын малайҙары сөннәтһеҙ ҡалды, уның ни икәнен дә белмәй үҫте.
Ә беҙ эләктек. Һаман да иҫемдә. Баба тигән кешенең беҙҙең өйгә килеп ингәне, мине сәсемдән һыйпағаны, "Көҙ көнө улыма ҡуян ат, һырлы сана алып киләм, егеп йөрөрһөң", тип әйткәне. Бигерәк хикмәтле, серле, әкиәттәгесә тылсымлы ине шул бабаның "ҡуян ат, һырлы сана", тигәне. Уның "ҡуян ат" тигәнен аңланым да кеүек, ә бына "һырлы сана" тигәне нисегерәк икән? Шул хаҡта хыялланып та өлгөрмәнем... "сем" итеп ҡалды. Уның ҡарауы, "ҡуян ат, һырлы сана" хаҡындағы татлы хыял барыһынан да көслөрәк булып сыҡты. Һәр хәлдә, ул саҡтағы ауыртыныу татлы иҫтәлек кенә булып хәтергә уйылған. "Ҡуян ат, һырлы сана" тигәндең хикмәте лә тап ошондалыр, күрәһең. Тағы ла шуныһы иҫтә ҡалған: сөннәтсе баба енси ағзаны ҡырҡҡандан һуң хасил булған сей яраға сөрөк, йәғни серегән ағас онон һибә торғайны. Хәҙерге профессиональ медицина күҙлегенән ҡарағанда, сөрөк, бәлки, сәйерерәк тә, ҡырағайыраҡ та булып күренәлер, әммә беҙҙең ауылда, мәҫәлән, бер малайҙың да яраһы боҙолоп, ауырып йөрөгәне булманы.
Оҙон күлдәк кейеп, урам буйлап төлкән-төлкән баҫып, беҙ ҙә йөрөнөк, беҙҙән дә "баба-баба" тип көлдөләр. Тик үҫә килә, шуға ла иғтибар иттек: өлкәндәр, ниңәлер, сөннәткә ултыртылғандарға күп кенә яуаплы эштәрҙе ышанып тапшыра, ниңәлер сөннәтһеҙ кешегә ҡулы йыуылмаған кешегә ҡараған һымаҡ ҡарай. Сөннәтһеҙҙән икмәк телдермәйҙәр, мал салдырмайҙар, мәрхүмдәрҙе йыуыуҙан да мәхрүм сөннәтһеҙҙәр. Ниңәлер, уларҙың ҡулы менән башҡарылған ғәмәлде "хәрәм" тип баһалау йәшәй беҙҙең яҡта. "Сөннәтһеҙҙән кәңәш һорама!" тип тә әйтәләр хатта. Тағы ла, ниңәлер беҙҙә сөннәтләүҙе "бабаға ултырыу" тип атайҙар. Ниңә ултырыу икән? Йәһүдтәрҙә сөннәтләү "бритмила" тип атала икән. Уларҙа "Ысын ир 23 февраль көнө сөннәтләнергә тейеш", тигән әйтем дә бар. Фәнни телдә сөннәтләүҙе циркумцизия тиҙәр.

Атайҙар донъяһына күсеү

Сөннәтләү дини йолаға ғына бәйле ғәмәлме? Хәҙерге заман медицина һәм психология фәндәре күптән инде был ғәмәлдең кеше һаулығы өсөн бихисап файҙалы яҡтарын иҫбат итте. Бөгөн сөннәтләү ҡайһы бер сирҙәргә ҡаршы дауалау сараһы ла булып тора. Уның гигиена йәһәтенән әһәмиәте лә баһалап бөткөһөҙ ҙур. Хәҙер дауаханаларҙа хирургтар ата-әсәләрҙең мөрәжәғәте буйынса малайҙарҙы "бабаға ултырта". Был операция бик еңел башҡарыла һәм "һырлы сана егелгән ҡуян ат"ҡа атланған малай шундуҡ өйөнә ҡайтарыла. "Бабаға ултырыу"ҙың хаҡы ла төрлө урында төрлөсә: бер меңдән өс меңгә тиклем, тиҙәр. Медиктар һәм психологтар фекеренсә, сөннәтләү бер нисә әһәмиәткә эйә:
1. Сөннәтләү енси акт оҙайлығын, тимәк, секс кинәнесен тәьмин итеүсе ғәмәл булып иҫәпләнә. Ни өсөн шулай тиһегеҙме? Сөнки енси ағзаның сөннәтләгәндән һуң асыҡ ҡалған баш өлөшө эске кейемгә ышҡылып йөрөп, уның һиҙгерлеген, тойоу һәләтен кәметә һәм был үҙ нәүбәтендә енси актты оҙайта.
2. Сөннәтләнгән һәм даими тәһәрәтләнгән ир-аттың енси ағзаһына инфекция һәм бысраҡ эләгеү ҡурҡынысы юҡ тиерлек.
3. Сөннәтһеҙ ир-аттарҙа "икенсе йөрәк сире" - енси биҙ ауырыуы (простатит, аденома) йышыраҡ осрай. Сөннәтһеҙ ир-ат сөннәтлеһенә ҡарағанда герпес, гонорея менән ике тапҡыр, сифилис, бәшмәк ауырыуы менән биш тапҡыр йышыраҡ ауырый.
4. Сөннәтләү ир-ат енси ағзаһының яман шеш менән сирләү ҡурҡынысын күпкә кәметә. Сөннәтле ир-аттарҙың ҡатындары аналыҡ юлы яман шеш сире менән һирәк ауырый. Бар ирҙәр ҙә сөннәтләнгән Сәғүд Ғәрәбстанында, мәҫәлән, ҡыҙ-ҡатындар енси ағзаларҙың яман шеш ауырыуы менән бөтөнләй яфаланмай.
5. Ер шарындағы ирҙәрҙең яртыһынан күбеһе фимоз һәм парафимоз менән яфалана. Сөннәтләү был сирҙәрҙән арыныу өсөн иң ҡулай сара булып тора. Шулай уҡ төндә бәүеле тотмаған ир-атҡа ла сөннәтләү ныҡ ярҙам итә.
6.Психологтар фекеренсә, сөннәтләнгән ир-аттарҙа ҡурҡыу синдромы аҙ була. Йәғни малай саҡта енси ағзаһының йоҡаҡ тиресәһе ҡырҡылған саҡта барлыҡҡа килгән ауыртыныу тойғоһо ир-ат өсөн, ғөмүмән, ауыртыныуға "сирҡаныс алыу" ғына икән дә.
7. Сөннәтләнгән ир-аттың енси ағзаһы эстетик йәһәттән дә оло әһәмиәткә эйә. Йолалар һәм традициялар нигеҙендә тәрбиәләнгән ир-ат өсөн сөннәт - күркәмлек билдәһе.
8. Австрия психоаналитигы Зигмунд Фрейд фекеренсә, "сөннәтләү үҫмерҙе бисексуаль хәленән тиҙерәк сығарыу өсөн булышлыҡ итә". "Сөннәтләнгән малай, ир-ат атамаһы алып, әсәһе ҡуйынынан атайҙар донъяһына күсә", тиҙәр Көнсығыштың аҡыл эйәләре.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ҡуян атҡа һырлы саналар егеп йөрөүҙең ана ниндәй әһәмиәте бар икән дә. Хәҙер уйлап ҡараһаң, ауылыбыҙға килеп, малайҙарҙы сөннәтләп йөрөүсе бабаларҙың ниндәй мөһим һәм зарури ғәмәл башҡарып йөрөгәндәрен аңлайһың. Барыһы ла илдең һәм милләттең һаулығы өсөн булған. Малай саҡта бабанан урманға ҡасып китеп, сөннәтһеҙ ҡалған малайҙар хәҙер аңлайҙармы икән үҙҙәренең ниҙән мәхрүм булғанын? Әйткәндәй, беҙҙең яҡта бер ағай өйләнер алдынан "бабаға ултырҙы". Ҡуян ат егелгән һырлы санала ултырып елеүсе 4-5 йәшлек малайҙарҙы күҙ алдына килтерһәң, донъя яҡтырып китә, күңелдә мөғжизәле әкиәт ярала...

Әмир ҒҮМӘРОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.02.16 | Ҡаралған: 1409

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru