23 февраль - Ватан именлеген һаҡлаусыларҙы тәбрикләү, илһөйәрлек, батырлыҡ байрамы уңайынан гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
Нурғәле ҠАЙЫҠБИРҘИН, ҡурайсы, Сибай сәнғәт колледжының башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары бүлеге мөдире: Был байрамды һуңғы мәлдә ир-егеттәр көнө тип бер аҙ ябайлаштырып ебәрҙеләр, тәү сиратта - ул Ватанды һаҡлаусылар көнө. Элегерәк әрмегә бармай ҡалған егетте ихтирам итмәнеләр, уға хатта ҡыҙҙар ҡарамай торғайны. Мин әрмегә йәштәштәремдән 3 йылға һуңлап барҙым. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап, Йылайырҙа ҡурай класы асып, яңы уҡыу йылынан балаларҙы ҡурайға өйрәтә башлағайным, ноябрҙә әрмегә саҡырыу килде. Мин башты ялтыратып ҡырҙырып, ҡурайҙарымды уҡыусыларға таратып биреп, военкоматҡа килһәм, быйылға бармай тораһың, тиҙәр. Баҡтиһәң, уҡырға йыйылған балалар менән эште тамамлаһын, тип, Ғата ағай Сөләймәнов һораған икән. Кире ҡайтырға тура килде.
Киләһе йылына майҙа военкоматҡа тағы саҡырттылар. Тағы ҡалдырырға иткәйнеләр, ныҡышып, кире ауылға ҡайтып та торманым, өҫтөмә кейеп барған кәстүм-салбарымда әрмегә киттем. Һәр егет үҙен әрмелә һынарға тейеш тип уйлайым, ныҡ тәрбиәләй ул кешене. Тормошта булған бар ваҡиғалар онотолоп бара, әммә әрме онотолмай. 40 йыллап ваҡыт үтте, бергә хеҙмәт иткән һәр егеттең, командирҙарҙың һәр береһенең исеме иҫтә. Шуныһы ҡыҙыҡ, ир-ат күберәк йыйылған урында һүҙ мотлаҡ әрмегә, унда булған ваҡиғаларҙы хәтерләүгә барып тоташа. Шуға ла йәштән үҙегеҙҙе әрме хеҙмәтенә әҙерләгеҙ, тип теләр инем йәштәргә. Спорт менән шөғөлләнегеҙ, насар ғәҙәттәрҙән ары йөрөгөҙ. Илебеҙҙең киләсәге һеҙҙең ҡулдарҙа!
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ, яҙыусы: Һәр бер халыҡтың дәүләтселек тәжрибәһенә эйә булыу-булмау һәләте хәрби хеҙмәткә мөнәсәбәтендә туранан-тура сағылыш таба. Әйтәйек, 1812 йылда оло Ватаныбыҙға ҡурҡыныс янағанда халҡыбыҙ үҙ иҫәбенә 28 полктан торған ғәскәр төҙөп, шуны үҙ иҫәбенә яу аттары, эйәр-өпсөн, ризыҡ менән тәьмин итеп, яуға оҙата алған икән, бындай ғәмәл фәҡәт тик дәүләтселек тәжрибәһе булған халыҡҡа ғына мөмкин булған. Бөйөк Ватан һуғышында Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы төҙөү ҙә милләтебеҙҙең дәүләт тәжрибәһе сағылышы. Шуға күрә, хәҙерге заманда ла, ул ниндәй генә шарттарҙа йәшәгән әрме булмаһын, унда башҡорт ир-атының ҡатнашыуы - шулай уҡ дәүләт тәжрибәһе сағылышы. Биленә ҡайыш һалған егеттәребеҙ был тарихи хәҡиҡәтте аңларға бурыслы.
Башҡорт ир-егетенән азаматлыҡ киткәне юҡ, бөгөн дә уларҙың әрме хеҙмәтенә ыңғай мөнәсәбәттә булыуы - уларҙың дәүләт кимәлендә фекерләүен күрһәтә лә инде. Шулай ҙа был көндө ир-егеттәр байрамы тип әйтеү дөрөҫ түгел. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ватанды һаҡлаған, айырыуса тыл фронтында "һуғышҡан", был һуғыштың ил эсендәге, күренмәгән өлөшө. Ир-атҡа еңелерәк булған, сөнки ул күренгән өлөшөндә йөрөгән. Тимәк, һуғыштың иң ҙур ауырлығын ҡатын-ҡыҙ күтәргәс, был көн ир-аттар көнө генә була алмай. Ҡатын-ҡыҙҙың күренмәгән яуҙа йөрөүен халҡыбыҙҙың "Йәшерен яуҙы юҡҡа һанама" тигән әйтеме менән дә аңлатып була.
КИРЕ СЫҒЫРҒА