«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИҘАЛ ИКЕ ЯҠЛЫ: БЕРЕҺЕ ЯҠШЫ, ИКЕНСЕҺЕ ҠАПМА-ҠАРШЫ
+  - 

Тормошобоҙҙо эшҡыуарлыҡ өлкәһенән тыш күҙ алдына ла килтереп булмай хәҙер. Евросоюз һәм АҠШ тарафынан Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкциялар, импортты алыштырыу мәсьәләһе киҫкен торғанлыҡтан, был өлкәне үҫтереүгә дәүләт тарафынан да айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Шул арҡала эшҡыуарҙарҙың роле лә үҫә бара. Тик миҙал ике яҡлы булған кеүек, бында ла шундай һорау тыуа: эшҡыуарҙар эшмәкәрлегенән ябай халыҡ файҙа күрәме? Сөнки, ни тиклем генә үкенесле булмаһын, бөгөн эшҡыуарҙарҙың күбеһе күләгәлә ҡалып, "өрәк" булып йәшәүҙе хуп күрә.

240 мең "өрәк" ҡайҙа йәшәй?

Былтыр Башҡортостанда 240 мең кешенең рәсми рәүештә теркәлмәй эшләүе асыҡланған. Ә инде Рәсәй буйынса һүҙ йөрөтһәң, күрһәткестең тағы ла ҙурыраҡ булыуы күренә. Мәҫәлән, ике йыл элек Рәсәй үҙенең 22,5 млн кешеһен "юғалтҡан". Был кешеләр социаль страховка системаһында ла, Пенсия фондында ла теркәлмәгән, взностар түләмәгән, шул арҡала уларҙың ҡайҙа, нимә менән шөғөлләнеүе лә билдәһеҙ ҡалған. Илдең 20 төбәгендә үткәрелгән социологик тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, Рәсәйҙәге яҡынса һәр туғыҙынсы кеше үҙенә эшләй, был эшкә яраҡлы кешеләрҙең 41проценты, йәғни 30 млн тигән һүҙ. Дәүләт уларҙың ысынында күпме аҡса эшләгәнен дә белмәй. Ике йыл элек Рәсәй халҡының дәүләт органдарына күрһәтмәй генә 4,8 трлн һум аҡса эшләгәне билдәле булған.
Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһы проректоры Александр Сафонов бөтә илдәрҙең дә хеҙмәт баҙарында "күләгә" булыуын, әммә бындай уҡ ҙур дәрәжәгә етмәүен билдәләй. Эшҡыуарҙар үҙҙәре был хәлде, ҙур суммала һалым һәм башҡа төр страховка взностары түләгәндән һуң ҡулға килем ҡалмай, шуға күрә күптәр ҡасып-боҫоп эшләргә мәжбүр, тип аңлата. Социологтар белдереүенсә, күләгәлә ҡалыу ҡайһы бер урта ҡатлам кешеләренә әллә ни уңышлы булмаған иҡтисади көрсөк ваҡытында тотороҡлоҡ һаҡларға, ярлыларға әҙме-күпме аҡсаһын экономиялап, осон-осҡа ялғарға ярҙам итә.

Булмағанда "ҡараһы" ла аҡса

Илдә оптималләштереү тулҡыны башланып, иҡтисади көрсөк үҙ эҙемтәләрен күрһәтә башлағас, күп кенә ойошма-предприятиелар ябылды, ҡыҫҡартыуҙар башланды. Яңы ғына эшкә төшөп, тәжрибә лә туплап өлгөрмәгән юғары белемле белгестәр урамда ҡалды. Улар теләһә лә, теләмәһә лә, бизнес өлкәһенә барып баш эйергә мәжбүр булды. Ә был иһә бөгөнгө еңел булмаған иҡтисади шарттарҙа нисек булһа ла тотороҡлоҡ һаҡларға тырышҡан бизнес әһелдәренә ҡулай ғына булды. "Конверттағы эш хаҡы", "күләгәле бизнес"тың ил иҡтисады өсөн яҡшы булмаған эҙемтәләре хаҡында әленән-әле һөйләп, аңлатып торһалар ҙа, ватандаштарыбыҙ нисек уңайлы, шулай эшләргә тырыша. Шуға күрә улар рәсми теркәлеп, закон буйынса эшкә урынлашыуға әллә ни әһәмиәт бирмәй. Иң мөһиме, эшкә алһындар, ваҡытында әҙме-күпме аҡсаһын түләп торһондар. Ҡайһы берәүҙәр "күләгә"лә эшләүҙе лә үҙенсә файҙаланып ҡалырға тырыша. Мәҫәлән, бер ерҙә рәсми теркәлеп эшләүҙән тыш, икенсе урынға йәшерен урынлашып, өҫтәмә аҡса алыусылар ҙа бар, сөнки уларҙың ике урында эшләүен бер кем дә белмәйәсәк. Ә ҡайһы берәүҙәре был юлға иртәгәге көнгә ышаныс булмауҙан бара, сөнки улар бөгөнгө эш хаҡының киләсәк пенсияға йоғонто яһарына ла, хаҡлы ялға сығып, лайыҡлы пенсия алырына ла ышанмай. Ундайҙар, иртәгәһен ишәк ҡайғыртһын, принцибы менән, пенсияға әллә етәм, әллә юҡ, тип, бөгөнгө көн менән йәшәргә тырыша.

Аҡса булһа ине бер муҡса

Эшҡыуарҙар дәүләттең бөгөнгө һалым сәйәсәте менән бөтөнләй риза түгел, улар уны ныҡ юғары һәм ғәҙел түгел тип һанай. Шуға күрә улар һалымдан ҡасыуҙың, килемдәрен экономиялауҙың төрлө юлдарын таба һәм был йәһәттән ҙур ғына уңышҡа өлгәшә. Ә инде эш хаҡын "ҡара ведомость" менән конверттарҙа түләү иң таралған юлдарҙың береһе. Һорау алыуҙарҙан күренеүенсә, бындай юл менән 87 процент Рәсәй компанияһы эшмәкәрлек алып бара. Эш биреүселәр өсөн бындай алым күпкә файҙалыраҡ. Мәҫәлән, улар конвертта эш хаҡы биреп, страховка взностарында, НДФЛ-да экономиялай. Улар өсөн бер генә хәүеф бар - Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт тарафынан штраф һалыныуы. Әммә әлегә тиклем береһенең дә штраф түләгәне лә, быға зарланғаны ла юҡ. Был йәһәттән ныҡлы контроль булмауы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта ҡара һәм һоро эш хаҡын булдыра ла инде. Бынан иһә әлеге лә баяғы шул ябай хеҙмәткәр зыян күрә. Күп кенә эш биреүселәр, "аҡ" эш хаҡы түләгән осраҡта бөтә социаль иҫәпләүҙәр, һалымдар хеҙмәткәрҙең үҙ елкәһенә һалына, тип алдарға маташа. Был, әлбиттә, улай түгел. Һалым һәм төрлө йыйымдар эш биреүсенең һәм уның бухгалтерияһының бурысы. Ул 13 проценттан тыш, эш хаҡынан башҡа бер тин дә тотоп алып ҡала алмай. Пенсия, страховка, медицина страховкаһы фондтарына һәм бәхетһеҙлек осраҡтары өсөн взностарҙы эш биреүсе үҙ иҫәбенән түләргә тейеш.
Шулай ҙа ҡартлығын йәки иртәгәге көнөн уйлағандар ҙа күбәйә бара. Мәҫәлән, 2009 йылда "ҡара" эш хаҡына ризалашыусылар һаны 60 процент булһа, һуңғы 6 йылда был хәл 19 процентҡа кәмегән. Бөгөн 41 процент кеше генә эш хаҡын конвертта алырға риза, 35 проценты быға ҡырҡа ҡаршы, ә 24 проценты икеләнә. "Ҡара" эш хаҡына эшләргә ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда 1,5 тапҡырға күберәк ризалаша. Рәсми булмаған эш хаҡына 24-35 йәшлектәр һирәгерәк, ә 35-44 йәшлектәр күберәк ризалаша.

Һай-ли күләгә, бәрәүгә лә һөйләмә...

Һалым ставкаларының ҡырҡа артыуы арҡаһында бизнес өлкәһенең 70-80 проценты хеҙмәт хаҡын түләү буйынса күләгәле схемаға күсте. Эшҡыуарҙар ҙур ризаһыҙлыҡ белдереп, тауыш күтәреп ҡараһа ла, Хөкүмәт һалым ставкаларын кәметмәү яғында. Финанс министрлығы Иҡтисади үҫеш министрлығының, ставканы кәметергә, тигән тәҡдименә лә ризалыҡ бирмәй. Финансистар ставканың 2 генә процентҡа кәмеүен дә 200 миллиард доллар менән баһалай һәм дәүләт ҡаҙнаһы шул тиклем аҡсанан ҡолаҡ ҡағасаҡ, тип бара. Шулай ҙа киң даирәләге ризаһыҙлыҡҡа күҙ йомоп ҡалманылар, ставканы төшөрөп, саҡ ҡына кәметергә мәжбүр булдылар. Әлбиттә, был ғына ташлама эшҡыуарҙарға әллә ни еңеллек килтермәне. Шуға ла улар был хәлдән сығыуҙың икенсе юлын тапты. Һорау алыуҙарҙан күренеүенсә, респонденттарҙың 24 проценты - 9 процент, 13 проценты - 70-79 процент, 3 проценты иһә бөтә эш хаҡын да конвертта түләүен белдергән. Һандарға күҙ һалһаң, Хөкүмәттең һалым ставкаларын арттырыуы дөрөҫ сәйәсәт булдымы икән тип тә уйлап ҡуяһың.
Ун ике йыл буйы "ҡара" эш хаҡы алыусы Дамир һөйләй: "Ниндәйҙер талаптар ҡуйып, законға нигеҙләнеп эш итә торған заман түгел. Шунлыҡтан, эш биреүсеңдең намыҫын да, хаҡлығын да тикшереп тормайһың, бары тик ваҡытында аҡсаһын түләһен, эштән сығарып ебәрмәһен, тип, күҙ йомаһың да эшләйһең. Хоҡуҡтарымды боҙаһың, тип ҡайһы иҫәре даулашып йөрөһөн? Оҡшамай икән, ана бара юлың, ишек төбөндә әллә күпме кеше сират көтөп тора".
Фатирын ҡуртымға биреүсе Зәлифә һөйләй: "Беҙҙәге закондар хайран ҡалырлыҡ инде ул. Көслөләр, бәйләнеше булғандар законды ла үҙ яғына бора белә. Ябай халыҡ ҡына закон барлығын белһә лә, бер ни ҡыйрата алмай. Ә һалым түләтеүҙәрен бөтөнләй аңламайым да, аңларға ла теләмәйем. Мин фатир һатып алғанда Хөкүмәт миңә аҡса бирҙеме, ниндәйҙер ташлама яһанымы? Ниңә эшләп, ыҙалап тапҡан йортомдоң мәнфәғәтен күрмәҫкә тейеш әле мин? Өс тин эш хаҡы алып, ваҡытында һалымын, коммуналь хеҙмәттәрен түләп барғанға рәхмәт әйтһендәр әле. Фатирға кеше индереп алған аҡсаны ла ана шул түләүҙәр өсөн тотонам бит. Бер ҙә диңгеҙ буйына ял итергә аҡса йыймайым. Инде шуны ла таларға торғастар, ни әйтәһең? "Яҡшы күңелле кешеләр" фатирын ҡуртымға бирә тип, һалым инспекцияһына ла ошаҡланы. Беҙ ҙә артыҡ төшөп ҡалғандарҙан түгел. Адвокат менән кәңәшләштем. Ул мине, һинең фатирыңда кем йәшәүен, уның өсөн аҡса түләйме, юҡмы икәнен кем иҫбат итә ала, аҡсалары күп булһа, әйҙә, судҡа бирһендәр ҙә, әллә күпме ваҡыттарын, нервыларын бөтөрөп йөрөһөндәр, тине".
Эш хаҡын конвертта алыусы Рәүфә һөйләй: "Ирем дә, үҙем дә инде бына 10 йыл шәхси эшҡыуарҙа эшләйбеҙ. Эш хаҡын, әлбиттә, конвертта алабыҙ. Отпускыға сыҡмайбыҙ, больничный түләнмәй. Етмәһә, кәрәк ваҡытта көн һорап та алып булмай. Көнөң шәхси эшҡыуарҙарға ҡалғас, ҡалайтаһың, балаларҙы үҫтерергә, уҡытырға кәрәк. Ризаһыҙлыҡ белдерһәң, шунда уҡ эшеңдән кәмселек таба башлайҙар, штраф менән янайҙар. Эш хаҡынан тотоп алып ҡалған штрафтарҙың иҫәбе-хисабы ла юҡ инде ул. Дәүләт яҡлай, закон бар, тип әйтеүҙән ни файҙа? Хөкүмәт беҙгә аҡса бирәме лә, эшкә аламы? Элек китаптарҙан ғына уҡып белгән байҙар һәм ярлылар тормошо бына ошолай була икән ул".

Бына ошондайыраҡ фекерҙәр ишеттерҙе беҙгә замандаштарыбыҙ. Хөкүмәт ниндәй юлдар менән "өрәктәрҙе", "ҡара" ведомостарҙы бөтөрөр, әлегә билдәһеҙ. Был йәһәттән Хеҙмәт министрлығына ла уйланаһы урын күп әле. Бөгөн көнүҙәк булған был мәсьәләнең, һис шикһеҙ, хәл итеү юлын табырҙар, тип ышанайыҡ, сөнки бынан айырым кешеләр генә түгел, тотош илебеҙ зыян күрә, әллә күпме социаль-иҡтисади проблемаларыбыҙ хәл ителмәй ҡала. Ябай халыҡ та үҙенең киләсәгенә, буласаҡ пенсияһына ышанып, хоҡуҡтары менән файҙаланып йәшәргә тейештер бит инде...

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.16 | Ҡаралған: 1376

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru