Уҡыу энә менән ҡойо ҡаҙыу булһа, уҡытыуҙың иһә ниндәй ауыр хеҙмәт икәнен күҙ алдына ла килтереп булмай. Шулай ҙа баш ҡалабыҙҙа һәм республикабыҙҙа үҙҙәренең һөнәри оҫталығын юғары кимәлдә күрһәткән уҡытыусылар һаны йылдан-йыл арта ғына бара. Әле күптән түгел 19-сы тапҡыр үткәрелгән "Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы", 12-се тапҡыр үткәрелгән "Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурстарына, "Йөрәгемде балаларға бирәм" тип аталған өҫтәмә белем биреүсе педагогтар араһындағы ярышҡа йомғаҡ яһалды. Фиҙаҡәр педагогтарҙы БР мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар тәбрикләне.
Баш ҡаланың башҡорт теле уҡытыусылары ла заманға ярашлы алдынғы технологияларҙы үҙләштереп, йылдан-йыл һөнәри белемдәрен үҫтереүгә йөҙ бора. Был юлы "Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсында тап шундай 22 педагог ҡатнашты, уларҙың етәүһе лауреат исеменә лайыҡ булды. Өфө ҡала округы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы әйҙәүсе белгесе Розалия Сафиуллина әйтеүенсә, быйылғы конкурсанттар быға тиклемге ҡатнашыусыларҙан инноватика яғынан көслө булыуҙары, таныш булмаған синыф уҡыусылары менән дә тиҙ генә уртаҡ тел таба, яңы технологиялар, уҡытыу алымдары ярҙамында дәрестәрҙе мауыҡтырғыс, йәнле итеп ойоштора белеүе менән айырылып торған. Конкурстың жюри ағзаһы, филология фәндәре кандидаты Ирена Ҡолһарина ла был фекерҙе йөпләй: "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары эҙләнә, туған телебеҙҙе киләсәк быуынға тапшырыу сараларын камиллаштыра, үҙҙәренең белем биреү концепцияларын дәлилләй", - тине ул.
Бына шуға күрә лә, ете йыл дауамында балаларға электрон белем биреү программаһы буйынса эшләүсе 52-се лицейҙың башҡорт теле уҡытыусыһы Сәриә Рәхмәтуллина конкурстың абсолют еңеүсеһе булып танылыуы ғәжәп түгел. Сәриә Хәбир ҡыҙы көндәлек эшендә "Бер уҡыусыға - бер компьютер" моделен, башҡа алдынғы уҡытыу программаларын әүҙем ҡулланыусы педагог. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытҡанда дәресте ҡыҙыҡлыраҡ итеп үткәреүгә ярҙам итеүсе бындай алымдар мөһим, тип һанай ул.
Баһалама ағзаларына "Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы" конкурсында ҡатнашыусы 44 педагог араһынан да еңеүсене һайлауы бик еңелгә тура килмәне. Быйыл "Иң шәп педагог" титулына тарих уҡытыусыһы Сергей Переверзев лайыҡ булды. Сергей Сергеевич Өфөнөң 159-сы һанлы мәктәбендә эшләй. Компьютер, төрлө телефон уйындары менән мауыҡҡан балаларҙы нисек итеп тарих фәненә ылыҡтырыу серен ул күптән асҡан. Уҡыусыларға информацион һәм коммуникацион технологияларҙы ҡулланып мәғлүмәт тупларға өйрәтеү, компьютерҙы уйын уйнау өсөн генә түгел, ә белемеңде арттырыу маҡсатында ҡулланырға мөмкин булыуын аңлатыуҙы маҡсат итеп ҡуйған ул. "Был конкурста тәжрибә уртаҡлашыу ниәтендә ҡатнаштым һәм коллегаларыма минең белемем кәрәк булыуын күрҙем", - ти Сергей Переверзев.
Әйткәндәй, быйылғы конкурстарҙа педагогикала тәүге аҙымдарын яһаусы, әммә заман талаптарын үҙләштереп, хатта тәжрибә тупларға ла өлгөрөүсе йәш уҡытыусыларҙың ҡатнашыуы ла шәйләнде. "Педагогик өмөт" номинацияһында еңеүсе 29-сы урта белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфинә Шәмиғолова, мәҫәлән, үҙ эшендә инновацион алымдарҙы ҡулланыу буйынса өлкән коллегаларынан һис ҡалышмауын иҫбат итте. Мәктәптә ни бары өс йыл уҡытһа ла, ул заманса технологиялар ярҙамында тикшеренеү эштәре лә алып барған, фәнни мәҡәләләр яҙа, үҙенең һүҙлеген сығарған. "Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы" конкурсында йәш педагогтар араһында быйыл тәүге тапҡыр бирелгән "Педагогик дебют" номинацияһында Өфөнөң 3-сө гимназияһы уҡытыусыһы Надежда Ульянова билдәләнде. Ә өҫтәмә белем биреүсе педагогтар араһындағы "Йөрәгемде балаларға бирәм-2016" конкурсында 27 уҡытыусы араһынан Өфөнөң Комаров исемендәге Балалар ижад йорто Антон Емелин еңеүсе тип табылды.
Сәриә ҒАРИПОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|