Эшкә-маҙар микроавтобуста йөрөргә ғәҙәтләнгәнмен, йыш ҡына 75-се маршрутҡа ултырам. "Газель"дәрҙең береһенә экран ҡуйылған: реклама-фәлән, мәҙәктәр һәм... "Альбаева Зоя... 1942... Разведчица... Погибла в неравном бою..." тигән видеоны йөрәкһеп күҙҙән үткәрәм. Бөйөк Еңеү юбилейы уңайынан йыл буйы күрһәтелде ул. Ҡаһарман ҡыҙҙың фотоһы таныш та тойолғандай.
... Белоретта уҙған әҙәби марафонда саҡта ҡулыма райондың "Урал" гәзитен алдым. Иғтибарҙы "Зоя-Зәйтүнә" тигән мәҡәлә йәлеп итте. Яҡташым Нәзирә ханым Хафизова яҙмалары өсөн мин төҙөгән китапты ("Дәһшәтле йылдар ауазы. Өфө, "Китап". 2005) файҙаланыуын белгертә һәм ул илһөйәрлек рухындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлаша.
"Үҫмер саҡта апай-инәйҙәрҙән "Катюша" йырының икенсе төрлө вариантын ишеткәнем бар ине. Бына Сосновка ауылыңда ветерандарға юбилей миҙалдары тапшырғас, сәй табыны ойошторолдо. Шунда Сосновка ауылынан Заһира апай Фәтҡуллина моңло тауышы менән "Зәйтүнәкәй"ҙе йырлап ебәрҙе.
Алмағастар сәскә атҡан саҡта
Йылға өҫтөнә томандар ятты.
Сығып бейек текә яр башына
Зәйтүнәкәй алыҫҡа баҡты...
Беҙ, рысыҡайҙар, ветерандарҙы ҡотлау ҡоро ғына үтмәһен әле, тип, бәләкәй генә концерт номерҙары алып килгәйнек. "Катюша"ны башҡортса йырланыҡ. Күрәһең, Заһира апай ҙа беҙгә "Зәйтүнәкәй"ҙе йырлап ишеттерергә булғандыр. Был йырҙы халыҡ батырҙарса һәләк булған башҡорт ҡыҙы Зәйтүнәгә арнап сығарғандыр, тигән күптәнге уйым Зәйтүнәнең батырлығы тураһында яҙырға дәртләндерҙе".
Артабан Зояның патриотик яҙмышы ҡыҫҡаса күҙаллана... Бына ошо "ҡыҫҡалыҡ" мине лә ҡәләмгә үрелдерҙе: Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына арналған китапты ҡабат ҡулға алдым. Ундағы "Ватан хаҡына үләм!" тигән мәҡәлә-иҫтәлектәр шәлкеме, маршруткалағы ролик, "Урал" гәзитендәге яҙмалар - һәммәһе лә бер батырлыҡ хаҡында! Әлбиттә, күренекле журналист, республика Хәрби-дан музейы хеҙмәткәре Фәрит ағай Вәхитовтың ихлас фатихаһын алғас, исеме йырҙарға һалынған башҡорт разведчицаһының геройлығын "Киске Өфө" уҡыусыларына тулыраҡ, анығыраҡ еткерергә килештек. Рәхмәт инде түбәндә мәҡәләләре биреләсәк авторҙарға, мәшһүр "Катюша"ның башҡортса вариантын йырлап үҫкән замандаштарға.
Ә ул бүтән Зоя ине...
Төпкөл башҡорт ауылынан сыҡҡан, өйҙә лә, мәктәптә лә, фронтта ла Зоя тип йөрөтөлгән Зәйтүнә исемле ҡыҙға (шуға беҙ ҙә уны Зоя тип алдыҡ) ғазаплы үлем кисергәндә егерме йәш була. Әммә уның батырлығы тураһында гәзиттәрҙә яҙылмай - тиҫтә йылдар буйы уның тураһында белмәйҙәр. Әйткәндәй, ул хеҙмәт иткән батальонда тигеҙ булмаған алышта Зоя Әлбаеваның һәләк булыуын беләләр, әммә "хәбәрһеҙ юғалған", тип иғлан итеүҙе хуп күрәләр.
1942 йылдың 9 авгусы иртәһендә Сталинградтан 120 километрҙа ятҡан Садовый ауылына немец разведкаһының моторлаштырылған отряды бәреп инә. Был юлдың уртаһында урындағы топография Песчанка тип атаған бейеклек ята. Зоя Әлбаева дежур иткән күҙәтеү пункты ла ошонда урынлашҡан була. Немецтар, техникаларын ҡалдырып, йәйәүләп, бейеклеккә ҡарай китә. Атыштар яңғырай. Алыш башлана.
Көндәлек фронт эпизоды тип аталырҙай бәрелештә көстәрҙең күрәләтә тигеҙһеҙлеге күҙгә ташлана - баштан-аяҡ ҡоралланған фашистарға ҡаршы тышҡы күҙәтеү, хәбәр итеү һәм элемтә хеҙмәте (ВНОС) посында дежур итеүсе бер генә ҡыҙ ҡала. Бейеклек - уның берҙән-бер өҫтөнлөгө. Быны фашистар тиҙ арала һиҙеп ала һәм йәшеренеп ятырға мәжбүр була. Байтаҡ ваҡыт үткәндән һуң, тәҙрәһенән яңғыҙ атыу тауышы яңғыраған ышыҡлауысҡа тыл яғынан бер немец һалдаты яҡынлаша. Автоматтан атҡан тауыш яңғырай һәм тынып ҡала. Шул саҡта ғына гитлерсылар дошмандың кем икәнлеген аңлай. Һәләк булған ҡыҙ кәүҙәһе янында карабин ята, тирә-яҡҡа атылған гильзалар һибелгән, ә патрон ҡабында бары тик бер генә - һуңғы - патрон.
Бындай ентеклелек ҡайҙан, тип һорарһығыҙ. Тимәк, быны кемдер күргән һәм Зояның батырлығы тураһында башҡаларҙың белмәүе мөмкин түгел. Эйе, белгәндәр, тик тиҫтә йылдан һуң ғына. Ә батырлыҡ янында хаинлыҡ та булған...
Әйтелеүенсә, Зоя "хәбәрһеҙ юғалғандар" исемлегендә. Башҡортостанға, Зояның ғаиләһе - әсәһе һәм апаһы (атаһы һуғышҡа киткән) йәшәгән 12-се совхозға Лида Стахеева үҙ белдеге менән яҙған "похоронка" килә. Бына ул хат:
"Һаумыһығыҙ, Зояның хөрмәтле әсәһе! Һеҙҙе минең борсоғом килмәй, әммә командованиеның Зояның үлеме тураһында хәбәр итеү-итмәүе миңә билдәле түгел. Әлбиттә, был бик ауыр хәл, беҙ барыбыҙ ҙа ныҡ ҡайғырҙыҡ, әммә тәҡдир шулай ҡушҡас, бер ни ҙә эшләп булмай. 1942 йылдың 9 авгусы иртәһендә ул сменаға баҫты, сәғәт 11-ҙә хәрби посында һәләк булды. Минең хатымды алыу менән хәбәр итегеҙ. Әлегә һау булығыҙ. Сәләм менән Стахеева Лида".
"Командованиеның Зояның үлеме тураһында хәбәр итеү-итмәүе миңә билдәле түгел" тигән һөйләмгә иғтибар иттегеҙме? Юҡ, хәбәр итмәгәндәр. Ҡәҙимге элемтәсегә Зояның үлгән көнө һәм хатта сәғәте лә билдәле булғанда, ни өсөн командованиеға был билдәле түгел? Унан да бигерәк, ныҡ һуңлап асыҡланыуынса, күрше постағы ҡыҙҙар Зоя менән бәйләнеш тотҡан һәм һуңғы һулышҡа тиклем уның тауышын ишеткән. Байтаҡ йылдарҙан һуң Садовый ауылындағы 2-се мәктәптең эҙәрмәндәр отряды тикшереүҙәр башлағас, урындағы гәзиттә бына нимә яҙып сығыла:
"Яҡынлашып килгән немец мотоциклистарын күргәс, Зоя, тейеш булғанса, был хаҡта ротаға хәбәр итә, элемтә линияһы буйынса фашист самолетының осоп үтеүе тураһында белдермә ебәрә һәм: "Ут асам", - ти. Карабиндан атыу һәм автоматтың яуап тауыштары ишетелә. Һәм тағы Зояның тауышы: "Хушығыҙ, ҡыҙҙар, Ватаным өсөн үләм".
Садовый ауылындағы күҙәтеү посы начальнигы Л. Лесинға һәм батальон командиры В. Бейлихисҡа ошо хаҡта еткермәүҙәре мөмкинме? Әлбиттә, мөмкин түгел. Әммә ни өсөндөр элекке комбатҡа эште "Зояның үлеменә шаһиттар һәм күреүселәр булманы" тип күрһәтергә кәрәк булған. Элекке пост начальнигы А. Лесин, күңелһеҙ һорауҙарға яуап бирергә тура килгәс, бөтөнләй башҡаса һөйләй: "Ул иртәлә вахтанан бушаған ҡыҙҙар менән колхозға аҙыҡ-түлек алырға киттек, әммә атышты ишеткәс, кире боролдоҡ. Хәл-ваҡиғаның ҡатмарлылығын күреп, мин был эшкә ҡыҫылмаҫҡа ҡарар иттем һәм ут асмаҫҡа тигән команда бирҙем. Һалдаттар менән посҡа барып еткәс (немец разведчиктары сығып киткәс. - Л. А.), окоп янында Әлбаеваның кәүҙәһе ятҡанын күрҙек... Элемтә тергеҙелгәс, барыһы тураһында ла взвод командирына хәбәр иттем. Ул фельдшер килгәнсе (?!) мәйетте ергә күммәҫкә, посты бөтөрөргә һәм кис еткәс, үҙенә табан хәрәкәт итергә бойорҙо".
Ҡайҙа бында дөрөҫлөк, ҡайҙа алдаҡ? Бер ниндәй ҙә "фельдшер" килмәгән - уның кәрәге лә юҡ. Ә Зояны ерләргә урындағы ҡатын-ҡыҙҙар балалары менән ҡомло асыҡлыҡҡа күмәкләп килгән. Батырҙарса һәләк булған Зояны "хәбәрһеҙ юғалғандар" исемлегенә индерергә кемдең башына еткән? Хәлде асыҡлау өсөн ваҡиға булған мөхитте иҫкә төшөрәм. 1942 йылдың йәйенә ул ҡырҡа ҡатмарлашҡан. Бына нимә тип хәбәр итә элекке комбат В. Бейлихис: "Немец ғәскәрҙәре, Тихорецк - Сталинград тимер юлы буйлап ҙур көстәр менән хәрәкәт итеп, беҙҙең 3-сө рота торған Зимовники станцияһына һуғыш менән килеп етте һәм уға сигенергә приказ бирелде. 11 июлдә батальон штабы (уға ла сигенергә приказ бирелде) торған Элиста алынды. 36-сы күҙәтеү пункты булған 2-се һәм 4-се роталар айырым күрһәтмә бирелгәнсе ҡалдырылды. Сталинградтың һауаға ҡаршы оборонаһы күҙһеҙ һәм ҡолаҡһыҙ ҡала алмай ине".
Үлемгә кемдең ҡалдырылғанын бойороҡ биреүселәр белә инеме икән? Зоя Әлбаева хеҙмәт иткән "ҡатын-ҡыҙҙар батальоны" ҡарамағына ҡалдырылған 36-сы пост һауаға ҡаршы оборонаның "күҙе" һәм "ҡолағы" булған.
Ә хәҙер ошо һорауға әйләнеп ҡайтайыҡ: Зояның белдермәһен алып та һәм уның тиңһеҙ алышта һәләк булыуына тамам ышанғандан һуң да командирҙарҙың был хаҡта өндәшмәүҙе хуп күреүен ни менән аңлатырға? Бәлки, бында дошман постарының баҫып инеүенән ҡурҡып йәшеренгәндәрҙер? Геройҙарса һәләк булған ҡыҙҙы лайыҡлы ерләргә ваҡыттары булмағандыр һәм уның артабанғы яҙмышы тураһында уйланып торғансы, уны хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләүе еңелерәк булғандыр?
Был фараздың дөрөҫлөгөн аҙаҡтан Садовый ауылында элемтәсе ҡыҙҙар һәм уларҙың етәкселәре менән күрше йәшәгән Матрена Федоровна Колганова һәм уның улы Иван Данилович раҫланы. Ул саҡта малай ғына булған Иван, һуғыш баҫылғас, башҡа бала-саға менән бейеклеккә күтәрелгән һәм улар һәләк булған ҡыҙҙы күреп күмгән. Улар бына нимә һөйләгән: "Немец разведкаһы ауылға килеп ингәс, отряд командиры бинаны ҡалдырып сығырға һәм ышыҡлауыс ҡороу буйынса сара күрергә бойороҡ бирҙе. Үҙ посынан Зоя ғына китмәне һәм тиң булмаған алышты үҙенә алды. Немецтар киткәс, беҙҙекеләр йыйылды. Улар бик ашыға ине. Кәрәк-яраҡтарын арлы-бирле ҡапсыҡтарға тултырҙылар ҙа, ҡараңғы төшөү менән ылауға тейәлеп, Садовый ауылынан сығып киттеләр. Етмәһә, уларҙың командиры, формаһын сисеп, ҡатын-ҡыҙ күлдәге кейеп алды".
"Ни өсөн Зояны оноттолар?" тигән һорауға яуап шундай. Бик ҡабаланғандар, Зояның ҡаһарманлығы тураһында уйларға ваҡыттары булмаған. Ә уны халыҡҡа еткереүҙең мәғәнәһе юҡ, юғиһә, шунда уҡ уларҙың "фронттағы хәлдә" ҡатнашыуҙары тураһында һорау тыуыр ине.
Бәхеткә күрә, барыһының да намыҫы "йоҡомһорамаған" икән. Шул уҡ Лида Стахеева, башҡа элемтәселәр кеүек үк, нимә булғанын асыҡларға тырыша. 1968 йылдан һуң ғына даимиға әйләнгән һәр осрашыуҙа батыр әхирәттәрҙе мотлаҡ иҫкә алалар. Бары тик бер кеше, частың шоферы, һуғыштан һуң Элистала тимерсе булып эшләгән Илья Семенович Погорелов олоғайғас ҡына (тыныс күңел менән үлер өсөн), дөрөҫлөк эҙләп, Садовый ауылына китә. Урындағы мәктәп эҙәрмәндәре, ниһайәт, эҙләнеү алып барыуға этәргес ала. Дөрөҫлөктө йәшерергә теләмәүселәрҙең күрһәтмәләре иҫ киткес ҙур әһәмиәткә эйә була. Тиҫтәләрсә йылдар үткәс кенә командирҙарҙың арамъялы хәтерҙәре арҡаһында онотолоуға дусар булған батыр ҡыҙҙың ҡаһарманлығы тураһындағы дөрөҫлөк тергеҙелә. Ҡомло тауға, Зояның һуңғы бейеклегенә алып барған Садовый ауылы ситендәге урам уның исемен йөрөтә. Зояның окоп ҡомо менән күмелгән мәйете Бөйөк Ватан һуғышы мемориалына күсерелә. Ваҡыт үтеү менән һарғайып бөткән фотографияла донъяға таныш булмаған героиняның ни тиклем саф һәм гүзәл икәнлеге сағыла.
Л. Әлимамедова.
("Труд" гәзитенән, 2004 йыл).
Зоя Әлибаева билдәһеҙ герой түгел
"Ә ул бүтән Зоя ине" исемле мәҡәләне ("Башҡортостан", 2004 йыл, 17 ноябрь) уҡығас, ни өсөн Зоя-Зәйтүнә беҙгә өр-яңы сифатта тәҡдим ителә икән, тип аптырап ҡалдым.
Зәйтүнә Әлбаеваның исеме эҙләнеүҙәрем һөҙөмтәһендә миңә бынан егерме йыл самаһы элегерәк билдәле булды. Миңә уның фронттан яҙған хаттары һәм уларға аңлатма ебәрелгәйне. Был хәбәр Стәрлетамаҡ ҡала тарих, тыуған төйәкте өйрәнеү музейынан алынды. Бының менән сикләнмәй, 2004 йылдың апрелендә был музейҙа шәхсән булдым һәм ҡаһарман яҡташыбыҙҙың махсус "дело"һы менән танышып, үҙем кәрәк тип тапҡан мәғлүмәттәрҙе күсереп яҙып алдым.
Әлбаевтар элекке Маҡар районынан икәнлеге аңлашыла. Ғаилә Стәрлетамаҡ эргәһендәге совхозда төпләнеп йәшәгән. Зәйтүнәнән ҡала тағы ике ҡыҙ булған. Уларҙың апаруҡ урыҫлашып бөткәнлеге хаттарҙан күренә. Зоя-Зәйтүнәнең хаттары ла фәҡәт урыҫ телендә. Фамилияһы ла шуға үҙгәреш кисергәндер.
Улар йәшәгән урындың, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эҙҙәре лә һаҡланмаған. Белеүселәр ҙә юҡ. Зоя-Зәйтүнәнең хаттарын музейға тапшырыу ошо хаҡта һөйләй. Тимәк, уның һеңлеләре тыуған-үҫкән төбәкте ташлап киткән, тигән һүҙ. Ҡыҙ баланың ризығы ҡайҙарға тартҡанын самалап та булмай шул. Тағы шуныһы: кеше ғаилә архивын ирекле көндән архивҡа йәки музейға тапшырмай. Ҡасан да булһа бер кәрәге тейер, ҡулланылышы табылыр тигән ышаныста эшләнгән был эш.
Зоя-Зәйтүнә 1922 йылда тыуған. 1942 йылдың яҙында Башҡортостан ҡыҙҙарынан торған беренсе эшелон составында һуғышҡа үҙ теләге менән киткән. Мәғлүм булыуынса, беҙҙең һылыуҙар Сталинград фронтына ебәрелгән. Бында килгәс, улар элемтәсе, приборсы, медицина хеҙмәткәре һ.б. вазифаларҙа ир-егеттәрҙе алыштыра. Әлбаева иһә тышҡы күҙәтеү, хәбәр итеү һәм элемтә (ВНОС) посында дежур була.
Фажиғә 1942 йылдың 9 авгусында була. Башта ук шуныһы ризаһыҙлыҡ һәм аңлашылмаусанлыҡ тыуҙыра: пост командиры башҡа яугирҙар менән аҙыҡ-түлек йүнәтеү маҡсатында ҡайҙалыр китә, поста ике ҡыҙ ҡалдыра. "Труд" гәзитендә "бер ҡыҙ" тиелгән, дөрөҫ түгел: Әлбаева менән Мурылева ҡала. Һуғышсан бурыс ауыр ҙа, еңел дә түгел, немец самолеттары килә башлау менән штабҡа хәбәр итергә кәрәк. Бер нисә аҙна эсендә эшкә күнегеп өлгөргән ҡыҙҙар, бер ни булмағандай, бурысты теүәл үтәй. Әммә фронтта хәл күҙ асып йомғансы тиерлек тиҙ үҙгәреүсән. Һис көтмәгәндә ауылға немец мотоциклсылары килеп тула һәм шундуҡ постағы ике ҡыҙҙы ҡамап ала. "Труд" гәзитендә яҙылғанса, немецтар атыш башламай. Тиле булһалар ҙа, аңлайҙар: күҙ алдында ике йәш ҡыҙ. Теләктәре - уларҙы ҡулға төшөрөү. Шул маҡсаттан фашистар посҡа яҡынлаша. Ошо минутта ҡыҙҙар кем уҙарҙан ут аса, немецтарҙың бер нисәһен атып йыға. Ләкин атыу оҫталыҡтары самалы булғандыр, немец посҡа үрмәләй башлай һәм Мурылеваны эләктереп ала. Оборона тотҡан Әлбаева, нисек кенә тырышмаһын, йыртҡыстарҙы ҡырып бөтөрә алмай. Уны ҡулға алам тип үрмәләгән бер һалдатты автоматы менән йыға һуға. Ләкин немецтарҙың түҙеме шартлай, һәм улар Әлбаеваға тоҫҡап атырға мәжбүр була.
Был тарихты йөрәк әрнеүе менән әсенеп яҙған "Труд" хәбәрсеһе хәрбиҙәрҙең һәләк булған Зояны ерләмәүе хаҡында дөрөҫ бәйән итә. Садовое ауылы халҡы батыр ҡыҙҙы әлеге пост урынлашҡан урында ер ҡуйынына тапшыра. Тиҫтәләрсә йыл ғүмер үткәс кенә ауыл Советы туғандар ҡәберлеге булдырыу тураһында ҡарар сығара. Ҡәберлеккә 3. Әлбаева ла ерләнә. Ауылды азат итеүҙә һәләк булған ватандаштарға 1972 йылда һәйкәл ҡуйыла. Унда 3. Р. Әлбаеваның да исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған.
Яҡташыбыҙҙың немец фашистарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлығы ауылдаштарҙы таң ҡалдыра. Ул йылдарҙа өлкәндәр ҙә, мәктәп балалары ла Зоя-Зәйтүнәнең исемен телдән төшөрмәй. Фажиғәне йәшереп ҡалдырырға тырышҡан рота һәм батальон командирҙарынан айырмалы, ауыл халҡы Әлбаеваның исеме, батырлығы һәм иҫтәлеге тураһында оло хәстәрлек күрә. Ауылдың Әлбаева һаҡлаған урамына һәм мәктәпкә уның исеме бирелгән, Әлбаева тураһында иҫтәлектәр туплана. Уларҙың бер өлөшө Стәрлетамаҡ музейында һаҡлана.
Әлбаеваның яҙмышы мине лә тәрән тулҡынландыра. Был турала "Аҡ аманат - һалдат хаттары" китабына ла ("Китап", 2000 йыл) индерелде. Стәрлетамаҡ ҡала гәзитендә мәҡәлә баҫылды. "Молодежная газета"ға ла биреп ҡарағайным, уңышһыҙлыҡҡа осраным. Мөхтәрәм мөхәррир, беҙ тиражды һаҡлауға булышырҙай яҙмаларҙы ғына баҫабыҙ, тип кире борғас, күңелем ныҡ ҡырылды. Әлбаева тураһында яҙмау мөмкинме? Ошо батырлыҡты уҡыған йәштәр гәзиттән йөҙ бороу кеүек насар хәлгә төшә алырмы?
Тағы шуныһы: комсомолка, ҡурҡыу белмәҫ хәрби ҡыҙ Зоя-Зәйтүнә Әлбаеваның яҙмышы рәссам, шағирҙар иғтибарынан да төшөп ҡалмаһын ине. Өфөлә һәм республикабыҙҙың башҡа район-ҡалаларында ла Зәйтүнә Әлбаева исеме менән аталыр урындар табылыр тигән өмөтөм дә бар минең.
Фәрит ВӘХИТОВ,
республика Хәрби дан музейы ғилми хеҙмәткәре.
("Башҡортостан" гәзитенең 2004 йылғы 7 декабрь һанынан).
Тарихсынан аңлатма
"Ә ул бүтән Зоя ине" тигән мәҡәләлә 12-се совхоз телгә алына. 1930 йылдың йәй башында ауылдаштарым, малдарын етәкләп, үҙҙәренең йәйләүенә - Әсе Яланға килеп етер алдынан уларҙы: "Был ерҙәр һеҙҙеке түгел, боролоп ҡайтып китегеҙ", - тип ҡораллы кешеләр туҡтата. Ошо йылда НКВД-ға ҡараған 12-се совхоз ойошторолған булған. Бында республиканың көнбайыш райондарынан, башҡа өлкәләрҙән репрессияланғандарҙы һөргөнгә килтергәндәр. Мин белгәндәрҙән Илеш, Саҡмағош тарафтарынан килеүселәр бар ине. Һәләүек йылғаһы башында, совхоздан үрҙәрәк, Әсе Яланда 10-сы холоҡ төҙәтеү колонияһы (ИТК) ойошторола. Әптек ауылы тирәһендә 4-се колония һәм 10-сы совхоз, Ямаш ауылы тирәһендә 11-се совхоз эшләй. Уны урыҫтар Рославль тип йөрөттө. Совхоздар һәм колониялар тимер юлдан алыҫта (иң яҡыны Раевка станцияһы ине) урынлашҡайны. Төрмә халҡы ҡыш урман ҡырҡып, яҙ Һәләүек йылғаһы буйлап уны Стәрлетамаҡҡа ағыҙҙы. Өс совхоз да ит етештереүгә махсуслаша.
Һуғыш алдынан Рәхмәтулла Әлибаев 12-се совхоз директоры вазифаһын башҡарҙы. Уның ҡыҙы Нәркәс (1930 йылғы) менән Этҡол мәктәбендә V класта бергә уҡыным. Нәркәс менән бергә Йыһания, Әнисә, Рәшит тигән уҡыусылар килә ине. Нәркәс - "Ә ул бүтән Зоя ине" тигән мәҡәлә геройы Зоя-Зәйтүнәнең бер туған һеңлеһе. Һуғышҡа тиклем Зәйтүнә Өфөлә сәнғәт училищеһында уҡый ине. Уҡыуҙы тамамланымы-юҡмы икәнлеген белмәйем. Һуғыштан әйләнеп ҡайтмағандарҙың исемлеге 22 томлыҡ "Хәтер" китабында бар. 21-се китапта: "Альбаева (Алибаева) Зайтуна Рахматулловна 1922 года рождения, уроженка Миякинского района, лейтенант. Пропала без вести в июле 1942 г.", - тип яҙылған. (Ҡарағыҙ: Память. Республика Башкортостан. Книга двадцать первая (дополнительная). Уфа. "Китап", 2000 г. С. 544).
1948 - 1949 йылдарҙа мин Х класта уҡығанда Әлибаевтар Маҡар районы үҙәге Петровск ауылында йәшәне. Ә Нәркәс һөт заводында лаборант булып эшләй ине. 1950 йылдың яҙында атаһының беҙҙең колхозда район уполномоченныйы булып йөрөгәнен хәтерләйем. Артабанғы яҙмыштарын белмәйем.
Ғәббәс ЯКУПОВ,
тарих фәндәре кандидаты.
* * *
Тарихҡа мәғлүм: ир-егеттәр менән бер ҡатарҙан ҡатын-ҡыҙҙары ла яуға баҫҡан ил-дәүләтте еңеү мөмкин түгел. Дошманға ҡаршы ҡаһармандарса ҡорал күтәреү славян ҡәүемдәренән - урыҫ, төркиҙәрҙән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас. Бөйөк Ватан һуғышында ла ошо ике милләттән гүзәл зат вәкилдәре иҫ киткес батырлыҡтар күрһәткәне билдәле. Миҫалға Борис Васильевтың (1924-2013) "Ә таңдар бында тып-тын" тигән пацифистик повесын ғына алайыҡ. Унда ла бит бер төркөм ҡыҙҙар фашистарҙың әзмәүерҙәй диверсанттары йыртҡыслығынан һәләк була. Был әҫәрҙе Ҡытай, Корея һ.б. көнсығыш илдәрендә лә яратып уҡыйҙар икән. Әҫәр буйынса төшөрөлгән фильмдар ҙа Халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә мәртәбәле приздар яулай. Үҙәк гәзиттәр ошо повесть нигеҙендә атаҡлы театрҙың балет постановкаһын сәхнәләштерергә әҙерләнеүен яҙа... Ә бит донъялар тыныс түгел. Әле тегендә, әле бында неофашистар, мәкерле террористар янъял ҡуптара, ҡыҫҡаһы, оло һуғыш уты дөрләмәҫ, тимә. Әйҙәгеҙ, уяу булайыҡ, илебеҙҙе, еребеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлайыҡ, милләт-ара, дәүләт-ара, ҡитға-ара татыу йәшәйек!
Сабир ШӘРИПОВ,
яҙыусы, Башҡортостандың
атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
КИРЕ СЫҒЫРҒА