Байрамыбыҙ уңайынан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың аш-һыу оҫталығын, донъя көтөү бөтмөрлөгөн, рух ныҡлығын да телгә алып үтке килде. Ошо сифаттарҙы сағылдырыу өсөн Белорет районы Шығай ауылы ағинәйҙәре - районда билдәле "Гөлнәзирә" халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Гөлдәр Ҡолбирҙина, ансамблдең алыштырғыһыҙ, иң әүҙем ағзаларының береһе Сәлимә Татлыбаева һәм Шығай ауылының мәҙәниәт йорто директоры Сәғирә Шәрәфетдинова менән ҡыҫҡа ғына әңгәмә ҡороп алдыҡ. Көнө-төнө халҡыбыҙ мәҙәниәтен үҫтерәйек, йолаларыбыҙҙы һаҡлайыҡ, ауылыбыҙҙың нигеҙен ҡороторға бирмәйек тип сапһалар ҙа, йорт мәшәҡәттәрен, ғаилә усағы һағында тороу юҫығындағы бурыстарын да иңдәренән төшөрмәй улар. Ошо уңған хужабикәләрҙең донъя көтөү серҙәрен тыңлағыҙ әле.
Сәғирә ШӘРӘФЕТДИНОВА:
"Үҙең етештергәнгә бер ни ҙә етмәй"
Ата-бабаларыбыҙ һәр саҡта ла ит ашап, ҡымыҙ, буҙа эсеп көн күргән, әлеге ваҡытта киң таралған ауырыуҙар тураһында ишетеп тә белмәгән. Бөгөн заманалар үҙгәрҙе, һатыу кәштәләрендә ниндәй генә ризыҡ юҡ. Беҙ ҙә ошоға тиклем магазинда һатылған ризыҡтарҙы бер ниндәй уй-шикһеҙ һатып ала инек. Уларҙың сифаты сәләмәтлек өсөн хәүеф тыуҙыра башлағас, ғаиләбеҙ менән үҙебеҙ үҫтергән продукцияға өҫтөнлөк бирә башланыҡ. Мал тотҡас, баҡса үҫтергәс, өҫтәлдән ҡаймаҡ, эремсек, ҡорот, йәшелсә өҙөлмәй. Үткән йәй помидорҙарым ишелеп уңды. Уны үҫтереүҙең үҙем генә белгән серҙәре лә бар хәҙер. Мәҫәлән, күптәр үҫентеләрҙе тура ултырта, ә мин уларҙы ергә йығып һалам, улар үҙҙәре турайып үҫә. Шулай уҡ бер ваҡытта ла помидорҙың артыҡ ян үрендеһен (пасынки) өҙмәйем. Үҫентеләр ныҡ, помидорҙары күп һәм сирһеҙ булһын өсөн уларға айыртылған һөт ҡоям. Үҫемлектәргә лә аҡһым кәрәктер, тигән уйҙан сығып эшләгәйнем быны. Һөт ҡоя башлағандан һуң нәҙек булып ултырған һабаҡтар бер аҙна эсендә йыуанайып, күҙгә күренеп нығынды. Ошо алымдар ярҙам итәмелер, әллә башҡа ғилләһе бармылыр инде, уңыш мул була.
Бөтә ашҡаҙан, эсәк сирҙәре консерваланған продукция ашағандан килә, тип һанағанға, күпләп үҫтерһәм дә, йәшелсәләрҙе маринадламайым, ҡышҡылыҡҡа салаттар ҙа әҙерләмәйем. Уларҙы яңы сағында, түтәлдән өҙөп ашауҙы хуп күрәбеҙ. Шул саҡта уның файҙаһы ла ҙурыраҡ, тәмлерәк тә була. Үҙебеҙҙән артҡанын туғандарға, дуҫтарға, күрше-күләнгә күстәнәс итеп таратам. Быйыл һис уйламағандан ғына ҡорот эшләүҙең еңел ысулын табып алдым. Ҡатыҡ ойоторға, тип, һөт ҡайнатырға ултыртҡайным. Донъя мәшәҡәттәренә күмелеп, был турала бөтөнләй онотҡанмын. Көнө буйы ҡыҙарғансы ҡайнаған һөттө ни эшләтергә белмәй, аптырап торҙом-торҙом да, ни булһа ла булыр, тип, ойотҡо ҡойоп ҡарарға булдым. Икенсе көнө асып ҡараһам, өҫтөнә һары һыуы айырылып, ҡәҙимге ҡорот килгән дә сыҡҡан. Айға яҡын әсетеп, ҡаҙан төбөнән китмәй ҡайнатҡан ҡороттан бер нәмәһе менән дә айырылмай, хатта тәмлерәк тә кеүек. Шуға күрә, хәҙер ҡоротто ошондай юл менән дә ҡайната башланым. Оҙаҡ һаҡлана, ҡыш буйы рәхәтләнеп тотонабыҙ.
Гөлдәр ҠОЛБИРҘИНА:
"Мал тотоуҙың бәҫен аңланыҡ..."
Бөгөнгө баҙар иҡтисады шарттарында шәхси хужалыҡ ауыл кешеһенең берҙән-бер йәшәү сығанағы. Сөнки мал ашата ла, кейендерә лә, йылыта ла. Ҡасандыр, "Ана, ҡала кешеһе йәшәй ҙәһә, исмаһам, мәшәҡәте әҙерәк булыр", тип, мал-тыуарын бөтөргәндәр ҙә яңынан мал үрсетеүгә тотондо һәм үҙе етештергән ризыҡтың хәләл дә, файҙалы ла булыуын аңланы. Составына нимә ҡушылғаны ла билдәһеҙ булған сит ил ризыҡтарынан бүгеп бөткән ауыл кешеһе бөгөн малын ҡәҙерләп, булғанын исраф итмәй, ризыҡ етештереп, артҡанын һатып, етеш донъя көтә. Шуға, беҙ ҙә ғаилә ҡороу менән иң тәү сиратта мал көтөргә ынтылдыҡ. Һөтө лә, эремсеге лә, ҡаймағы ла үҙебеҙҙеке.
Быйыл беҙ һуғымды ла матур итеп, боронғоса өмәләп ойошторҙоҡ. Тәғәйен көндө инселәгән малды "ҡулы еңел" кешенән шартына килтереп салдырҙыҡ. Ирҙәр, тиреһен һыҙырып, ҡорһағын асыуға өмәсе ҡатындар йәһәт кенә эсәк арытырға тотондо. Мин инде, хужабикә булараҡ, аш өлгөрттөм. Өмәселәр аш ашап алғас, йәһәт кенә мәкегә эсәк, үпкә-бауырҙы сайҡарға китте. Ҡайтҡас, үпкә бауырын, йөрәген үткәреп, тултырма тултырырға тотондоҡ. Бындай ысул ҡайһы берәүҙәргә ирмәгерәк тә күренер, әммә шәхсән миңә бик оҡшай. Һуйған көндө үк эшкәрткәнгәме, тултырма бик һутлы, тәмле килеп сыға. Ҡыҙыҡһынған уҡыусыларға тултырма әҙерләүҙең бер рецебын тәҡдим итәм: үпкә-бауырҙың тышсаһын һыҙырып, йөрәктең ҡанын сығарып, ит үткәргес аша үткәреп, һарымһаҡ, ҡара борос һәм башҡа тәмләткестәрҙе теләгәнсә һалабыҙ ҙа болғайбыҙ. Унан инде эслекте туҡ эсәккә (ас эсәккә түгел) тултырабыҙ. Иҫ киткес тәмле килеп сыға.
Ә инде эсәк-ҡарынды мин "оҙон ағайҙар" (ҡышҡы көндәр) килгән мәлдә тотоноп ҡалам. Уларҙан манты яһап, туңдырып ҡуям. Ҡабалан ваҡыттарҙа бешереп ебәрергә тәмле ризыҡ ҡул аҫтында була. Баш-тояғын да әрәм итмәй, "ҡалтырауыҡ" эшләйем. Артып ҡалған итте яҙғыһын быҡтырып, банкаларға тултырабыҙ.
Һәр ауылда һуғым һуйышҡан кешеләрҙе ашҡа саҡырыу ғәҙәте бар һәм ул әлегәсә матур йола булып һаҡланып ҡалған. Һуғым ашын кемдер шул уҡ көндә, икенсеһе һуңғараҡ ауыҙ иттерә. Ашҡа мотлаҡ туған-тыумаса, һуғым һуйышҡан кешеләр, күрше-күлән саҡырыла. Аш алдынан табынға тултырма, ҡаҙы ризыҡтарын ҡуябыҙ. Шунан инде итте теүәл өлөштәргә бүлеп, өлөш ашатыуға тотонаһың. Шаяныраҡтар иткә еп бәйләп, эргәһендәге кешегә һоғондора. Өлөш һоғона алмаған кеше үпкәләмәй, сөнки йолаһы шулай. Ҡунаҡтар аш ашап, ҡоротлап һурпа эсеп, һуғымға бәрәкәт теләп хуш итә. Беҙҙең яҡта салыусы кешене айырыуса ризалатырға тырышалар: салыу һөйәген бирәләр, күлдәк кейҙерәләр. Бына шулай, һуғым һуйыу өмәләре, ашҡа саҡырышыу - халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығын күрһәткән, ризығын тәғәм иттереп, уға бәрәкәт теләүгә ҡайтып ҡалған матур йолаларҙың береһе ул. Ялҡау булмаған кешеләр ошондай йолалар атҡарып, ауылда ла мул, етеш йәшәй. Елкәһе ҡалын, ҡулы эш белгәндәр ас ултырмай бөгөн. Ҡайһы берәүҙәр ҡышын да, йәйен дә һуғым һуя. Был иһә, үҙ продукцияңды етештереп, сәләмәт йәшәүгә ынтылыуҙы ла күрһәтә.
Сәлимә ТАТЛЫБАЕВА:
"Хәләл тирең мәнфәғәтеңә яҙһын..."
Һыйыр малы көтһәк тә, 1979 йылдан алып бөгөнгәсә иптәшем менән һуғымға йылҡы малы салабыҙ. Йылҡы ите - башҡорттарҙың иң яратҡан ризығы. Уны ашаған кеше һыуыҡҡа бирешмәй, өшөмәй. Организм да был итте тиҙерәк үҙләштерә, ҡан баҫымы ауырыуҙары, холестерин булмай. Һуғымлыҡ һатып алыуҙы ла, мал һуйыуҙы ла боронғо йолаға таянып башҡарабыҙ. Хужаға күстәнәстәр, бүләктәр бирәбеҙ. Хаҡын түләгәндә: "Көткән малың, түккән хәләл тирең мәнфәғәтеңә яҙһын", - тип теләйбеҙ.
Бөгөн күптәр, мәшәҡәтенән ҡурҡып, эсәк-ҡарталарҙы эшкәртә һалып бармай. Белеп тотонғанда, бынамын тигән, экологик яҡтан таҙа ризыҡ килеп сыға. Мәҫәлән, ҡаҙылыҡты яратмаған кеше бик һирәктер бөгөн, һатып алам тиһәң, хаҡы ла ҡиммәт кенә. Ә бына ҡулы эш белгәндәр рәхәтләнеп файҙалы ла, шифалы ла ризыҡ ашай. Ҡаҙылыҡ эшләү өсөн башта эсәктәрҙе ике тапҡыр ҡарҙа тапап йыуып алабыҙ. Шунан ҡабырғаға ҡушылып үҫкән итте эсәккә һыймалы итеп, оҙонсалап киҫәбеҙ ҙә, ҙур табаҡҡа һалып, өҫтөнә тоҙ, борсаҡлы боросто төйөп һибәбеҙ, ит турағыстан күп итеп һарымһаҡ үткәреп, барыһын бергә яҡшы итеп болғағас, ярты сәғәткә йылы урынға ҡуйып тораһың. Ит әҙер булғас, уны бер яҡ осо бәйләнгән эсәккә тултырып, икенсе яҡ осон да бәйләп, әҙер ҡаҙылыҡтарҙы һыуытҡысҡа һалаһың. Әгәр үҙ тәме менән ятһын тиһәгеҙ, ағас йәшниккә ҡар тултырып, ҡаҙылыҡтарҙы шунда ҡар менән аралаштырып һалырға кәрәк, борон шулай иткәндәр. Ҡаҙылыҡты сәғәт, сәғәт ярым бешереп, һыуытҡыста туңдыраһың. Шунан нәҙек кенә итеп телеп ашайһың. Ҡапыл ҡунаҡ килеп инһә лә ризығың әҙер.
Һуғым һуйып та бишбармаҡ бешермәү мөмкин түгел. Шәхсән үҙем һуғым ашына саҡырғанда мотлаҡ ошо ризыҡты бешерәм. Йылҡы итенән ул бигерәк тә тәмле була. Итте ҡайнап торған һыуға һалам. Был осраҡта һурпа тәмле, матур була. Ҡайнап сыҡҡас, тоҙ һалына, бешеп сыҡҡас, итте берәр ҡабым ҙурлығында турап, ситкә ҡуйып тораһың. Һурпа өҫтөнән һөҙлөк майын ипләп кенә һөҙөп алаһың һәм уға ике-өс баш һуған турап һалаһың. Һурпаның ярты өлөшөн һөҙөп, йылы урынға ҡуяһың. Ҡалған өлөшөн ҡайнатып, ҡырҡып әҙерләнгән һалманы төшөрәһең. Мин, ғәҙәттә, 10 кешегә әҙерләү өсөн 4 йомортҡаға он, һыу ҡушып, ете йәйем һалма йәйеп, киптереп ҡырҡып алам. Баймаҡ яғында һалманы бәләкәй генә квадрат итеп ҡырҡһалар, беҙҙең яҡта уның оҙонсалап ҡырҡылғанын үҙ итәләр. Һурпалағы һалма өҫкә ҡалҡып сыҡһа, бишбармаҡ әҙер, тигәнде аңлата. Ҙур ҡоштабаҡҡа һалманы һөҙөп алып, янына туралған ит һалып, өҫтөнә һөҙлөктө ҡояһың. Һуңынан ҡоротлап һурпа бирәбеҙ.
Шулай итеп...
Бына ошолай, ауыл тормошона ла йән өрөп, үҙ донъяларында ла ырыҫ, ҡот арттырып йәшәй беҙҙең "Ағинәй" тигән дәрәжәне күтәргән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ. Белоретта ғына түгел, Баймаҡта ла, Әбйәлилдә лә, Учалыла, Хәйбуллала, Йылайырҙа, Ейәнсурала, Күгәрсендә лә ошондайҙар улар, тиер инек... Һәр райондың ғына түгел, һәр ҡатын-ҡыҙҙың барыбер ҙә үҙ оҫталыҡ сере, донъя көтөү маһирлығы бар. Әммә маҡсаттар бер: милләт бәҫен күтәреү, уның йолаларын күҙ ҡараһылай һаҡлау һәм киләһе быуындарға тапшырыу.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА