Кеше тормошонда юморҙың мөһим урын алып тороуы тураһында һәр заман зыялылары иҫкәртә. Донъяға юмор күҙлегенән бағыусылар бәхетлерәк, тип тә әйтәләр. Ә бына билдәле америка яҙыусыһы Марк Твен, юмор - фекер механизмын эшләтеп ебәреүсе, тип иҫәпләгән. Тимәк, көлә-шаяра белгән кешеләр тормошта барған төрлө хәл-ваҡиғаларҙы айыҡ аҡыл менән ҡабул итә, анализлай белә, негативтарға бик бирешеп бара һалмай. Тәжрибәле, оло кешеләр шулай. Ә балаларҙы, йәштәрҙе тормошҡа юмор күҙлегенән ҡарарға нисек өйрәтергә һуң? Баш ҡалала бынан ун дүрт йыл элек ойошторолған "Шаяниум" шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсы тап ошо маҡсатты күҙҙә тота ла инде: балалар тормоштоң төрлө күренештәренә ҡарата үҙ туған телендә, юмор аша мөнәсәбәтен белдерһен, баһа бирһен. Һәм маҡсатҡа өлгәшелә лә. Быйылғы миҙгелдең финал уйынынан алған тәьҫораттар шул хаҡта һөйләй.
"Шаяниум" шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсының район этабында бөтәһе 44 команда ҡатнашҡан, шуларҙың 22-һе ҡала кимәленә сыҡҡан. Финал уйынында түбәндәге иң шәп ете команда көс һынашты: 48-се башҡорт лицейының "Сәтәкәй", 122-се башҡорт гимназияһының "Ша-шу-ша", 120-се башҡорт гимназияһының "Етегән+1", Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының "XX централ", М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының "Кендектәр", Республика башҡорт лицей-интернатының "Башҡорттар.RU" һәм 159-сы мәктәптең "Хыялый-зыялыйҙар" командалары. Быйыл квнсылар алдына "Әйткән һүҙ - атҡан уҡ" мәҡәленең айышына төшөндөргән көләмәстәр әҙерләү бурысы ҡуйылғайны. Конкурстың тәүге "Фристайл" өлөшөндә "Хыялый-зыялыйҙар" бик тапҡыр көләмәстәр менән алдырҙы. Был команданың составында төрлө милләт вәкилдәре уйнай. Әйтергә кәрәк, улар башҡа командаларҙан һис тә ҡалышмай, телдәре телгә йоҡмай, башҡортса мәҙәктәр һөйләп, залды геү килтереп көлдөрөп алды. Рәсәйҙә һәм республикала Рәсәй киноһы йылы үткәрелеүгә арналған уйында кино сәнғәте тураһында шаяртыу мотлаҡ ине. Ошо юҫыҡтағы көләмәстәр араһында "Хыялый-зыялыйҙар"ҙың "Дарт Вейдер ауылда" миниатюраһы иң оригиналь һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды. Күҙ алдына килтерегеҙ, донъяға билдәле "Звездные войны" фильмының төп геройы ауыл халҡына көндәлек эштәрендә ярҙам итеп йөрөй. Малға бесән ташлау, һыйыр һауыу Дарт өсөн бер ни тормай, ул барыһын да "һә" тигәнсе башҡарып ҡуя. Шулай ҙа: "Дарт улым, һарыҡтың йөнөн ҡырҡ әле", - тигән үтенескә герой ҡылысын тартып сығарғас, зал шикләнеп ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә, һарыҡтан шешлек бешерергә ҡарар ителде. Бының менән уҡыусылар нимә әйтергә теләгәндер, әммә тамашасылар аныҡ аңланы: ялҡауланып үҙ тапҡырыңдағы эште төрлө сит ил геройҙарына япһарып ултырыу яҡшылыҡҡа килтермәй. Бөтә эштәрҙе лә үҙебеҙ башҡарайыҡ, инвесторҙар һәм ярҙам көтөп ултырмайыҡ, тигән кинәйә һалынған төҫлө килеп сыҡты.
Ғөмүмән, беҙҙең уҡыусылар ололар күҙенә салынмаған төрлө етешһеҙлектәрҙе лә элеп алып, көлкөгә әйләндерә һалып ҡуйырға оҫта булып сыҡты. "Етегән+1" командаһы ауылдарҙа үткән Ҡөрьән аштарында ололарҙың үҙҙәрен нисек тотоуынан бик урынлы көлдө. Әлбиттә, шаян балалар себендән фил яһарға ла күп һорап тормай. Шулай ҙа, йәш быуындың тәрбиәһеҙлеге, тәртипһеҙлеге тураһында һүҙ йөрөтөр алдынан, үҙ ҡылыҡтарыбыҙға ситтән күҙ һалыу ҡамасау итмәҫ. Балалар бит һәр ваҡыт нимә күрә, шуны ҡабатлай.
"Кендектәр" командаһының көлкө муҡсаһындағы көләмәстәр баш ҡалала үткән ШОС һәм БРИКС саммиттарына, Баймаҡ менән Әбйәлил райондары халыҡтарының менталитетына арналды. Бик оҙаҡ көлә торғас, хәҙер былар өйҙәренә туҡмалмай ғына ҡайтып етә алырмы, тип ҡайғыра башланы тамашасылар. "Кендектәр"ҙе тик уйын аҙағында: "Әбйәлилдәрҙән һәм баймаҡтарҙан көлмәйбеҙ, ә Урал аръяғын үҫтереү программаһы өсөн тырышабыҙ", - тигән һүҙҙәре генә ҡотҡарып ҡалды, ахыры.
Быйылғы "Шаяниум" шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсының иң мауыҡтырғыс "Видеояҙманы йәнләндереү" тип аталған өлөшөндә командалар совет киноларындағы, билдәле сит ил фильмдарындағы геройҙар булып "һөйләште". Был идеяның уңышлы килеп сығырына шик тыуып ҡуйғайны ҡуйыуын. Әммә юҡҡа хафаланғанбыҙ, уҡыусылар һәр мәлдә алтын урталыҡ һаҡланы, йәнле диалогтар аша ҡыҙыҡлы сюжеттар тыуҙырҙы. Видеояҙмалар фәһемле лә булып сыҡты. Мәҫәлән, "Ша-шу-ша" командаһы мотлаҡ башҡортса гәзит-журналдар уҡырға кәңәш итһә, "Башҡорттар.RU" квнсыларының сығышынан һуң тамашасылар ҡымыҙ һәм айран- ул башҡорт халҡының милли эсемлеге булыуын аңына һалып ҡуйҙы.
Конкурстың һуңғы этабы "Музыкаль номер" тип аталды. Ул йәш квнсыларҙың йыр-моңға маһирлығын, актерлыҡ һәләттәрен һынап ҡарау ниәтендә үткәрелә. "Етегән+1" командаһы йәш йырсы Ринат Ниғмәтуллиндың популяр йырын үҙгәртеп, "Һыйырҙы нисек һауырға бер кем дә өйрәтмәй, Ҡайҙан еленен табырға, бер кем дә күрһәтмәй", - тип яңғыратты. Был ҡала балаларын ауыл тормошо менән таныштырыу ниәтендә бөгөн бер ниндәй ҙә программалар ҡаралмауына, саралар үткәрелмәүенә ишара булды. Ярай әле беҙҙең балалар йәйге каникулда ауылға олатай-өләсәйҙәренә ҡайтып йөрөй. Шундай оҙайлы ял көндәре нисек үтеүе тураһында "XX централ" командаһы бәйән итте. Ғөмүмән, мәктәптәрҙә баш-ҡорт телен уҡытыу мәсьәләләре лә, уҡытыусыларҙың ауыр хеҙмәте, оптималләштереү күренештәре, республикалағы социаль-иҡтисади һәм сәйәси мәсьәләләр ҙә квнсыларҙың юмор объектына әйләнде.
"Шаяниум" шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсын тамаша ҡылыусы ололар - Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, хакимиәттең Йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Илнур Әминов, мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәм финалға сыҡҡан ете белем усағы директорҙары бик ҡәнәғәт ҡалды: баш ҡала мәктәптәрендәге туған башҡорт телендә белем алыусы балалар ҙа, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыусы башҡа милләт балалары ла "Шаяниум" конкурсы талаптарын үтәп, етди, фәһемле уйын ойоштороуға өлгәште. Улар был конкурс мәлендә үҙҙәрен сәхнәлә тоторға өйрәнде, яңы дуҫтар, фекерҙәштәр тапты, туған телдең матур яңғырашына өлгәште, күңелдәренә сәм ҡундырҙы.
ШУЛАЙ ИТЕП...
"Шаяниум" шаяндар һәм тапҡырҙар бәйгеһендә III урынға - "ХХ централ", II урынға - "Ша-шу-ша", I урынға - "Кендектәр" командалары лайыҡ булды. Гран-при был уйын миҙгеленең иң шәп квнсылары - "Башҡорттар.RU" командаһы егеттәренә тапшырылды. "Иң шәп ир-егет ролен башҡарыусы" һәм "Иң шәп ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыусы" номинацияларында "Етегән+1" командаһынан Айнур Шәрипов һәм "Сәтәкәй"ҙән Әлиә Мөхәмәтйәнова билдәләнде.
Сәриә ҒАРИПОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА