Йәмғиәтебеҙҙә һуңғы йылдарҙа барған үҙгәрештәр кеше аңына ғына түгел, тәбиғәткә лә кире йоғонто яһаны, күрәһең. Тәбиғәттең кинәт үҙгәреүе, яуым-төшөмдөң кәмеүе, йылдың ҡоро килеүе, йылға-күлдәрҙең һайығыуы һәм ҡороуы, урмандарҙың иҫәпһеҙ ҡырҡыу арҡаһында юҡҡа сыға барыуы, шул сәбәпле кейек-ҡоштарҙың кәмеүе уйлана, күрә белгән кешеләрҙе хафаға һалмай ҡалмайҙыр.
Беҙҙә һаман да тәбиғәткә яраҡлашып йәшәй белеү түгел, ә, киреһенсә, уны үҙебеҙгә буйоһондорорға тырышыу көслө. Шуның өсөн дә еребеҙҙең күп өлөшөндә төрлө стихиялы бәләләр тыуып ҡына тора. Ә бит уларҙың күбеһен булдырмау үҙебеҙҙән тороуын кешеләр аңлаһын ине лә һуң. Әммә әҙәм заты һәр ваҡыт үҙенә уңайлы булһын өсөн тырыша. Мәҫәлән, эсәр һыуҙың күпме исраф ителеүен күрәбеҙ. Ә бит һәр нәмәнең сиге бар. Ҡулланылған һыу махсус фильтрҙар аша үтеп, кире ергә ағыҙылһа - бер хәл, әммә ысынбарлыҡта улай түгел шул. Изге китабыбыҙ Ҡөрьән-Кәримдең Әл-Мөлөк сүрәһенең 30-сы аятында бына нимә тиелә: "Беләһегеҙме, һеҙҙең эсәр һыуығыҙ ергә бик тәрәнгә китһә, кем һеҙгә шишмә урғылтып сығарып бирер?" Тағы ла үҙебеҙҙең башҡорт халҡының булмышын һәм асылын билдәләгән "Урал батыр" эпосына мөрәжәғәт итһәк, унда Урал батыр халыҡҡа бына нимә ти: "Күлдең һыуын эсмәгеҙ, хараплыҡҡа төшмәгеҙ". Урал батыр халҡына ошо һүҙҙәрҙе васыят итеп ҡалдыра, сөнки аҡмаған, быуылған һыу төрлө паразиттар үрсер өсөн бик ҡулай. Ошо һыуҙы ҡулланып, үҙе белмәгән күпме ауырыуҙарға дусар була әҙәм балаһы. Күп сирҙәрҙең төп сәбәбе лә һыуҙан булыуын белгестәр ҙә раҫлай.
Йырҙарҙа йырланған һәм данланған, бер ҡараһаң, аҫау айғыр кеүек ярһыу, икенсе ҡараһаң, иркә кәләш кеүек йыуаш, наҙлы Һаҡмарымды быуғас, йылғабыҙ ныҡ һайыҡты, ләм баҫты, ҡото китте. Йылға ярын йәмләп үҫкән ҡамыш-томбойоҡтар юҡҡа сыҡты. Һандуғастар ҡунып һайрар талдар ҙа, йөҙйәшәр тирәктәр ҙә күпләп ҡорой башланы. Элек ат йөҙҙөргән тәрән ятыуҙар хәҙер тауыҡ кисмәле булып ҡына ҡалды. Йылға шул тиклем һайыҡты, хатта еңел машина менән дә бер ауырлыҡһыҙ үтергә була. Иң таҙа һыуҙы ғына үҙ иткән Ҡыҙыл китапҡа ингән бәрҙе балығы ла үрләмәҫ булды. Халыҡтың, килгән туристарҙың ғәмһеҙлеге арҡаһында яр буйҙары полиэтилен, шешә ярсыҡтары, консерва һауыттары кеүек ҡый-ғыпыр менән тулды. Былай барһаҡ, киләсәк быуындарыбыҙға, балаларыбыҙға ни ҡалыр? Улар алдында ни тип яуап бирербеҙ? Нимә тип аҡланырбыҙ? Иң аянысы, балаларыбыҙ ниндәй мөхиттә көн итер, донъя көтөр?
Ҡулды быуғас, уның аҫҡы өлөшө күгәреп, иҫһеҙләнгән кеүек, йылғаны ла быуғас, уның менән дә шул уҡ хәл килеп сыға түгелме ни? Һаҡмар быуылғас, йылға буйында кинәт яуым-төшөм үҙгәрҙе, ямғыр йылғанан көс алырға тейешле булһа, кәмегән, юҡ һыуҙан ҡалай ғына көс алһын инде. Яҙ көнө йылғалар ташырға тейеш тә бит, әммә Һаҡмар ҙа, Таналыҡ та элекке кеүек шаулап ташмай. Элекке кеүек боҙ киткәне лә һиҙелмәй. Ә ташҡын бөтә бысраҡты алып китә, йылғаның үҙәнен таҙалай. Ә беҙ ошо тәбиғи процесты боҙҙоҡ.
Йәнә бер һорау тыуа. Ярай, "Ташлы", "Хворостянка", "Матрай" һыуһаҡлағыстары кәрәктер ҙә, ләкин "Һаҡмар" ниндәй маҡсаттан сығып төҙөлдө икән? Әлбиттә, ҡасандыр миллиондар түгеп төҙөлгән быуаны асып ҡына был проблемаларҙы хәл итеп булмай. Бында системалы эш алып барыу кәрәк. Һәр хәлдә, был етди проблема менән ошо өлкәлә эшләүсе белгестәр шөғөлләнергә тейештер, шулай уҡ халыҡтың да быға битараф ҡалмауы кәрәктер. Тағы ла... Һаҡмар буйы ауылдарының күбеһендә малдар көтөлмәй, тырым-тырағай йөрөй. Шул арҡала йылға буйын йәмләр талдар ҙа, башҡа ағас-үҫентеләр ҙә ашалып бөттө. Ә бит ағас йылғаны ҡороуҙан һаҡлай. Ғөмүмән, тәбиғәттә һәр нәмә бер-береһе менән ныҡлы бәйләнгән. Колхоз-совхоз заманында меңәрләгән баш мал аҫыралһа ла, әлеге кеүек тәртипһеҙлек булмаған. Шуға күрә, мал көтөүҙәрен ойоштороу ҙа зарур. Үҙем иһә был мәсьәләләрҙе сисеү юлдарын түбәндәгеләрҙә күрәм:
- Һыу буйҙарына ағастар ултыртыуҙы тергеҙергә. Был эште яҙлы-көҙлө өмәләр ярҙамында башҡарырға була.
- Һыуҙың кимәлен тотоу өсөн Һаҡмарҙы туйындырған кесе йылғаларҙа бәләкәй быуалар (июндән сентябргә ҡәҙәр) эшләү кәрәк.
- Һаҡмар буйында мал йөрөтөүҙе (майҙан сентябргә тиклем) тыйыу мөһим.
- Һаҡмар яҙмышын, йылғаларҙың хәл-торошон үҙ эсенә аласаҡ программа эшләү һәм уға таянып эш алып барыу кәрәк.
- Әгәр ҙә ауылдарҙы бөтөрмәй һаҡлап ҡалабыҙ тип тырышабыҙ икән, йәйәү, атта, кәмәлә турист маршруттары ойошторорға була.
Әгәр ҙә күмәкләп тотонһаҡ, был мәсьәләләрҙе сисеү юлдарын табырбыҙ, тип ышанам. "Берҙәмектә - көс", ти халыҡ мәҡәле. Әлегә һуң булмаҫ борон барлыҡ белемебеҙҙе, көсөбөҙҙө егеп, был изге эште атҡарып сыға алыуыбыҙға иманым камил.
Буранбай АСҠАРОВ,
"Ғәлләм" мәсете имам-хатибы.
Хәйбулла районы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА