Октябрь революцияһына тиклем башҡорт халҡының яҙма теле булмаған, тип өйрәттеләр беҙҙе мәктәптә. Уҙған быуаттың 80-90-сы йылдарында ғына туған телебеҙҙең ғәжәп бай тарихлы булыуына, уның тамырҙары VI-VII быуаттарҙағы Орхон-Йәнәсәй яҙмаларына уҡ барып тоташыуына инандыҡ. Шәрҡиәтселәр фекеренсә, төркиҙәрҙең әҙәби теле 1300 йыл самаһы элек барлыҡҡа килгән, шул уҡ ваҡытта инглиз теле ни бары XVI быуатта формалашҡан.
Башҡорт әҙәби теленең тарихын өйрәнеүҙә арҙаҡлы ғалимдар Н. К. Дмитриев, Ж. Ғ. Кейекбаев, Р. Х. Халиҡова, Ә. Ғ. Бейешев, Т. М. Ғарипов, И. Ғ. Ишмөхәмәтов, Э. Ф. Ишбирҙин, Ә. М. Аҙнабаев, Ф. Ғ. Хисамитдинова һәм башҡаларҙың хеҙмәте айырыуса ҙур. Мәҫәлән, боронғо шәжәрәләрҙең тел-стиль үҙенсәлектәрен тикшереп, Рәйсә Хәлил ҡыҙы Халиҡова XVII-XVIII быуаттарҙа башҡорт теленең ғәмәлдә булыуын, эш ҡағыҙҙарында әүҙем ҡулланылыуын ышаныслы иҫбат итте.
Туған телебеҙҙең 1917 йылда ғына мөғжизә менән "һә" тигәнсә барлыҡҡа килмәгәнен, уның бай тарихы булыуын шул дәүерҙә Башҡорт Хөкүмәтен төҙөүгә һәм уны үҫтереүгә ҙур көс һалған башҡорт зыялылары ла яҡшы белгән. Башҡорт теленең торошо һәм уны артабан үҫтереү мәсьәләләре иң тәүҙә 1917 йылдың 8-20 декабрендә Ырымбур ҡалаһында үткән III Бөтөн башҡорт ойоштороу ҡоролтайында ҡарала. Бер ай үтеүгә, йәғни 1918 йылдың ғинуарында, башҡорт теле Бәләкәй Башҡортостандың рәсми теле итеп иғлан ителә. Автономия тураһындағы шартнамә проектына ярашлы, "эске автономиялы идаралыҡта һәм судта - башҡорт (төрки) теле, ә үҙәк властар һәм Рәсәйҙең башҡа автономиялы берәмектәре менән эш иткәндә рус теле рәсми тел булып тора. Үтенес хаттары, ялыуҙар, килешеүҙәр, иғландар һәм башҡа ҡағыҙҙарҙы рус йәки башҡорт телендә бирергә мөмкин".
Башревком ҡарары менән раҫланған Дәүләт телдәрен ғәмәлгә индереү тураһындағы шартнамәгә ярашлы, 1920 йылдың 24 мартында БАССР биләмәһендә башҡорт һәм рус телдәре дәүләт телдәре тип билдәләнә. Ә инде 1921 йылдың 1-4 июнендә үткән Советтарҙың II Бөтөн башҡорт съезы Башҡорт АССР-ы биләмәһендә башҡорт телен, рус теле менән бер ҡатар, тулы хоҡуҡлы дәүләт теле тип иғлан итә. Атап әйткәндә, унда шулай тип әйтелә: "Башҡорт ярлыларының дәүләт төҙөлөшөндә ҡатнашыуын еңеләйтеү маҡсатында, башҡорт телен рус теле менән бер кимәлдә дәүләт теле тип танырға. Уны мотлаҡ өйрәнеүҙе барлыҡ уҡыу һәм хәрби-уҡыу йорттарында ла индерергә. Был йәһәттән Халыҡ Мәғарифы Комиссариаты эшмәкәрлегенә айырым иғтибар йүнәлтеп, уға ярҙам итергә..."
1921 йылдың 6 июнендә Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы Рәйесе Шәһит Хоҙайбирҙин "Башҡорт телен рус теле менән бер рәттән БАССР-ҙың дәүләт теле тип иғлан итеү һәм телдәрҙе учреждениеларҙың эш башҡарыу өлкәһендә ҡулланыу тураһында"ғы Ҡарарға ҡул ҡуя. Был мөһим документ башҡорт теленең тотош республика биләмәһендә юғары статуста йәшәй башлауына ҙур этәргес яһай. Иң мөһиме, дәүләт ойошмаларының рәсми ҡағыҙҙар менән эш иткән хеҙмәткәрҙәрен башҡорт теленә өйрәтеү буйынса махсус курстар асыла, мәктәптәрҙә туған телде уҡытыуға иғтибар арта, китап нәшер итеү яйға һалына, яңы гәзит-журналдар донъя күрә. Йыйылыштарҙа, митингыларҙа, кәңәшмәләрҙә башҡортса сығыштар яңғырай башлай.
Был күренеш - башҡорт теленең яңы сифатҡа эйә булып, киң даирәгә таралыуы - ташҡын ваҡытында яҙғы һыуҙың йылға ярынан ашып, ашҡынып, әллә ҡайҙарға тиклем диңгеҙҙәй йәйелеүен хәтерләтә. Ошо тәүге көслө тулҡынды тыуҙырған Башҡорт Хөкүмәте ағзалары һәм зыялылар шул заманда иҫ киткес ҙур эш башҡарыуын баштарына һыйҙыра алдымы икән! Рәсәйҙә иң беренсе булып автономиялы республика төҙөүгә һәм башҡорт телен дәүләт кимәленә күтәреүгә өлгәшкән Әхмәтзәки Вәлиди, Харис Йомағолов, Шәһит Хоҙайбирҙин, Дауыт Юлтый кеүек ҡаһарман шәхестәргә (ә бит ул ир-егеттәргә ни бары 25-30 йәш самаһы булған!) халҡыбыҙ мәңге рәхмәтле булып ҡаласаҡ, әлбиттә.
Бер быуат самаһы элек башҡорт теле милләтебеҙ зыялылары тырышлығы менән бына шулай Башҡортостанда, тимәк, Рәсәйҙә рәсми тел булараҡ танылыу ала. Әммә уҙған быуаттың 50-80-се йылдарында уның статусы кесерәйеп ҡала, хатта бик күп башҡорт балалары туған телендә белем алыуҙан мәхрүм ителә. 1990 йылдың 11 октябрендә Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүе туған тел яҙмышына ыңғай йоғонто яһаны. 1999 йылда ғәмәлгә ингән "Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында"ғы Закон нигеҙендә башҡорт теле йәнә дәүләт теле булараҡ нығытып ҡуйылды. Шул ваҡыттан алып тел тураһындағы ҡануниәтте тормошҡа ашырыу буйынса байтаҡ эштәр атҡарылды: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағында "Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында"ғы Законды бойомға ашырыу буйынса комиссия төҙөлдө, уның топонимика һәм терминология буйынса ике хеҙмәте булдырылды, һәр ҡала һәм район хакимиәттәре ҡарамағында ошондай уҡ ойошмалар барлыҡҡа килде. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға иғтибар бирелә башланы, республика кимәлендә генә түгел, хатта ҡала-райондарҙа ла үҙаллы башҡортса гәзит һәм журналдар нәшер итеү юлға һалынды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт теленең беҙ һанап үткән даирәлә генә ҡулланылыуы уның йәшәү ҡеүәтен арттырыуға артыҡ булышлыҡ итмәй. Юҡҡа ғына ЮНЕСКО 2009 йылда башҡорт телен "Донъяның хәүеф аҫтында ҡалған телдәре атласы"на индермәгәндер. "Көсһөҙ" мөһөрө һуғылған туған телебеҙҙе нисек итеп юғалыуҙан ҡурсалап ҡалырға? Тел сәйәсәтендә иң беренсе беҙҙе бына ошо мәсьәлә борсорға тейеш. Башҡорт теле донъя телдәре араһында лайыҡлы урын алһын өсөн, беренсе сиратта, уның ҡулланыу даирәһен киңәйтергә кәрәк. Дөрөҫ, был хаҡта бик күп яҙабыҙ, һөйләйбеҙ, ләкин ыңғай үҙгәрешкә өлгәшә алмайбыҙ. Һуңғы йылдарҙа хатта шундай парадокс килеп сыҡты: башҡорт мәктәптәре һәм гимназиялары күбәйҙе, әммә саф башҡорт телендә аралашҡан уҡыусылар кәмене; башҡорт гәзит-журналдары ишәйҙе, ләкин уларҙы алдырып уҡыған ғаиләләрҙе "Ҡыҙыл китап"ҡа ғына индерергә ҡалды; һәр районда һәм ҡалала башҡорт ҡоролтайҙары төҙөлдө, тик йыйындар күп ерҙә... урыҫ телендә алып барыла. Ошо мәсьәләләрҙе күмәк көс менән хәл итмәһәк һәм башҡарма власть органдарында, исмаһам, рәсми ҡағыҙҙар менән эш иткәндә, башҡорт телен мотлаҡ ҡулланыуҙы ғәмәлгә ашырмаһаҡ, ЮНЕСКО-ның фараздары бер нисә тиҫтә йыл эсендә ғәмәлгә ашыуы ла ихтимал.
Хоҙайбирҙиндар, юлтыйҙар быуыны, үтә лә ауыр шарттарҙа башҡорт телен дәүләт бейеклегенә күтәреп, уны беҙгә изге мираҫ итеп ҡалдырған. Уларҙың васыятына тоғро ҡалып, туған телебеҙҙе ҡурсалау, үҫтереүҙе һәр башҡорт үҙ бурысы итеп ҡабул итһен ине. Туған телдең үҫеше башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ғына бәйле түгел, юғиһә, бәғзеләр шулай фекер йөрөтә. Тел яҙмышы - ул ил яҙмышы икәнен тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрәйек, йәмәғәт.
Н. БУЛАТОВ.
Иглин районы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА