27 майҙа "Евразия йөрәге" Халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә "Ҡурай-фест" ҡурай байрамы үтте. Салауат Юлаев майҙанындағы тәбиғи амфитеатрҙа йәйелдерелгән күркәм тамашала ул көндө киске сәғәт 7-нән төн уртаһына тиклем ҡурай моңо өҙөлмәне. Фестивалде ҡарарға 10 меңләп кеше килгән тинеләр.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был көндө ҡурай оркестрҙағы бихисап музыка ҡоралдары менән бер рәттән сығыш яһап, үҙенең юғары сәнғәт өлгөһө булыуын, сикһеҙ мөмкинлектәргә эйә икәнен раҫланы. Ҡурайсы егеттәребеҙ башҡорт ҡурайының ошо мөмкинлеген, дәрәжәһен күтәреп, халҡыбыҙ көйҙәрен генә түгел, сит милләт музыкаһын да уйнап ишеттерҙе, төрлө мәҙәниәттәрҙе ҡулға-ҡул тотондороп, тәбиғи амфитеатр яланы буйлап сәфәргә сығарҙы. Ул моң ошонда килгән һәр кемдең күңеленә үҙенсә юл ярҙы, үҙенсә ишек шаҡыны. Башлыса, оҡшаттылар. Төрлө милләт кешеләренең һәр сығыштан һуң ҡайнар алҡышлауы, берәүҙең дә амфитеатрҙы ташлап китмәүе шул хаҡта һөйләй. Бәлки, улар концерт финалына сығасаҡ виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашевты һәм уның "Ҡурайсы" ансамбле сығышын көткәндер? Булыуы бик мөмкин. Сөнки уны беләләр, таныйҙар, баһалайҙар. Ә Роберт ағай өмөттәрҙе аҡланы. Уның сығышы ҡурай моңон бөтөнләй аңламаған кешене лә тетрәндерерлек, күккә күтәрерлек булды. Афарин, Роберт ағай, мең йәшә! Фекерҙәребеҙҙе байрамды тамаша ҡылғандарҙың бер нисәүһе дауам итә:
Фидаил Уразаҡов, Өфө ҡалаһы: Был фестивалгә ғаиләбеҙ менән килдек. Халҡыбыҙҙың ошондай мәҙәни сараларының бөтөнөһөнә лә йөрөп өлгөрөргә тырышабыҙ. Сәнғәт солғанышында йәшәйбеҙ. Ҡурай моңона үлеп ғашиҡбыҙ. Ошондай байрамдарҙа халҡыбыҙҙың мәҙәни кимәлен күреп була. Әле бик һөйөнөп йөрөйөм: үҫәбеҙ, тим! Әлеге тамаша халыҡ-ара кимәлдәге башҡа концерттарҙан, фестивалдәрҙән бер ҙә кәм түгел! Мин үҙем Өфөлә уҡыным, бында бик күп ижади кешеләрҙе беләм. Үҙемде ижади мөхиткә яҡын кешеләр рәтенә индерә алам. Һөнәрем буйынса рәссаммын. Дөрөҫөрәге, рәссам булараҡ, түл йыям. Халҡыбыҙҙың ошондай күркәм сараларында күңел-ҡаҙнама моң тултырам. Күңелеңдә моң булмай тороп, ижадсы булып булмай бит ул: һынлы сәнғәттә лә, музыка сәнғәтендә лә, һүҙ сәнғәтендә лә.
Урал Ишбирҙин, Өфө ҡалаһы: Оҫта ҡулында ҡурай кеше менән йыһанды берләштерә торған үткәргескә әйләнә. Беҙҙең ҡурайсылар араһында ошо кимәлгә еткәндәр бар, шул ҡыуандыра. Роберт Юлдашев, мәҫәлән. Ул ҡайһы урында тороп ҡурай уйнай башламаһын, янына мотлаҡ халыҡ йыйылып китәсәк, иманым камил. Сит илдә булһынмы, беҙҙең илдәме - айырма юҡ... Әле бына бер тамашасы билендәге ҡурайын алып, беҙгә һыҙҙыртып күрһәтте. Әгәр ул Роберт һымаҡ аһәңләнеп, әҫәрләнеп, бөтөн йөрәген ҡушып уйнап ебәрһә, бар ғәм уның тирәләй йыйылып китер ҙә, тағы уйнауын һорарҙар ине. Ләкин ҡурайсылыҡ һәләте уйнаусының үҙенең генә йөрәген дөрләтеп, тоҡандырып ебәрергә етә икән, был да бик шәп!
Шулай итеп...
Нимә ул ҡурай, тигәндә, беҙ уны башҡорт халҡының музыка ҡоралы, тип күҙ алдына килтерәбеҙ. Шулай ҙа, төптән уйлап ҡараһаң, тарихты иҫкә төшөрһәң, уның билдәләнеше, ҡулланылышы тағы ла етдиерәк: ҡурай ул - күңел теле. Тел менән әйтеп, һүҙ менән аңлатып булмаған саҡтарҙа ир-аттар ҡурай менән үҙ уйын белдергән, күңел һыҙланыуын баҫҡан. Әлеге сарала ҡурайҙың үҙенсәлектәре, мөмкинлектәре бер аҙ асыҡлана төшһә лә, уның ысын урынын, тәғәйенләнешен асыҡларға кәрәктер әле. Бәлки, беҙҙең быуын да уны асыҡлап та өлгөрмәҫ. Балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ дауам итер был эште. Һәр хәлдә, минең өсөн ҡурай музыка ҡоралы ғына түгел...
Ҡурай байрамын Илгиз ИШБУЛАТОВ күҙәтте.
КИРЕ СЫҒЫРҒА