17 - 18 июнь баш ҡала тағы ла ҙур кәңәш майҙанына әүерелде - унда Рәсәй ҡалалары союзының иң яҡшы муниципаль тәжрибәләренең IV форумы үтте. Уның эшендә илебеҙҙең 68 ҡалаһынан, 45 муниципаль районынан, 48 субъекттан барлығы 40-тан ашыу кеше, шулай уҡ БДБ илдәренән, Ҡытай Халыҡ Республикаһынан, Көньяҡ Кореянан, Бөйөк Британиянан вәкилдәр ҡатнашып, уның статусын халыҡ-ара кимәлгә сығарҙы.
Рәсәй ҡалалары союзы бынан 25 йыл элек ойошторолоп, ошо ваҡыт арауығында урындағы үҙидаралыҡты үҫтереү менән шөғөлләнә. Бөгөн уның составында 91 муниципаль берәмек булһа, шуларҙың 69-ы - Рәсәй субъекттары үҙәге булып тора. Союздың төп бурысы - ағза-ҡалаларҙың ыңғай тәжрибәһен өйрәнеү, дөйөмләштереү һәм таратыу, мегаполистарҙың ыңғай имиджын булдырыу, илдең социаль-иҡтисади үҫешендә ҡалаларҙың ҡеүәтен файҙаланыу өсөн федераль органдарға ярҙам итеү. Быға тиклем бындай саралар Пенза, Грозный, Пермь ҡалаларында уҙғарылһа, эстафетаны быйыл Өфө ҡабул итте. Алға китеп шуны ла әйтергә кәрәк - беренсе тапҡыр Рәсәй ҡалалары союзының күсмә кубогы булдырылып, уны алдағы өс ҡала вәкиле бергәләп Башҡортостандың баш ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялаловҡа тапшырҙы.
Форумдың бай һәм йөкмәткеле тығыҙ программаһы фекер алышыуға ғына ҡайтып ҡалманы. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов белдереүенсә, йыйылыусыларҙы ҡоро һүҙ менән генә "һыйлап" булмай, улар - үҙ эштәренең оҫталары, практиктар, нисек кенә матур һөйләгәндә лә, ҡайҙа нимә ҡыйыш ятҡанын шунда уҡ күреп ҡалалар. Шуға ла 12 секция ултырышынан тыш, ҡунаҡтар 7 маршрут буйынса ҡаланың Торлаҡ-коммуналь хужалығы, төҙөлөш, мәҙәниәт, именлек һ.б. өлкәләре буйынса эшмәкәрлеге менән урындарҙа танышты һәм ҡәнәғәт ҡалды.
Бында шуны ла билдәләп китергә кәрәк: Өфө территорияһында 20-нән ашыу тәжрибә ҡулланыла һәм уларҙың бер нисәһе федераль кимәлдә юғары баһаға лайыҡ булып, башҡа төбәктәргә лә таратыуға тәҡдим ителгән. Ғөмүмән, форум - үҙенә күрә тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ла. Һәм ҡатнашыусылар бында Ирек Ишмөхәмәт улының бер фекере менән тулыһынса килеште: "Беҙ дәғүәселәр түгел, ә коллегалар. Барлыҡ яңы һәм ыңғай тәжрибәне бушлай, бүләк итеп ҡабул итергә әҙербеҙ". Ысынлап та, аҡыл ғына түгел, тәжрибә лә бүлешкәндән арта ғына.
Сара сиктәрендә былтыр көҙҙән Иң яҡшы муниципаль тәжрибәләр интерактив картаһы сайтында башланған тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр ҙә билдәләнде. Унда тауыш биреүгә тиклем 250 тәжрибә өлгөһө урынлаштырылһа, 4-се форумға тиклем тағы ла шул сама өҫтәлгән. Тәүге 250 тәжрибә араһынан иң-иңдәр был юлы бүләкләнһә, ҡалған эштәр араһынан еңеүселәр киләһе форумға асыҡланасаҡ.
Был юлы Өфө ике номинацияла еңеү яуланы. "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле "Рәсәй ҡалаларының мәҙәни үҙенсәлеген һәм оҡшашлығы" номинацияһында 1319 тауыш йыйһа, "Хәҙерге иҡтисади хәл-торошта муниципалитет өсөн һөҙөмтәле ҡарарҙар" номинацияһында шул уҡ атамалы тәжрибә 1382 тауыш йыйған.
Бынан тыш, форум сиктәрендә төрлө килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Өфө Ҡытай Халыҡ Республикаһының Хэфэй ҡалаһы менән туғандаш-ҡала мөнәсәбәттәре булдырыу тураһында меморандум, шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Силәбе ҡалаһы хакимиәте менән - дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек, Татарстан Республикаһының Ҡаҙан ҡалаһы менән туризмды үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Шулай уҡ ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Оксфорд (Бөйөк Британия) ҡалаһы Лорд-мэрының урынбаҫары Рэй Хамберстоун һәм Оксфорд ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Тим Сандлер менән осрашып, Өфөнөң социаль-иҡтисади үҫеше, уның тарихы, мәҙәниәте менән таныштырҙы һәм ҡалалар араһында мәғариф, фән, спорт, мәҙәниәт өлкәһе буйынса хеҙмәттәшлек перспективалары тураһында фекер алышты.
Форумға Саха-Яҡут республикаһынан "Наслег" проекты ағзалары - муниципалитеттарҙың йәш башлыҡтары ла килгәйне. Ғөмүмән, сахалар сарала үҙҙәренең стилләштереп тегелгән милли кейемдә булыуҙары менән һоҡланыу уятып ҡына ҡалманы, ә үҙ хәрәкәттәренең төп маҡсаты ауыл ерендә йәштәрҙең ҡеүәтен тормошҡа ашырыу өсөн аныҡ шарттар тыуҙырыу, әүҙем эшмәкәрлекте дәртләндереү, муниципалитеттарҙың йәш башлыҡтарына тәжрибә, граждандар, юридик мәсьәләләр буйынса бушлай мәғлүмәт биреү кеүек маҡсаттарҙы күҙаллауы менән дә ыңғай тәжрибә булып хәтерҙә уйылды. "Наслег" вәкилдәре, Рәсәй ҡалалары союзы етәкселегенә ауыл-ҡасаба биләмәләрен дә үҙ ҡарамағына алып, улар менән дә эшләргә кәрәк, тигән мәсьәлә күтәрҙе һәм ыңғай яуап алды.
Ғөмүмән, форумда ҡатнашыусылар фекеренсә, Өфө муниципаль тәжрибәләрҙе тормошҡа ашырыу буйынса ла, яңылыҡтар менән дә, аныҡ эштәр менән дә, бындай кимәлдәге сараларҙы үткәреү буйынса ла планканы бик юғарыға күтәрҙе һәм эстафетаны артабан ҡабул итеп алыусыларға ошо кимәлде тотоуы еңелдән булмаясаҡ.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА