Был мәҡәләгә Ибраһим Абдуллиндың пьесаһының бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ, тиергә булыр ине, әгәр ул атамаһында уҡ бер һөйләм менән генә аныҡ киҫәтеү яһамаһа. Бер олоно, бер кесене тыңла, тигәндәй, был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалырға кәрәк, сөнки белгестәр әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренән яҡты донъя менән хушлашыусылар һаны хатта яман шеш статистикаһынан да артып китә икән. Бының ысынлап та шулаймы икәнлеген асыҡлау һәм башҡа көнүҙәк һорауҙар менән Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина НИКОЛАЕВАға мөрәжәғәт иттек.
Һеҙ етәкләгән Үҙәк - республика халҡына кардиология һәм юғары технологияларға нигеҙләнгән кардиохирургия ярҙамы күрһәтеү өсөн заманса дауалау-диагностика ҡорамалдары менән йыһазландырылған махсус медицина учреждениеһы. Ошолар һәм яңы инновациялар менән таныштырып үтегеҙсе әле.
- Кардиоүҙәктең үҙенсәлеге - кардиология һәм кардиохирургия хеҙмәттәренең уңышлы берлегендә. Тәүге йылдарҙа консультация биреү, диагностикалау ярҙамы күрһәтеү 360 койка-урынға иҫәпләнгән учреждение белгестәренең төп бурысы булып торһа, бынан 15 йыл элек хирургия бүлеге ойошторолдо. Бөгөн ул - берҙәм организм, кардиологтар кардиохирургтар менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләп кенә ҡалмайҙар, ошо бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән ике өлкәләге белем һәм тәжрибәгә лә эйәләр. Был, тәү сиратта, пациент өсөн бик уңайлы һәм иң ҡатмарлы диагноз менән килгән ауырыуҙарға һөҙөмтәле ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге бирә.
Былтыр үҙәктә гибрид операциялары яһала башланы. Улар илдең ни бары биш клиникаһында ғына үҙләштерелгән. Был ике төрҙө үҙ эсенә алған ҡатмарлы операция. Ул асыҡ йөрәккә һәм бер үк ваҡытта эндоваскуляр ысул (ҡанды ағыҙмайынса) менән тамырҙарға эшләнә. Бындай дауалау, мәҫәлән, йөрәктең иң ҙур артерияһы - аорта өҙөлгәндә, кеше ғүмере хәүеф аҫтында булғанда һәм ашығыс ярҙам талап ителгәндә ҡулланыла. Аортаны шунда уҡ бөтөн оҙонлоғонда протезлау мөмкин түгел, шуға күрә айырым участкаларҙы алмаштырыу буйынса ике операция алмашлап яһала. Хирургтарыбыҙ йоҡо артерияларына ла эндоваскуляр операциялар эшләй. Һуңғы өс йылда үҙәктә йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарын хирургик коррекциялауҙың 50 яңы ысулы ҡулланыла. 2013 йылда йөрәкте күсереп ултыртыу буйынса беренсе операция яһаныҡ. Бөгөн, хирургтарыбыҙ иҫәбендә уларҙың һаны 9-ға еткәндә, бындай операциялар яңылыҡ түгел.
Ирина Евгеньевна, Башҡортостанда йөрәк сирлеләр статистикаһы нисек һәм төбәктә ниндәй ауырыуҙар йышыраҡ осрай?
- Һуңғы өс йылда республикала артериаль гипертония сирҙәренең - 9,2, цереброваскуляр сирҙәрҙең 10,8 процентҡа артыуы һөҙөмтәһендә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарының 1,4 процентҡа артыуы билдәләнә, шул уҡ ваҡытта йөрәктең ишемия ауырыуы 8 процентҡа кәмегән. Артериаль гипертония менән ауырыусыларҙың артыуы кире күренеш түгел, ул йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәрен иртә стадияларҙа асыҡлауҙың күр-һәткесе. Улар ни тиклем иртәрәк асыҡлана, шул тиклем йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан вафат булыусылар һаны кәмей
Йөрәк проблемаларына тарымаҫ өсөн ғәҙәти, сәләмәт кешегә нимәләр эшләргә кәрәк? Йөрәк ауырыуҙарына ниндәй тышҡы факторҙар йоғонто яһай? Йөрәк ауыртҡанда ябай кеше нимәләр белергә тейеш? Кардиологияла йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары үҫешенә йоғонто яһаусы сәбәптәрҙе өйрәнеү айырым дисциплинаға ҡарай. Ул был проблеманы һөҙөмтәле хәл итергә һәм сирҙәрҙе алдан иҫкәртеп, дауалауҙың йоғонтоло системаһын булдырырға ярҙам итә. Шартлы рәүештә хәүеф факторҙары үҙгәрмәүсән (йәш, нәҫел, енес) һәм үҙгәреүсәнгә (гиподинамия, гиперхолестеринимия, артериаль ҡан баҫымының күтәрелеүе, стресс, һимереү) бүленә.
Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары үҫешенә артыҡ ашау, саманан тыш эмоциональ көсөргәнеш, спиртлы эсемлектәр менән мауығыу, тәмәке тартыу, саманан тыш аш тоҙо ҡулланыу, аҙ хәрәкәтләнеү һ.б. йоғонто яһай. Был шарттарҙың береһе генә ауырыу барлыҡҡа килеүгә сәбәп була алмай, әммә бер нисә фактор бергә күҙәтелгәндә, сирләү хәүефе күп тапҡырҙарға арта. Был сәбәптәргә кәртә ҡуйыу, һис шикһеҙ, сәләмәтлекте һаҡлауға ярҙам итәсәк. Тәү сиратта, насар ғәҙәттәрҙән баш тартып, йышыраҡ саф һауала булырға, рациональ туҡланырға, билдәләнгән диетаны һаҡларға, сәләмәт тормош алып барырға кәрәк.
Йөрәк ауыртҡанда тәүге ярҙамды ябай кеше лә күрһәтә белергә тейеш. Өйәнәктең беренсе билдәләре: күкрәктә көслө баҫымлы, яндырыусы, ҡыҫымлы ауыртыу барлыҡҡа килә һәм һул ҡулбашҡа, беләккә, муйынға, аҫҡы яңаҡҡа, эстең өҫкө өлөшөнә бирә, 5 минут самаһы дауам итә. Йышыраҡ ауыр эш башҡарғанда, йылы бүлмәнән һыуыҡҡа сыҡҡанда барлыҡҡа килә. Әгәр ауыртыу 5 минуттан артығыраҡ булып, һалҡын тир бәреп сыға икән, миокард инфаркты күҙәтелә.
Ошондай симптомдар булғанда, таянсығы булған креслоға ултырырға йәки баш яғы күтәренке түшәккә ятырға, тынысланырға, яғаны бушатырға, ҡайыш йәки билбау булһа, уларҙы сисергә, 0,25 г аспиринды сәйнәп йоторға, 0,5 мг нитроглицеринды тел аҫтына һалырға кәрәк. Күкрәкте йөн шарф, бейәләй йәки ус менән ҡыҙарғансы ышҡыу зарур, был йөрәккә ҡан ағымын көсәйтәсәк. Тәрән итеп тын алып, 1-2 минут дауамында көслө итеп йүткерегеҙ, йүтәл йөрәккә баҫымды көсәйтеп, ул яҡшыраҡ эшләй башлаясаҡ. Әгәр ауыртыу үтмәһә, 5 минуттан һуң икенсе нитроглицерин ҡабул итеп, тиҙ ярҙам саҡыртығыҙ.
Нимә эшләргә ярамай? Йөрәккә һалҡын әйбер һалырға - тамырҙар тарайып, инфаркт киңәйәсәк. Йөрөргә, торорға, тәмәке тартырға, ашарға ярамай. Аспиринға аллергия, ашҡаҙанығыҙ ауырта икән, уны ҡулланыу тыйыла. Әгәр ҡан баҫымығыҙ түбән булһа йәки башығыҙ әйләнһә, телмәрегеҙ насарайып, хәрәкәттәрегеҙ буталһа, нитроглицерин ярамай. Нитроглицерин һәм аспирин ҡабул иткндән һуң ауыртыныу тулыһынса юҡҡа сығып, хәлегеҙ еңеләйһә, табипты өйөгөҙгә саҡыртып, дауаланырға кәрәк. Табип килгәнсе ҡабул иткән дарыуҙарҙың тышлыҡтарын ташламағыҙ.
"Бөтөн ауырыуҙар ҙа нервынан", тиҙәр. Инфаркттарҙың һәм инсульттарҙың күп булыуы стрестарға бәйлеме, сөнки бөгөн бер генә кеше лә уларҙан азат түгел. Хатта мәктәп уҡыусылары өсөн дә тестар, имтихандар ҙур стресс...
- Ысынлап та, стрестар йәки саманан тыш хис-тойғоло көсөргәнеш йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары үҫешенең сәбәбе булып тора. Кеше стресс кисергәндә ҡанға гормондар сыға һәм улар артериаль ҡан баҫымын күтәрә. Йөрәк ҡыҫылыуы йышлығы һәм уның көсө арта, йөрәк мускулдарында матдәләр алмашыныуы шәбәйә, кислородҡа ихтыяж тыуа. Шуға күрә, стресс артериаль ҡан баҫымы күтәрелеүгә, инфарктҡа йәки инсультҡа килтереүе бар.
Рәсми сайтығыҙҙа: "Бөгөн сәләмәт булыу модала, абруйлы һәм йәшәү өсөн мотлаҡ!" - тигән яҙыу девиз кеүек тора. Республикала йөрәк ауырыуҙарын иртә стадияла диагностикалауҙа алға китеш бармы?
- Республикала профилактика эштәре киң алып барыла. Ошо эшмәкәрлек өсөн беҙҙең үҙәк "Йөрәк докторы" йәмәғәт таныуы премияһына лайыҡ булды. Халыҡ менән эшләгәндә төрлө формалар ҡулланабыҙ - "БР-ҙа халыҡ сәләмәтлеге көнө", "Ҡан баҫымыңды үлсә", "Кардиолог менән прогулка", "Кардиолог кәрзине", "Башҡортостан балаларына - сәләмәт йөрәктәр", "Кардиолог беренсе синыф уҡыусыһына" һ.б. акциялар уҙғарабыҙ, балаларҙан алып пенсионерҙарға тиклем барлыҡ йәш категориялары менән дә эшләйбеҙ. Әйткәндәй, был - үҙәктә эшләнгән Башҡортостанда ғүмер дауамында сәләмәтлекте һаҡлау буйынса Республика модуль программаһы принциптарының береһе. Ул үҙенә дүрт модулде: мәктәпкәсә, мәктәп йәшендәге, эшкә яраҡлы халыҡты һәм оло быуынды - пенсионерҙарҙы һәм инвалидтарҙы ала. Һәр төркөм менән адреслы эш алып барабыҙ.
Хәүеф һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иртә стадияла асыҡлау маҡсатында республиканың район-ҡалаларында былтыр оло йәштәгеләрҙе скрининг тикшереүе системаһы индерелде һәм 19018 кеше тикшерелде. Шуларҙың 30,9 проценты түбән хәүефкә ҡарай, 35,5 процентының ауырыу хәүефе юғары һәм бик юғары, ә 33,6 процентында сир булыуы асыҡланды.
Профилактика - Республика кардиоҙүәге эшенең мөһим бер тармағы булып тора, әммә күптәр, үкенескә күрә, тормош ҡәҙере тураһында бик һуң уйлана башлай. Беҙҙең бурыс - уларға ошоно йәшерәк ваҡытта уҡ, иртәрәк аңлатыу.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА