Һәр уҡыу йортоноң үҙенең йөҙө, үҙенә генә хас йолалары була. Был йәһәттән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатын айырым билдәләп үтергә булыр ине.
Бигерәк тә патриотик тәрбиә биреү, уҡыусылар күңелендә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү яғынан гимназия тәжрибәһе элек-электән юғары кимәлдә булған. Мәктәптең тарих биттәренән шундай фактты билдәләп үтке килә: 1980-1982 йылдарҙа хәрби-патриотик тәрбиә биреү буйынса ул ваҡыттағы 2-се мәктәп-интернат Волга буйы федераль округында өс йыл рәттән беренсе урын яулап, күсмә Ҡыҙыл байраҡ менән бүләкләнә. Әйтеүе генә рәхәт, "өс йыл рәттән"...
Ошо еңеүҙәре өсөн Волга буйы федераль округының хәрби комиссары 1983 йылда был байраҡты тантаналы рәүештә мәктәп-интернатҡа тапшыра. Әлбиттә, 90-сы йылдарҙа байраҡты юҡҡа сығаралар, эҙләп тә осона сығып булманы. Әммә башланғыс хәрби әҙерлек дәресе уҡытыусыһы Богданов Рәүил Хәбиб улының ҙур масштабта алып барған эше баһалап бөткөһөҙ. Шулай уҡ гимназияның шашка мәктәбен дә атап китмәү яҙыҡ булыр ине. Исемдәре бөтә донъяға билдәле шәхестәрҙе тәрбиәләп үҫтерҙе ул: донъя чемпионы исеменә лайыҡ булған Тамара Танһыҡҡужина, Айнур Шәйбәков, Айгөл Иҙрисова һәм 11 класс уҡыусыһы Руфина Әйүпова. Бөгөнгө көндә лә йәш шашистарыбыҙ, бигерәк тә, Илдус Аллағужин, Гүзәлиә Кәримова еңеүҙәре менән һөйөндөрөп тора. Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән уҡыусыларҙың "Чудо-шашки" ярышында республика буйынса беренсе урын яуланылар. Мәктәбеңдең, республикаңдың, илеңдең намыҫын яҡлап сығыш яһау ҙа илһөйәрлектең бер билдәһе булып тора бит. Иң мөһиме шунда: быуындар бәйләнеше өҙөлмәне, өлкән быуын вәкилдәре башлаған эш әле лә дауам итә.
Эйе, дауам итә. Гимназиябыҙҙың үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ йолалары ла бар. Шуларҙың араһында иң үҙенсәлеклеһе - шәжәрә байрамы. Шәжәрә байрамы һәр ерҙә лә үткәрелә бит, тиерһегеҙ, әммә бер ҡайҙа ла сығарылыш класс уҡыусыларының шәжәрәһе төҙөлмәйҙер. Тәү башлап 2010 йылда 11 класс уҡыусыларының шәжәрәһе төҙөлөп, гимназия музейы эргәһендә стенаға беркетелеп ҡуйҙы. Бына алтынсы йыл инде төрлө ырыу вәкилдәрен берләштергән шәжәрә ағасын асыу тантанаһын балалар түҙемһеҙлек менән көтөп ала. 11 йыл уҡыу осоронда юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусыларҙың исеме мәктәп тарихы биттәренә алтын хәреф менән яҙылып ҡуя. Һәм йыл да уҡыусыларыбыҙ киләсәккә хат яҙып, мәктәп музейына һаҡларға бирәләр. Шулай уҡ бергәләшеп "Йыл уҡыусыһы", "Йыл эҙләнеүсеһе", "Йыл спортсыһы" титулына лайыҡ булған класташтары уңыштарына ихлас күңелдән шатланалар. Быйылғы уҡыу йылында ла иң-иңдәрен билдәләп үттек. "Йыл уҡыусыһы" исеменә 11г класы уҡыусыһы Ишһарин Руслан лайыҡ булды. Һис шикһеҙ, лайыҡлы рәүештә, сөнки гимназияла уҡыу йылдарында Руслан тарих фәненән күп тапҡырҙар олимпиадала, команда составында "Урал батыр " эпосын сәхнәләштереү конкурстарында еңеүҙәр яуланы, үҙен ысын мәғәнәһендә йәш лидер итеп танытты. "Йыл эҙләнеүсеһе" исемен Аҡсулпанова Гөлдәр яуланы. "Бәләкәй фәндәр академияһы", "Минең бәләкәй Ватаным", "Вәлиди уҡыуҙары" һәм башҡа бик күп фәнни-эҙләнеү конкурстарында еңеүҙәр яуланы ул. Ә инде "Йыл спортсыһы" титулын Руфина Әйүповаға тапшырҙылар. Шашка буйынса күп тапҡырҙар Башҡортостан, Рәсәй чемпионы, өс тапҡыр Европа, бер тапҡыр Донъя чемпионы исемен яуланы Руфина. Яуланы ғына түгел, ә бик күп йәш шашистарҙың кумирына ла әйләнеп өлгөрҙө. Эйе, сығарылыш уҡыусылары араһында башҡа талантлы уҡыусылар ҙа бар: оҫта бейеүселәр, йырсылар, эҙәрмәндәр, шағирҙар, олимпиада еңеүселәре һәм башҡалар. Һәр береһенең үк булмаһа ла, күп уҡыусыларҙың исемдәре яңғыраны шәжәрә байрамында. Барыһын да ихлас алҡыштарға күмделәр.
Гимназиябыҙҙағы икенсе мөһим йолаларҙың береһе - "Йондоҙҙар парады". Уҡыу йылы барышында ҙур уңыштарға өлгәшкәндәрҙе ҡотлау тантанаһы ул. Бындай ҡотлауҙар күп мәктәптәрҙә үткәрелә, "Чемпиондар балы" тип тә атайҙар. Был тантаналы байрамдың иң мөһим үҙенсәлеге шунда: уҡыусыларға башҡорт яҙыусыларының китаптарын бүләк итәбеҙ. Быйыл 100 уҡыусыға М. Кәримдең 6-сы том китабы, Н. Мусиндың 10-сы томы, Т. Ғарипованың "Бөйрәкәй" романы бүләк ителде. "Йондоҙҙар парадын" үткәргән йылдарҙа меңгә яҡын уҡыусы китаплы булды. Тәнәфес ваҡытында ҡулына китап тотҡан уҡыусыларҙы күреү күңелгә йылы нур булып яғыла. Тимәк, был сара әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү сараһы ла булып тора. Гимназияла үткән һәр байрам, конкурс, йолалар уҡыусыларҙа телһөйәр, илһөйәр шәхес тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Илебеҙ киләсәге тап шундай йәштәр ҡулында бит.
Рифат ӘЙҮПОВ,
Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА